Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары ата-әсәләр менән балаларҙы өйрәтә: нисек енси көсләү ҡорбаны булып китмәҫкә

Йәһүә шаһиттары ата-әсәләр менән балаларҙы өйрәтә: нисек енси көсләү ҡорбаны булып китмәҫкә

Изге Яҙмалар ата-әсәләрҙе балаларын яратырға, тәрбиәләргә, яҡларға һәм уларға Алланың бүләгенә кеүек ҡарарға өйрәтә. (Мәҙхиә 127:3; Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8; Эфестарға 6:1—4). Ата-әсәләр балаларын төрлө ҡурҡыныстарҙан яҡларға тейеш. Ундай ҡурҡыныстарҙың береһе — енси көсләү.

Нисек ғаиләлә тыныс мөхит һаҡларға? Ата-әсәләргә балаларын енси аҙҙырыу ҡурҡынысынан нисек яҡларға? Нисек ата-әсәләр балаларын енси көсләү ҡорбаны булып китеүҙән һаҡланырға өйрәтә ала? Бына инде тиҫтәләгән йылдар дауамында Йәһүә шаһиттары был һорауҙар буйынса етәкселек биргән баҫмалар баҫтыра һәм тарата. Түбәндә килтерелгән материалдар теҙмәһендә ундай мәғлүмәтте табып була. Баҫмаларҙың тираждарына һәм күпме телдә баҫтырылыуына иғтибар итегеҙ.

  • Исеме: «Йәһүә Алла Ғайсаны нисек яҡлаған»

    • Баҫма: 2003 йылда баҫтырып сығарылған «Бөйөк Остаздан өйрәнегеҙ» тигән китаптың 32-се бүлеге, тат.

    • Тираж: 39 746 022

    • Телдәр һаны: 141

  • Исеме: «Балаға енси мөнәсәбәттәр тураһында нисек һөйләргә?»

    • Баҫма: jw.org сайты, 2014 йылда, 1 июндә баҫтырылған мәҡәлә, тат.

    • Телдәр һаны: 64

  • Исеме: «Балаларҙы енси көсләү. Был енәйәттең ғәйепһеҙ ҡорбандары», «Бала саҡта енси көсләү ҡорбаны булып киткәндәрҙең йәшерен яралары» («Невинные жертвы полового насилия над детьми», «Скрытые раны у потерпевших насилие в детстве»)

    • Баҫма: «Уянығыҙ» 1991 йыл, 8 ноябрь, урыҫ. («Пробудитесь!» от 8 ноября 1991 года)

    • Тираж: 12 980 000

    • Телдәр һаны: 64

  • Исеме: «Балағыҙға ҡурҡыныс янай!», «Балаларыбыҙҙы нисек яҡларға?», «Өйҙә енси көсләү енәйәтселегенә юл ҡуймау» («Твой ребенок в опасности!», «Как нам уберечь своих детей?», «Предотвращение насилия дома»)

    • Баҫма: «Уянығыҙ» 1993 йыл, 8 декабрь, урыҫ. («Пробудитесь!» от 8 декабря 1993 года)

    • Тираж: 13 240 000

    • Телдәр һаны: 67

  • Исеме: «Балаларығыҙҙы яҡлағыҙ» («Защитите своих детей»)

    • Баҫма: 2002 йылда сыҡҡан социаль ролик №4

    • Телдәр һаны: 2

  • Исеме: «Ата-әсәләр, балаларығыҙға ҡурҡыныс янай», «Балаларҙы нисек яҡларға», «Ғаиләгеҙ ышыҡ урын булһын» («Родители, ваши дети в опасности», «Как защитить своих детей», «Сделайте семью безопасной гаванью»)

    • Баҫма: «Уянығыҙ» 2007 йыл, октябрь, урыҫ. («Пробудитесь!» за октябрь 2007 года)

    • Тираж: 34 267 000

    • Телдәр һаны: 81

  • Исеме: «Енси көсләү енәйәтселегенән нисек һаҡланырға?», «Ата-әсәләрҙең һорауҙары. Миңә бала менән енси мөнәсәбәттәр тураһында һөйләшергә кәрәкме?» («Как защитить себя от сексуального насилия?», «Вопросы родителей. Нужно ли мне говорить с ребенком о сексе?»)

    • Баҫма: 2011 йылда баҫтырып сығарылған «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» тигән китаптың 1-се томы, 32-се бүлек һәм ҡушымта, урыҫ. (32-я глава и Приложение в книге «Ответы на твои вопросы», том 1, изданной в 2011 году)

    • Тираж: 18 381 635

    • Телдәр һаны: 65

  • Исеме: «Яҡын туған менән енси бәйләнеш. Йәшерелгән енәйәт» (Incest—The Hidden Crime)

    • Баҫма: «Уянығыҙ!» 1981 йыл, 8 февраль, ингл. (February 8, 1981, issue of Awake!)

    • Тираж: 7 800 000

    • Телдәр һаны: 34

  • Исеме: «Яҡын туған менән енси бәйләнеш. Был енәйәт ҡорбандарына ярҙам» (Help for the Victims of Incest)

    • Баҫма: «Күҙәтеү манараһы» 1983 йыл, 1 октябрь, ингл. (October 1, 1983, issue of The Watchtower)

    • Тираж: 10 050 000

    • Телдәр һаны: 102

  • Исеме: «Балаларҙы енси көсләү — һәр әсә өсөн ҡот осҡос хәл», «Балаларҙы енси көсләү. Кем ундай енәйәткә һәләтле?», «Балаларҙы енси көсләү. Һеҙ балаларығыҙҙы яҡлай алаһығыҙ» (Child Molesting—Every Mother’s Nightmare; Child Molesting—‘Who Would Do a Thing Like That?’; Child Molesting—You Can Protect Your Child)

    • Баҫма: «Уянығыҙ» 1985 йыл, 22 ғинуар, ингл. (January 22, 1985, issue of Awake!)

    • Тираж: 9 800 000

    • Телдәр һаны: 54

Йәһүә шаһиттары артабан да ата-әсәләр менән балаларҙы енси көсләү ҡорбандары булып китеүҙән һаҡланырға өйрәтә.