Төп мәғлүмәткә күсеү

Мексика менән Үҙәк Америкалағы тәржемә эше

Мексика менән Үҙәк Америкалағы тәржемә эше

Мексикала һәм Үҙәк Американың биш илендә яҡынса 290 тәржемәсе Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән баҫмаларҙы 60-тан артыҡ телгә тәржемә итә. Ни өсөн шундай ҙур эш башҡарыла? Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән әҙәбиәт еңел һәм аңлайышлы телдә булғанда, ул кешеләрҙең йөрәктәренә нығыраҡ тәьҫир итә (1 Көринттәргә 14:9).

Тәржемәнең сифатын яҡшыртыр өсөн, ҡайһы бер тәржемәселәр Йәһүә шаһиттарының Мехико ҡалаһында урынлашҡан филиалынан башҡа ерҙәргә күскән. Ул ерҙәрҙә кешеләр уларҙың туған телдәрендә һөйләшә. Бындай үҙгәрештәр нимәгә ирешергә ярҙам иткән? Хәҙер тәржемәселәр ниндәй телгә тәржемә итһә, шул телдә кешеләр менән аралаша ала. Бының ярҙамында уларҙың тәржемәләре кешеләргә тағы ла аңлайышлыраҡ булып китә.

Тәржемәселәр бындай үҙгәрештәр тураһында нимә әйтә? Баҫмаларҙы геррер науатль теленә тәржемә иткән Фредерико былай тип әйтә: «Мехикола 10 йыл дауамында йәшәп, мин туған телемдә һөйләшкән бер генә ғаиләне осраттым. Ә бында, тәржемә итеү офисы янындағы ҡалаларҙа, һәр кеше тиерлек минең туған телемдә һөйләшә»

Мексиканың Чиуауа штатындағы тәржемә итеү офисында түбән немец теленә тәржемә иткән Карин былай ти: «Бында, меннониттар араһында, йәшәп, мин тел үҙгәрештәрен белә алам. Беҙ бәләкәй генә ҡалала йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, ә тәҙрәнән тышҡа ҡарап, мин кемдәр өсөн тырышлыҡтар һалғаныбыҙҙы күрә алам»

Мексикалағы Мерида ҡалаһында урынлашҡан тәржемә итеү офисында хеҙмәт иткән Нэифи былай тип әйтә: «Изге Яҙмалар өйрәнеүҙәрен мая телендә үткәргән саҡта, беҙ мая кешеләре өсөн аңлауы ауыр булған һөйләмдәрҙе билдәләп ҡуябыҙ. Һуңынан тәржемә иткән ваҡытта, тәбиғи һәм ҡолаҡҡа ятышлы һүҙбәйләнештәрҙе һайларға тырышабыҙ»

Тәржемә ителгән материал уҡыусыларға ниндәй файҙа килтерә? Бер миҫалға иғтибар итәйек. Яҡынса 40 йәштәге Елена Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарына даими рәүештә йөрөй. Тлапанек теле уның туған теле. Элек ул йыйылыш осрашыуҙарында бер нимә лә аңламаған, сөнки улар испан телендә үткәрелгән булған. «Мин был йыйылыштарҙа тик булырға ғына теләгәйнем», — тип уртаҡлаша ул. Ләкин Изге Яҙмаларҙы тлапанек телендәге брошюралар ярҙамында өйрәнә башлағас, уның Йәһүәгә яратыуы шул тиклем үҫкән ки, ул хатта тормошон уға бағышлап 2013 йылда һыуға сумдырылған. «Изге Яҙмаларҙы аңларға мөмкинлек биргәне өсөн, мин Йәһүә Аллаға шул тиклем рәхмәтлемен» — тип әйтә Елена.