Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Етәксебеҙ Мәсихкә ышанығыҙ

Етәксебеҙ Мәсихкә ышанығыҙ

«Һеҙҙең берҙән-бер Етәксегеҙ — Мәсих» (МАТФ. 23:10, ЯДТ).

ЙЫРҘАР: 16, 14

1, 2. Муса үлгәндән һуң, Ешуаға ниндәй ҙур йөкләмә бирелгән?

ЙӘҺҮӘ Ешуаға былай тип әйткән: «Минең хеҙмәтсем Муса үлде. Хәҙер иһә һин һәм барлыҡ был халыҡ әҙерләнегеҙ һәм, Иорданды кисеп сығып, мин уларға, Израиль халҡына, бирергә йыйынған ергә керегеҙ» (Еш. 1:1, 2). 40 йыл тирәһе Мусаның ярҙамсыһы булып хеҙмәт иткән Ешуа өсөн был ни тиклем ҙур үҙгәреш булған!

2 Муса оҙаҡ ваҡыт дауамында Израиль халҡының етәксеһе булған, шуға күрә Ешуа, бәлки, халыҡ мине үҙ етәксеһе итеп ҡабул итерме икән, тип борсолғандыр (Ҡан. 34:8, 10—12). Бер белешмәлә Ешуа 1:1, 2-ләге һүҙҙәр тураһында былай тиелгән: «Боронғо заманда ла, хәҙерге көндә лә етәксенең алмашыныуы — илдең хәүефһеҙлеге өсөн иң ҡурҡыныс ваҡыттарҙың береһе».

3, 4. Алла Ешуаны үҙенә таянғаны өсөн нисек фатихалаған, һәм беҙҙең ниндәй һорау тыуырға мөмкин?

3 Ешуаның борсолор өсөн сәбәбе булһа ла, ул Йәһүәгә таянған һәм уның күрһәтмәләрен тиҙ арала үтәгән (Еш. 1:9—11). Алла, Ешуаны үҙенә таянғаны өсөн фатихалап, фәрештә аша уға һәм израилдәргә күрһәтмәләр биргән. Был фәрештә, моғайын, Изге Яҙмала Һүҙ тип аталған зат — Алланың беренсе Улы булғандыр (Сығ. 23:20—23; Яхъя 1:1).

4 Йәһүәнең ярҙамы менән израилдәр етәксенең алмашыныуына бәйле үҙгәрештәрҙе еңел кисергән. Беҙҙең көндәрҙә лә Йәһүәнең ойошмаһында күп ҙур үҙгәрештәр индерелә. Беҙҙең бындай һорау тыуырға мөмкин: «Алла ойошмаһы, тиҙ үҫеп, үҙгәрештәр яһаған арала, Етәксебеҙ Ғайса Мәсихкә ышаныр өсөн ниндәй сәбәптәр бар?» (Матфей 23:10-ды уҡығыҙ *, ЯДТ.) Был һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең боронғо заманда үҙгәрештәр ваҡытында үҙ халҡын нисек етәкләгәнен ҡарап сығайыҡ.

АЛЛА ХАЛҠЫН ВӘҒӘҘӘ ИТЕЛГӘН ЕРГӘ КЕМ АЛЫП БАРҒАН?

5. Иерихон янында Ешуа менән ниндәй ғәҙәттән тыш хәл булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

5 Израилдәр Иордан йылғаһын кисеп сыҡҡандан һуң күп тә үтмәҫтән, Ешуа менән ғәҙәттән тыш бер хәл булған. Иерихон ҡалаһы янында ул ҡылыс тотҡан бер ир кешене осратҡан. Ешуа унан: «Һин беҙҙең яҡлымы йә дошмандарыбыҙ яғындамы?» — тип һораған. Был ир үҙенең «Йәһүә ғәскәренең кенәзе» икәне хаҡында әйткәс, Ешуа бик ғәжәпләнгән. Был Алла халҡын яҡларға әҙер торған фәрештә булған. (Ешуа 5:13—15-те уҡығыҙ * һәм төшөрмә.) Изге Яҙманың башҡа урындарында, Ешуа менән Йәһүә һөйләшкән, тип әйтелһә лә, күрәһең, Алла уның менән ошо фәрештә аша һөйләшкән. Алла башҡа ваҡыттарҙа ла шулай эшләгән булған (Сығ. 3:2—4; Еш. 4:1, 15; 5:2, 9; Ғәм. 7:38; Гал. 3:19).

6—8. а) Ни өсөн Йәһүәнең күрһәтмәләре ҡайһы берәүҙәргә сәйер булып күренә алған? б) Беҙ был күрһәтмәләрҙең аҡыллы булғанын һәм үҙ ваҡытында бирелгәнен ҡайҙан беләбеҙ? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

6 Фәрештә Ешуаға Иерихонды яулап алыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аныҡ итеп аңлатҡан. Тәүҙә, бәлки, ҡайһы бер күрһәтмәләр әллә ни яҡшы булып күренмәгәндер. Мәҫәлән, фәрештә Ешуаға бөтә һуғышсыларҙы сөннәткә ултыртырға ҡушҡан. Ә бының арҡаһында улар бер нисә көн һуғыша алмаҫ ине. Был ваҡыт ирҙәрҙе сөннәткә ултыртыу өсөн ысынлап та уңайлы булғанмы? (Баш. 34:24, 25; Еш. 5:2, 8).

7 Бәлки, һуғышсылар: «Дошмандар лагерыбыҙға һөжүм итһә, ғаиләләребеҙҙе яҡлай алырбыҙмы?» — тип борсолғандыр. Әммә тиҙҙән көтөлмәгән бер хәл була! Израилдәргә һөжүм итеү урынына, Иерихон кешеләре улар алдында ҡурҡыуға төшә. Изге Яҙмала былай тиелә: «Иерихон ҡапҡалары израилдәр арҡаһында ныҡлап ябылған ине. Бер кем дә унан сыҡманы һәм бер кем дә унда кермәне» (Еш. 6:1). Был яңылыҡ, моғайын, израилдәрҙе Алланың күрһәтмәләренә тағы ла нығыраҡ ышанырға дәртләндергәндер!

8 Фәрештә Ешуаға, израилдәр Иерихонға һөжүм итергә тейеш түгел, тип әйткән. Бының урынына, улар алты көн дауамында көнөнә бер тапҡыр ҡала тирәләй әйләнеп сығырға, ә етенсе көндә быны ете тапҡыр эшләргә тейеш булған. Бәлки, ҡайһы бер һуғышсылар: «Ни тиклем күп ваҡыт һәм көс бушҡа сарыф ителә!» — тип уйлағандыр. Әммә израилдәрҙең күҙгә күренмәгән Етәксеһе нимә эшләгәнен яҡшы белгән. Уның күрһәтмәләренә буйһонғанға, улар Иерихонды һуғышһыҙ яулап алған. Был күрһәтмәләрҙең ни тиклем аҡыллы булғанын күреү уларҙың иманын нығытҡан (Еш. 6:2—5; Евр. 11:30) *.

9. Ни өсөн беҙгә Алла ойошмаһының бөтә күрһәтмәләренә буйһонорға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

9 Изге Яҙманың был өҙөгөнән нимәгә өйрәнеп була? Ваҡыт-ваҡыт Йәһүәнең ойошмаһы төрлө эштәрҙе яңыса башҡара, һәм ҡайһы саҡта беҙ бының сәбәбен аңламаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, бәлки, тәүҙә беҙ, вәғәздә, йыйылыш осрашыуҙарында йә шәхси өйрәнеү үткәргәндә электрон яйланмаларҙы ҡулланырғамы икән, тип шикләнгәнбеҙҙер. Әммә хәҙер беҙ бының ҙур файҙа килтереүен күрәбеҙ. Шундай үҙгәрештәрҙең ыңғай яҡтарын күреү иманыбыҙҙы нығыта һәм берҙәмлегебеҙгә ҙур өлөш индерә.

МӘСИХ БЕРЕНСЕ БЫУАТТА НИСЕК ЕТӘКСЕЛЕК ИТКӘН?

10. Сөннәтләнеүгә бәйле һорауҙың хәл ителеүен кем йүнәлткән?

10 Корнилий мәсихсе булып киткәндән һуң 13 йыл самаһы үтһә лә, йәһүд халҡынан булған ҡайһы бер мәсихселәр һаман да, сөннәтләнергә кәрәк, тип һанаған (Ғәм. 15:1, 2). Антиохия ҡалаһында ҡәрҙәштәр араһында быға бәйле бәхәс ҡупҡан. Шуға күрә улар, Иерусалимдағы етәксе кәңәшмәнән был хаҡта һорар өсөн, Павелды ебәрергә булған. Әммә быға уларҙы кем дәртләндергән? Павелдың һүҙҙәре буйынса, уға илаһи асылыш бирелгән булған. Һис шикһеҙ, етәксе кәңәшмә был һорауҙы хәл итһен өсөн, ваҡиғалар барышын Мәсих йүнәлткән (Гал. 2:1—3).

Мәсих беренсе быуатта мәсихселәр йыйылышының Етәксеһе булған (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11. а) Йылдар үткәс тә, йәһүд халҡынан булған ҡайһы бер мәсихселәр сөннәтләнеүгә нисек ҡараған? б) Павел Иерусалимдағы өлкәндәр менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын нисек күрһәткән? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

11 Мәсихтең етәкселеге аҫтында етәксе кәңәшмә, йәһүд халҡынан булмаған мәсихселәргә сөннәткә ултыртылырға кәрәкмәй, тигән аныҡ күрһәтмә биргән (Ғәм. 15:19, 20). Шуға ҡарамаҫтан, йылдар үткәс тә, йәһүд халҡынан булған күп мәсихселәр һаман да улдарын сөннәткә ултыртҡан. Бер ваҡыт Иерусалимдағы өлкәндәр Павел тураһында, Муса ҡанунын хөрмәт итмәй, тигән хәбәр ишеткән. Шунлыҡтан улар Павелдан Ҡанунды хөрмәт итеүен күрһәткән бер нәмә эшләүен һораған (Ғәм. 21:20—26) *. Өлкәндәр уға, үҙе менән дүрт кешене алып, ғибәҙәтханаға барырға һәм улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтәргә кәңәш иткән. Шулай итеп, кешеләр уның Ҡанунды хөрмәт итеүен күрер ине. Павел былай тип әйтә алған: «Бының кәрәге юҡ! Ни өсөн быны эшләүемде һорайһығыҙ? Йәһүд халҡынан булған мәсихселәр сөннәтләнеүгә бәйле һорауҙы аңламай икән, был уларҙың проблемаһы». Әммә Павел өлкәндәрҙең бөтә мәсихселәрҙең дә берҙәм булыуын теләгәнен аңлаған, шуға күрә баҫалҡы ғына уларҙың күрһәтмәһенә буйһонған. Шулай ҙа бындай һорау тыуырға мөмкин: «Ғайсаның үлеме менән Муса ҡануны ғәмәлдән сыҡҡан бит. Ни өсөн Ғайса сөннәтләнеүгә бәйле һорауҙың шул тиклем оҙаҡҡа һуҙылыуына юл ҡуйған?» (Кол. 2:13, 14).

12. Күрәһең, ни өсөн Мәсих сөннәтләнеүгә бәйле һорауҙы тиҙ арала хәл итмәгән?

12 Ҡайһы саҡта яңы аңлауҙы ҡабул итер өсөн ваҡыт кәрәк. Йәһүд халҡынан булған ҡайһы бер мәсихселәргә лә үҙҙәренең бүтән Ҡанун аҫтында булмауын ҡабул итер өсөн ваҡыт кәрәк булған (Яхъя 16:12). Улар сөннәткә ултыртылыуҙы Алла менән махсус мөнәсәбәттәрҙә булыуҙың билдәһе тип һанаған (Баш. 17:9—12). Ә кемдер, эҙәрләүҙәрҙән ҡурҡып, башҡа йәһүдтәрҙән айырылып торорға теләмәгән (Гал. 6:12). Әммә ваҡыт үтеү менән Мәсих Павелдың хаттары аша күберәк күрһәтмәләр биргән (Рим. 2:28, 29; Гал. 3:23—25).

МӘСИХ ӘЛЕ ЛӘ ЙЫЙЫЛЫШ МЕНӘН ЕТӘКСЕЛЕК ИТӘ

13. Мәсихтең етәкселеген ҡәҙерләргә беҙгә нимә ярҙам итер?

13 Мәсих бөгөн дә мәсихселәр йыйылышы менән етәкселек итә. Йәһүәнең ойошмаһы һеҙгә аңлашылмаған берәй үҙгәреш яһаһа, Мәсихтең боронғо ваҡытта Алла халҡы менән нисек етәкселек иткәне тураһында уйланығыҙ. Ешуа заманында ла, илселәр көндәрендә лә, Мәсих һәр ваҡыт аҡыллы етәкселек биреп торған. Был етәкселек Алла хеҙмәтселәрен яҡлаған, уларҙың иманын нығытҡан һәм берҙәм булып ҡалырға ярҙам иткән (Евр. 13:8).

14—16. «Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсенән» килгән күрһәтмәләр нисек Мәсихтең ҡайғыртыуын күрһәтә?

14 Бөгөн «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» үҙ ваҡытында тап беҙгә кәрәкле кәңәштәр бирә (Матф. 24:45). Был кәңәштәр Ғайсаның беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡанын иҫбатлай. Дүрт баланың атаһы Марк былай ти: «Шайтан, ғаиләләргә һөжүм итеп, йыйылышты тарҡатырға тырыша. Әммә хәҙер беҙ ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисен аҙна һайын үткәрергә кәрәклеге тураһында йыш ишетәбеҙ, шунлыҡтан ғаилә башлыҡтары яҡындарын яҡларға кәрәклеген яҡшы аңлай».

15 Мәсихтең беҙҙең менән нисек етәкселек иткәнен күрһәк, беҙ уның иманыбыҙҙы көслө килеш һаҡларға теләүен яҡшыраҡ аңларбыҙ. Патрик исемле өлкән бына нимә ти: «Башта ҡайһы берәүҙәр ял көндәрендә үткән вәғәз осрашыуҙарына бәләкәй төркөмдәр менән йыйылыуҙы оҡшатмай ине». Әммә, Патрик әйтеүенсә, был үҙгәреш Ғайсаның йыйылыштағы һәр кеше тураһында ҡайғыртҡанын күрһәтә. Мәҫәлән, вәғәзләргә ашҡынып тормаған йә оялсан ҡәрҙәштәр хәҙер үҙҙәрен кәрәкле итеп тоя һәм дөйөм эшкә өлөш индерә алыуҙарына ҡыуана. Был уларҙы вәғәздә әүҙемерәк ҡатнашырға дәртләндерә.

16 Мәсих шулай уҡ беҙгә иғтибарҙы бөгөнгө ваҡытта иң мөһим эшкә — вәғәз эшенә тупларға ярҙам итә. (Марк 13:10-ды уҡығыҙ.) Күптән түгел генә өлкән итеп билдәләнгән Андре Йәһүә ойошмаһынан килгән бөтә яңы күрһәтмәләргә һәр ваҡыт буйһонорға тырыша. Ул былай ти: «Филиалда хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙең һанын кәметеү бик әҙ ваҡыт ҡалғанын һәм бөтә көстө вәғәз эшенә ебәрергә кәрәклеген иҫебеҙгә төшөрә».

МӘСИХТЕҢ ЕТӘКСЕЛЕГЕНӘ НИСЕК БУЛЫШЛЫҠ ИТЕРГӘ?

17, 18. Ни өсөн иғтибарҙы үҙгәрештәрҙең ниндәй файҙа килтереүенә туплау мөһим?

17 Идара итеүсе Батшабыҙ Ғайса Мәсихтән килгән күрһәтмәләр беҙгә хәҙер ҙә, киләсәктә лә ярҙам итәсәк. Һуңғы үҙгәрештәрҙең һеҙгә ниндәй файҙа килтергәне хаҡында уйланығыҙ. Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә йыйылыш осрашыуҙарына йә хеҙмәткә бәйле үҙгәрештәрҙең ғаиләгеҙгә нисек ярҙам иткәне хаҡында фекер алышығыҙ.

Яҡындарығыҙға һәм башҡа ҡәрҙәштәргә Йәһүә ойошмаһынан артта ҡалмаҫҡа ярҙам итәһегеҙме? (17, 18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

18 Йәһүә ойошмаһының күрһәтмәләренә буйһоноу күп яҡшы емештәр килтергәнен иҫтә тотһаҡ, артабан да улар буйынса эш итеү һәм шатлығыбыҙҙы юғалтмау еңелерәк булыр. Мәҫәлән, хәҙер беҙ әҙерәк әҙәбиәт баҫтырабыҙ, һәм был ирекле иғәнәләрҙе һаҡсыл тотонорға ярҙам итә, ә яңы технологияларҙы ҡулланыу һөйөнөслө хәбәрҙе күберәк кешегә еткерергә мөмкинлек аса. Һеҙ электрон форматта сығарылған баҫмаларҙы, шулай уҡ сайтыбыҙҙағы аудио- һәм видеояҙмаларҙы күберәк ҡуллана алыр инегеҙме? Был Мәсихтең етәкселегенә булышлыҡ итер өсөн ысулдарҙың береһе, сөнки ул беҙҙән ойошмабыҙҙың матди ресурстарын аҡыллы ҡулланыуҙы көтә.

19. Ни өсөн беҙ Мәсихтең етәкселегенә булышлыҡ итергә тейеш?

19 Мәсихтең етәкселегенә булышлыҡ итеп, беҙ ҡәрҙәштәрҙең иманын нығытабыҙ һәм арабыҙҙағы берҙәмлеккә өлөш индерәбеҙ. Андре вефилселәр һанының кәмеүе тураһында былай ти: «Үҙгәрештәргә эйәләшеп, Вефилдән киткән ҡәрҙәштәр бик яҡшы рух сағылдыра. Мин уларҙы бының өсөн тағы ла нығыраҡ хөрмәт итә башланым һәм Мәсихкә ышанысым тағы ла нығыраҡ артты. Был ҡәрҙәштәр, һәр ҡайһы йөкләмәне шатлыҡ менән үтәп, Йәһүәнең арбаһынан артта ҡалмай».

ИМАНДА НЫҠ БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ ҺӘМ ЕТӘКСЕБЕҘГӘ ЫШАНЫҒЫҘ

20, 21. а) Ни өсөн беҙ Етәксебеҙ Мәсихкә ышана алабыҙ? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

20 Тиҙҙән Етәксебеҙ Ғайса Мәсих еңеү яулаясаҡ һәм «ҡурҡыу-хөрмәт уятырлыҡ эштәр башҡарасаҡ» (Асыл. 6:2; Зәб. 45:4). Әммә инде хәҙерҙән ул беҙҙе яңы донъялағы тормошҡа һәм киләсәктә башҡарыласаҡ эшкә әҙерләй. Унда беҙ терелтелгән кешеләрҙе өйрәтербеҙ һәм ерҙе ожмахҡа әйләндереүҙә ҡатнашырбыҙ.

21 Яңы донъяла йәшәр өсөн, беҙгә бер нигә ҡарамаҫтан Батшабыҙға ышанырға кәрәк. (Зәбур 46:1—3-тө уҡығыҙ *.) Әммә ҡайһы ваҡыт тормошта көтөлмәгән үҙгәрештәр була, һәм беҙгә быны ҡабул итеү бик ауыр булырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа нисек йән тыныслығын юғалтмаҫҡа һәм иманда ныҡ булып ҡалырға? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 4 абз. Матфей 23:10, ЯДТ: «Үҙегеҙҙе етәксе тип тә атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең берҙән-бер Етәксегеҙ — Мәсих бар».

^ 5 абз. Ешуа 5:13—15: «Иерихон янында булғанда, Ешуа башын күтәреп ҡараны һәм үҙе алдында ҡулына ҡылыс тотҡан бер кешене күрҙе. Ешуа, уның янына килеп: „Һин беҙҙең яҡлымы йә дошмандарыбыҙ яғындамы?“ — тип һораны. Тегеһе быға: „Мин Йәһүә ғәскәренең кенәзе [„башлығы“, төшөрмә] булараҡ килдем“, — тине. Шунда Ешуа хөрмәт йөҙөнән ергә йөҙ түбән ҡапланды һәм: „Хужамдың үҙ хеҙмәтсеһенә нимә әйткеһе килә?“ — тип һораны. Йәһүә ғәскәренең кенәзе Ешуаға былай тине: „Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған ер — изге урын“. Ешуа шунда уҡ аяҡ кейемен систе».

^ 8 абз. Иерихондың емеректәрендә археологтар күп итеп йыйылған ашлыҡ тапҡан, шулай уҡ аҙыҡ запастары ла бөтмәгән булған. Тимәк, ҡаланы ҡамау оҙаҡ дауам итмәгән. Израилдәргә Иерихондағы ашлыҡтан файҙаланырға рөхсәт ителмәгән, ләкин баҫыуҙарҙа ашлыҡ күп булған, сөнки был уңыш урыу осоронда булған. Шулай итеп, израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә бик уңайлы ваҡытта кергән, тип әйтеп була (Еш. 5:10—12).

^ 11 абз. 2003 йыл 1 июнь һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»ның (тат.) 16-сы битендә «Павел һынауҙы баҫалҡылыҡ менән ҡаршы алған» тигән рамканы ҡарағыҙ.

^ 21 абз. Зәбур 46:1—3: «Алла — беҙҙең һыйыныу урыныбыҙ һәм көс-ҡеүәтебеҙ, ҡайғы-хәсрәттәр ваҡытында беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер. Шуға күрә, ер тетрәп үҙгәрһә лә, тауҙар һелкенеп диңгеҙ төбөнә китһә лә, беҙ ҡурҡмаҫбыҙ. Диңгеҙ һыуҙары, шаулап, күбекләнеп ярҙарынан ташып сыҡһа ла, тауҙар уның ярһыуынан һелкенһә лә, беҙ ҡурҡмаҫбыҙ».