Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

Һуңғы брошюраларҙы иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Ни өсөн иммигрант ата-әсәләр, балаларына рухи яҡтан ярҙам иткәндә, быны ниндәй телдә эшләү яҡшыраҡ икәне хаҡында уйларға тейеш?

Урындағы телде балалар, моғайын, мәктәптә йә башҡа берәй ерҙә лә өйрәнер. Ике телде белеү уларға ҙур файҙа килтерергә мөмкин. Ата-әсәләр балаларына ниндәй тел рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткәнен күҙәтергә тейеш. Мәсихсе ата-әсәләр балаларының рухи именлеген үҙ теләктәренән өҫтөнөрәк ҡуя (bw582, 9—11-се биттәр).

Ғайса Мәсих, Петрҙан: «Һин мине быларға ҡарағанда күберәк яратаһыңмы?» — тип һорағанда, нимәне күҙ уңында тотҡан? (Яхъя 21:15, ЯДТ)

Ғайса, күрәһең, эргәлә ятҡан балыҡтар йә балыҡ тотоу эше хаҡында әйткән. Уның үлеменән һуң, Петр ҡабат үҙенең элекке эшенә — балыҡ тотоу эшенә тотонған. Мәсихселәр донъяуи эшкә дөрөҫ ҡараш һаҡларға тейеш (bw582, 22—23-сө биттәр).

Ни өсөн Ибраһим ҡатынынан мысырҙарға: «Мин уның һеңлеһемен», — тип әйтеүен үтенгән? (Баш. 12:10—13)

Сара ысындан да уның һеңлеһе булған — уларҙың аталары бер булған. Мысырҙар, уның Ибраһимдың ҡатыны икәнен белеп ҡалған булһалар, моғайын, Ибраһимды үлтерерҙәр ине. Һөҙөмтәлә Алла Ибраһимға вәғәҙә иткән тоҡом тыуа алмаҫ ине (bp182, 14—15-се биттәр).

Элиас Гуттер, еврей телен өйрәнгән кешеләргә ярҙам итер өсөн, ниндәй баҫыу ысулын ҡулланған?

Уҡыусыларына, Изге Яҙманы уҡығанда, еврей телендәге һүҙҙәрҙең тамырҙарын ҡушылмалар һәм суффикстарҙан айырырға ярҙам итер өсөн, Гуттер үҙенсәлекле баҫыу ысулын ҡулланған. Ул һәр һүҙҙең тамырын — ябай шрифт, ә ҡушылмаларын һәм суффикстарын контурлы шрифт менән баҫтырған. «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе. Иҫкәрмәләр менән» тигән китаптың (ингл.) төшөрмәләрендә шундай уҡ ысул ҡулланыла (bp184, 11—12-се биттәр).

Мәсихсе, үҙендә атыу ҡоралы һаҡлау хаҡында уйлаһа, ниндәй принциптарҙы иҫәпкә алырға тейеш?

Бына уларҙың ҡайһы берҙәре: Йәһүә ҡарашынан кеше ғүмере изге. Ғайса Мәсих шәкерттәрен үҙҙәре менән ҡылыс йөрөтөргә өндәмәгән (Лука 22:36, 38). Беҙ ҡылыстарҙан сүкеп «төрәндәр» яһарға тейеш. Ғүмер матди әйберҙәрҙән күпкә ҡиммәтлерәк. Беҙ башҡаларҙың хистәренә хөрмәт менән ҡарайбыҙ һәм өлгөлө булырға тырышабыҙ (2 Кор. 4:2) (bw584, 31—32-се биттәр).

Ни өсөн Матфей һәм Лука Ғайса Мәсихтең тыуыуына һәм бала сағына бәйле ваҡиғаларҙы төрлөсә һүрәтләгән?

Матфей иғтибарын Йософҡа ҡағылған ваҡиғаларға туплаған. Ул Йософтоң, Мәрйәмдең ауырға ҡалыуын белгәс, быға нисек ҡарағаны, шулай уҡ фәрештәнең уға Мысырға ҡасырға, ә һуңыраҡ Израилгә кире ҡайтырға ҡушҡаны хаҡында яҙған. Лука иһә иғтибарын Мәрйәм менән булған ваҡиғаларға туплаған. Ул Мәрйәмдең Елизаветаға барғаны һәм, Ғайсаны ғибәҙәтханала тапҡас, нимә тип әйткәне тураһында яҙған (bw585, 32-се бит).

Нимәгә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған?

Ваҡыт уҙыу менән телдәр үҙгәрә, шунлыҡтан Изге Яҙмала ҡулланылған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһе лә үҙгәрә барған. Сәйәси өлкәләге үҙгәрештәр телдәрҙең ниндәйе халыҡ-ара тел булып китәсәгенә тәьҫир иткән. Юғары дәрәжәле кешеләр Изге Яҙманың ябай халыҡ теленә тәржемә ителеүенә ҡамасауларға тырышҡан (bw586, 19—21-се бит).

Һәр бер кешенең һаҡлаусы фәрештәһе бармы?

Юҡ. Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәре хаҡында: «Уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай», — тигән (Матф. 18:10). Был һүҙҙәр, һәр кешенең һаҡлаусы фәрештәһе бар, тигәнде аңлатмай. Ғайса, фәрештәләр шәкерттәр менән бик ҡыҙыҡһына, тип кенә әйтергә теләгән (bp186, 5-се бит).

Мөхәббәттең ниндәй төрө башҡаларынан юғарыраҡ?

Ага́пе, йәғни ғәҙел принциптарға нигеҙләнгән мөхәббәт, мөхәббәттең башҡа төрҙәренән юғарыраҡ. Бындай мөхәббәт йылылыҡ һәм яҡын күреү кеүек хистәрҙе үҙ эсенә алһа ла, ул башлыса рыяһыҙ, игелекле эштәрҙә сағыла (bw587, 7-се бит).