Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

«Мин үҙ-үҙемә ҡәбер ҡаҙа инем»

«Мин үҙ-үҙемә ҡәбер ҡаҙа инем»
  • Тыуған йылы: 1978

  • Тыуған иле: Сальвадор

  • Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: төҙәлмәҫ бандит

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

 «Ысынлап та Алла тураһында белергә теләһәң, Йәһүә шаһиттарына тотон», — тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, мин бик аптыраным. Ул ваҡытта мин инде күпмелер ваҡыт улар менән Изге Яҙманы өйрәнә инем. Әммә һеҙ минең ни өсөн аптырағанымды аңлаһын өсөн, бер аҙ үҙем тураһында һөйләп китәм.

 Мин Сальвадорҙағы Кесальтепеке ҡалаһында ғаиләләге ун биш баланың алтынсыһы булып донъяға килгәнмен. Ата-әсәйем мине намыҫлы һәм законға тыңлаусан итеп тәрбиәләргә тырышты. Өҫтәүенә, беҙгә ваҡыт-ваҡыт Йәһүә шаһиттары, шул иҫәптән Леонардо, инеп, Изге Яҙма тураһында һөйләйҙәр ине. Ләкин мин ишеткәндәремде һанға һуҡмай торғайным һәм төрлө ахмаҡ эштәр ҡыла инем. 14 йәшемдә мәктәптәге дуҫтарым менән эсә һәм наркотиктар ҡабул итә башланым. Бер-бер артлы улар, мәктәпте ташлап, бандаға ҡушылды. Мин дә уларға эйәрҙем. «Күңел асыуҙарыбыҙға» түләргә аҡса булһын өсөн, аҡса талап йә урлап, беҙ көндәр буйы урамда һәптәнләп йөрөнөк.

 Банда минең ғаиләмә әйләнде. Мин үҙемде улар алдында бурыслы тип уйланым. Мәҫәлән, бер көндө бандалағы бер иптәшем, наркотиктың ҙур дозаһы тәьҫире аҫтында, күршемә ташланды. Һуғышҡанда, күршем дуҫымды еңде һәм полиция саҡыртты. Минең ныҡ асыуым килде, һәм мин ҡулыма бер күҫәк алдым да, иғтибарын миңә йүнәлтеп дуҫымды ебәрһен тип, уның машинаһын емерә башланым. Машинаһының тәҙрә быялаларын һәм корпусын ҡыйратҡан сағымда күршем миңә туҡта тип инәлһә лә, мин уны тыңламаным.

 Миңә 18 йәш булғанда, беҙҙең банда менән полиция араһында бәрелеш килеп сыҡты. Мин ҡулдан яһалған бомбаны ырғытырға ғына торғанда, ул минең ҡулымда шартланы — бының нисек килеп сыҡҡанын үҙем дә аңламай ҡалдым. Зәғифләнгән ҡулымды күреп ҡалғанымды ғына хәтерләйем, шунан һуң аңымды юғалтҡанмын. Дауаханала аңыма килгәндә, уң ҡулым бүтән юҡ, уң ҡолағым ишетмәй, ә уң күҙем күрмәй тиерлек ине.

 Бының барыһына ҡарамаҫтан, дауахананан сыҡҡас, мин туп-тура үҙемдең бандаға киттем. Ләкин тиҙҙән мине ҡулға алдылар һәм төрмәгә ултырттылар. Унда минең бандит дуҫтарым менән мөнәсәбәттәрем нығынды. Беҙ көндәр буйы — иртәнге аш ваҡытында марихуана төрөлгән беренсе тәмәкене тартҡандан алып йоҡлап киткәнгә тиклем бергәләп нимәлер эшләй торғайныҡ.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

 Төрмәлә ултырған сағымда, миңә Леонардо килде. Һөйләшеп ултырғанда ул, уң яурынымдағы татуировкаға күрһәтеп:

— Беләһеңме, был өс нөктә нимәне аңлата? — тип һораны.

— Әлбиттә, — тинем мин. — Секс, наркотиктар һәм рок-н-ролл.

Ләкин Леонардо былай тине:

— Ә минеңсә, улар «дауахана, төрмә һәм үлем» тигәнде аңлата. Дауаханала һин инде булдың, хәҙер төрмәлә ултыраһың. Артабан нимә икәнен беләһең.

 Леонардоның һүҙҙәре мине шаҡ ҡатырҙы. Ул хаҡ ине. Шундай тормош рәүешем менән мин үҙ-үҙемә ҡәбер ҡаҙа инем. Леонардо миңә үҙе менән Изге Яҙма өйрәнергә тәҡдим итте, һәм мин ризалаштым. Изге Яҙмалағы белемдәр тормошомдо үҙгәртергә теләк уятты. Мәҫәлән, Изге Яҙмала: «Аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа», — тиелгән (1 Коринфтарға 15:33). Шуға күрә иң тәүҙә миңә яңы дуҫтар табырға кәрәк ине. Шунлыҡтан мин бандиттар йыйылған ергә йөрөүҙән туҡтаным һәм Йәһүә шаһиттарының төрмәлә үткәрелгән осрашыуҙарына йөрөй башланым. Унда мин төрмәлә Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылған Андрес исемле тотҡон менән таныштым. Ул миңә иртәнге ашты бергә ашарға тәҡдим итте. Хәҙер инде мин көнөмдө марихуана тартыуҙан түгел, ә Андрес менән Изге Яҙмалағы аят буйынса фекер алышыуҙан башлай инем.

 Бандалағы иптәштәрем миндәге үҙгәрештәрҙе шунда уҡ күреп ҡалды, һәм банда башлыҡтарының береһе минең менән һөйләшеп алырға теләүе хаҡында әйтте. Мин ҡурҡыуға төштөм. Банданан китергә уйлауым тураһында белгәс, уның минең менән нимә эшләрен күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс ине, сөнки банданан китеү мөмкин түгел тиерлек ине. Ул былай тине: «Һинең нишләптер беҙҙең йыйындарға күптән килгәнең юҡ, ә Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына йөрөйһөң. Нимә эшләргә йыйынаһың?» Мин Изге Яҙманы өйрәнеүемде дауам итергә һәм тормошомдо үҙгәртергә ниәтләүем тураһында әйттем. Ғәжәпкә ҡаршы, ул, Йәһүә шаһиты булырға теләүеңде иҫбат итһәң, банда һине хөрмәт итәсәк, тине. Шунан ул былай тип өҫтәне: «Ысынлап та Алла тураһында белергә теләһәң, Йәһүә шаһиттарына тотон. Үҙгәрергә уйлағас, үҙгәр. Афарин! Һин дөрөҫ юлда. Йәһүә шаһиттары һиңә ысынлап та ярҙам итәсәк. Ҡушма Штаттарҙа мин улар менән өйрәндем, минең туғандарым араһында ла Йәһүә шаһиттары бар. Ҡурҡма. Шул рәүешсә дауам ит». Миңә һаман да ҡурҡыныс ине, әммә шул уҡ ваҡытта ҙур шатлыҡ тойҙом. Эстән генә Йәһүәгә рәхмәт әйттем. Мин үҙемде ситлектән сығарылған ҡош кеүек хис иттем һәм Ғайсаның «хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер» тигән һүҙҙәрен аңланым (Яхъя 8:32).

 Ҡайһы саҡта элекке иптәштәрем, наркотиктар тәҡдим итеп, мине һынап ҡаранылар. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берҙә мин уларҙың һынауын үтмәнем. Әммә бер аҙҙан, күп ҡайнар доғалар ҡылып, мин ниһайәт насар ғәҙәттәремдән ҡотолдом (Зәбур 51:10, 11).

 Төрмәнән сыҡҡас, күптәр мине, элеккесә йәшәй башлар, тип уйланы, ләкин улай булманы. Улай ғына ла түгел, Изге Яҙманан белгәндәремде һөйләр өсөн, йыш ҡына төрмәгә бара торғайным. Ахыр сиктә элекке дуҫтар минең үҙгәргәнемә ышанды. Ә бына элекке дошмандар ышанманы.

 Бер көндө, вәғәзләп йөрөгәндә, хеҙмәттәшем менән беҙҙе минең элекке банда менән дошманлашҡан ҡораллы бандиттар уратып алды. Улар мине үлтерергә теләне. Хеҙмәттәшем әҙәпле, шул уҡ ваҡытта ҡыйыу итеп уларға минең башҡаса банда ағзаһы булмауымды аңлатты. Мин иһә тыныс ҡалырға тырыштым. Мине туҡмап, бүтән был районға килеп йөрөмә тип киҫәткәс, улар ҡоралдарын төшөрҙө лә беҙҙе ебәрҙе. Изге Яҙма минең тормошомдо ысынлап та үҙгәртте: элек мин бының өсөн үс алыр инем. Ләкин хәҙер Изге Яҙмалағы 1 Фессалоникаларға 5:15-тә яҙылған ошо кәңәште тотам: «Яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән яуап биреүгә берегеҙгә лә юл ҡуймағыҙ; һәр ваҡыт үҙ-ара һәм бөтөнөһөнә лә яҡшылыҡ эшләгеҙ».

 Йәһүә шаһиты булып киткәндән бирле, мин намыҫлы кеше булырға тырышам. Ҡайһы ваҡытта был еңел түгел. Әммә Йәһүә Алла, Изге Яҙмалағы кәңәштәр һәм яңы дуҫтарым ярҙамы менән мин уңышҡа өлгәшәм. Мин бүтән бер ҡасан да элекке тормошома ҡайтмаясаҡмын (2 Петр 2:22).

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

 Ҡасандыр мин яуыз һәм ҡаты күңелле кеше инем. Артабан да элекке кеүек йәшәһәм, мин инде күптән үлгән булыр инем. Изге Яҙмалағы белемдәр мине тулыһынса үҙгәртте. Мин боҙоҡ эштәремде ташланым һәм элекке дошмандарым менән татыу булырға өйрәндем (Лука 6:27). Хәҙер минең яҡшы сифаттар үҫтерергә ярҙам иткән дуҫтарым бар (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20). Мин йәшәү мәғәнәһен таптым, бөтә яуыз эштәремде теләп кисергән Аллаға хеҙмәт итәм, шуға ла бәхетлемен (Ишағыя 1:18).

 2006 йылда мин өйләнмәгән вәғәзселәр өсөн тәғәйенләнгән мәктәптә уҡыным. Бер нисә йыл үткәс, мин өйләндем, һәм әле яратҡан ҡатыным менән ҡыҙыбыҙҙы үҫтерәбеҙ. Хәҙер мин кешеләрҙе үҙемә ярҙам иткән Изге Яҙма принциптарына өйрәтер өсөн күп ваҡыт бүләм. Шулай уҡ йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итәм һәм йәштәргә үҙем йәш саҡта эшләгән хаталарҙы эшләмәҫкә ярҙам итәм. Мин хәҙер үҙемә ҡәбер ҡаҙмайым, ә Алла Изге Яҙмала вәғәҙә иткән мәңгелек киләсәккә әҙерләнәм.