БИОГРАФИЯ
Хужабыҙ артынан барыр өсөн, күп нәмә ҡалдырҙым
«Вәғәзләргә бараһың икән, ҡайтып та йөрөмә. Ҡайтһаң, аяғыңды һуғып һындырам», — тине атайым. Уның һүҙҙәре оҙаҡ ҡына ҡолағымда яңғырап торҙо. Шуға күрә өйҙән китергә булдым. Шулай итеп, мин, Хужабыҙ Ғайса Мәсих артынан барыр өсөн, беренсе мәртәбә нимәнелер ҡорбан иттем. Ул саҡта миңә ни бары 16 ғына йәш ине.
НИСЕК шундай хәл килеп тыуҙы? Һеҙгә быны аңлатырға теләйем. Мин 1929 йылдың 29 июлендә тыуғанмын. Бала сағым Филиппиндағы Булакан провинцияһында үтте. Илдә экономик кризис булғанға, тормошобоҙ ябай булды. Мин әле бәләкәй саҡта Филиппинға япон армияһы һөжүм итте, һәм һуғыш башланды. Ләкин, ауылыбыҙ төпкөлдә урынлашҡанға, һуғыш беҙгә бик үк ҡағылманы. Беҙҙең радио, телевизор һәм гәзиттәр юҡ ине, шунлыҡтан һуғыш тураһындағы яңылыҡтарҙы башҡаларҙан ғына ишетеп белә инек.
Ғаиләлә беҙ һигеҙ бала булдыҡ, мин икенсеһе инем. Һигеҙ йәшем тулғас, олатайым менән өләсәйем мине үҙҙәренә йәшәргә алды. Беҙ католиктар инек, әммә олатайым киң ҡарашлы кеше булып сыҡты. Ул дуҫтары биргән дини әҙәбиәтте йыя ине. Уның миңә тагаль телендә «Яҡлау», «Хәүефһеҙлек» һәм «Асылыш» тигән брошюраларҙы *, шулай уҡ Изге Яҙманы күрһәткәнен хәтерләйем. Миңә Изге Яҙманы, бигерәк тә Ғайса Мәсихтең тормошо тураһындағы дүрт Һөйөнөслө хәбәрҙе уҡыуы оҡшай ине. Шуға күрә мин Ғайса кеүек булырға теләнем (Яхъя 10:27).
ХУЖАБЫҘ АРТЫНАН БАРЫРҒА ӨЙРӘНӘМ
Япон оккупацияһы 1945 йылда тамамланды. Яҡынса шул уҡ ваҡытта атайым менән әсәйем мине өйгә ҡайтырға саҡырҙы. Олатайым да быны хупланы. Һәм мин ҡайтып киттем.
Күп тә үтмәҫтән, 1945 йылдың декабрендә, беҙҙең ауылға Ангат ҡалаһынан Йәһүә шаһиттары вәғәзләргә килде. Беҙгә оло йәштәге бер вәғәзсе, килеп, Изге Яҙмала «ахырызаман» тураһында нимә әйтелгәнен һөйләне (2 Тим. 3:1—5). Ул беҙҙе күрше ауылға Изге Яҙманы өйрәнергә саҡырҙы. Ата-әсәйем унда барырға теләмәне, ә мин киттем. 20-гә яҡын кеше йыйылды, ҡайһылары Изге Яҙма буйынса һорауҙар бирҙе.
Мин унда нимә тураһында һөйләгәндәрен аңлап еткермәнем, шуға китергә йыйындым. Шул мәлдә бөтәһе лә Батшалыҡ йырын йырлай башланы. Йыр миңә шул хәтле тәьҫир итте, хатта мин ҡалырға
булдым. Йыр һәм доғанан һуң барыбыҙҙы ла киләһе йәкшәмбе Ангат ҡалаһына осрашыуға саҡырҙылар.Ҡайһы берәүҙәргә, шул осрашыу үткән Крус ғаиләһенең өйөнә барып етер өсөн, һигеҙ саҡрым самаһы йәйәү барырға тура килде. Унда 50-гә яҡын кеше йыйылды. Хатта бәләкәй балаларҙың да Изге Яҙма буйынса ҡатмарлы һорауҙарға яуап биреүе мине ғәжәпләндерҙе. Мин бер нисә осрашыуҙа булдым, һәм оло йәштәге пионер Дамиан Сантос ҡәрҙәш мине үҙенә ҡунырға саҡырҙы. Беҙ уның менән төнө буйы тиерлек Изге Яҙма тураһында һөйләшеп сыҡтыҡ.
Ул ваҡытта күптәр, Изге Яҙмалағы төп хәҡиҡәттәр менән яңы ғына танышһа ла, тәүәккәл эш итергә әҙер ине. Бер нисә осрашыуҙан һуң ағай-ҡәрҙәштәр ҡайһы бер ҡыҙыҡһыныусыларға, шул иҫәптән миңә лә, килеп: «Һыуға сумдырылырға теләйһеңме?» — тип һораны. Мин, теләйем, тинем. Мин Хужабыҙ Мәсихкә ҡол кеүек хеҙмәт итергә теләй инем (Кол. 3:24). 1946 йылдың 15 февралендә беҙ яҡындағы йылғаға барҙыҡ, унда мин һәм тағы бер ағай-ҡәрҙәш һыуға сумдырылдыҡ.
Һыуға сумдырылған мәсихселәр булараҡ, беҙ даими вәғәзләргә тейеш икәнлегебеҙҙе аңлай инек, сөнки Ғайса шулай эшләгән. Был минең атайыма оҡшаманы. «Вәғәзләр өсөн һин бик йәш әле. Һыуға сумдырып алыуҙары һине вәғәзсе итмәй», — тине ул. Мин уға Батшалыҡ хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе вәғәзләү Алланың ихтыяры икәнен аңлаттым (Матф. 24:14). «Аллаға биргән вәғәҙәмде үтәргә тейешмен», — тинем мин уға. Ошонан һуң атайым миңә башта килтерелгән һүҙҙәрҙе әйтте. Ул миңә вәғәзләргә ҡамасауларға теләне. Шулай итеп, рухи маҡсаттарға ирешер өсөн, миңә беренсе тапҡыр нимәнәндер баш тартырға тура килде.
Крус ғаиләһе мине Ангатҡа үҙҙәренә йәшәргә саҡырҙы. Улар мине һәм бәләкәй ҡыҙҙары Нораны пионер хеҙмәтен башларға дәртләндерҙе. Беҙ икебеҙ ҙә 1947 йылдың 1 ноябрендә пионер булып киттек. Нора хеҙмәт итергә икенсе ҡалаға китте, ә мин Ангатта вәғәзләнем.
ЯҢЫ ҠОРБАНДАРҒА БАРЫРҒА ӘҘЕРМЕН
Пионер булып хеҙмәт итеүемдең өсөнсө йылында Эрл Стьюарт, филиалдан килгән ҡәрҙәш, Ангаттағы майҙанда 500 кеше алдында телмәр менән сығыш яһаны. Стьюарт ҡәрҙәш инглиз телендә һөйләне, ә мин һуңынан уның телмәрен тагаль телендә һөйләп бирҙем. Мин ете класс ҡына бөтөрҙөм, ләкин беҙҙең уҡытыусылар йыш ҡына инглиз телендә һөйләшә ине. Тағы миңә телде яҡшыртырға инглиз телендә күп уҡыу ярҙам итте, сөнки тагаль телендә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт әҙ ине. Шуға күрә мин Стьюарт ҡәрҙәштең телмәрен һәм башҡа телмәрҙәрҙе тәржемә итә алдым.
Мин Стьюарт ҡәрҙәштең телмәрен тәржемә иткән көндө ул, урындағы йыйылышҡа мөрәжәғәт итеп, филиалға пионер булып хеҙмәт иткән бер-ике ағай-ҡәрҙәш кәрәк, тине. Ни өсөн? 1950 йылда Нью-Йоркта (АҠШ) «Теократия үҫеше» тигән конгресс үтергә тейеш булған, һәм миссионерҙар унда барырға йыйынған. Шуға күрә ағай-ҡәрҙәштәр улар урынына эшләргә саҡырылған ине. Саҡырылғандар араһында мин дә бар инем. Миңә тағы күнегелгән шарттарҙы ҡалдырырға тура килде, был юлы — Вефилдә хеҙмәт итер өсөн.
Мин 1950 йылдың 19 июнендә Вефилдә хеҙмәт итә башланым. Ул ваҡытта Вефиль бейек ағастар менән уратып алынған ҙур иҫке өйҙә урынлашҡайны. Вефилдең территорияһы бер гектар самаһы ине. Унда унлап ағай-ҡәрҙәш хеҙмәт итә ине. Иртәнсәк мин аш-һыу бүлмәһендә ярҙам итә торғайным, ә һуңынан, туғыҙҙар тирәһендә, кер йыуыу бүлмәһендә кейем үтекләнем. Көндөң икенсе яртыһында шул уҡ эштәрҙе башҡарҙым. Вефилдәге хеҙмәтемде миссионерҙар халыҡ-ара конгрестан ҡайтҡандан һуң да дауам иттем. Почта аша ебәрер өсөн журналдарҙы төргәкләнем, беҙҙең әҙәбиәткә яҙылыу ҡағыҙҙарын эшкәрттем һәм ҡабул итеү бүлмәһендә хеҙмәт иттем. Нимә эшләүемде һораһалар, шул эште башҡарҙым.
ГИЛЕАДТА УҠЫР ӨСӨН, ФИЛИППИНДЫ ҠАЛДЫРАМ
1952 йылда мине һәм Филиппиндан тағы алты ағай-ҡәрҙәште Гилеад мәктәбенең 20-се синыфында уҡырға саҡырҙылар. Мин быға бик шатландым! Ҡушма Штаттарҙа күп нәмә беҙҙең өсөн яңы ине. Бында бөтә нәмә лә мин ауылымда күнеккән нәмәләрҙән ныҡ айырылып тора ине.
Мәҫәлән, беҙгә үҙебеҙҙә бер ҡасан да булмаған көнкүреш приборҙар һәм кухня кәрәк-яраҡтары
менән ҡулланырға өйрәнергә тура килде. Хатта һауа торошо ла бөтөнләй икенсе төрлө ине! Бер көндө иртәнсәк тороп урамға сыҡһам, бөтә нәмә ап-аҡ! Шунда мин тәү тапҡыр ҡар күрҙем — ул иҫ киткес матур ине. Ә һуңынан мин уның һыуыҡ, бик һыуыҡ икәнен дә аңланым!Ләкин былар барыһы ла, Гилеад мәктәбендә уҡыу менән сағыштырғанда, икенсе планға күсә ине. Миңә унда уҡыу бик оҡшай ине. Уҡытыусылар һөҙөмтәле уҡытыу алымдары ҡулланды. Улар беҙгә нисек өйрәнергә һәм тәрән тикшереү үткәрергә икәнен аңлатты. Гилеадта уҡыу, һис шикһеҙ, миңә Йәһүә менән мөнәсәбәттәремде нығытырға ярҙам итте.
Сығарылыштан һуң мине ваҡытлыса Нью-Йорк ҡалаһының Бронкс районына махсус пионер итеп билдәләнеләр. 1953 йылдың июлендә мин Бронкста үткән «Яңы донъя йәмғиәте» тигән конгреста булдым. Конгрестан һуң мине кире Филиппинда хеҙмәт итергә тәғәйенләнеләр.
КОМФОРТЛЫ ҠАЛАНЫ ҠАЛДЫРАМ
Филиалдағы ҡәрҙәштәр миңә: «Һин район күҙәтеүсеһе булаһың», — тинеләр. Был миңә Йәһүә һарыҡтарына ярҙам итер өсөн бер ҡаланан икенсе ҡалаға күп сәйәхәт иткән Хужамдың эҙенән туранан-тура барырға яңы мөмкинлек асты (1 Пет. 2:21). Филиппиндың иң ҙур утрауы Лусондың үҙәк өлөшөндәге ҙур территория минең районым булды. Уға Булакан, Нуэва-Эсиха, Тарлак һәм Самбалес провинциялары керә ине. Ҡайһы бер ҡалаларға барып етер өсөн, миңә ҡаялы Сьерра-Мадре тауҙары аша үтергә тура килә торғайны. Унда йәмәғәт транспорты йөрөмәгәнгә, йөк машиналарын йөрөтөүселәрҙән улар ташыған бүрәнәләргә ултырып барырға рөхсәт һорай инем. Улар йыш ҡына рөхсәт итә ине, шулай ҙа бындай транспортты уңайлы тип әйтеп булмай.
Күбеһенсә бындағы йыйылыштар яңы һәм сағыштырмаса бәләкәй ине. Ҡәрҙәштәр минең уларға йыйылыш осрашыуҙарын һәм вәғәз хеҙмәтен һөҙөмтәлерәк итеп ойошторорға ярҙам итеүемде бик ҡәҙерләне.
Һуңыраҡ мине бөтә Бикол кергән бүтән районға билдәләнеләр. Был район башлыса айырым төркөмдәрҙән тора ине. Был төркөмдәр шул урындарҙа беренсе булып вәғәзләгән махсус пионерҙарҙың тырышлығы ярҙамында барлыҡҡа килгән. Өйҙәрҙең береһендә өҫтөнә ике бүрәнә һалынған соҡор берҙән-бер бәҙрәф булып тора ине. Шул бүрәнәләргә баҫҡайным, улар соҡорға төшөп китте, улар артынан мин дә соҡорға остом! Иртәнге ашҡа үҙемде тәртипкә килтерер өсөн, миңә күп ваҡыт кәрәк булды.
Унда хеҙмәт иткәндә, мин йыш ҡына бергә пионер хеҙмәтен башлаған Нораны иҫемә төшөрҙөм. Хәҙер ул инде Думагете ҡалаһында махсус пионер булып хеҙмәт итә ине. Мин уның янына барып ҡайттым. Шунан һуң беҙ бер аҙ ваҡыт хат яҙыштыҡ һәм 1956 йылда өйләнештек. Туйҙан һуң беренсе
аҙнала уҡ Рапу-Рапу утрауындағы йыйылышҡа киттек. Беҙ тауҙар аша үтә торғайныҡ һәм йәйәү күп йөрөй инек. Алыҫ ерҙәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәребеҙгә хәҙер инде ирле-ҡатынлы булараҡ хеҙмәт итеү бик күңелле ине!ЯҢЫНАН ВЕФИЛГӘ
Беҙ дүрт йыл тиерлек район хеҙмәтендә булдыҡ, шунан һуң беҙҙе филиалда хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Беҙҙең хеҙмәт 1960 йылдың ғинуарында башланды һәм әле лә дауам итә. Был ваҡыт эсендә бында тырышып эшләгән ҡәрҙәштәрҙән күп нәмәгә өйрәндем. Нораға Вефилдең төрлө-төрлө бүлектәрендә хеҙмәт итеү бәхете тейҙе.
Вефилдә минең Филиппиндағы рухи үҫеште күҙәтергә уникаль мөмкинлегем булды. Мин өйләнмәгән йәш егет булараҡ беренсе тапҡыр Вефилгә килгәндә, бөтә илдә 10 000 тирәһе вәғәзсе бар ине. Ә хәҙер бында 200 000-дән артыҡ Йәһүә шаһиты бар, һәм бер нисә йөҙ вефилсе вәғәз эшенә булышлыҡ күрһәтә.
Шаһиттар һаны үҫеү менән Вефилдәге эште башҡарыр өсөн күберәк урын кәрәк булды. Шунда Етәксе кәңәшмә беҙҙән иркенерәк яңы биналар төҙөр өсөн ер биләмәһе эҙләүебеҙҙе һораны. Беҙ типография күҙәтеүсеһе менән, араларында күп ҡытайҙар булған күршеләребеҙгә барып, берәйһе ер һатырға теләмәйме икәнен һораштыҡ. Теләүсе юҡ ине, ә бер ир хатта беҙгә: «Ҡытайҙар һатмай, ә һатып ала», — тине.
Ләкин көтмәгәндә күршеләребеҙҙең береһе беҙгә үҙенең ерен һатып алырға тәҡдим итте, сөнки Ҡушма Штаттарға күсенергә йыйына ине. Артабан булған хәлдәргә ышаныуы ла ҡыйын ине. Тағы бер күршебеҙ үҙенең ерен һатырға булды һәм башҡаларҙы ла шулай эшләргә өндәне. Хатта, ҡытайҙар бер нәмә лә һатмай, тигән ирҙең ерен дә һатып ала алдыҡ. Тиҙ арала филиалдың территорияһы өс тапҡырҙан артығыраҡҡа ҙурайҙы! Бының барыһы Йәһүә теләгәнгә генә булғанына инанам.
1950 йылда мин Вефилдә иң йәше инем. Хәҙер беҙ ҡатыным менән бында иң ололары. Ҡайҙа ғына ебәрмәһен, һәр саҡ Хужам артынан барыуыма бер ҙә үкенмәйем. Атай-әсәйем мине өйҙән ҡыуып сығарҙы, ләкин Йәһүә ярҙамында минең имандаштарҙан торған ҙур ғаиләм бар. Ҡайҙа хеҙмәт итеүебеҙгә ҡарамаҫтан, Йәһүәнең беҙҙең хаҡта ҡайғыртасағына тамсы ла шигем юҡ. Беҙ Нора менән Йәһүәгә игелеге өсөн рәхмәтлебеҙ, һәм барыһын да Йәһүәне һынап ҡарарға саҡырабыҙ (Мал. 3:10).
Бер заман Ғайса һалым йыйыусы Матфей Левийҙы, миңә эйәр, тип саҡырған. Ул быға нисек яуап ҡайтарған? Инжилдә: «Левий тороп, бөтөн нәмәһен ҡалдырып, Уның артынан киткән», — тиелә (Лука 5:27, 28). Минең тормошомда ла быға оҡшаш осраҡтар күп булды, һәм мин ысын күңелдән барыһын да шулай эшләргә дәртләндерәм. Был юлда һеҙҙе күп фатихалар көтә!
^ 6 абз. Йәһүә шаһиттары тарафынан сығарылған, әммә бүтән баҫтырылмай.