Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Мәсихселәргә аналыҡ эсенә ҡуйыла торған спиралде (АЭС) ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу сараһы итеп ҡулланырға яраймы?

Һәр ирле-ҡатынлы, был һорауҙы ҡарағанда, бөтә факттарҙы һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫәпкә алырға тейеш. Ир менән ҡатынға Алла алдында выждандарын саф килеш һаҡларға ярҙам иткән ҡарар ҡабул итергә кәрәк.

Йәһүә иң беренсе парға (һәм һуңыраҡ, Туфандан һуң, һигеҙ кешегә): «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ», — тигән (Баш. 1:28; 9:1). Ләкин Изге Яҙмала, мәсихселәр был бойороҡто үтәргә тейеш, тип әйтелмәгән. Шуның өсөн ир менән ҡатын, нисә бала табырға һәм быны ҡасан эшләргә икәнен үҙҙәре ҡарар итә ала. Улар бала тапмаҫҡа хәл итергә лә мөмкин. Бының өсөн һаҡланыу сараларын ҡулланырға булһалар, уларға ниндәй факторҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк?

Теге йә был контрацепция алымының яраҡлылығы хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә, мәсихселәр Изге Яҙмалағы принциптарҙы иҫәпкә алырға тейеш. Мәҫәлән, мәсихселәр тыуыуҙы сикләү өсөн аборт яһатмай. Аңлы рәүештә аборт яһатҡан кеше тормош бүләген хөрмәт итмәүен күрһәтә. Мәсихселәр яралғының ғүмерен өҙмәй, сөнки ваҡыт уҙыу менән шул яралғынан яңы кеше тыуа (Сығ. 20:13; 21:22, 23; Зәб. 139:16; Ирем. 1:5). Был йәһәттән АЭС тураһында нимә әйтеп була?

Был һорау 1979 йылдың 15 май һанындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (ингл.) 30—31-се биттәрендә ҡаралғайны *. Ул ваҡытта ҡулланылған спиралдәр инерт пластиктан яһалған булған. Шул мәҡәләлә, бындай АЭС-тың эш итеү механизмы теүәл билдәле түгел, тип әйтелгән ине. Күп белгестәрҙең фекеренсә, инерт АЭС-тар булдырған процестар һөҙөмтәһендә сперматозоидтар инә күҙәнәккә барып етә һәм уны аталандыра алмаған. Аталандырыу булмағас, яңы тормош барлыҡҡа килмәгән.

Ләкин ҡайһы саҡта инә күҙәнәк барыбер аталандырылған. Яралғы фаллопий (аналыҡ) торбаларында үҫешә алған (был аналыҡ тышында булған йөклөлөк тип атала) йәки аналыҡҡа күскән. Башҡа осраҡта иһә АЭС-тың булыуы яралғыға аналыҡ көбөнә беркетелергә ҡамасаулай алған, был йөклөлөктөң тәбиғи барышын туҡтатҡан һәм абортҡа тиң булған. Шул мәҡәләнең аҙағында мәсихселәр, АЭС-ты ҡулланырға ҡарар итер алдынан, барыһын да төптән уйларға һәм Алланың тормоштоң изгелегенә ҡарашын мотлаҡ иҫәпкә алырға дәртләндерелгән (Зәб. 36:9).

1979 йылда шул мәҡәлә сыҡҡандан бирле фән һәм медицина алға киткәнме?

АЭС-тың бүтән ике төрө киң таралыу алған. 1988 йылда Ҡушма Штаттарҙа өлөшләтә баҡырҙан яһалған спиралдәр сыҡҡан, ә 2001 йылда гормонлы АЭС-тар һатыла башлаған. Улар нисек эш итә?

Баҡырлы АЭС. АЭС-тың был төрө, күрәһең, башҡалары кеүек, сперматозоидҡа инә күҙәнәккә барып етергә ҡамасаулай. Өҫтәүенә, ундағы баҡыр, спермицид кеүек эш итеп, сперматозоидҡа зарарлы йоғонто яһай *. Унан тыш, АЭС-тың был төрө аналыҡтың лайлалы тиресәһен — эндометрийҙы үҙгәртә, тип уйлайҙар.

Гормонлы АЭС. Был АЭС-тың бер нисә төрө бар. Уларҙа, ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу таблеткаларындағы кеүек, гормонлы препарат бар. Был препарат аналыҡ ҡыуышлығына бүленеп сыға. Ҡайһы саҡта АЭС-тың был төрө, күрәһең, овуляцияны туҡтата. Ундай осраҡта аталандырыу була алмай. Бынан тыш, был АЭС-тағы гормондар эндометрийҙы йоҡарта *. Улар шулай уҡ цервикаль лайланың ҡуйылығын арттырыуға булышлыҡ итә, ә был, үҙ сиратында, сперматозоидтарҙың аналыҡҡа үтеп инеүенә ҡамасаулай. Өҫтәүенә, гормонлы АЭС инерт АЭС-тың бөтә үҙенсәлектәренә лә эйә.

Шулай итеп, күренеүенсә, АЭС-тың был ике төрө лә эндометрийға тәьҫир итә. Ләкин, овуляция булып, инә күҙәнәк аталанһа, нимә булыр? Ул, бәлки, аналыҡҡа эләгер, әммә уның көбөнә беркетелә алмаҫ. Ул саҡта йөклөлөк башланғыс стадияһында өҙөләсәк. Ләкин был бик һирәк була тип иҫәпләнә (ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу таблеткаларын ҡулланғандан йышыраҡ түгел).

Тимәк, гормонлы йәки баҡырлы АЭС-ты ҡулланғанда инә күҙәнәк бер ҡасан да аталанмай, тип берәү ҙә гарантия бирә алмай. Әммә, фәнни тикшеренеү мәғлүмәттәренән күренеүенсә, АЭС-тың был төрҙәрен ҡулланғанда ауырға ҡалыу икеле, сөнки улар был мәҡәләлә тасуирланған бер нисә механизмды бер юлы эшләтеп ебәрә.

Әгәр ҙә ир менән ҡатын АЭС ҡулланыу тураһында уйлана икән, уларға квалификациялы медицина белгесе менән кәңәшләшергә кәрәк. Белгес ир менән ҡатынға улар йәшәгән ерҙә АЭС-тың ниндәй төрҙәре барлығын әйтер, шулай уҡ был АЭС-тарҙың ниндәй өҫтөнлөктәре булыуы һәм уларҙың ҡатындың һаулығына нисек тәьҫир итеүе тураһында һөйләр. Әммә бер кем дә, хатта табип та, ир менән ҡатын өсөн ҡарар ҡабул итергә тейеш түгел (Рим. 14:12; Гал. 6:4, 5). Был һорау уларҙың икеһенә генә ҡағыла. Мәсихселәр үҙҙәренең ҡарарҙары менән Алланы шатландырырға һәм уның алдында саф выждан һаҡларға теләй. (1 Тим. 1:18, 19; 2 Тим. 1:3 менән сағыштырығыҙ.)

^ 4 абз. Урыҫ телендә был мәҡәлә 1999 йылдың 15 февраль һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда баҫтырылды.

^ 4 абз. Англияның Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте материалдарында былай тиелгән: «Баҡыры күберәк булған АЭС-тарҙың эффективлығы 99 проценттан да артығыраҡ. Был, йыл дауамында АЭС ҡулланыусы 100 ҡатындың берәүҙән әҙерәге ауырға ҡаласаҡ, тигәнде аңлата. Баҡыры әҙерәк булған АЭС улай уҡ эффектив түгел».

^ 5 абз. Был гормондар эндометрийҙы йоҡартҡанға, ҡайһы саҡта гормонлы АЭС-ты мул күремдән яфа сиккән кейәүҙә булған ҡатындарға ла, кейәүҙә булмағандарына ла ҡулланырға кәңәш ителә.