Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Көс биргән яратыу сағылдырайыҡ

Көс биргән яратыу сағылдырайыҡ

«Мөхәббәт — нығыта» (1 КОР. 8:1).

ЙЫРҘАР: 109, 121

1. Шәкерттәре менән һуңғы төн үткәргәндә, Ғайса ниндәй мөһим темаға иғтибар иткән?

ШӘКЕРТТӘРЕ менән һуңғы төн үткәргәндә, Ғайса Мәсих мөхәббәт сифатын яҡынса 30 тапҡыр телгә алған. Ул шәкерттәренә: «Бер-берегеҙҙе яратығыҙ», — тигән (Яхъя 15:12, 17). Башҡаларға уларҙың яратыуы асыҡ күренергә тейеш булған, шул саҡта кешеләр уларҙың Мәсихтең ысын шәкерттәре икәнен белер ине (Яхъя 13:34, 35). Ундай мөхәббәт хис кенә түгел. Ғайса фиҙаҡәр яратыуҙы күҙ уңында тотҡан. Ул былай тигән: «Дуҫтары өсөн үҙенең йәнен фиҙа ҡылған кешенең яратыуынан да бөйөк яратыу юҡ. Әмерҙәремде үтәһәгеҙ, һеҙ — Минең дуҫтарым» (Яхъя 15:13, 14).

2. а) Алланың хеҙмәтселәре бөгөн нимә менән билдәле? б) Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

2 Хәҙерге ваҡытта Йәһүә хеҙмәтселәре үҙҙәренең эскерһеҙ, фиҙаҡәр яратыуы һәм ҡаҡшамаҫ берҙәмлеге менән билдәле (1 Яхъя 3:10, 11). Милләт, ҡәбилә, тел йә сығыштарына ҡарамаҫтан, Йәһүәнең бөтә донъяла йәшәгән хеҙмәтселәре бер-береһен эскерһеҙ ярата. Ни өсөн әлеге көндә яратыу сағылдырыу мөһим? Йәһүә һәм Ғайса Мәсих үҙҙәренең яратыуы менән беҙҙе нисек нығыта? Башҡаларҙы нығытыр өсөн, беҙ нисек яратыу сағылдыра алабыҙ? (1 Кор. 8:1).

НИ ӨСӨН БӨГӨН МӨХӘББӘТ ҮТӘ МӨҺИМ?

3. Әлеге ауыр ваҡыттар кешеләргә нисек тәьҫир итә?

3 Беҙ ауыр ваҡыттарҙа йәшәйбеҙ, шуға күрә тормош «бәлә һәм ғазап менән тулы» (2 Тим. 3:1—5; Зәб. 90:10). Күп кешеләр ғазаплана һәм өмөтһөҙлөккә бирелә. Йылына 800 000 кеше, йәғни һәр 40 секунд һайын бер кеше үҙ-үҙенә ҡул һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта ҡайһы бер ҡәрҙәштәр ҙә, шундай хистәр кисереп, үҙен үҙе үлтерә.

4. Изге Яҙмала тасуирланған ниндәй кешеләр үлергә теләгән?

4 Боронғо ваҡытта ла Алланың ҡайһы бер хеҙмәтселәре ауырлыҡтар арҡаһында шул тиклем бойоҡҡан, хатта үлергә теләгән. Мәҫәлән, Әйүп, күңел әрнеүенә түҙә алмайынса, былай тигән: «Тормошомдо нәфрәт итәм, бүтән йәшәгем килмәй» (Әйүп 7:16; 14:13). Юныс рух төшөнкөлөгөнә бирелеп: «Хәҙер, Йәһүә, йәнемде алсы, сөнки минең өсөн үлеү йәшәүҙән яҡшыраҡ», — тип әйткән (Юныс 4:3). Ә Ильяс пәйғәмбәр, өмөтһөҙлөккә бирелеп, былай тигән: «Булды, туйҙым! Эй Йәһүә, йәнемде алсы» (1 Бат. 19:4). Әммә Йәһүә был тоғро хеҙмәтселәрен яратҡан һәм уларҙың йәшәүен теләгән. Ул уларҙы шундай хистәр кисергәндәре өсөн хөкөм итмәгән, ә, киреһенсә, тоғро хеҙмәтен дауам итә алһындар өсөн, уларға йәшәү теләген ҡайтарырға ярҙам иткән.

5. Ни өсөн ҡәрҙәштәр беҙҙең яратыуға бик мохтаж?

5 Бөгөн күп ҡәрҙәштәр ҙур ауырлыҡтар менән осраша, шунлыҡтан улар беҙҙең яратыуға мохтаж. Ҡайһы берәүҙәр мыҫҡыллап көлөүҙәр йә эҙәрләүҙәргә дусар була. Башҡаларҙы эш урынында кәмһетәләр йә улар хаҡында ғәйбәт тараталар. Ә кемдер, бик оҙаҡ эшләргә тура килгәнгә йә эше бик ауыр булғанға, үҙен хәлһеҙләнгән итеп тоя. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең ғаиләләрендә етди ауырлыҡтар тыуа. Бәлки, улар Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кеше менән никахта торалыр һәм тормош иптәштәренән һәр ваҡыт тәнҡит һүҙҙәре ишетәлер. Был һәм башҡа ауырлыҡтар арҡаһында ҡайһы берәүҙәр, физик һәм эмоциональ яҡтан хәлдән тайып, үҙҙәренең ҡәҙерле кеше булыуына шикләнә башлай. Уларға кем ярҙам итә ала?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫ БЕҘҘЕ НЫҒЫТА

6. Йәһүәнең яратыуы беҙҙе нисек нығыта?

6 Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен яратыуына һәм мәңге яратасағына ышандыра. Йәһүә израилдәргә былай тигән: «Һин минең өсөн ҡиммәтле булып киттең, мин һине хөрмәткә лайыҡ тип һананым һәм яраттым. [...] Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән» (Ишағ. 43:4, 5). Был һүҙҙәр израилдәрҙе ни тиклем рухландырғанын күҙ алдына килтерегеҙ! Беҙ һәр беребеҙҙең Йәһүә өсөн бик ҡәҙерле булыуын беләбеҙ *. Изге Яҙмала бындай вәғәҙә яҙылған: «Ул ҡеүәтле, ул ҡотҡарыр. Ул һиңә ҡарап ҙур шатлыҡ менән һөйөнөр» (Саф. 3:16, 17).

7. Йәһүәнең яратыуы ҡайһы яҡтан әсәй кешенең яратыуына оҡшаш? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Хеҙмәтселәре ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһа ла, Йәһүә уларҙы нығытырға һәм йыуатырға вәғәҙә итә. Ул хеҙмәтселәренә ҡарата хистәрен былай тип тасуирлаған: «Һеҙ имсәк һөтөн имерһегеҙ, һеҙҙе ҡулда күтәреп йөрөтөрҙәр һәм тубыҡҡа ултыртып һикертерҙәр. Әсә балаһын йыуатҡан кеүек, мин дә һеҙҙе йыуатып торормон» (Ишағ. 66:12, 13). Уйлап ҡына ҡарағыҙ: әсәй кеше бәләкәс балаһын ҡулына күтәреп йөрөткәндә йә уның менән уйнағанда, бала үҙен ни тиклем тыныс хис итә. Йәһүә беҙҙе бик ныҡ ярата һәм үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә тойоуыбыҙҙы теләй. Йәһүәнең һеҙҙе ҡәҙерләүенә бер ҡасан да шикләнмәгеҙ! (Ирем. 31:3).

8, 9. Мәсихтең яратыуы беҙҙе нисек нығыта?

8 Беҙҙе Йәһүәнең яратыуына инандырған башҡа сәбәп тә бар. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16). Ғайса Мәсих тә, беҙҙең өсөн ғүмерен биреп, яратыуын күрһәткән, уның яратыуы ла беҙҙе нығыта. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ғазаптар ҙа, ҡайғылар ҙа беҙҙе «Мәсих мөхәббәтенән» айыра алмай (Рим. 8:35, 38, 39).

9 Ҡайһы ваҡыт ауырлыҡтар физик, эмоциональ йә рухи яҡтан көсһөҙләндерә. Әммә Мәсихтең беҙҙе ни тиклем ныҡ яратыуын иҫтә тотоу сыҙам булырға ярҙам итер. (2 Коринфтарға 5:14, 15-те уҡығыҙ.) Был беҙгә артабан да йәшәргә һәм Йәһүәгә хеҙмәт итергә көс бирер. Хатта тәбиғәт афәттәре, эҙәрләүҙәр, өмөт өҙөлөү йә йән әрнеткес борсолоуҙар кисерһәк тә, Ғайсаның яратыуы беҙҙе төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлар.

ҠӘРҘӘШТӘР БЕҘҘЕҢ ЯРАТЫУҒА МОХТАЖ

Ғайсаның миҫалынан өйрәнеү һеҙҙе башҡаларҙы нығытырға дәртләндерер (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10, 11. Төшөнкөлөккә бирелгән ҡәрҙәштәрҙе нығытыу өсөн кем яуаплы? Аңлатығыҙ.

10 Йәһүә шулай уҡ йыйылыш аша ла беҙҙе нығыта. Ҡәрҙәштәрҙе яратып, беҙ Йәһүәгә яратыу сағылдырабыҙ. Беҙ, ҡәрҙәштәрҙе ҡәҙерле булыуҙарына һәм Йәһүәнең яратыуына ышандырыр өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ (1 Яхъя 4:19—21). Илсе Павел былай тип яҙған: «Бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм, әлеге һымаҡ уҡ өгөтләп, ышаныс өҫтәгеҙ» (1 Фес. 5:11). Бының өсөн өлкәндәр генә яуаплы түгел. Һәр беребеҙ, Йәһүәнән һәм Ғайсанан өлгө алып, ҡәрҙәштәрҙе йыуата ала. (Римдарға 15:1, 2-не уҡығыҙ.)

11 Тәрән депрессиянан йә борсолоуҙан интеккән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр табиптарҙың ярҙамына мохтаж (Лука 5:31). Йыйылыштағы өлкәндәр һәм башҡа мәсихселәр үҙҙәренең табип түгел икәнлеген аңлай, әммә уларҙың ярҙамы һәм йыуатыуы бик мөһим. Йыйылыштағы бөтә мәсихселәр ҙә «хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ» тигән кәңәш буйынса эш итә ала (1 Фес. 5:14). Беҙ ҡәрҙәштәрҙең нимә хис иткәнен аңларға теләйбеҙ. Уларға ҡарата түҙемле булырға һәм төшөнкөлөккә бирелгән саҡтарында йыуаныслы һүҙҙәр әйтергә кәрәк. Һеҙ башҡаларҙы йыуатырға һәм рухландырырға тырышаһығыҙмы? Был йәһәттән уңышлыраҡ булыр өсөн нимә эшләп була?

12. Йыйылыштың яратыуын тойған берәй ҡәрҙәштең миҫалын һөйләп бирегеҙ.

12 Европанан бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Ҡайһы ваҡыт мин үҙ-үҙемә ҡул һалыу тураһында уйлайым, әммә минең йыйылышта яҡшы дуҫтарым бар, һәм улар мине нығыта. Йыйылышым ғүмеремде һаҡлап тора, тип әйтеп була. Ҡәрҙәштәр мине һәр ваҡыт рухландыра һәм яратыуҙарына ышандыра. Депрессиянан интеккәнемде бер нисә генә кеше белһә лә, бөтә ҡәрҙәштәр ҙә миңә ярҙамға килергә әҙер. Бер пар минең өсөн атай-әсәй һымаҡ булып китте. Улар минең хаҡта ҡайғырта, һәм мин уларға теләһә ҡасан — тәүлегенә 24 сәғәт дауамында мөрәжәғәт итә алам». Әлбиттә, бөтә мәсихселәр ҙә шундай ярҙам күрһәтә алмай. Әммә һәр беребеҙ ҡәрҙәштәрҙе нығытыр өсөн күпте эшләй ала *.

БАШҠАЛАРҘЫ НИСЕК НЫҒЫТЫРҒА?

13. Башҡаларҙы йыуатыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?

13 Иғтибар менән тыңлағыҙ (Яҡ. 1:19). Төшөнкөлөккә бирелгән ҡәрҙәште тыңлау — яратыуҙың бер сағылышы. Уның хәлендә булһағыҙ, нимә хис итерегеҙҙе күҙ алдына килтерергә тырышығыҙ. Уны яҡшыраҡ аңлар өсөн, йомшаҡ ҡына итеп һорауҙар бирегеҙ. Ҡайғыртыуығыҙ йөҙөгөҙҙән күренеп торһа, уға күңелен бушатыуы еңелерәк булыр. Ҡәрҙәшегеҙ һөйләгәндә, түҙемле булығыҙ һәм һүҙен бүлдермәгеҙ. Иғтибарлы итеп тыңлаһағыҙ, уның ниндәй хистәр кисергәнен аңларһығыҙ һәм уның күңелендә үҙегеҙгә ҡарата ышаныс уятырһығыҙ. Шул саҡта уға һеҙҙең һүҙҙәргә ҡолаҡ һалыу еңелерәк булыр. Ҡайғыртыуығыҙ башҡалар өсөн ҙур йыуаныс булырға мөмкин.

14. Ни өсөн беҙ бойоҡҡан ҡәрҙәштәрҙе тәнҡитләргә теләмәйбеҙ?

14 Тәнҡитләмәгеҙ. Депрессиянан интеккән кеше тәнҡитләүҙән үҙен насарыраҡ ҡына тойор. Ул саҡта уға ярҙам итеүе тағы ла ауырыраҡ булыр. «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай» (Ғиб. һүҙ. 12:18). Әлбиттә, беҙ белә тороп зыян килтерерлек һүҙҙәр әйтмәҫбеҙ. Шулай ҙа, уйламайынса һөйләһәк, беҙ уның күңелен бик ныҡ әрнетергә мөмкин. Ҡәрҙәшегеҙҙе нығытыр өсөн, ысын күңелдән уның хистәрен аңларға тырышыу мөһим (Матф. 7:12).

15. Башҡаларҙы йыуатыр өсөн ниндәй ҡиммәтле ҡорал бар?

15 Башҡаларҙы Алла Һүҙе ярҙамында йыуатығыҙ. (Римдарға 15:4, 5-те уҡығыҙ.) Изге Яҙма — «сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған» Алланың Һүҙе, шуға күрә ундағы фекерҙәрҙең бик йыуаныслы булыуы һис тә ғәжәп түгел. Беҙҙең шулай уҡ «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы» (урыҫ) һәм «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» (тат.) бар. Улар ярҙамында табылған баҫмаларҙы һәм шиғырҙарҙы ҡулланып, беҙ ҡәрҙәштәрҙе йыуата һәм рухландыра алабыҙ.

16. Ниндәй сифаттар төшөнкөлөккә бирелгән ҡәрҙәште рухландырырға ярҙам итер?

16 Наҙлы һәм йомшаҡ булығыҙ. Йәһүә — «һәр яҡлап йыуатыусы» һәм «шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Ата», ул хеҙмәтселәренә ҡарата бик шәфҡәтле (2 Коринфтарға 1:3—6-ны уҡығыҙ; Лука 1:78; Рим. 15:13.) Павел, Йәһүәнән өлгө алғанға, шундай сифаттар сағылдырыуҙа яҡшы үрнәк күрһәткән. Шуға күрә ул былай тип әйтә алған: «Әсә кеше үҙ сабыйҙарына ҡарата хәстәрлекле булған кеүек, беҙ ҙә һеҙгә ҡарата яғымлылыҡ һаҡланыҡ. Һеҙ беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булғанлыҡтан, һеҙгә Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен еткереү генә түгел, ғүмеребеҙҙе бирергә лә әҙер инек. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яраттыҡ» (1 Фес. 2:7, 8). Йәһүә һымаҡ наҙлы һәм йомшаҡ булһаҡ, ҡәрҙәшебеҙҙе йыуата алырбыҙ, ә был, бәлки, уның доғаһына яуап булыр.

17. Ҡәрҙәштәрҙе рухландырыр өсөн, уларға ҡарата ниндәй ҡараш һаҡларға кәрәк?

17 Ҡәрҙәштәрҙән камиллыҡ көтмәгеҙ. Айыҡ ҡарашлы булығыҙ. Ҡәрҙәштәрҙән камиллыҡ көтһәгеҙ, өмөттәрегеҙ аҡланмаясаҡ (Вәғ. 7:21, 22). Беҙ Йәһүәнән өлгө алырға теләйбеҙ, ә ул көсөбөҙҙән килмәгәнде көтмәй. Шуға күрә бер-беребеҙгә ҡарата түҙемле булырға кәрәк (Ефес. 4:2, 32). Беҙ ҡәрҙәштәрҙе башҡалар менән сағыштырырға йә уларҙа, етерлек көс һалмайым, тигән уй тыуҙырырға теләмәйбеҙ. Бының урынына, беҙ уларҙы рухландырырға һәм яҡшы эштәре өсөн маҡтарға теләйбеҙ. Был уларға Йәһүәгә шатлыҡ менән хеҙмәт итергә ярҙам итер (Гал. 6:4).

18. Ни өсөн беҙ башҡаларҙы нығытырға теләйбеҙ?

18 Һәр мәсихсе Йәһүә өсөн һәм Ғайса Мәсих өсөн бик ҡәҙерле (Гал. 2:20). Беҙ ҡәрҙәштәребеҙҙе бик ныҡ яратабыҙ һәм улар менән наҙлы итеп мөғәмәлә итергә теләйбеҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «именлеккә һәм иманда бер-беребеҙгә ярҙам итергә» ынтылайыҡ (Рим. 14:19). Беҙ ожмахтағы тормошто зарығып көтәбеҙ, сөнки унда бойоғор өсөн бер ниндәй ҙә сәбәп булмаясаҡ! Унда ауырыуҙар ҙа, һуғыштар ҙа булмаҫ. Кешеләр мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында үлмәҫ, шулай уҡ бер кем дә эҙәрләүҙәр, ғаиләләге ауырлыҡтар һәм өмөтһөҙлөктән ғазапланмаҫ. Меңйыллыҡтың аҙағында бөтә кешеләр ҙә камил булыр. Һуңғы һынауҙа тоғро булып ҡалғандарҙы Йәһүә үҙенең ерҙәге балалары итеп ҡабул итер, һәм улар «Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлаш[ыр]» (Рим. 8:21). Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа яратыу сағылдырайыҡ һәм бер-беребеҙгә Алланың яңы донъяһына тиклем иҫән ҡалырға ярҙам итәйек!

^ 6 абз. «Алла шәфҡәтһеҙме?» тигән брошюрала (тат.) «Йәһүә ысындан да һеҙҙе яратамы?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 12 абз. Үҙ-үҙенә ҡул һалыу тураһында уйлаған кешеләргә ярҙам итер өсөн, «Уянығыҙ!» журналының (урыҫ) бындай сығарылыштарын ҡарағыҙ: «Нимә өсөн йәшәргә? Бирешмәҫкә өс сәбәп» (апрель, 2014); «Йәшәргә теләк булмағанда...» (ғинуар, 2012) һәм «Нимә өсөн йәшәргә?» (22 октябрь, 2001).