Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәштәр, ҡотолор өсөн тырышлыҡ һалығыҙ

Йәштәр, ҡотолор өсөн тырышлыҡ һалығыҙ

«Ҡәҙерлеләрем, һеҙ... һәр саҡ тыңланығыҙ... Үҙегеҙҙең ҡотолоу хаҡына, ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша хеҙмәтегеҙҙе аҙағына тиклем дауам итегеҙ» (ФЛП. 2:12).

ЙЫРҘАР: 133, 135

1. Ни өсөн һыуға сумдырылыу — бик мөһим аҙым? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

ЙЫЛ һайын Изге Яҙманы өйрәнгән меңәрләгән кеше һыуға сумдырыла. Улар араһында күп үҫмерҙәр һәм хатта балалар ҙа бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре хәҡиҡәттә үҫкән. Һин һыуға сумдырылған шул йәштәр һанына керәһеңме? Улайһа, һин маҡтауға лайыҡ. Һәр мәсихсе һыуға сумдырылған булырға тейеш, сөнки был ҡотолоуға һәм мәңгелек тормошҡа алып барған мөһим аҙым (Матф. 28:19, 20; 1 Пет. 3:21).

2. Ни өсөн Йәһүәгә бағышланыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй?

2 Һыуға сумдырылыу һинең алда күп мөмкинлектәр асһа ла, хәҙер һинең өҫтөңдә яуаплылыҡ ята. Ниндәй яуаплылыҡ? Һыуға сумдырылған көндө һин «Ғайса Мәсих ҡорбаны нигеҙендә үҙ гонаһтарыңдан тәүбә иттеңме һәм Йәһүә ихтыярын үтәр өсөн үҙеңде уға бағышланыңмы?» тигән һорауға «эйе» тип яуап бирҙең. Һыуға сумдырылып, һин Йәһүәне яратырға һәм уның ихтыярын тормошоңда беренсе урынға ҡуйырға вәғәҙә бирҙең. Шундай етди вәғәҙә биргәнеңә үкенергә кәрәкме? Әлбиттә, юҡ! Үҙеңде Йәһүәгә тапшырыу — кеше ҡабул итә алған иң яҡшы ҡарар. Йәһүәне тыңламаған кешеләр Шайтандың идараһы аҫтында йәшәй. Ә Шайтан кешеләр хаҡында, шул иҫәптән һинең хаҡта ла бер ҙә ҡайғыртмай. Уға ҡушылып, Йәһүәнән ваз кисһәң һәм мәңге йәшәү өмөтөн юғалтһаң, ул бик шатланыр ине.

3. Йәһүәгә бағышланыу ниндәй фатихалар килтерә?

3 Ә хәҙер, мәсихсе булып киткәс, ниндәй фатихалар алғаның хаҡында уйлап ҡара. Һин тормошоңдо Йәһүәгә бағышланың, шуға күрә һис тә шикләнмәйенсә: «Йәһүә минең яҡлы, шунлыҡтан бер нәмәнән дә ҡурҡмам. Кеше миңә нимә эшләй алһын?» — тип әйтә алаһың (Зәб. 118:6). Йәһүә яҡлы булыу һәм уның үҙеңде хуплауын белеү — иң ҙур хөрмәт!

ШӘХСИ ЯУАПЛЫЛЫҠ

4, 5. а) Ни өсөн, һәр беребеҙ үҙенең бағышланыуы өсөн үҙе яуаплы, тип әйтеп була? б) Мәсихселәр, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

4 Һинең Йәһүә менән мөнәсәбәттәрең атай-әсәйеңдән мираҫ итеп күскән ер йә мөлкәт кеүек түгел. Хатта атай-әсәйең менән бергә йәшәһәң дә, ҡотолоуың һинең үҙеңдән генә тора. Ни өсөн быны иҫтә тотоу бик мөһим? Сөнки беребеҙ ҙә киләсәктә иманы нисек һыналасағын теүәл белә алмай. Мәҫәлән, һин үҫмерлек осорона ингәнсе һыуға сумдырылдың, ти. Әммә үҫмер сағыңда яңы хистәр һәм ауырлыҡтар тыуырға мөмкин. Бер үҫмер ҡыҙ былай ти: «Балалар, ғәҙәттә, мәктәптә берәйһенең тыуған көнөндә торт киҫәгенән баш тартырға тура килгәнгә генә Йәһүә шаһиты булыуҙарына үкенмәй. Әммә бер нисә йылдан һуң енси теләктәр көсәйгәс, егет йә ҡыҙға Йәһүәнең ҡанундарына буйһоноу — һәр ваҡыт иң яҡшыһы икәненә тулыһынса инанған булырға кәрәк».

5 Әлбиттә, яңы ауырлыҡтарға йәштәр генә дусар булмай. Өлкәнерәк йәштәрҙә һыуға сумдырылғандарҙың да иманы көтөлмәгәнсә һыналыуы ихтимал. Уларҙың ауырлыҡтары никахҡа инеү, һаулыҡ йә эш менән бәйле булырға мөмкин. Нисә генә йәштә булһаҡ та, һәр беребеҙҙең тормошонда Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо һынаған төрлө хәлдәр тыуып торасаҡ (Яҡ. 1:12—14).

6. а) Йәһүәгә теләһә ниндәй шарттарҙа ла тоғро ҡалырға вәғәҙә биреү нимәне аңлата? б) Филиптарға 4:11—12 һәм 2 Коринфтарға 4:7-ләге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?

6 Аллаға тоғро булып ҡалыр өсөн, шуны һәр ваҡыт иҫтә тот: һин Йәһүәгә теләһә ниндәй шарттарҙа ла тыңлаусан булырға вәғәҙә бирҙең. Тимәк, һин Ғаләм хакимына, хатта дуҫтарым йә атай-әсәйем тоғролоҡ һаҡламаһа ла, бер нигә ҡарамаҫтан, һиңә хеҙмәт итәсәкмен, тип вәғәҙә иттең (Зәб. 27:10). Ниндәй генә хәлгә осраһаң да, Йәһүәнән вәғәҙәңә тоғро ҡалырға ярҙам итеүен һорап доға ҡыл. (Филиптарға 4:11—12; 2 Коринфтарға 4:7-не уҡығыҙ.)

7. Ҡотолоу хаҡына «ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша» тырышлыҡ һалыу нимәне аңлата?

7 Йәһүә һинең менән дуҫлашырға теләй. Әммә был дуҫлыҡты һаҡлап ҡалыр өсөн һәм ҡотолоуға өлгәшер өсөн тырышлыҡ һалыу мөһим. Филиптарға 2:12-лә әйтелгәнсә, ҡотолоу хаҡына «ҡурҡыу һәм ҡалтырау аша» тырышлыҡ ҡуйырға кәрәк. Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә дуҫ булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында яҡшы итеп уйланыу мөһим. Үҙ-үҙеңә саманан тыш ышаныу ҡурҡыныс, сөнки хатта Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән мәсихселәрҙең ҡайһы берҙәре лә хәҡиҡәттән киткән. Ниндәй аҙымдар һиңә ҡотолоуға өлгәшергә ярҙам итер?

ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ӨЙРӘНЕҮ

8. Шәхси өйрәнеү үҙ эсенә нимәне ала? Һәм ни өсөн уны үткәреү мөһим?

8 Йәһүә менән дуҫлашыр өсөн, уны тыңларға һәм уның менән һөйләшергә кәрәк. Йәһүәне нисек тыңлап була? Төп ысул — Изге Яҙманы өйрәнеү. Бындай өйрәнеү Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы уҡыуҙы һәм улар өҫтөндә уйланыуҙы үҙ эсенә ала. Ләкин Изге Яҙманы өйрәнеү мәктәптәге имтихандар алдынан мәғлүмәт ятлауға оҡшаш түгел. Уны өйрәнеү күберәк мауыҡтырғыс сәйәхәткә оҡшаш. Был сәйәхәт дауамында һин Йәһүә шәхесенең яңы яҡтарын аса алаһың. Бының ярҙамында һин Йәһүәгә яҡынлашаһың, ә ул, үҙ сиратында, һиңә яҡынлаша (Яҡ. 4:8).

Һин Йәһүә менән ни тиклем яҡын аралашаһың? (8—11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9. Изге Яҙманы өйрәнгәндә, һин ниндәй ҡоралдар ҡулланаһың?

9 Һиңә Изге Яҙма өйрәнеү графигын төҙөргә ярҙам итер өсөн, Йәһүәнең ойошмаһы төрлө ҡоралдар бирә. Был йәһәттән 2009 йылдың апрель айында сыҡҡан «Уянығыҙ!» журналында (урыҫ) «Изге Яҙманы уҡыуҙы нисек ҡыҙыҡлы итергә?» тигән мәҡәлә бик файҙалы була ала. Ҡотолоуға өлгәшергә теләйһең икән, өйрәнеү һәм уйланыу бик мөһим. (Зәбур 119:105-те уҡығыҙ *.)

ДОҒА ҠЫЛЫУ

10. Ни өсөн һыуға сумдырылған мәсихсегә доға ҡылырға кәрәк?

10 Изге Яҙманы өйрәнгәндә беҙ Йәһүәне тыңлайбыҙ, ә доға ҡылғанда — уға уй-хистәребеҙҙе һөйләйбеҙ. Беҙ доғаға мәғәнәһеҙ йолаға йә уңыш килтергән тылсымлы һүҙҙәргә ҡарағандай ҡарарға тейеш түгел. Доға ҡылыу — Барлыҡҡа килтереүсе менән реаль рәүештә һөйләшеү. Уйлап ҡына ҡара: Йәһүә һинең нимә әйткәнеңде ишетергә теләй. (Филиптарға 4:6-ны уҡығыҙ.) Шуға күрә, берәй нәмә арҡаһында борсолһаң, Изге Яҙмалағы «үҙ йөгөңдө Йәһүәгә һал» тигән кәңәш буйынса эш ит (Зәб. 55:22). Миллионлаған ҡәрҙәштәр был кәңәштең ярҙам итеүенә инанған. Йәһүә һиңә лә ярҙам итә ала!

11. Ни өсөн Йәһүәгә һәр ваҡыт рәхмәтле булыу мөһим?

11 Ләкин беҙ Йәһүәнән ярҙам һорар өсөн генә доға ҡылырға тейеш түгел. Изге Яҙмала: «Рәхмәтле булығыҙ!» — тиелгән (Кол. 3:15). Ҡайһы ваҡыт беҙ ауырлыҡтарыбыҙ арҡаһында шул тиклем борсолабыҙ, хатта үҙебеҙҙә булған күп яҡшы нәмәләрҙе күрмәйбеҙ ҙә. Шуға күрә бындай маҡсат ҡуйып була: көн һайын рәхмәтле булыр өсөн кәм тигәндә өс сәбәп тап һәм Йәһүәгә шулар өсөн рәхмәт әйт. 12 йәшендә һыуға сумдырылған Абигейл исемле үҫмер ҡыҙ былай ти: «Бөтә Йыһанда Йәһүә кеүек рәхмәткә лайыҡ шәхес юҡ. Беҙ уға биргән бүләктәре өсөн яйы сыҡҡан һайын рәхмәт әйтергә тейеш. Берҙе мин бындай ҡыҙыҡ һорау ишеттем: „Әгәр иртәгә Йәһүәгә бөгөн рәхмәт белдергән нәмәләр менән генә уянһаҡ, беҙҙә нимә ҡалыр ине?“»

ШӘХСИ ТӘЖРИБӘ

12, 13. Йәһүәнең игелеген үҙ тәжрибәңдә һинең нисек татығаның булды, һәм ни өсөн был хаҡта уйланыу мөһим?

12 Боронғо ваҡытта Йәһүә Дауыт батшаға күп етди ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам иткән. Шуға күрә Дауыт: «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ, уға һыйыныусы кеше бәхетле», — тигән һүҙҙәрҙе үҙ тәжрибәһенән сығып әйткән (Зәб. 34:8). Был шиғыр буйынса, Йәһүәнең игелеген үҙ тәжрибәбеҙҙә татыу мөһим. Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы уҡығанда, шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарында булғанда, һин Йәһүәнең башҡаларға тоғро булып ҡалырға нисек ярҙам иткәне хаҡында беләһең. Әммә Йәһүә менән дуҫлығың нығына барһын өсөн, һиңә Йәһүәнең үҙеңә нисек ярҙам иткәнен күрергә кәрәк. Тормошоңда Йәһүәнең игелеген татыған саҡтарың булдымы?

13 Был йәһәттән бөтә мәсихселәрҙең дә уртаҡ яғы бар. Йәһүә, игелек күрһәтеп, беҙҙең һәр беребеҙҙе үҙенә һәм Улына йәлеп иткән. Ғайса Мәсих: «Мине ебәргән Атам алып килмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай», — тигән (Яхъя 6:44). Һин был һүҙҙәрҙең үҙеңә лә ҡағылғанын тояһыңмы? Йәки һин: «Йәһүә атай-әсәйемде йәлеп иткән, ә мин уларға эйәреп хәҡиҡәткә килдем», — тип уйлайһыңмы? Әммә, Йәһүәгә бағышланып һәм һыуға сумдырылып, һин үҙеңдең Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булыуыңды күрһәттең. Изге Яҙмала: «Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла», — тиелгән (1 Кор. 8:3). Йәһүәнең ойошмаһында биләгән урыныңды һәр ваҡыт ҡәҙерлә.

14, 15. Вәғәздә ҡатнашыу иманыңды нисек нығытырға мөмкин?

14 Йәһүәнең игелеген тағы нисек татып була? Вәғәздә йә мәктәптә башҡалар менән иманың хаҡында һөйләшкәндә Йәһүәнең үҙеңә ҡыйыулыҡ биреүен тойорға тырыш. Синыфташтарға вәғәзләү ауыр булырға мөмкин, сөнки уларҙың быға нисек ҡарарын алдан белеп булмай. Ҡараштарыңды ҙур төркөм алдында яҡлау айырыуса ҡурҡыныс булыуы ихтимал. Ҡурҡыуҙы нисек еңергә?

15 Тәүҙә ни өсөн ҡараштарыңдың дөрөҫ булыуына инанғаның хаҡында уйлан. Шулай уҡ үҙеңдең нимәгә һәм ни өсөн ышаныуың, ҡараштарыңды башҡаларға нисек аңлата алыуың тураһында уйланыр өсөн ваҡыт тап. Ҡараштарыңа инанған булһаң һәм яҡшы әҙерләнһәң, Йәһүә тураһында һөйләргә ашҡынып торорһоң (Ирем. 20:8, 9).

16. Һиңә ҡыйыулыҡ менән ҡараштарың хаҡында һөйләргә нимә ярҙам итер?

16 Хатта яҡшы әҙерләнгән булһаң да, һиңә ҡараштарыңды берәй кемгә аңлатыу барыбер ауыр булырға мөмкин. 13 йәшендә һыуға сумдырылған 18 йәшлек бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Нимәгә ышанғанымды белһәм дә, миңә ҡайһы ваҡыт фекерҙәремде һүҙҙәр менән әйтеп биреүе еңел түгел». Шунлыҡтан ул хәҡиҡәт тураһында тәбиғи һәм иркен итеп һөйләргә тырыша. «Синыфташтарым ниндәй эштәр менән шөғөлләнгәндәре хаҡында иркен итеп һөйләй бит, — тип әйтә был апай-ҡәрҙәш. — Улайһа, нишләп миңә лә шулай эшләмәҫкә? Шуға күрә мин һүҙ ыңғайында ғына: „Күптән түгел генә, бер кешене Изге Яҙмаға өйрәткәндә...“, — тип әйтәм дә үҙем менән булған осраҡ тураһында һөйләйем. Осраҡ туранан-тура Изге Яҙма менән бәйле булмаһа ла, күптәргә минең кешеләрҙе Изге Яҙмаға өйрәтеүем ҡыҙыҡ булып китә. Ҡайһы саҡта улар миңә был хаҡта һорауҙар бирә. Был алымды йышыраҡ ҡулланған һайын, яҡшыраҡ килеп сыға. Шундай һөйләшеүҙәр миңә ҙур шатлыҡ килтерә!»

17. Һиңә башҡаларға иманың хаҡында һөйләргә тағы нимә ярҙам итер?

17 Кешеләр һинең эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуыңды һәм хөрмәт итеүеңде тойһа, уларға ла һине һәм ҡараштарыңды хөрмәт итеүе еңелерәк булыр. Бер нисә йыл элек һыуға сумдырылған 17 йәшлек Оливия былай ти: «Кешеләр менән аралашҡанда, мин Изге Яҙманы телгә алырға һәр ваҡыт ҡурҡа торғайным, сөнки, фанатик булып күренермен, тип уйлай инем». Әммә һуңынан Оливия ҡарашын үҙгәрткән. Иғтибарын ҡурҡыуҙарына туплау урынына, ул былай тип фекер йөрөткән: «Күп йәштәр Йәһүә шаһиттары тураһында бер нәмә лә белмәй. Беҙҙән башҡа, улар бүтән Шаһиттар менән таныш түгел. Шуға күрә беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ уларҙың Йәһүә шаһиттарына ҡарата мөнәсәбәтенә тәьҫир итергә мөмкин. Иманыбыҙ тураһында һүҙ сыҡҡанда оялһаҡ, һөйләшеүҙән ҡасһаҡ йә ыҡ-мыҡ итеп торһаҡ, кешеләр беҙҙең хаҡта, был үҙенең иманынан ояла, тигән һығымтаға килә ала. Ҡыйыуһыҙлығыбыҙ арҡаһында улар хатта беҙҙең менән үҙҙәрен тупаҫ тоторға мөмкин. Ләкин әгәр беҙ үҙ ҡараштарыбыҙ менән иркен рәүештә бүлешһәк һәм улар хаҡында башҡа темаларға һөйләшкәндәге кеүек уңайһыҙланмайынса һөйләшһәк, кешеләр, моғайын, беҙҙе хөрмәт итер».

ҠОТОЛОР ӨСӨН ТЫРЫШЛЫҠ ҺАЛ

18. Ҡотолоуға өлгәшер өсөн нимә эшләргә кәрәк?

18 Күреүебеҙсә, беҙҙең өҫтөбөҙҙә ҙур яуаплылыҡ ята. Һәр мәсихсе ҡотолоуға өлгәшер өсөн тырышлыҡ һалырға тейеш. Бының өсөн Изге Яҙманы уҡырға, уның өҫтөндә уйланырға, Йәһүәгә доға ҡылырға һәм уның беҙгә нисек ярҙам иткәне хаҡында тәрән уйланырға кәрәк. Шулай эшләһәң, Йәһүә — һинең Дуҫың икәненә һис тә шикләнмәҫһең һәм ҡараштарың хаҡында башҡаларға һөйләргә ашҡынып торорһоң. (Зәбур 73:28-ҙе уҡығыҙ *.)

19. Ни өсөн ҡотолоуға өлгәшер өсөн бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк?

19 Ғайса Мәсих былай тигән: «Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, Миңә эйәрһен» (Матф. 16:24). Ғайсаға эйәреп мәсихсе булып китер өсөн, Йәһүәгә бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға кәрәк. Әммә был күп фатихалар килтергән юлдың башы ғына. Ахыр сиктә был юл яңы донъяла мәңгелек тормошҡа килтерәсәк. Шуға күрә, ҡотолоуға өлгәшер өсөн, көсөңдән килгәндең барыһын да эшләргә тырыш!

^ 9 абз. Зәбур 119:105: «Һинең һүҙең аяҡтарыма — яҡтыртҡыс, юлыма — яҡтылыҡ».

^ 18 абз. Зәбур 73:28: «Ә Аллаға яҡынлашыу — минең өсөн фатиха. Аллаһы Тәғәлә Йәһүәнең бөтә эштәре тураһында иғлан итер өсөн, мин уны һыйыныр урыным иттем».