Беҙ һеҙҙе Кушма Штаттарҙа Вефиль комплексына килергә саҡырабыҙ
«Вефилдә булғандан һуң беҙҙә онотмаҫлыҡ йылы хәтирәләр ҡалды» — был Йәһүә шаһиттарының Ҡушма Штаттарҙағы филиалына Вануатунан ҡунаҡҡа барып ҡайтҡан бер ғаиләнең һүҙҙәре. Экскурсияға йыл һайын 70 меңдән ашыу кеше килә, уларҙың һәр береһе шундай уҡ хистәр кисерә.
Һеҙҙең ҡасан да булһа Ҡушма Штаттарҙағы Вефиль комплекстарында булғанығыҙ бармы? Булғанығыҙ юҡ икән, беҙ һеҙҙе ысын күңелдән саҡырабыҙ.
Өс төп комплекста нимә күреп була?
Йәһүә шаһиттарының баш идаралығы (Бруклин, Нью-Йорк). Һеҙ экскурсияла, һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъяла таратыу өсөн, ниндәй эш башҡарыла икәнен белерһегеҙ. Шулай уҡ ике күргәҙмәнең экспонаттары менән таныша алырһығыҙ. Уларҙың береһе «Йәһүә исеме хаҡына халыҡ» тип атала һәм Алла халҡының беренсе быуаттан башлап бөгөнгө көнгә тиклемге тарихы тураһында һөйләй. «Изге Яҙма һәм Алла исеме» тигән икенсе күргәҙмәлә һеҙ Изге Яҙманың үҙ эсенә Алланың шәхси исемен алған күп тәржемәләрен күрерһегеҙ.
Теократик уҡытыу (Паттерсон, Нью-Йорк). Экскурсия ваҡытында Күҙәтеү манараһының бында үткәрелгән Изге Яҙма мәктәбе Гилеад тураһында, шулай уҡ филиал комитетының ағзалары һәм уларҙың ҡатындары өсөн мәктәбе тураһында күберәк белергә була. Бынан тыш, һеҙ Вефилдең төрлө бүлектәрендә, мәҫәлән, биҙәү бүлеге, аудио- һәм видео яҙҙырыу, юридик һәм хеҙмәт бүлектәрендә башҡарылған эш тураһындағы стендтар һәм видеояҙмалар ҡарай алаһығыҙ.
Әҙәбиәтте баҫтырыу һәм ебәреү (Уолкилл, Нью-Йорк). Изге Яҙманы һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте нисек баҫтыралар? Төпләү эшен нисек башҡаралар? Әҙәбиәтте Ҡушма Штаттарҙа, Кариб диңгеҙе утрауҙарында һәм донъяның башҡа өлөштәрендә урынлашҡан йыйылыштарға нисек ебәрәләр? Был һорауҙарға экскурсия алып барыусы яуап бирер.
Экскурсия нисә сәғәт бара?
Бруклинда экскурсия бер сәғәт тирәһе бара, Паттерсонда — ике сәғәт самаһы, ә Уолкилда — яҡынса сәғәт ярым бара.
Экскурсияны кем алып бара?
Экскурсияны Вефилдең төрлө бүлектәрендә хеҙмәт иткән ирекле хеҙмәтселәр алып бара. Улар был эште бөтә донъяла алып барылған өйрәтеү эшмәкәрлегенә тағы бер өлөш индереү мөмкинлеге итеп һанай. Мәҫәлән, 2014 йылдың май айында ошо өс комплекста 5000-дән ашыу кеше хеҙмәт итә ине. Уларҙың 3600-ҙө экскурсия үткәреү өсөн өйрәтелгән. Экскурсия 40-ҡа яҡын телдә үткәрелә.
Экскурсия күпме тора?
Экскурсия түләүһеҙ үткәрелә.
Экскурсия Йәһүә шаһиттары өсөн генә үткәреләме?
Юҡ. Вефилгә Йәһүә шаһиттары ла, башҡа кешеләр ҙә килә. Уларҙың барыһы ла бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ нимә ярҙамында ойошторола һәм башҡарыла икәнен күрә ала.
Һиндостандан Паттерсонға килгән бер мосолман ҡатыны былай тигән: «Мин шундай бөтә донъя ғаиләһенең өлөшө булырға теләр инем. Миңә хөрмәт күрһәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт».
Балалар менән бергә килергә буламы?
Әлбиттә! Вефилгә килеү балаларға ҙур йоғонто яһай. Ҡушма Штаттарҙан Джон :«Беҙҙең менән экскурсияға барған балалар, өйгә ҡайтып еткәс тә, сәйәхәт тураһында бер туҡтамай һөйләне. Быға тиклем уларҙың Вефилдә хеҙмәт итеү тураһында дөйөм ҡарашы ғына булһа, хәҙер инде Вефилдә хеҙмәт итеү улар өсөн маҡсатҡа әйләнде».
Йәһүә шаһиттарының башҡа илдәрҙәге филиалына барып буламы?
Эйе. Экскурсия тиҫтәләгән илдәрҙәге Вефилдәрҙә үткәрелә. Адрес табыр өсөн ошо сайттағы «Филиалдар һәм экскурсиялар» тигән битте асығыҙ. Беҙ һеҙҙе ысын күңелдән Йәһүә шаһиттары филиалының береһенә килергә саҡырабыҙ.