Тағы бер дәлил
Археологик дәлилдәр Изге Яҙманың дөрөҫлөгөн раҫлаймы? 2014 йылда бер журналдың бер мәҡәләһендә бындай һорау яҙылған булған: «Еврей Яҙмаларында иҫкә алынған кешеләрҙең күпмеһенең ысындан да йәшәгәне археологик табылдыҡтар менән раҫланған?» («Biblical Archaeology Review») Унда ошондай яуап яҙылған: «Кәм тигәндә 50 кешенең!» Әммә шул мәҡәләлә Татанай исемле бер кеше иҫкә алынмаған. Кем һуң ул? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала уның тураһында нимә әйтелгәнен ҡарап сығайыҡ.
Ҡасандыр Иерусалим ҡалаһы икһеҙ-сикһеҙ Фарсы империяһының өлөшө булған. Ҡала Евфрат йылғаһынан көнбайышҡа ҡарай фарсылар Йылға аръяғы тип атаған өлкәлә урынлашҡан булған. Вавилонияны яулап алғандан һуң, фарсылар йәһүдтәрҙе әсирлектән азат иткән һәм уларға Йәһүәнең Иерусалимдағы ғибәҙәтханаһын торғоҙорға рөхсәт биргән (Езра 1:1—4). Йәһүдтәрҙең дошмандары төҙөлөш эштәренә ҡамасаулай башлаған һәм уларҙы Фарсы империяһына ҡаршы фетнә күтәреүҙә ғәйепләгән (Езра 4:4—16). Дарий I идара иткән ваҡытта (идара итеү йылдары: б. э. т. 522—486) был һорау буйынса Татанай исемле бер Фарсы түрәһе тикшереү үткәргән. Изге Яҙмала ул «Йылға аръяғындағы өлкә идарасыһы» тип аталған (Езра 5:3—7).
Бер нисә шына яҙыулы текст һаҡланып ҡалған. Был, күрәһең, бер ғаилә архивының өлөшө булған. Унда шул ғаиләгә нисектер бәйле булған Татанай исемле бер кеше иҫкә алына. Әммә шына яҙыулы текстарҙың береһе шул кеше һәм Изге Яҙманың Езра китабында иҫкә алынған Татанай бер үк кеше икәнен билдәләргә ярҙам итә. Был текст Дарий I-нең идара итеүенең 20-се йылына (б. э. т. 502 йыл) ҡараған бурыс тураһындағы документ булып тора. Был документта яҙылғанса, килешеүҙең шаһиты «Йылға аръяғындағы өлкә идарасыһы» Татанайҙың хеҙмәтсеһе булған.
Йылға аръяғындағы идарасы Татанай кем булған? Б. э. т. 535 йылда Бөйөк Кир батша яулап алған илдәрҙән ҙур өлкәләр яһаған. Шул өлкәләрҙең береһен ул «Вавилон һәм Йылға аръяғы» тип атаған. Һуңыраҡ ул өлкә ике өлөшкә бүленгән, һәм уларҙың береһе Йылға аръяғы тип атала башлаған. Ул өлкә үҙ эсенә Келесүриә, Финикия, Самарияны һәм Йәһүҙәне алған, һәм уның менән, күрәһең, Дамаскынан идара иткәндәр. Татанай был өлкә менән б. э. т. яҡынса 520—502 йылдарҙа идара иткән.
Татанай фетнә тураһындағы ғәйепләү буйынса тикшереү үткәреү маҡсаты менән Иерусалимға барып килгәс, Дарийға, йәһүдтәр Кир батшаның рөхсәте буйынса ғибәҙәтхананы торғоҙалар, тигән хәбәр еткергән. Батша архивында үткәрелгән тикшеренеү йәһүдтәрҙең дөрөҫөн әйткәнен раҫлаған (Езра 5:6, 7, 11—13; 6:1—3). Шуға күрә Татанайға төҙөлөш эштәренә ҡамасауламаҫҡа бойороҡ бирелгән, һәм ул буйһонған (Езра 6:6, 7, 13).
Әлбиттә, Йылға аръяғындағы идарасы Татанай тарихта әллә ни тәрән эҙ ҡалдырмаған. Шулай ҙа ул Изге Яҙмала иҫкә алына, һәм, унан да бигерәк, унда уға ҡарата дөрөҫ титул ҡулланыла. Шулай итеп, был археологик табылдыҡ Изге Яҙманың тарихи яҡтан дөрөҫ булыуына тағы бер дәлил булып тора.