Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

«Урам минең өйөм булды»

«Урам минең өйөм булды»
  • Тыуған йылы: 1955

  • Тыуған иле: Испания

  • Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: наркотиктар ҡулланған, эскесе һәм рәхимһеҙ булған

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

 Ҡайһы берәүҙәр берәй нәмәгә тик үҙҙәренең әсе тәжрибәһенән генә өйрәнә. Минең осраҡта ла тап шулай булды. Мин Испанияла ҙурлығы буйынса икенсе ҡала булған Барселонала тыуып үҫтем. Беҙҙең ғаилә ҡаланың яр буйлап һуҙылған Соморростро тигән районында йәшәне. Был район енәйәтселек һәм наркотиктар һатыу менән дан тота ине.

 Ғаиләбеҙҙәге туғыҙ бала араһында мин иң олоһо инем. Беҙ бик ярлы йәшәгәнлектән, атайым мине урындағы теннис клубына өҫтәмә аҡса эшләп алырға ебәрҙе. Унда мин кортта (майҙансыҡта) уйынсыларға ергә төшкән туптарҙы алып биреп торҙом. Ул саҡта миңә ун йәш ине, һәм мин көнөнә ун сәғәт эшләй торғайным. Шуға күрә, тиҫтерҙәремдән айырмалы рәүештә, мәктәпкә йөрөй алманым. Ун дүрт йәшемдә мин металл цехында слесарь булып эшләй башланым.

1975 йылда мин, Төньяҡ Африкала испан сит ил легионына ҡушылып, махсус форма кейеп йөрөй башланым

 1975 йылда мине армияға мәжбүри хеҙмәткә саҡырҙылар. Мин мажаралы тормошҡа ынтыла инем, шунлыҡтан Мелильела (Испанияның Төньяҡ Африкалағы анклавы) испан сит ил легионында хеҙмәт итергә теләк белдерҙем. Шул саҡта мин артыҡ күп эсә башланым һәм наркотиктарға әүәҫләнеп киттем.

 Армиянан ҡайтҡас, мин банда ойошторҙом. Беҙ, нимәне алып китә алабыҙ, шуның барыһын да урлай инек, ә һуңынан, наркотиктарға аҡсабыҙ булһын өсөн, шуларҙы һата торғайныҡ. Мин ЛСД, амфетаминдар ҡулланырға керештем, һәм тормошом секс, алкоголь һәм ҡомарлы уйындар тирәләй өйрөлә башланы. Бындай һәләкәтле тормош рәүеше арҡаһында мин ҡыҙыу холоҡло кешегә әүерелә барҙым. Мин һәр ваҡыт үҙем менән бысаҡ, балта йә мачете йөрөттөм һәм, үҙем кәрәк тип һанағанда, икеләнмәйенсә уларҙы ҡулландым.

 Бер ваҡыт беҙ машина урлап ҡастыҡ, һәм беҙҙең арттан полиция ҡыуа сыҡты. Был кинолағы шикелле булды. Утыҙ саҡрым самаһы уҙғас, полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡыуып етеп, беҙгә ата башланылар. Ахыр сиктә, беҙ нимәгәлер барып бәрелдек, һәм ватыҡ машинаны ташлап, тырым-тыраҡай ҡасып киттек. Атайым был хаҡта белеп ҡалғас, уның мине өйҙән ҡыуып сығарыуы бер ҙә ғәжәп түгел.

 Артабанғы биш йылда урам минең өйөм булды. Мин подъездарҙа, йөк машиналарында, парктарҙағы эскәмйәләрҙә һәм зыяраттарҙа йоҡлап йөрөнөм. Күпмелер ваҡыт хатта мәмерйәлә йәшәп алдым. Тормошомдоң бер ниндәй мәғәнәһен күрмәй инем, һәм минең тереме, үлеме икәнемдә берәүҙең дә эше юҡ кеүек тойола ине. Наркотиктар йоғонтоһо аҫтында булғанда, мин ҡулдарымды яралай торғайным, шунан ҡалған яра эҙҙәре әле һаман шул күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп тора.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

 Миңә 28 йәш булғанда, әсәйем мине эҙләп тапты ла, инәлеп, өйгә ҡайтыуымды һораны. Мин ризалаштым һәм тормошомдо үҙгәртергә вәғәҙә иттем, ләкин был бик үк еңелдән булмай сыҡты.

 Бер көндө беҙҙең ишеккә ике Йәһүә шаһиты шылтыратты. Мин уларҙы тыңлап торған саҡта, атайым өй эсенән, хәҙер үк ишекте яп, тип ҡысҡырҙы. Үҙ өҫтөмдән бойороп торғандарын яратмағанға, мин уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманым. Йәһүә шаһиттары миңә өс бәләкәй генә китап бирҙе, мин уларҙы бик теләп алдым. Уларҙан осрашыуҙарының ҡайҙа үтеүе хаҡында һораштым, һәм бер нисә көндән һуң Батшалыҡ залына барырға булдым.

 Зал янына килеп еткәс, шунда уҡ барыһының да бик бөхтә итеп кейенгәнлеге күҙгә ташланды. Ә минең иһә кейемем иҫке ине, сәсем оҙон, һаҡалым сейәлеп бөткәйне. Минең был мөхиткә тура килмәүем ап-асыҡ ине, шуға эскә инергә баҙнат итмәнем. Шунда беҙҙең банданың элекке ағзаһы Хуанды күреп аптырап киттем, ул костюм кейеп алғайны. Һуңыраҡ мин уның бер йыл элек кенә Йәһүә шаһиты булып киткәнен белдем. Уның бында булыуы миңә ышаныс өҫтәне, һәм мин залға индем. Шул көндә тормошом киҫкен боролош алды.

 Мин Изге Яҙма өйрәнергә ризалаштым, һәм, Алланы һөйөндөрөргә теләһәм, ҡыҙыу холҡомдо һәм әхлаҡһыҙ тормош рәүешемде үҙгәртергә кәрәклеген тиҙ аңланым. Был еңелдән булманы. Йәһүә Аллаға яҡынлашыр өсөн, фекерләү рәүешемде тотош үҙгәртергә кәрәклеген белдем (Римдарға 12:2). Алланың шәфҡәтлелеге миңә ҙур йоғонто яһаны. Бөтә хаталарыма ҡарамаҫтан, уның миңә тормошомдо өр-яңы биттән башларға мөмкинлек биреүен тойҙом. Йәһүә Алла тураһында белгәндәрем күңелемә тәрән үтеп инде. Минең турала ҡайғыртҡан Хоҙайҙың барлығына ышандым (1 Петр 5:6, 7).

 Бының барыһы миңә тормошомдо үҙгәртә башларға ҙур этәргес булды. Мәҫәлән, өйрәнеү ваҡытында тәмәке тартыу тураһында һүҙ сыҡҡас, мин үҙемә: «Йәһүә Алла минең бөтә яҡтан да таҙа һәм саф булыуымды теләй икән, был сигареттарҙы ташларға кәрәк», — тинем (2 Коринфтарға 7:1). Һәм улар шунда уҡ сүп биҙрәһенә осто!

 Тағы миңә наркотиктар ҡулланыуҙан һәм һатыуҙан туҡтарға кәрәк ине. Бының өсөн күберәк ваҡыт һәм көс талап ителде. Был маҡсатҡа ирешер өсөн, элекке дуҫтар менән мөнәсәбәттәрҙе өҙөргә тейешлегемде аңлай инем, сөнки уларҙың йоғонтоһо миңә рухи яҡтан үҫергә ҡамасаулай ине. Ваҡыт уҙыу менән мин күберәк Аллаға һәм йыйылыштағы яңы дуҫтарымдың ярҙамына таянырға өйрәндем. Быға тиклем берәүҙең дә бер ҡасан да миңә шундай яратыу һәм шәхси иғтибар күрһәткәне булманы. Алланың мине хуплауын бик ныҡ теләй инем, ләкин мин наркотиктар ҡулланыуҙы ташлағансы һәм «яңы кешегә» әйләнгәнсе, бер нисә ай үтте (Ефестарға 4:24). 1985 йылдың авгусында мин һыуға сумдырылдым һәм Йәһүә шаһиты булып киттем.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

 Изге Яҙма мине яңы тормош башларға рухландырҙы. Ул миңә һаулығымды ҡаҡшатҡан, кешелек дәрәжәмде төшөргән тормош рәүешен ҡалдырырға ярҙам итте. Элекке дуҫтарымдың 30-ҙан артығы йәп-йәш көйө СПИД-тан һәм наркотик ҡулланыу менән бәйле башҡа ауырыуҙарҙан үлде. Изге Яҙма принциптарын ҡулланып, бындай фажиғәле эҙемтәләрҙән ҡотолғаным өсөн, мин Аллаға бик тә рәхмәтле!

 Мин хәҙер үҙем менән бысаҡ та, балта ла йөрөтмәйем. Элек мин, бер заман ҡулыма ҡорал түгел, ә Изге Яҙма тотоп, уның тураһында башҡаларға һөйләүемде күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Хәҙер беҙ ҡатыным менән быға күп ваҡыт бағышлайбыҙ.

 Минең атайым менән әсәйем Йәһүә шаһиты булып китмәнеләр, шулай ҙа Изге Яҙманы өйрәнеү миңә ҙур файҙа килтереүен танынылар. Атайым хатта үҙенең бөтә хеҙмәттәштәре алдында Йәһүә шаһиттарын яҡлай торғайны. Яңы динем мине яҡшы яҡҡа үҙгәрткәнен ул үҙ күҙҙәре менән күрҙе бит. Ә әсәйем йыш ҡына, Изге Яҙманы элегерәк уҡый башларға кәрәк булған, тип ҡабатлай ине. Мин үҙем дә шулай уйлайым!

 Наркотиктарҙан һәм аҙғын тормоштан ҡәнәғәтлек эҙләү ҙур ахмаҡлыҡ икәнен үҙ тәжрибәмдән белдем. Хәҙер мин башҡаларға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе — ғүмеремде һаҡлап ҡалған хәҡиҡәттәрҙе белергә ярҙам итеүҙән ысын шатлыҡ табам.