Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Оло йәштәге мәсихселәр, Йәһүә һеҙҙең тоғролоҡто ҡәҙерләй

Оло йәштәге мәсихселәр, Йәһүә һеҙҙең тоғролоҡто ҡәҙерләй

ӨЛКӘНДӘР Алланың халҡы араһында башҡарған вазифаларын бик ҡәҙерләй. Улар барыбыҙ өсөн дә шундай ҙур фатиха! Әммә күптән түгел ойошмабыҙҙа бер нисә үҙгәреш индерелде. Олораҡ өлкәндәрҙән вазифаларының бер ни тиклем өлөшөн йәшерәк өлкәндәргә тапшырыуҙарын һоранылар.

Хәҙер район күҙәтеүселәре һәм теократик мәктәптәрҙә уҡытҡан ағай-ҡәрҙәштәр, 70 йәшкә етһәләр, хеҙмәттең был махсус төрҙәрендә бүтән ҡатнашмай. Бынан тыш, 80 йәшкә еткән өлкәндәр Филиал комитетының координаторы йә йыйылыштағы өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы кеүек вазифаларҙы йәшерәк өлкәндәргә тапшыра. Оло йәштәге өлкәндәр был үҙгәреште нисек ҡабул итә? Улар Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғролоҡ күрһәтә.

Яҡынса 50 йыл буйы Филиал комитетының координаторы булып хеҙмәт иткән Кен былай ти: «Мин был ҡарар менән тулыһынса ризамын. Ысынында, шул көндө иртән мин Йәһүәгә йәшерәк координаторҙың кәрәклеге тураһында доға ҡылған инем». Бындай ҡараш бөтә донъя буйынса хеҙмәт иткән оло йәштәге күп тоғро өлкәндәргә хас. Әлбиттә, улар ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итергә ярата, шунлыҡтан тәүҙә бер аҙ төшөнкөлөккә бирелеү — тәбиғи хәл.

«Был мине саҡ ҡына бойоҡторҙо», — ти өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторы булып хеҙмәт иткән Эсперандио. Әммә ул былай тип таный: «Миңә насарайған һаулығымды ҡайғыртыр өсөн күберәк ваҡыт кәрәк». Эсперандио тоғро хеҙмәтен дауам итә һәм һаман да йыйылыш өсөн фатиха булып тора.

Ә оҙаҡ ваҡыт күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәштәр тураһында нимә әйтеп була? 38 йыл буйы күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән Аллан былай ти: «Был үҙгәреш хаҡында белгәс, мин шаҡ ҡаттым». Шулай ҙа Аллан йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәрҙе өйрәтеү бик файҙалы икәнен таный һәм тоғро хеҙмәтен дауам итә.

Дөйөм алғанда 40 йыл буйы күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән һәм теократик мәктәптәрҙә уҡытҡан Расселл әйтеүенсә, тәүҙә улар ҡатыны менән күңелһеҙләнеп алған. «Беҙ билдәләнеүебеҙҙе бик ҡәҙерләй инек һәм хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә көсөбөҙ барлығын тоя инек», — ти улар. Расселл һәм уның ҡатыны, белемдәрен һәм тәжрибәләрен урындағы йыйылышта ҡулланып, үҙҙәре менән хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙе ҡыуандыра.

Был үҙгәрештәр һеҙгә ҡағылмаһа ла, 2 Самуил китабынан бер өҙөк һеҙгә шундай ағай-ҡәрҙәштәрҙең хистәрен аңларға ярҙам итер.

ТЫЙНАҠ ҺӘМ АЙЫҠ ҠАРАШЛЫ ИР

Дауыт батшаның улы Әбессәләм фетнә күтәреп йөрөгән ваҡытты иҫкә төшөрәйек. Дауыт Иерусалимдан Иордан йылғаһының көнсығыш яғында урынлашҡан Маханайимға ҡасҡан. Унда Дауыт һәм уның кешеләре тормош өсөн кәрәкле нәмәләргә мохтажлыҡ кисергән. Шул осорҙа уларға кем ярҙам күрһәткәнен иҫләйһегеҙме?

Шул ерҙә йәшәгән өс ир, йомартлыҡ сағылдырып, уларға ризыҡ, түшәктәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып килгән. Шул ирҙәрҙең береһе Барзилай булған (2 Сам. 17:27—29). Әбессәләмдең фетнәһе баҫылғас, Дауыт Иерусалимға ҡайта алған, һәм Барзилай уны Иорданға тиклем оҙатып барған. Дауыт уны үҙе менән Иерусалимға барырға саҡырған. Барзилайҙың «бик бай» булыуына ҡарамаҫтан, батша уны ризыҡ менән тәьмин итеп торорға тәҡдим иткән (2 Сам. 19:31—33). Дауыт, күрәһең, Барзилайҙың ҙур тәжрибәһен ҡәҙерләгән һәм уның яҡшы кәңәшсе була алғанын аңлаған. Күҙ алдына килтерегеҙ: батша һарайында йәшәү һәм хеҙмәт итеү — ниндәй ҙур хөрмәт!

Тыйнаҡ кеше булараҡ, Барзилай, мөмкинлектәренең сикле булыуын аңлап, инде 80 йәшкә еткәнлеге хаҡында әйткән. Шунан ул: «Мин инде яҡшыны насарҙан айырырға ла һәләтле түгел», — тигән. Был һүҙҙәр менән ул нимә әйтергә теләгән? Оҙон ғүмере дауамында Барзилай күп зирәклек туплаған һәм, һуңыраҡ Ровоам батша көндәрендәге «аҡһаҡалдар» һымаҡ, аҡыллы кәңәш бирә алған (1 Бат. 12:6, 7; Зәб. 92:12—14; Ғиб. һүҙ. 16:31). Шуға күрә, яҡшыны насарҙан айырыу хаҡында әйткәндә, Барзилай, бәлки, ҡартлыҡҡа бәйле сикләүҙәрен күҙ уңында тотҡандыр. Ул ризыҡтың тәмен дә тоймаған, ҡолағы ла яҡшы ишетмәгән (Вәғ. 12:4, 5). Шунлыҡтан Барзилай Дауытҡа үҙе менән Кимғәм исемле йәшерәк ирҙе алырға тәҡдим иткән. Кимғәм, күрәһең, Барзилайҙың улы булған (2 Сам. 19:35—40).

КИЛӘСӘКТЕ ПЛАНЛАШТЫРЫУ

Юғарыла иҫкә алынған үҙгәрештәр һәм Барзилайҙың осрағы араһында оҡшаш яҡтар бар. Әлбиттә, ағай-ҡәрҙәштәр, был үҙгәрештәрҙе индергәндә, бер кешенең генә шарттарын һәм мөмкинлектәрен түгел, ә бөтә ер шары буйынса хеҙмәт иткән өлкәндәрҙең хәлен иҫәпкә алған. Улар оло йәшкә еткән өлкәндәр өсөн нимә яҡшыраҡ булырын билдәләргә тырышҡан.

Оло йәштәге тыйнаҡ ағай-ҡәрҙәштәр шуны аңлай: күп йылдар буйына башҡарған вазифаларын йәшерәк ҡәрҙәштәргә тапшырһалар, был Йәһүә ойошмаһының үҫеүенә булышлыҡ итер. Павел — Тимофейҙы, ә Барзилай, моғайын, үҙенең улын өйрәткәндер. Шуның шикелле, күпселек осраҡта олоғайған ағай-ҡәрҙәштәр йәшерәктәрҙе өйрәтә (1 Кор. 4:17; Флп. 2:20—22). Йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәр иһә «Мәсих тәнен» нығытырға һәләтле «бүләк» булыуҙарын иҫбатлай. (Ефес. 4:8—12; Һандар 11:16, 17, 29 менән сағыштырығыҙ.)

ЙӘҺҮӘНЕҢ ЭШЕНӘ ӨЛӨШ ИНДЕРЕР ӨСӨН ТӨРЛӨ МӨМКИНЛЕКТӘР

Билдәле бер вазифаларын йәшерәктәргә тапшырған ҡәрҙәштәр Йәһүәнең эшендә үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр аса ала.

«Үҙгәргән шарттарым йыйылышыбыҙҙағы апай-ҡәрҙәштәрҙең хәҡиҡәттә булмаған ирҙәренә иғтибар күрһәтергә мөмкинлек бирә», — ти 19 йыл буйы күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булған Марко.

Ә шундай хеҙмәттә 28 йыл ҡатнашҡан Жеральду былай ти: «Беҙ актив булмаған мәсихселәргә ярҙам итергә һәм күберәк Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрергә маҡсат ҡуйҙыҡ». Уның әйтеүенсә, әлеге ваҡытта улар ҡатыны менән 15 өйрәнеү үткәрә, өҫтәүенә, уларҙың ярҙамы менән күп кенә актив булмаған ҡәрҙәштәр йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған.

Юғарыла иҫкә алынған Аллан былай ти: «Хәҙер беҙ вәғәз эшендә тулыраҡ ҡатнаша алабыҙ. Беҙ йәмәғәт урындарында һәм кешеләрҙең эш урындарында вәғәзләйбеҙ, шулай уҡ күршеләргә шаһитлыҡ бирәбеҙ. Ике күршебеҙ Батшалыҡ залында булды».

Әгәр һеҙгә ҡайһы бер вазифаларҙы башҡаларға тапшырырға тура килгән икән, һеҙҙең алда тағы бер үҙенсәлекле мөмкинлек асыла. Йәһүәнең эшенә булышлыҡ итер өсөн, һеҙ ҡиммәтле тәжрибәгеҙҙе йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәр менән уртаҡлаша алаһығыҙ. «Йәһүә йәш, һәләтле, тырыш ағай-ҡәрҙәштәрҙе өйрәтә һәм ҡуллана, — ти юғарыла иҫкә алынған Расселл. — Уларҙың өйрәтеүҙәре һәм, көтөүсе булараҡ, килеп китеүҙәре ҡәрҙәштәргә ҙур файҙа килтерә!» (« Йәшерәк ҡәрҙәштәргә һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итегеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

ЙӘҺҮӘ ТОҒРО ХЕҘМӘТЕГЕҘҘЕ ҠӘҘЕРЛӘЙ

Күптән түгел генә вазифаларығыҙҙы йәшерәктәргә тапшырһағыҙ, ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ. Һеҙҙең бөтә йөрәктән башҡарған хеҙмәтегеҙ инде күп кешенең тормошона яҡшы тәьҫир иткән, һәм һеҙ артабан да башҡаларға яҡшы йоғонто яһай алаһығыҙ. Һеҙҙе яраттылар һәм, һис шикһеҙ, әле лә яраталар.

Ә иң мөһиме: һеҙ Йәһүәнең йөрәгендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙығыҙ. Йәһүә «һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ» (Евр. 6:10). Алла рухының тәьҫире аҫтында яҙылған был һүҙҙәр бөтәбеҙҙе лә шуға ышандыра: Йәһүә һеҙҙе бик ныҡ ҡәҙерләй, шуға күрә үткәндә башҡарған хеҙмәтегеҙҙе лә, әлеге тырышлыҡтарығыҙҙы ла бер ҡасан да онотмаясаҡ!

Әммә һеҙ оло йәштәге ҡәрҙәш булмаһағыҙ ҙа, юғарыла ҡаралған фекерҙәр һеҙгә лә ҡағыла. Нисек итеп?

Вазифаларын башҡаларға тапшырған берәй оло йәштәге тоғро ағай-ҡәрҙәш менән аралашырға мөмкинлегегеҙ булһа, уның йылдар буйы тупланған тәжрибәһе һеҙгә ҙур файҙа килтерергә мөмкин. Унан кәңәштәр һорағыҙ. Уның тәҡдимдәрен тыңлағыҙ. Әлеге вазифаһын үтәгәндә, уның үҙ тәжрибәһен нисек ҡулланғанын күҙәтегеҙ.

Оло йәштәге мәсихселәр ҙә, уларҙың тәжрибәһенән файҙа алған ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр ҙә шуны иҫтә тота: Йәһүә үҙенә күп йылдар хеҙмәт иткән һәм әле лә хеҙмәттәрен дауам иткән кешеләрҙең тоғролоғон бик ҡәҙерләй.