Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәһүәнән өлгө алып, иғтибарлы һәм игелекле булығыҙ

Йәһүәнән өлгө алып, иғтибарлы һәм игелекле булығыҙ

«Мохтаж әҙәм тураһында ҡайғыртҡан кеше бәхетле» (ЗӘБ. 41:1).

ЙЫРҘАР: 130, 107

1. Йәһүәнең хеҙмәтселәре бер-береһенә ҡарата нисек яратыу сағылдыра?

ЙӘҺҮӘНЕҢ бөтә ер шары буйынса йәшәгән хеҙмәтселәре — рухи ғаиләнең ағзалары. Улар араһында яратыу хөкөм һөрә (1 Яхъя 4:16, 21). Ҡайһы саҡта улар ҡәрҙәштәре өсөн ҙур ҡорбандарға бара, әммә уларҙың бер-береһенә ҡарата яратыуы йыш ҡына төрлө бәләкәй эштәрҙә сағыла. Мәҫәлән, улар ҡәрҙәштәренә йылы һүҙҙәр әйтергә йә игелекле мөғәмәлә күрһәтергә мөмкин. Башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булып, беҙ күктәге Атабыҙҙан өлгө алабыҙ (Ефес. 5:1).

2. Ғайса Мәсих яратыу сағылдырыуҙа Атаһынан нисек өлгө алған?

2 Ғайса Мәсих Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдырған. Ул һәр ваҡыт башҡалар менән игелекле мөғәмәлә иткән. Ғайса былай тигән: «Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен» (Матф. 11:28, 29). Ғайсанан өлгө алып һәм мохтаждар хаҡында ҡайғыртып, беҙ Йәһүәне шатландырырбыҙ һәм үҙебеҙ ҙә бәхет кисерербеҙ (Зәб. 41:1). Был мәҡәләлә беҙ ғаиләлә, йыйылышта һәм хеҙмәттә нисек иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан була алыуыбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.

ҒАИЛӘЛӘ

3. Ир кеше нисек ҡатынына ҡарата иғтибарлы була ала? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

3 Ирҙәргә ғаиләлә беренсе булып иғтибарлылыҡ сағылдырырға кәрәк (Ефес. 5:25; 6:4). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ирҙәр ҡатындарына ҡарата ҡайғыртыусан һәм аңлаусан булырға тейеш (1 Пет. 3:7). Аңлаусан ир шуны белә: ҡатыны унан айырылып торһа ла, ул унан түбәнерәк түгел (Баш. 2:18). Ул, ҡатынының хистәренә иғтибарлы булып, уның менән ихтирамлы мөғәмәлә итә. Канаданан бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Ирем бер ҡасан да хистәремде әһәмиәтһеҙ тип һанамай йә, һәр нәмәне күңелеңә улай яҡын алма, тип әйтмәй. Ул мине иғтибар менән тыңлай. Берәй нәмәгә ҡарашымды төҙәтергә тырышҡанда, ул быны игелекле итеп эшләй».

4. Икенсе ҡатындар менән мөғәмәлә иткәндә, ир нисек ҡатынының хистәренә иғтибарлы булыуын күрһәтә ала?

4 Ҡатынының хистәрен уйлаған ир бер ваҡытта ла икенсе ҡатындарға күҙ уйнатмаҫ йә уларға урынһыҙ иғтибар күрһәтмәҫ, шулай уҡ социаль селтәрҙәр йә интернет аша ла ғишыҡ уйыны уйнамаҫ (Әйүп 31:1). Ул ҡатынына тоғролоҡ һаҡлай, сөнки уны һәм Йәһүәне ярата, ә яманлыҡты нәфрәт итә. (Зәбур 19:14 *; 97:10-ды * уҡығыҙ.)

5. Ҡатын нисек иренә ҡарата иғтибарлы була ала?

5 Ир ҡайғыртыусан булыуҙа үҙенең Башы Ғайса Мәсихтән өлгө алһа, ҡатынына уны тәрән хөрмәт итеүе еңелерәк булыр (Ефес. 5:22—25, 33). Ә ирен хөрмәт иткән ҡатын уның хистәрен аңларға тырышыр һәм, иренә йыйылыш эштәренә күп ваҡыт бүлергә йә ниндәйҙер проблемаларҙы хәл итергә тура килгәндә, уның менән игелекле мөғәмәлә итер. Бөйөк Британиянан бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ҡайһы саҡта ҡатыным үҙ-үҙемде тотошомдан нимәлер хаҡында борсолғанымды һиҙеп ҡала. Шундай саҡтарҙа ул Ғибрәтле һүҙҙәр 20:5-тәге принцип буйынса эш итә. Ҡайһы берҙә ул, фекерҙәремде „һоҫоп“ алыр өсөн, уңайлы ваҡытты көтә. Борсолоуҙарым конфиденциаль мәғлүмәт менән бәйле булмаһа, мин уның менән бүлешәм».

6. Һәр беребеҙ балаларҙы башҡалар хаҡында уйларға һәм игелекле булырға нисек дәртләндерә ала, һәм был уларға ниндәй файҙа килтерер?

6 Ата-әсәләр, бер-береһе менән игелекле һәм ихтирамлы мөғәмәлә итеп, балаларына яҡшы үрнәк күрһәтә. Уларға шулай уҡ балаларын башҡалар хаҡында уйларға һәм игелекле булырға өйрәтергә кәрәк. Мәҫәлән, ата-әсәләр балаларын Батшалыҡ залында йүгермәҫкә йә, ҡунаҡта булғанда, олораҡ кешеләр аҙыҡ алғансы көтөп торорға өйрәтә ала. Йыйылыштың бөтә ағзалары ла балалар тәрбиәләүгә өлөш индерергә мөмкин. Шуға күрә, бала иғтибарлылыҡ сағылдырғанда, мәҫәлән, беҙгә ишек асҡанда, уны маҡтау мөһим. Был уның күңелен күтәрер һәм «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» икәнен аңларға ярҙам итер (Ғәм. 20:35).

ЙЫЙЫЛЫШТА

7. Ғайса һаңғырау кешегә нисек иғтибар күрһәткән, һәм был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

7 Бер көндө Ғайса Мәсих Ун Ҡала өлкәләрендә булған. Унда «уның янына һаңғырау һәм тотлоғоп һөйләшкән кешене» алып килгәндәр (Марк 7:31—35). Ғайса уны һауыҡтырған, әммә быны бөтә кеше алдында эшләмәгән. Ни өсөн? Һаңғырау булғанға, был ир, күрәһең, кешеләр алдында ныҡ уңайһыҙланған. Ғайса, был ирҙең хәленә инеп, һауыҡтырыр өсөн уны «халыҡ төркөмөнән ситкә» алып киткән. Әлбиттә, беҙ мөғжизәләр ҡыла алмайбыҙ, шулай ҙа беҙ ҡәрҙәштәрҙең ихтыяждары һәм хистәре тураһында уйлау һәм уларға ҡарата игелекле булыу бик мөһим. Илсе Павел: «Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек», — тип яҙған (Евр. 10:24). Ғайса һаңғырау кешенең хистәрен аңлаған һәм уның менән игелекле мөғәмәлә иткән. Беҙҙең өсөн ниндәй яҡшы үрнәк!

8, 9. Оло йәштәгеләр һәм ауырығандар хаҡында нисек ҡайғыртып була? (Миҫалдар килтерегеҙ.)

8 Оло йәштәгеләр һәм ауырығандар менән иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булығыҙ. Мәсихселәр йыйылышын айырып торған иң мөһим сифат һөҙөмтәлелек түгел, ә мөхәббәт (Яхъя 13:34, 35). Мөхәббәт беҙҙе оло йәшкә еткән йә ауырыған ҡәрҙәштәргә йыйылыш осрашыуҙарына һәм вәғәзгә барырға ярҙам итергә дәртләндерер. Хатта был беҙгә уңайһыҙлыҡтар килтерһә лә һәм улар әллә ни күп эшләй алмаһа ла, беҙ уларға ярҙам итергә тырышабыҙ (Матф. 13:23). Инвалид коляскаһында ултырған Майкл үҙенең ғаиләһенә һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәренә ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн бик рәхмәтле. Ул былай ти: «Уларҙың ярҙамы менән мин бөтә осрашыуҙарға тиерлек йөрөй алам һәм даими вәғәзләй алам. Миңә айырыуса йәмәғәт урындарында вәғәзләү оҡшай».

9 Күп Вефилдәрҙә оло йәшкә еткән йә ауырыған тоғро ҡәрҙәштәр бар. Ҡайғыртыусан күҙәтеүселәр, уларға хаттар йә телефон аша вәғәзләү кеүек хеҙмәт төрҙәрендә ҡатнашырға ярҙам итеп, яратыу сағылдыра. Алыҫ райондарҙа йәшәгән кешеләргә хаттар яҙған 86 йәшлек Билл былай ти: «Беҙ хаттар аша вәғәзләү мөмкинлеген бик ҡәҙерләйбеҙ». Ә 90 йәшкә етеп килгән Нэнси былай тип бүлешә: «Минең өсөн хаттар яҙыу конверт тултырыу ғына түгел, ә хеҙмәттең бер төрө. Кешеләргә хәҡиҡәтте белергә кәрәк!» 1921 йылда тыуған Этел былай ти: «Ауыртыу тормошомдоң өлөшө булып китте. Ҡайһы саҡта миңә хатта кейенеүе лә ауыр». Шуға ҡарамаҫтан, Этел телефон аша вәғәзләргә бик ярата һәм хатта ҡайһы бер кешеләргә даими шылтыратып тора. Ә 85 йәшлек Барбара былай тип аңлата: «Һаулығым насар булғанға, миңә вәғәздә даими ҡатнашыу бик ауыр. Әммә телефон аша вәғәзләү ысулы миңә башҡаларға шаһитлыҡ бирергә мөмкинлек аса. Йәһүә, ҙур рәхмәт һиңә!» Йылдан әҙерәк ваҡыт эсендә бер филиалда хеҙмәт иткән был һәм башҡа оло йәштәге ҡәрҙәштәр вәғәздә 1 228 сәғәт үткәргән, 6 265 хат яҙған, 2 000-дән ашыу тапҡыр телефон аша шылтыратҡан һәм 6 315 баҫма таратҡан. Һис шикһеҙ, уларҙың тырышлыҡтары Йәһүәгә ҙур шатлыҡ килтергән! (Ғиб. һүҙ. 27:11).

10. Ҡәрҙәштәргә осрашыуҙарҙан мөмкин тиклем күберәк файҙа алырға нисек ярҙам итеп була?

10 Йыйылыш осрашыуҙарында башҡаларға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Беҙ ҡәрҙәштәргә осрашыуҙарҙан мөмкин тиклем күберәк файҙа алырға ярҙам итергә теләйбеҙ. Быны нисек эшләп була? Мәҫәлән, башҡаларҙың иғтибарын программанан ситкә йүнәлтмәҫ өсөн, осрашыуҙарға ваҡытында килеү мөһим. Ҡайһы саҡта беҙ көтөлмәгән ваҡиғалар арҡаһында һуңларға мөмкин. Әммә был ғәҙәткә инеп китһә, беҙ ниндәй үҙгәрештәр яһап булғаны хаҡында уйларға тейеш. Шуны ла онотмағыҙ: осрашыуҙарға беҙҙе Йәһүә һәм уның Улы саҡыра (Матф. 18:20). Ваҡытында килеп, беҙ уларға ҡарата хөрмәт күрһәтәбеҙ.

11. Ни өсөн программаның пункттарын алып барған ағай-ҡәрҙәштәр 1 Коринфтарға 14:40-тағы принцип буйынса эш итергә тейеш?

11 «Бөтөн нәмә лә килешле булырға һәм тәртип һаҡланырға тейеш», — тигән принцип буйынса эш итеп тә ҡәрҙәштәргә иғтибар күрһәтеп була (1 Кор. 14:40). Программаның пункттарын алып барған ағай-ҡәрҙәштәр, был принципты тотоп, сығыштарын ваҡытында тамамлай. Бының менән улар киләһе докладсыға ғына түгел, ә бөтә йыйылышҡа ла ихтирам күрһәтә. Осрашыуҙың һуң тамамланыуы башҡаларға нисек тәьҫир итеүе хаҡында уйлап ҡарағыҙ. Ҡайһы бер мәсихселәргә, Батшалыҡ залынан алыҫ йәшәгәнгә, оҙаҡ ҡайтырға тура килә. Башҡаларына автобус йә электричкаға өлгөрөргә кәрәк. Ә кемдеңдер хәҡиҡәттә булмаған тормош иптәше уның билдәле бер ваҡытта өйгә ҡайтырын сабырһыҙланып көтә.

12. Ни өсөн өлкәндәр беҙҙең хөрмәткә һәм яратыуға лайыҡ? (« Үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алғандарҙы ихтирам итегеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

12 Өлкәндәр йыйылышта һәм хеҙмәттә күп тырышлыҡ һала, шуға күрә улар хөрмәткә һәм яратыуға лайыҡ. (1 Фессалоникаларға 5:12, 13-тө уҡығыҙ.) Әлбиттә, һеҙ уларға бөтә эштәре өсөн бик рәхмәтлеһегеҙ. Быны нисек күрһәтеп була? Өлкәндәргә теләп буйһоноғоҙ һәм улар менән хеҙмәттәшлек итегеҙ, сөнки улар, «Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә» (Евр. 13:7, 17).

ВӘҒӘЗДӘ

13. Ғайсаның кешеләр менән нисек мөғәмәлә иткәненән нимәгә өйрәнеп була?

13 Ишағыя пәйғәмбәр Ғайса Мәсих тураһында: «Ул һыныҡ ҡамышты һындырып ташламаҫ, быҫҡып янған филтәне һүндермәҫ», — тип алдан әйткән (Ишағ. 42:3). Кешеләрҙе яратҡанға, Ғайса ҡыҙғаныусан булған. Ул «һыныҡ ҡамышҡа» йә «быҫҡып янған филтәгә» оҡшаш бойоҡҡан һәм хәлһеҙләнгән кешеләрҙең хистәрен аңлаған, шунлыҡтан улар менән игелекле һәм түҙемле мөғәмәлә иткән. Хатта балалар ҙа Ғайсаға тартылған (Марк 10:14). Әлбиттә, беҙ башҡаларҙы Ғайса һымаҡ яҡшы аңлай йә өйрәтә алмайбыҙ. Шулай ҙа беҙ вәғәздә осраған кешеләргә ҡарата иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан була алабыҙ. Әйҙәгеҙ, улар менән нисек, ниндәй ваҡытта һәм ни тиклем оҙаҡ һөйләшергә кәрәклеген ҡарап сығайыҡ.

14. Ни өсөн кешеләр менән нисек һөйләшеүебеҙ хаҡында уйланыу мөһим?

14 Кешеләр менән нисек һөйләшергә? Бөгөн коррупцияға бирелгән ҡаты бәғерле сәйәсмәндәр, сауҙа эшмәкәрҙәре һәм дин әһелдәре арҡаһында миллионлаған кеше «йонсоу һәм ярҙамға мохтаж» (Матф. 9:36). Һөҙөмтәлә күптәр бер кемгә лә ышанмай һәм өмөтһөҙлөктә йәшәй. Шуға күрә әйткән һүҙҙәребеҙҙән һәм йомшаҡ тауышыбыҙҙан улар беҙҙең игелекле һәм ҡайғыртыусан булыуыбыҙҙы күрергә тейеш! Күп кешеләр беҙҙе, Изге Яҙманы яҡшы аңлатҡанға ғына түгел, ә шулай уҡ уларға ҡарата эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныу һәм хөрмәт күрһәткәнгә лә тыңлай.

15. Вәғәздә иғтибарлылыҡ һәм ҡайғыртыусанлыҡ сағылдырыр өсөн ниндәй мөмкинлектәр бар?

15 Вәғәздә осраған кешеләргә иғтибарлылыҡ һәм ҡайғыртыусанлыҡ сағылдырыр өсөн күп мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән, һорауҙарыбыҙ игелекле һәм ихтирамлы яңғырарға тейеш. Бер пионер күпселек кешегә оялсанлыҡ хас булған территорияла хеҙмәт итә. Кешеләрҙе уңайһыҙ хәлгә ҡалдырмаҫ өсөн, ул дөрөҫ яуап ҡайтарыуы ауыр булған һорауҙарҙы бирмәҫкә тырыша. Мәҫәлән, «Алланың исемен беләһегеҙме?» йә «Алла Батшалығы нимә ул?» тип һорау урынына, ул: «Мин Изге Яҙманан Алланың шәхси исемен белдем. Уны һеҙгә күрһәтергә буламы?» — ти. Был ысулды бөтә ерҙә лә ҡулланып булмай, сөнки төрлө мәҙәниәт кешеләре бер-береһенән айырылып тора. Әммә беҙ кешеләргә ҡарата һәр ваҡыт игелекле һәм ихтирамлы булырға тейеш. Ә бының өсөн беҙгә уларҙы яҡшыраҡ белергә кәрәк.

16, 17. а) Кешеләргә ниндәй ваҡытта барырыбыҙҙы ҡарар иткәндә, нисек игелек сағылдырырға? б) Кешеләр менән ни тиклем оҙаҡ һөйләшеребеҙҙе ҡарар иткәндә, нисек игелек сағылдырырға?

16 Кешеләргә ниндәй ваҡытта барырға? Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, шуны иҫтә тотоғоҙ: кешеләр беҙҙе саҡырмаған, шунлыҡтан килеүебеҙҙе көтмәй. Шуға күрә улар өсөн уңайлыраҡ ваҡытта барыу мөһим (Матф. 7:12). Мәҫәлән, һеҙ вәғәзләгән территорияла кешеләр ял көндәрендә оҙағыраҡ йоҡларға яратамы? Улайһа, иртәнсәк урамда йә йәмәғәт урындарында вәғәзләп алырға була йәки иртә уянған ҡыҙыҡһыныусыларға ҡабат килеп китергә мөмкин.

17 Ни тиклем оҙаҡ һөйләшергә? Кешеләрҙең эштәре бик күп, шуға күрә айырыуса тәүге осорҙа кеше менән ҡыҫҡа ғына һөйләшегеҙ. Ишек янында оҙаҡ һөйләшеп тороу урынына, әңгәмәне иртәрәк тамамларға тырышығыҙ (1 Кор. 9:20—23). Кешеләр, ваҡыттары әҙ булыуын аңлауыбыҙҙы күреп, икенсе тапҡыр беҙҙең менән теләберәк һөйләшер. Изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы сағылдырһаҡ, беҙ ысынлап та «Алланың хеҙмәттәштәре» булырбыҙ. Йәһүә хатта беҙҙең аша берәйһен хәҡиҡәткә килтерергә мөмкин (1 Кор. 3:6, 7, 9).

18. Башҡаларға ҡарата иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булһаҡ, беҙ ниндәй фатихаларға өмөтләнә алабыҙ?

18 Әйҙәгеҙ, ғаиләлә, йыйылышта һәм вәғәздә иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Шулай эшләп, беҙ хәҙер ҙә, киләсәктә лә күп фатихалар урырбыҙ. Зәбур 41:1, 2-лә былай тиелә: «Мохтаж әҙәм тураһында ҡайғыртҡан кеше бәхетле, Йәһүә уны бәлә-ҡаза килгән көндө ҡотҡарыр. Йәһүә уны һаҡлар һәм иҫән ҡалдырыр. Ул ер йөҙөндә бәхетле тип аталыр».

^ 4 абз. Зәбур 19:14: «Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәрем һәм күңелемдәге уйҙарым һиңә хуш килһен ине, эй Йәһүә, Ҡаям һәм Йолоп алыусым минең».

^ 4 абз. Зәбур 97:10: «Эй Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ. Ул үҙ тоғроларының йәндәрен һаҡлай, ул уларҙы яуыздарҙың ҡулынан ҡотҡара».