Төп мәғлүмәткә күсеү

JW.ORG сайты тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә

JW.ORG сайты тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә

Төрлө илдәрҙә йәшәгән кешеләр jw.org сайтынан файҙа ала. Бына Йәһүә шаһиттарының баш идаралығына 2014 йылдың май айына тиклем килгән күп рәхмәт хаттарының ҡайһы берҙәре.

Сабыйҙар өсөн ярҙам

«Минең мәктәпкәсә йәштәге балам, өйгә ҡайтҡанда, дуҫтарының ҡәләмдәрен, уйынсыҡтарын һәм хатта ҡара күҙлектәрен алып ҡайта ине. Беҙ уға, ундай эштәр урлашыуға тиң, ә урлашыу дөрөҫ түгел тип, ҡат-ҡат аңлатырға тырыштыҡ. Беҙ jw.org сайтынан „Урлашырға ярамай“ тигән йәнһүрәтте күсереп алғанға тиклем, бар әйткән һүҙҙәребеҙ бушҡа ине. Йәнһүрәт улыбыҙға ныҡ тәьҫир итте. Был тап кәрәк нәмә булып сыҡты. Йәнһүрәтте ҡарағандан һуң, ул бөтә теге әйберҙәрҙе кире ҡайтарырға теләк белдерҙе, сөнки Алланың урлашыуҙы яратмағанын аңланы. Был сайт беҙгә ныҡ ярҙам итте!» (Д. Н., Африка)

«Йәнһүрәт [„Урлашырға ярамай“ тигән йәнһүрәт] улыбыҙға ныҡ тәьҫир итте. Был тап кәрәк нәмә булып сыҡты»

«Минең балаларым был сайтты бик яраталар. Улар Изге Яҙмалағы алдашыуға һәм урлашыуға ҡағылышлы принциптарҙы ҡулланырға ярҙам иткән йәнһүрәттәрҙе күсереп ала. Шулай уҡ был йәнһүрәттәр балаларҙа тормошта кәрәк булған һәм йәмғиәт өсөн файҙалы кеше булып үҫергә ярҙам иткән ҡиммәтле сифаттар үҫтерә» (О. У., Вест-Индия).

Мәктәп уҡыусылары өсөн ярҙам

«Элек мәктәп минең өсөн ауыр йөк ине, мин хатта уны ташларға йыйына инем. Әммә бер ваҡыт мин jw.org сайтынан „Миңә мәктәпте ташларға кәрәкме?“ тигән мәҡәлә уҡыным. Был мәҡәләнән мәктәп миңә киләсәккә әҙерләнергә һәм яуаплы кеше булып үҫергә ярҙам итәсәген аңланым» (Н. Ф., Африка).

«Был сайттағы йәштәргә тәғәйенләнгән кәңәштәр миңә мәктәптә уҡығанда әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалырға ярҙам итә. Мин көсөмдө уҡыуға тупларға һәм иғтибарҙы ситкә йүнәлткән нәмәләрҙән ҡасырға өйрәндем» (Г., Африка).

«Эштәге хеҙмәттәшем ҡыҙының мәктәптә мыҫҡыллауҙарҙан, айырыуса бер ҡыҙҙың бәйләнеүҙәренән интегеүенә зарланды. Уның ҡыҙы шул тиклем ҡурҡыуға бирелгән, хатта бер нисә көн мәктәпкә йөрөмәгән. Мин хеҙмәттәшем менән jw.org сайтында урынлашҡан „Бәйләнеүселәрҙе йоҙроҡһоҙ ең“ тигән видеояҙманан бер нисә фекерҙе уртаҡлаштым. Уға айырыуса, хәлде юмор менән сисеп була, тигән фекер оҡшаны. Ул ҡыҙы менән бәйләнеүҙәргә нисек ҡаршы тороп булыуы тураһында һөйләшкән. Һөҙөмтәлә, ҡыҙ үҙен мәктәптә күпкә ышаныслыраҡ хис итә башлаған. Ваҡыт уҙыу менән был хәл яҡшы яҡҡа үҙгәргән, һәм рәнйетеүсе ҡыҙыҡай үҙен хатта дуҫтарса тота башлаған» (В. К., Көнсығыш Европа).

Йәштәргә ярҙам

«Сайттағы „Ни өсөн мин үҙ-үҙемде йәрәхәтләйем?“ тигән мәҡәлә өсөн рәхмәт һеҙгә! Миңә ошо проблема менән инде күп ваҡыт көрәшергә тура килә. Мин үҙемде яңғыҙ хис итә инем һәм, бының тураһында берәй кем менән уртаҡлашһам, мине аңламаҫтар, тип уйлай инем. Шул мәҡәләләге интервьюлар миңә ныҡ ярҙам итте. Ниһайәт, хистәремде кемдер аңлағанын күрәм!» (Австралиянан йәш ҡыҙ).

«Шул мәҡәләләге интервьюлар миңә ныҡ ярҙам итте. Ниһайәт, хистәремде кемдер аңлағанын күрәм!»

«JW.ORG сайты эшләй башлау менән миңә йәштәрҙе борсоған һорауҙарға яуап табыу күпкә еңелерәк булып китте. Бер мәҡәлә миңә айырыуса ярҙам итте. Уның ярҙамында енси бәйләнеүҙәрҙең үҙ эсенә нимә алғанын һәм үҙемдең күпмелер ваҡытҡа шундай бәйләнеүҙәргә дусар булғанымды аңланым. Хәҙер мин улар менән нисек көрәшергә икәнен беләм» (Т. У., Вест-Индия).

Ата-әсәләргә ярҙам

«Минең үҫмер улым гиперактив бала. Йыш ҡына уның кәйефе һәм тәртибе ниндәй булырын алдан әйтеп булмай. Был мине хәлдән тайҙыра ине. Беҙгә уртаҡ тел табыуы ауыр ине. Бер көндө мин jw.org сайтына индем дә ирле-ҡатынлылар һәм ата-әсәләр өсөн һалынманы астым. Һорауҙарыма яуап ҡайтарған күп мәҡәләләр таптым. Был мәҡәләләр миңә улым менән нисек аралашырға икәнен күрһәтте. Сайт улым өсөн дә файҙа килтерҙе. Хәҙер ул минең менән асыҡ итеп ҡайғыларын һәм шатлыҡтарын уртаҡлаша». (К. Б., Африка).

«Йыш ҡына сайтта берәй мәҡәлә иң кәрәкле ваҡытта сыға. Был балаларыбыҙ осраған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә»

«JW.ORG сайты беҙгә, ата-әсәләргә, балаларыбыҙҙы уйын рәүешендә өйрәтергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ысын дуҫтар табыу тураһындағы йәнһүрәт балаларыбыҙға дуҫлыҡҡа дөрөҫ ҡарарға һәм яҡшы тәьҫир иткән дуҫтар һайларға ярҙам итте. Йыш ҡына сайтта берәй мәҡәлә иң кәрәкле ваҡытта сыға. Был балаларыбыҙ осраған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итә. Сайт — кәңәштәрҙең бөткөһөҙ сығанағы» (Е. Л., Европа).

Ирле-ҡатынлылар өсөн ярҙам

«Беҙ инде алты йыл никахта. Беҙҙең ҡатыным менән һөйләшеү рәүешебеҙ, тәрбиә һәм ҡараштарыбыҙ төрлө, шуға күрә ҡайһы ваҡытта уртаҡ тел табыуы еңел түгел. Ундай проблема менән күп кенә ирле-ҡатынлылар осраша. JW.ORG сайтында мин „Иғтибар менән тыңларға өйрәнер өсөн нимә эшләргә?“ тигән мәҡәләне күрҙем. Унда башҡаларҙы тыңларға өйрәнер өсөн ғәмәли кәңәштәр бирелә. Мин шул мәҡәләне уҡыным да ундағы фекерҙәрҙе ҡатыным менән уртаҡлаштым. Беҙ ошо ҡиммәтле кәңәштәрҙе ҡулланырға тырыштыҡ» (Б. Б., Вест-Индия).

«Дөрөҫөн генә әйткәндә, был сайт беҙҙең ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалды»

«Мин Йәһүә шаһиттары менән инде бер йыл аралашам. JW.ORG сайты өсөн рәхмәт белдергем килә. Был сайттан мин күп нәмәләр, мәҫәлән, ярһыуҙы нисек баҫырға, нисек яҡшы ир һәм атай булырға икәнен белдем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был сайт беҙҙең ғаиләбеҙҙе һаҡлап ҡалды» (Л. Г., Вест-Индия).

Һаңғырауҙарға ярҙам

«JW.ORG сайты ярҙамында миңә йән ингәндәй булды. Америка ишаралар телендәге видеояҙмаларҙы ҡарап, мин ишаралар телен яҡшыраҡ өйрәндем. Элек миңә әһәмиәтле маҡсаттарға ирешә алмайым кеүек тойола ине. Әммә „Изге Яҙманы үҙ телемдә ҡарайым“ тигән видеояҙма күңелемде йылытты һәм ыңғай ҡараш һаҡларға тәүәккәллек өҫтәне» (Дж. Н., Африка).

«JW.ORG сайты ярҙамында миңә йән ингәндәй булды»

«Был сайттың әһәмиәте баһалап бөтөргөһөҙ! Мин үҙ теләгем менән һаңғырауҙарға, айырыуса йәштәргә ярҙам итәм. Ишаралар телендәге күп төрлө материал миңә был телде яҡшыртырға ярҙам итте. Хәҙер мин сайт ярҙамында ғаилә тормошон бәхетлерәк итергә һәм ысын дуҫтар табырға теләгән кешеләргә ярҙам итә алам» (К. Дж., Вест-Индия).

Һуҡырҙарға ярҙам

«Мин һуҡыр кеше һәм jw.org сайтын рәхәтләнеп ҡулланам. Уның ярҙамында мин почта аша айҙар буйы килгән мәғлүмәтте ала алам. Сайт ғаиләмдәге мөнәсәбәттәргә яҡшы йоғонто яһаны һәм миңә йәмғиәт өсөн файҙалы кеше булып китергә ярҙам итте. Хәҙер мәғлүмәт, һуҡыр булмаған дуҫтарыма тиҙ килгән кеүек, миңә лә тиҙ килеп етә» (К. Ф., Көньяҡ Америка).

«Сайт ғаиләмдәге мөнәсәбәттәргә яҡшы йоғонто яһаны һәм миңә йәмғиәт өсөн файҙалы кеше булып китергә ярҙам итте»

«Брайль шрифтында уҡый белмәгән йә һуҡырҙар өсөн сығарылған китаптарҙы һатып алырға аҡсаһы етмәгән кешеләр өсөн jw.org сайты ҙур табыш, тип әйтеп була. Файҙалы аудиояҙмалар ярҙамында һуҡырҙар төрлө темаларға яңы сыҡҡан мәғлүмәтте ала ала. Сайт бөтә кешеләр өсөн ойошторолған, унда бер ниндәй дискриминация йә тиҫкәре мөнәсәбәт юҡ. Ул һуҡыр кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәт өсөн файҙалы кеше итеп хис итергә ярҙам итә» (Р. Д., Африка)

Рухи яҡтан һыуһағандарға ярҙам

«Башҡа дини сайттарҙан айырмалы булараҡ, һеҙҙең сайтығыҙ дини етәкселәр генә аңлаған һүҙҙәргә һәм әйтемдәргә батырмай. Сайт үтә күп мәғлүмәт яуҙырмай, шуға күрә кеше юғалып ҡалмай. Сайттың теле ябай һәм аңлайышлы. Ул күп һүҙле түгел, шулай уҡ фәлсәфәүи уйҙырмаларға күп иғтибар бирмәй. Уҡыусыла, Аллаға ышаныу — ябай кеше өсөн ирешә алмаҫлыҡ ҡатмарлы нәмә, тигән фекер тыумай» (А. Г., Азия).

«Сайттың теле ябай һәм аңлайышлы. [...] Уҡыусыла, Аллаға ышаныу — ябай кеше өсөн ирешә алмаҫлыҡ ҡатмарлы нәмә, тигән фекер тыумай»

«JW.ORG сайты булмаһа, тормошом күңелһеҙ һәм эс бошорғос булыр ине. Был донъяның рухи ҡараңғылығында ул ҡояш нуры һымаҡ. Мәҡәләләрҙе уҡығанда һәм тыңлағанда, миңә төрлө һорауҙарға Алла ҡарашын белеү һәм үҙемде борсоған күп һорауҙарға яуап табыу еңел» (Дж. Ч., Вест-Индия).

«Был төпкөлдә — Көньяҡ Американың джунглиҙары араһында йәшәп, мин рухи ярҙамды бик ҡәҙерләйем. Был сайт булмаһа, нимә эшләр инем!?» (М. Ф., Көньяҡ Америка).

«Был сайттағы йәштәргә тәғәйенләнгән кәңәштәр миңә мәктәптә уҡығанда әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалырға ярҙам итә»