ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ
«Мин ҡыҙыу холоҡло кеше инем»
Тыуған йылы: 1975
Тыуған иле: Мексика
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: ҡыҙыу холоҡло, төрмәлә ултырған
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ
Мин Сан-Хуан-Чанкалаитола — Мексиканың Чьяпас штатындағы бәләкәй генә ҡалала тыуғанмын. Беҙҙең ғаилә майя тоҡомоноң чоль халҡынан сыҡҡан. Ата-әсәйемдең 12 балаһы булды, мин бишенсеһе инем. Бала саҡта мин һәм минең бер туғандарым Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәндек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта мин Изге Яҙмаға етди ҡараманым.
13 йәшемдә мин инде наркотиктар ҡабул итә һәм урлаша инем. Шул уҡ йәштә мин өйҙән киттем һәм ҡайҙа тура килә, шунда йәшәнем. 16 йәшемдә киндер плантацияһында эшләй башланым. Унда бер йыл тирәһе эшләнем, һәм бер төндә, беҙ кораблдә киндерҙең ҙур партияһын алып китеп барғанда, беҙгә икенсе наркокартелдән булған, баштан-аяҡ ҡоралланған конкуренттар һөжүм итте. Мин пуляларҙан саҡ ҡасып ҡотолдом: һыуға һикерҙем дә ағым буйынса түбәнгә йыраҡ ара йөҙөп үттем, ә шунан АҠШ-ҡа ҡастым.
Штаттарҙа мин наркотиктар һатыуымды дауам иттем һәм тағы ла ҙурыраҡ проблемаларға юлыҡтым. 19 йәшемдә мине ҡулға алдылар ҙа урлау һәм кеше үлтерергә маташыуҙа ғәйепләп төрмәгә ултырттылар. Унда мин бер бандаға ҡушылдым һәм тағы бер нисә ҙур енәйәт эшләнем. Һөҙөмтәлә мине Пенсильвания штатындағы Льюисбургҡа ҡаты режимлы төрмәгә күсерҙеләр.
Льюисбург төрмәһендә холҡом тағы ла нығыраҡ насарайҙы. Тәнемдә беҙҙең банданы айырып торған татуировкалар бар ине, шуға мин еңел генә шул уҡ бандаға ҡушылдым, тик хәҙер инде был төрмәлә. Мин тағы ла ярһыуыраҡ булып киттем һәм һәр бер ыҙғышҡа ҡыҫылдым. Бер тапҡыр төрмәнең ишек алдында ҡупҡан банда һуғышында ҡатнаштым. Беҙ аяуһыҙ һуғыштыҡ, бер-беребеҙҙе бейсбол биталары һәм спорт герҙәре менән туҡманыҡ. Беҙҙе айырыр өсөн, төрмә һаҡсыларына йәш ағыҙа торған газ ҡулланырға тура килде. Шул хәлдән һуң мине айырыуса ҡурҡыныс енәйәтселәр өсөн тәғәйенләнгән махсус блокка урынлаштырҙылар. Мин ҡыҙыу холоҡло кеше инем, тупаҫ һәм тәкәббер булдым. Кешене туҡмау минең өсөн бер ни түгел ине. Был миңә хатта оҡшай торғайны! Выжданым мине бер тамсы ла ғазапламаны.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ
Айырыуса ҡурҡыныс енәйәтселәр өсөн тәғәйенләнгән блокта мин көнө буйы тиерлек камерала ултырҙым, шуға күрә эш юҡлыҡтан Изге Яҙма уҡый башланым. Һуңыраҡ бер һаҡсы ҡатын миңә «Һин ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй алаһың» тигән китап a бирҙе. Уны уҡығанда, бала саҡта Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнгәндә белгәндәремдең күбеһен иҫемә төшөрҙөм. Үҙемдең ҡыҙыу холҡом арҡаһында ни тиклем түбән тәгәрәгәнемде аңлай башланым. Шунан туғандарым тураһында уйланым. Ике ҡыҙ туғаным Йәһүә шаһиты ине. Ҡапыл башыма: «Улар мәңге йәшәйәсәк бит! Ә миңә нимә ҡамасаулай?» — тигән уй килде. Һәм мин яңы тормош башларға ныҡлы ҡарар иттем.
Шулай ҙа мин быны бер үҙем генә булдыра алмауымды аңлай инем, шуға күрә иң тәүҙә Йәһүә Аллаға ярҙам итеүен һорап доға ҡылдым. Шунан һуң, Йәһүә шаһиттарының Ҡушма Штаттарҙағы филиалына хат яҙып, минең менән Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен һораным. Филиал яҡындағы бер йыйылышҡа минең менән бәйләнешкә инергә ҡушҡан. Ул ваҡытта миңә үҙ ғаиләмдең ағзаларынан башҡа берәү менән дә осрашырға ярамай ине, шуға күрә шул йыйылыштағы бер ағай-ҡәрҙәш миңә рухландырғыс хаттар яҙа һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмалар ебәрә башланы. Бының барыһы минең үҙгәрергә теләгемде көсәйтте.
Мин еңел булмаған, шул уҡ ваҡытта бик мөһим аҙым яһарға булдым — үҙем күп йылдар торған банданан сығырға хәл иттем. Банда башлығы минең менән бер блокта ултыра ине, шуға бер көндө уның янына килдем дә Йәһүә шаһиты булырға теләүем хаҡында әйттем. Ғәжәйеп, ләкин ул миңә: «Әгәр ҙә шаяртмайһың икән, уйлағаныңса эшлә. Мин Аллаға ҡаршы түгел. Ләкин бының барыһы тик банданан китер өсөн генә икән, ни булырын үҙең беләһең», — тине.
Киләһе ике йыл эсендә мин бик ныҡ үҙгәрҙем, һәм төрмә һаҡсылары быны, әлбиттә, күрмәй ҡалманы. Улар миңә күберәк ышаныс белдерә башланы. Мәҫәлән, камеранан душҡа алып барғанда, миңә инде ҡул бығауы кейҙермәй инеләр. Бер ваҡыт һаҡсыларҙың береһе хатта мине маҡтаны һәм бирешмәҫкә дәртләндерҙе. Ваҡыт уҙыу менән, мине төрмә эргәһендә урынлашҡан тотҡондар лагерына күсерҙеләр, унда режим ул тиклем ҡаты түгел ине. Срогымдың һуңғы йылын шунда үткәрҙем. 2004 йылда, 10 йыл төрмәлә ултырғандан һуң, мине иреккә сығарҙылар һәм төрмә автобусына ултыртып Мексикаға ҡайтарып ебәрҙеләр.
Мексикаға ҡайтыу менән мин Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залын эҙләп таптым. Унда беренсе тапҡыр осрашыуға килгәндә, өҫтөмдә төрмә кейеме ине, сөнки берҙән-бер арыу кейемем шул ине. Тышҡы ҡиәфәтемә ҡарамаҫтан, Йәһүә шаһиттары мине йылы ҡабул итте. Уларҙың игелекле мөғәмәләһен күреп, үҙемдең ысын мәсихселәр араһында икәнлегемде аңланым (Яхъя 13:35). Шул осрашыуҙа өлкәндәр минең менән Изге Яҙманы өйрәнергә кеше тәғәйенләне. Бер йылдан һуң, 2005 йылдың 3 сентябрендә, мин Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылдым.
2007 йылдың ғинуар айынан алып мин, башҡаларға Изге Яҙманы яҡшыраҡ белергә ярҙам итеүгә айына 70 сәғәт бүлеп, вәғәз хеҙмәтендә күберәк ҡатнаша башланым. 2011 йылда өйләнмәгән ағай-ҡәрҙәштәр өсөн тәғәйенләнгән Изге Яҙма мәктәбен (хәҙер Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе тип атала) тамамланым. Был мәктәп миңә йыйылыштағы вазифаларымды яҡшыраҡ башҡарырға ярҙам итте.
2013 йылда мин Пилар исемле гүзәл бер ҡатынға өйләндем. Ул, йылмайып, элекке тормошоң тураһында һөйләгәндәреңә ышаныуы ла ауыр, ти. Мин бүтән бер ҡасан да элекке насар юлға баҫманым. Беҙ ҡатыным менән минең Изге Яҙманың көсө ярҙамы менән генә үҙгәрә алыуыма бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Римдарға 12:2).
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ
Ғайсаның Лука 19:10-дағы һүҙҙәре күңелемә бик яҡын. Ул, «юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға» килдем, тигән. Мин бүтән үҙемде юғалған кеше тип иҫәпләмәйем, шулай уҡ бүтән башҡаларға ауыртыу ҙа килтермәйем. Изге Яҙманы өйрәнеүем арҡаһында тормошомдоң мәғәнәле булып китеүенә, башҡалар менән татыу мөнәсәбәттәргә һәм, иң мөһиме, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ Йәһүә Алла менән дуҫлыҡҡа эйә булыуыма шатланып йәшәйем.
[ТӨШӨРМӘ]
a Был китап Йәһүә шаһиттары тарафынан баҫтырылған, ләкин бүтән баҫтырылмай. Хәҙерге ваҡытта Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән төп баҫма — «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап.