Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Сикһеҙ ҡөҙрәтле, әммә ҡайғыртыусан һәм иғтибарлы

Сикһеҙ ҡөҙрәтле, әммә ҡайғыртыусан һәм иғтибарлы

«[Йәһүә] беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай» (ЗӘБ. 103:14).

ЙЫРҘАР: 30, 10

1, 2. а) Йәһүәнең кешеләр менән мөғәмәлә итеүе был донъялағы көслө кешеләрҙең мөғәмәләһенән нимә менән айырылып тора? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

КӨСЛӨ кешеләр йыш ҡына башҡалар «өҫтөнән хакимлыҡ итә» йә хатта уларҙы йәберләй (Матф. 20:25; Вәғ. 8:9). Йәһүә иһә бер ҡасан да улай эшләмәй! Ғаләмдә иң көслө Шәхес булһа ла, ул гонаһлы кешеләргә ҡарата бик иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан. Йәһүә бик игелекле, ул хистәребеҙ һәм ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғырта. Ул беҙҙең камил түгел икәнебеҙҙе иҫтә тота һәм мөмкинлектәребеҙҙең сикле икәнен белә, шуға күрә бер ҡасан да көсөбөҙҙән килмәгәнде эшләргә ҡушмай (Зәб. 103:13, 14).

2 Изге Яҙманан беҙ Йәһүәнең үҙ халҡына ҡарата ни тиклем иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булғанын беләбеҙ. Әйҙәгеҙ, быға өс миҫал ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, Йәһүәнең йәш Самуилға иң баш рухани Илийға хөкөм хәбәрен еткерергә нисек ярҙам иткәнен белербеҙ. Икенсенән, Муса Израиль халҡын Мысырҙан алып сыға алыуына шикләнгәндә, Йәһүәнең уға ҡарата нисек сабырлыҡ сағылдырғанын ҡарап сығырбыҙ. Һәм өсөнсөнән, израилдәр Мысырҙан сыҡҡанда, Йәһүәнең улар хаҡында нисек ҡайғыртҡанын белербеҙ. Йәһүәнең шул осраҡтарҙа нисек эш иткәненән ниндәй һабаҡтар алып була?

МАЛАЙҒА ҠАРАТА ҠАЙҒЫРТЫУСАН ҺӘМ ИҒТИБАРЛЫ

3. Бер төндө йәш Самуил менән ниндәй ғәҙәттән тыш хәл булған, һәм быға бәйле ниндәй һорау тыуырға мөмкин? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

3 Самуил, изге сатырҙа хеҙмәт итә башлағанда, бәләкәй генә булған (1 Сам. 3:1). Бер төндө йоҡларға ятҡас, ғәҙәттән тыш бер хәл була * (1 Сам. 3:2—10). Ул кемдеңдер үҙен исемләп саҡырыуын ишетә. Баш рухани Илий саҡыра тип уйлап, Самуил тора ла Илийға йүгереп бара. Самуил унан: «Хужам, һин мине саҡырҙыңмы?» — тип һорай. Әммә Илий: «Юҡ, саҡырманым», — ти. Тағы ике тапҡыр шулай булғандан һуң, Илий Самуилды Алла саҡырғанын аңлап ҡала. Шуға күрә ул Самуилға, тағы шулай ҡабатланһа, нимә әйтергә кәрәклеген өйрәтә, һәм Самуил шулай эшләй ҙә. Ни өсөн Йәһүә баштан уҡ фәрештә аша Самуилға уны кем саҡырғанын әйтмәгән? Изге Яҙмала был хаҡта бер нәмә лә әйтелмәй. Бәлки, Йәһүә Самуилдың хистәрен иҫәпкә алғандыр.

4, 5. а) Самуил, Йәһүәнән Илийға еткерергә кәрәк булған хәбәрҙе алғас, нимә эшләгән? б) Самуилдың осрағынан Йәһүә тураһында нимә белеп була?

4 Йәһүәнең ҡануны буйынса, балалар ололарҙы, бигерәк тә хакимлыҡҡа эйә булғандарҙы хөрмәт итергә тейеш (1 Сам. 3:11—18; Сығ. 22:28; Лев. 19:32). Шуға күрә йәш кенә Самуилдың, иртән тороп, ҡыйыулыҡ менән Илийға Йәһүәнең ҡаты хөкөм хәбәрен еткергәнен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Самуил «Илийға күргән күренешен һөйләргә ҡурҡҡан». Әммә, Самуилды саҡырғанда, Алла быны Илийға белдереп эшләгән. Шул арҡала Илий уға Алла әйткәндәрҙе йәшермәҫкә ҡушҡан. Самуил, Илийға буйһоноп, уға «барыһын да һөйләп биргән».

5 Был көтөлмәгән хәбәр булмаған, сөнки бынан алдараҡ «Алланан бер кеше» Илийға шуға оҡшаш хәбәр инде еткергән булған (1 Сам. 2:27—36). Илий һәм Самуил менән булған осраҡтан Йәһүәнең ни тиклем аҡыллы, иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булыуы күренә.

6. Алланың йәш Самуилға нисек ярҙам иткәненән ниндәй һабаҡтар алып була?

6 Йәш ҡәрҙәштәр, Самуилдың осрағынан күренеүенсә, Йәһүә һеҙҙең ауырлыҡтарҙы һәм хистәрҙе яҡшы аңлай. Бәлки, һеҙ оялсандыр һәм олораҡ кешеләргә вәғәзләргә баҙнат итмәйһегеҙҙер. Йәки һеҙгә йәштәштәрегеҙҙән айырылып тороуы еңел түгелдер. Йәһүәнең һеҙгә ярҙам итергә теләүенә һис тә шикләнмәгеҙ. Доғала уға хистәрегеҙҙе һөйләгеҙ (Зәб. 62:8). Самуилдың һәм Изге Яҙмала тасуирланған башҡа йәштәрҙең миҫалдары тураһында тәрән уйланығыҙ. Һеҙҙекенә оҡшаш ауырлыҡтарҙы кисереп сыҡҡан йәш мәсихселәр йә олораҡ ҡәрҙәштәр менән һөйләшеп алығыҙ. Улар һеҙгә Йәһүәнең нисек ярҙам иткәне, бәлки, хатта көтөлмәгәнсә ярҙам күрһәткәне хаҡында һөйләргә мөмкин.

МУСАҒА ҠАРАТА ҠАЙҒЫРТЫУСАН ҺӘМ ИҒТИБАРЛЫ

7, 8. Йәһүә Мусаның хистәренә ҡарата бик иғтибарлы булыуын нисек күрһәткән?

7 Мусаға 80 йәш булғанда, Йәһүә уға бик ауыр йөкләмә биргән. Муса Израиль халҡын Мысыр ҡоллоғонан азат итергә тейеш булған (Сығ. 3:10). Был йөкләмә Мадиам ерендә 40 йыл буйына көтөүсе булған Мусаны, моғайын, шаҡ ҡатырғандыр. Ул былай тигән: «Фирғәүен янына барырға һәм израилдәрҙе Мысырҙан алып сығырға кем һуң мин?» Йәһүә уны: «Мин һинең менән булырмын», — тип ышандырған (Сығ. 3:11, 12). Йәһүә шулай уҡ, Израиль өлкәндәре «һүҙҙәреңде тыңлаясаҡ», тип вәғәҙә иткән. Ләкин Муса: «Ә улар... миңә ышанмаһа һәм мине тыңламаһа, нимә эшләргә?» — тип һораған (Сығ. 3:18; 4:1). Был һүҙҙәр менән Муса, Йәһүә яңылыша ала, тип әйткәндәй булған. Әммә Йәһүә Мусаға ҡарата сабыр булған. Ул Мусаға хатта мөғжизәләр эшләргә көс биргән. Изге Яҙмала тасуирланған кешеләр араһынан Муса мөғжизәләр ҡылған беренсе кеше булған (Сығ. 4:2—9, 21).

8 Йәһүәнең ышандырыуҙарына ҡарамаҫтан, Муса барыбер йөкләмәнән баш тартыр өсөн бүтән сәбәп тапҡан. Ул, телгә оҫта түгелмен, тигән. Йәһүә: «Мин һинең менән булырмын һәм нимә әйтергә тейешлегеңде өйрәтеп торормон», — тип яуаплаған. Был Мусаға ышаныс өҫтәгәнме? Юҡ, ул Алланан башҡа берәүҙе ебәреүен үтенгән! Шунда Йәһүәнең асыуы ҡабынған. Шулай ҙа ул, Мусаның хистәрен иҫәпкә алып, Муса урынына һөйләһен өсөн Һарунды ебәргән (Сығ. 4:10—16).

9. Йәһүәнең сабырлығы һәм игелеге Мусаға нисек яҡшы юлбашсы булырға ярҙам иткән?

9 Был өҙөктән Йәһүә тураһында нимә белеп була? Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе булараҡ, Йәһүә Мусаны үҙенә ҡурҡытып буйһондора алыр ине. Әммә бының урынына, Йәһүә, сабырлыҡ һәм игелек сағылдырып, тыйнаҡ һәм баҫалҡы ғына хеҙмәтсеһен ярҙамһыҙ ҡалдырмаясағына ышандырған. Был уңышҡа килтергәнме? Эйе, Муса Алла халҡының бөйөк юлбашсыһы булып киткән! Йәһүә уға ҡарата йомшаҡ, иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булған кеүек, Муса ла башҡаларға ҡарата шундай уҡ сифаттар сағылдырырға тырышҡан (Һан. 12:3).

Башҡалар менән мөғәмәлә иткәндә, Йәһүәнән өлгө алаһығыҙмы? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Йәһүә һымаҡ иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булһаҡ, был ниндәй яҡшы емештәр килтерер?

10 Беҙ бынан ниндәй һабаҡтар ала алабыҙ? Әгәр һеҙ ғаилә башлығы, атай йә әсәй булһағыҙ йәки өлкән вазифаһын үтәһәгеҙ, һеҙ башҡалар өҫтөнән бер ни тиклем хакимлыҡҡа эйә. Шуға күрә ҡатынығыҙ, балаларығыҙ йә имандаштар менән мөғәмәлә иткәндә, һеҙгә иғтибарлы, ҡайғыртыусан, игелекле һәм түҙемле булыуҙа Йәһүәнән өлгө алыу бик мөһим (Кол. 3:19—21; 1 Пет. 5:1—3). Йәһүәнән һәм Бөйөгөрәк Мусанан — Ғайса Мәсихтән өлгө алһағыҙ, башҡаларға һеҙҙең менән һөйләшеп алыр өсөн янығыҙға килеү еңелерәк булыр, һәм һеҙ уларҙы рухландыра алырһығыҙ (Матф. 11:28, 29). Бынан тыш, һеҙ башҡаларға яҡшы үрнәк күрһәтерһегеҙ (Евр. 13:7).

ҠЕҮӘТЛЕ, ӘММӘ ИҒТИБАРЛЫ ҺӘМ ҠАЙҒЫРТЫУСАН ҠОТҠАРЫУСЫ

11, 12. Мысырҙан сыҡҡан ваҡытта халыҡ үҙен тыныс һәм хәүефһеҙ итеп тойһон өсөн, Йәһүә нимә эшләгән?

11 Б. э. т. 1513 йылда израилдәр Мысырҙан сығып киткәндә, уларҙың һаны, күрәһең, 3 миллиондан ашыу булған. Улар араһында балалар, оло йәштәгеләр һәм, һис шикһеҙ, ауырыған кешеләр ҙә булған. Шундай ифрат ҙур төркөмдө ҡайғыртыусан һәм аңлаусан Етәксе генә Мысырҙан сығара алған. Йәһүә тап шундай Етәксе булған да, ул Муса аша улар менән етәкселек иткән. Шуға күрә израилдәр һис ҡурҡыуһыҙ үҙҙәре өсөн тыуған яҡ булып киткән ерҙе ҡалдырған (Зәб. 78:52, 53).

12 Халыҡ үҙен тыныс һәм хәүефһеҙ итеп тойһон өсөн, Йәһүә нимә эшләгән? Ул израилдәрҙе «хәрби тәртиптә» ойоштороп алып сыҡҡан (Сығ. 13:18). Шул рәүешсә ойошторолғанға, улар Алланың хәлде контроль аҫтында тотоуын асыҡ күргән. Өҫтәүенә, Йәһүә уларҙы «көндөҙ — болот, төнөн ут яҡтылығы ярҙамында» алып барған. Был уларға Йәһүәнең үҙҙәре янында булыуын, алып барыуын һәм яҡлауын күрһәтеп торған (Зәб. 78:14). Израиль халҡы шундай ышандырыуға бик мохтаж булған, сөнки тиҙҙән уларҙы ауыр һынау көткән.

Ҡыҙыл диңгеҙ янында Йәһүә израилдәр хаҡында нисек ҡайғыртҡан? (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13, 14. а) Ҡыҙыл диңгеҙ янында Йәһүә израилдәр хаҡында нисек ҡайғыртҡан? б) Йәһүә мысырҙарға ҡарағанда күпкә көслөрәк булғанын нисек күрһәткән?

13 Үҙегеҙҙе шул израилдәр араһында күҙ алдына килтерегеҙ (Сығ. 14:19—22). Һеҙ тоҙаҡҡа эләккәнһегеҙ: арттан — мысырҙар ғәскәре, алда — Ҡыҙыл диңгеҙ. Һәм бына Алла эш итә башлай. Алдығыҙҙа торған болот бағанаһы лагерҙың арт яғына күсә лә һеҙҙең менән мысырҙар араһына тора. Мысырҙар ҡараңғылыҡта ҡала, ә һеҙҙең лагерь мөғжизәле яҡтылыҡ менән тула! Шунан Муса ҡулын диңгеҙ өҫтөнә һуҙа, һәм көнсығыштан көслө ел иҫә башлай. Диңгеҙҙең икенсе яғына киң юл асыла, һәм бөтә израилдәр ойошторолған рәүештә, шул иҫәптән һеҙ ҙә ғаиләгеҙ һәм малығыҙ менән диңгеҙ төбөнән үтәһегеҙ. Һеҙ диңгеҙ төбөнөң батҡаҡ һәм тайғаҡ булмауына ғәжәпләнәһегеҙ. Ул ҡоро һәм хатта ҡаты ғына, шуға унан атлап барыуы ауыр түгел. Шунлыҡтан хатта яй ғына атлаған кешеләр ҙә икенсе ярға барып етә.

14 Бөтә был мөғжизәләргә ҡарамаҫтан, ғорур һәм аҡылһыҙ фирғәүен һеҙҙең һәм миләттәштәрегеҙ артынан ҡыуа башлай (Сығ. 14:23, 26—30). Шунан Муса ҡулын яңынан диңгеҙ өҫтөнә һуҙа, һәм дингеҙ һыуҙары, кире ҡайтып, фирғәүен менән уның ғәскәренә ябырыла. Уларҙың барыһы ла һәләк була! (Сығ. 15:8—10).

15. Был өҙөк Йәһүә тураһында нимә аса?

15 Был өҙөктән күренеүенсә, Йәһүә — тәртип Аллаһы, шуға күрә беҙ үҙебеҙҙе тыныс һәм хәүефһеҙ итеп тоя алабыҙ (1 Кор. 14:33). Һарыҡтарын яратҡан көтөүсе һымаҡ, Йәһүә үҙенең халҡы хаҡында ҡайғырта һәм дошмандарҙан яҡлай. Был донъяның ахыры яҡынлашып килгән ваҡытта быны белеү беҙҙе бик йыуата һәм нығыта (Ғиб. һүҙ. 1:33).

16. Йәһүәнең израилдәрҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап сығыу беҙгә ниндәй файҙа килтерә?

16 Бөгөн дә Йәһүә үҙенең ойошмаһы хаҡында рухи яҡтан ҡайғырта һәм дошмандарҙан һаҡлай. Тиҙҙән буласаҡ ҙур афәт ваҡытында ла Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен ҡалдырмаясаҡ (Асыл. 7:9, 10). Шунлыҡтан ҙур афәт ваҡытында Алланың бер хеҙмәтсеһе лә — йәше лә, олоһо ла, һауы ла, ауырыуы ла, ҡурҡыуға бирелеп, ҡаушап ҡалмаҫ *. Улар үҙҙәрен бөтөнләй башҡаса тотор! Улар Ғайсаның: «Ҡурҡмайынса һындарығыҙҙы турайтып баҫығыҙ, баштарығыҙҙы күтәрегеҙ, сөнки һеҙҙең ҡотолоуығыҙ яҡынлашыр», — тигән һүҙҙәрен иҫендә тотор (Лука 21:28). Хатта фирғәүендән күпкә ҡеүәтлерәк Гогтың — милләттәр берләшмәһенең һөжүменә дусар булғанда ла, улар Йәһүәнең үҙҙәрен яҡлаясағына һис тә шикләнмәҫ (Йәз. 38:2, 14—16). Ни өсөн? Сөнки улар Йәһүәнең үҙгәрмәүен белә. Ул үҙенең ҡайғыртыусан Ҡотҡарыусы булғанын тағы ла иҫбатлаясаҡ (Ишағ. 26:3, 20).

17. а) Йәһүәнең үҙ халҡы хаҡында нисек ҡайғыртҡанын тасуирлаған өҙөктәрҙе тикшереү ниндәй файҙа килтерә? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

17 Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булыуына бер нисә миҫал ҡарап сыҡтыҡ. Ул үҙенең халҡы хаҡында ҡайғырта, уны алып бара һәм ҡотҡара. Шундай миҫалдар тураһында уйланғанда, бығаса күҙгә ташланмаған ентеклектәр табырға тырышығыҙ. Был һеҙгә Йәһүә хаҡында яңы фекерҙәр белергә ярҙам итер. Йәһүәнең матур сифаттары тураһында күберәк белгән һайын, уға ҡарата яратыуығыҙ һәм иманығыҙ тағы ла нығыраҡ көсәйер. Киләһе мәҡәләнән беҙ ғаиләлә, йыйылышта һәм хеҙмәттә иғтибарлы һәм ҡайғыртыусан булыуҙа Йәһүәнән нисек өлгө алып булғанын белербеҙ.

^ 3 абз. Йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий яҙғанса, ул ваҡытта Самуилға 12 йәш булған.

^ 16 абз. Армагеддон һуғышында иҫән ҡаласаҡ кешеләр араһында оло йәштәгеләр һәм ауырыған мәсихселәр ҙә булыр, тип фараз итеү бик тә урынлы. Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса кешеләрҙе «барлыҡ ауырыуҙарынан» һауыҡтырған (Матф. 9:35). Шулай эшләп, ул киләсәктә Армагеддонда иҫән ҡаласаҡ кешеләр өсөн нимә эшләйәсәген күрһәткән. Ә терелтелгән кешеләр инде һау-сәләмәт тәндә тереләсәк.