Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары һаҡ аҫтына алынған иммигранттарға ярҙам иткәндәре өсөн бүләкләнгән

Йәһүә шаһиттары һаҡ аҫтына алынған иммигранттарға ярҙам иткәндәре өсөн бүләкләнгән

Австралиялағы туғыҙ Йәһүә шаһиты маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Улар Кёртин исемендәге тыйылған иммигранттарҙы һаҡ аҫтында тотоу үҙәгендә иммигранттарға «ҙур ярҙам» күрһәткән. Был үҙәк Австралиялағы ундай ҙур үҙәктәрҙең береһе. Ул Көнбайыш Австралияла, Дерби ҡалаһы янында, урынлашҡан. *

Аҙна һайын Йәһүә шаһиттары һаҡ аҫтына алынған кешеләргә килеп китәләр, уларҙы тыңлап, Изге Яҙмалағы йыуатыу һәм өмөт хәбәре менән уртаҡлашалар. Дини, мәҙәниәт ойошмалары менән элемтәгә кергән был үҙәктә эшләүсе Кристофер Риддок, былай тип әйтә: «Уларҙың килеп китеүҙәренең файҙаһы шунда уҡ һиҙелә». Был осрашыуҙарҙан һуң һаҡ аҫтына алынғандарҙың кәйефе яҡшырып китә һәм улар бәхетлерәк булып китәләр, тип өҫтәй ул. Уның һүҙҙәре буйынса, улар «эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу күрһәтелеүен һиҙеп» рухланып китә.

Шулай уҡ Кристофер Риддок, Йәһүә шаһиттарын маҡтау грамоталары менән бүләкләү — был «беҙҙең опекалағы кешеләрҙең тормоштарын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә» ҡуйған тырышлыҡтары өсөн бәләкәй генә рәхмәт белдереү, ти. Йәһүә шаһиттары «үҙҙәренең ғаиләләре, йыйылыштары һәм имандары арҡаһында» шундай ярҙамсыл, тип өҫтәгән ул.

^ 2 абз. Үҙәктә 1500 кеше йәшәй ала.