ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ
Тормошомдағы иң яҡшы приз
ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1967
ТЫУҒАН ИЛЕ: ФИНЛЯНДИЯ
ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ПРОФЕССИОНАЛЬ ТЕННИССЫ
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ
Мин Финляндияның йәшеллеккә сумған, тыныс Тампере ҡалаһы ситендә үҫтем. Беҙҙең ғаилә бик дини түгел ине, ләкин белем һәм яҡшы ғәҙәттәр беҙҙең өсөн мөһим ине. Минең әсәйем Германияла тыуған, бала саҡта мин ФРГ-ға олатайым менән өләсәйемә бара торғайным.
Йәш саҡтан мин спорт менән мауыҡтым һәм шул ваҡытта уҡ уның төрлө төрҙәре менән шөғөлләнеп ҡараным. Ләкин 14 йәшемдә мин тенниста туҡталырға булдым. 16 йәшкә мин көнөнә ике-өс күнекмә үтә инем: икеһе тренер менән һәм кис көнө тағы берәү, үҙ аллы. Мине уйындың төрлө яҡтары һәм нескәлектәре һоҡландыра ине. Теннис минең өсөн интеллектуаль һәм физик үрҙәрҙе яулауға тиң ине. Дуҫтарым менән аралашырға һәм ҡайһы саҡта һыра эсеп алырға яратһам да, мин бер ҡасан да алкоголик булманым һәм наркотиктар ҡабул итмәнем. Бөтә тормошом теннис тирәһендә әйләнде — ул минең өсөн иң мөһиме булды.
17 йәштән мин ПТА a турнирҙарында ҡатнаштым. Бер нисә турнирҙа еңгәс, мин үҙ илемдә күренекле булып киттем. Ә 22 йәшемдә донъялағы 50 иң яҡшы тенниссы һанына индем.
Күп йылдар дауамында мин, профессиональ теннис уйнап, бөтә донъяны гиҙеп сыҡтым. Иҫ киткес матур урындарҙан тыш, мин донъяның енәйәтселек, наркомания һәм тирә-яҡ мөхитте бысратыу кеүек йәмһеҙ яҡтарын да күрҙем. Мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙың ҡайһы бер ҡалаларында беҙгә енәйәтселек кимәле юғары булған билдәле бер кварталдарҙан йыраҡ торорға кәңәш иттеләр. Бының барыһы мине борсой ине. Өҫтәүенә, яратҡан эш менән шөғөлләнһәм дә, көн аҙағында күңелемдә ниндәйҙер бушлыҡ һиҙә инем.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ
Минең йөрөгән ҡыҙым Санна Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башланы. Уның дингә шул рәүешле тартылыуы миңә ҡыҙыҡ булып күренде, ләкин мин уның өйрәнеүенә ҡаршы килмәнем. 1990 йылда беҙ өйләнештек, ә киләһе йылда ул Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылды. Алланың барлығына ышанһам да, мин үҙемде дини кеше тип һанаманым. Германиялағы өләсәйемдең йыш ҡына Изге Яҙма уҡыуын һәм хатта мине доға ҡылырға өйрәтеүен иҫләйем.
Бер көндө беҙ Санна менән Йәһүә шаһиттары булған бер ғаиләлә ҡунаҡта булғанда, ире Кари миңә Изге Яҙманан «ахырызаман» тураһында пәйғәмбәрлек күрһәтте (2 Тимофейға 3:1—5). Был миңә ныҡ тәьҫир итте: донъяла яуызлыҡтың ни өсөн шул тиклем күп булыуы шунда уҡ аңлашылды. Ул көндө беҙ дин тураһында башҡа һөйләшмәнек. Ләкин шул ваҡыттан алып беҙ Кари менән Изге Яҙма хаҡында йыш әңгәмәләшә башланыҡ, һәм белгәндәрем миңә дөрөҫ булып күренде. Тығыҙ график һәм йыш сәйәхәт итеүем беҙгә даими осрашырға ҡамасаулай ине, ләкин Кари мине онотманы. Өйрәнгән ваҡытта биргән һорауҙарыма ул хат аша яуап бирә ине. Изге Яҙмала кешеләрҙе электән борсоған бөтә нәмәләр ябай итеп аңлатыла, һәм яйлап мин Изге Яҙманың төп темаһын — Алла Батшалығы Алланың ихтыярын тулыһынса тормошҡа ашырасағын асыҡ аңланым. Мин Алланың исеме Йәһүә икәнен һәм уның беҙҙең өсөн нимәләр эшләгәнен белдем, һәм быларҙың барыһы миңә ҙур йоғонто яһаны (Зәбур 83:18). Әммә мине иң ныҡ таң ҡалдырғаны йолом ҡорбаны тураһындағы тәғлимәт булды. Был ҡорбан ниндәйҙер формаллектәрҙе йә ҡағиҙәләрҙе үтәр өсөн түгел, ә Алла беҙҙе яратҡанға килтерелгән бит (Яхъя 3:16). Шулай уҡ Алланың дуҫы була алыуымды һәм тыныслыҡ хөкөм һөргән ожмахта мәңге йәшәй алыуымды белдем (Яҡуб 4:8). Мин: «Аллаға нисек рәхмәтемде белдерә алам?» — тип уйлана башланым.
Мин үҙ тормошом тураһында етди уйландым. Изге Яҙмала «биреүҙә бәхет күберәк» тип әйтелгән, шуға күрә башҡаларға үҙемдең иманым хаҡында һөйләргә теләгем тыуҙы (Ғәмәлдәр 20:35). Профессиональ спортсы булараҡ, турнирҙарҙа ҡатнашҡанға, мин йылына 200 көн тирәһе өйҙә булмай инем. Ғаиләбеҙҙең тормошо минең тирәләй — минең күнекмәләр, минең көн тәртибе, минең карьера тирәләй әйләнә ине. Мин тормошомдо үҙгәртергә кәрәклеген аңланым.
Дини ышаныуҙарым арҡаһында уңышлы спорт карьераһын ҡалдырһам, күптәрҙең мине аңламаясағын белә инем. Ләкин Йәһүәне яҡшыраҡ белеү һәм мәңге йәшәү мөмкинлеге тенниста еңгән өсөн бирелгән бөтә бүләктәрҙән дә ҡиммәтерәк ине, шуға күрә миңә һайлау яһауы ауыр булманы. Үҙем тураһында нимә һөйләүҙәренә иғтибар итмәҫкә ныҡлы ҡарар иттем, сөнки миңә нисек йәшәргә икәнен мин үҙем хәл итергә тейеш. Ул ваҡытта миңә кешеләр баҫымына бирешмәҫкә бигерәк тә Зәбур 118:6 ярҙам итте. Унда: «Йәһүә минең яҡлы, шунлыҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡмам. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» — тиелә.
Яҡынса шул ваҡыттараҡ миңә ҡыҙыҡтырғыс тәҡдим яһанылар. Был тәҡдим, иртәгәһе көн тураһында борсолмайынса, күп йылдар буйы профессиональ теннис уйнарға мөмкинлек бирә ине. Ләкин, спорттан китергә инде ҡарар иткәнгә, мин ул тәҡдимде кире ҡаҡтым, ә һуңынан ПТА турнирҙарында бөтөнләй ҡатнашмай башланым. Мин Изге Яҙманы өйрәнеүемде дауам иттем һәм 1994 йылдың 2 июлендә Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылдым.
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ
Ҡайһы берәүҙәр берәй бәләгә эләккәс кенә Алла тураһында уйлай башлай. Башҡалары күпмелер ваҡыт хәҡиҡәтте эҙләй. Минең осраҡта тегеләй ҙә, былай ҙа булманы. Тормошомда барыһы ла һәйбәт ине. Минең бәхетле булыр өсөн бөтәһе лә бар кеүек ине. Әммә көтмәгәндә тормоштоң тәрәнерәк мәғәнәһе барлығын аңланым. Был йәһәттән миңә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт ярҙам итте, ә ул, әйтерһең дә, минең уны табыуымды ғына көтөп торған. Тормошом яҡшы яҡҡа шул тиклем үҙгәрер тип, күҙ алдына ла килтермәгәйнем! Әле ғаиләбеҙ бер ҡасан да булмағанса ныҡ һәм татыу. Өс улымдың спортсы түгел, ә мәсихсе булараҡ минең юлымдан барыуҙарына бик шатмын.
Мин әле лә теннис уйнарға яратам. Инде күп йылдар ул миңә аҡса эшләргә ярҙам итә. Мәҫәлән, мин тренер һәм теннис үҙәгендә етәксе булып эшләнем. Ләкин хәҙер инде минең тормошом спорт тирәләй әйләнмәй. Элек мин, оҫтараҡ тенниссы һәм чемпион булыр өсөн, аҙна һайын сәғәттәр буйы күнекмәләр яһай торғайным. Ә хәҙер, тулы ваҡытлы вәғәзсе булараҡ, шатланып башҡаларға тормошомдо үҙгәрткән Изге Яҙма принциптарын белергә һәм ҡулланырға ярҙам итәм. Йәһүә Алла менән мөнәсәбәттәремде беренсе урынға ҡуйыу һәм башҡаларға яҡты киләсәккә өмөтөм тураһында һөйләү — минең өсөн иң ҙур бәхет (1 Тимофейға 6:19).
a ПТА (Профессиональ тенниссылар ассоциацияһы) бөтә донъялағы ирҙәр профессиональ теннисын етәкләй. ПТА туры бер нисә профессиональ турнирҙан тора, ундағы еңеүселәргә иҫәпләп мәрәйҙәр өҫтәлә һәм аҡсалата бүләктәр бирелә. Уйынсының донъя күләмендәге рейтингы турнирҙар барышында йыйылған мәрәйҙәр һаны буйынса билдәләнә.