Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Йәһүә ҡарарымды мул итеп фатихаланы

Йәһүә ҡарарымды мул итеп фатихаланы

Был хәл 1939 йылда булды. Беҙ, төн уртаһында тороп, бер сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә Миссури штатының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан бәләкәй генә Джоплин ҡалаһына (АҠШ) барып килдек. Унда беҙ әкрен генә һәр өйҙөң ишек төбөнә буклеттар һалып сыҡтыҡ. Был эште тамамлау менән беҙ, машинаға ултырып, башҡа төркөмдәр менән осрашырға киттек. Инде таң атып килә ине. Әммә ни өсөн беҙ таң атмаҫ борон хеҙмәткә сыҡтыҡ һәм уны шулай тиҙ тамамланыҡ? Был хаҡта саҡ ҡына һуңыраҡ һөйләрмен.

МИН 1934 йылда тыуғанмын. Ул ваҡытҡа атай-әсәйем Фред һәм Эдна Молохендар инде 20 йыл Изге Яҙманы тикшереүселәр (Йәһүә шаһиттары) булған. Йәһүәне яратырға өйрәткәндәре өсөн уларға бик рәхмәтлемен. Беҙ Канзас штатының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан бәләкәй генә Парcонс ҡалаһында йәшәнек. Йыйылышыбыҙҙа һәр ҡәрҙәш тиерлек майланған мәсихсе ине. Беҙҙең ғаилә даими рәүештә осрашыуҙарға йөрөнө һәм вәғәздә ҡатнашты. Шәмбе көнө төштән һуң беҙ, ғәҙәттә, урамда (хәҙерге терминдар менән әйткәндә, йәмәғәт урындарында) вәғәзләй инек. Ҡайһы саҡта беҙ арый инек, әммә атайым һәр ваҡыт вәғәздән һуң беҙгә туңдырма алып күңелебеҙҙе күтәрә торғайны.

Беҙҙең бәләкәй генә йыйылышыбыҙҙың территорияһы бик ҙур ине. Ул бер нисә бәләкәй ҡаланан һәм күп кенә ферманан тора ине. Ҡайһы бер фермерҙар баҫмаларыбыҙ өсөн аҡса урынына үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емеш, яңы һалынған йомортҡа йә хатта тере тауыҡтар бирә торғайны. Аҡсабыҙ әллә ни күп булмағанға һәм атайым әҙәбиәт өсөн алдан аҡса түләгәнгә, был ризыҡтар ғаиләбеҙ өсөн ҙур ярҙам булып торҙо.

ВӘҒӘЗ КАМПАНИЯЛАРЫ

Атай-әсәйем, вәғәздә ҡулланыр өсөн, патефон һатып алды. Әле бик бәләкәй булғанға, мин уны ҡуллана алманым, әммә ҡыҙыҡһыныусы кешеләргә килеп киткәндә йә өйрәнеүҙәр үткәргәндә, атайым менән әсәйемә Рутерфорд ҡәрҙәштең телмәрҙәрен уйнатырға ярҙам итә торғайным.

Атайым һәм әсәйем менән рупорлы машинабыҙ янында

Атайым машинабыҙҙың (1936 йылғы Форд) башына ҙур рупор беркетеп ҡуйҙы, шулай итеп ул рупорлы автомобилгә әйләнде. Был хеҙмәт өсөн бик уңайлы ине. Ғәҙәттә, беҙ, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итер өсөн, тәүҙә берәй музыка уйната инек, ә һуңынан Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәр ҡуя торғайныҡ. Шунан ҡыҙыҡһынған кешеләргә әҙәбиәт тәҡдим итә инек.

Бер тапҡыр Черривейл (Канзас штаты) тигән бәләкәй генә ҡалала атайым машинаһын ҡала паркына ҡуйырға теләне, әммә полиция хеҙмәткәре уға рөхсәт итмәне. Йәкшәмбе көнө унда күп кеше ял итә ине. Атайым машинаны парк янындағы урамға ҡуйҙы, һәм телмәр парктағы кешеләргә ишетелеп торҙо. Быға оҡшаш осраҡтарҙа атайым һәм өлкән ағайым Джерри менән бергә булыу тулҡынландырғыс ине.

Шул йылдарҙа кешеләр көслө ҡаршылыҡ күрһәткән райондарҙа махсус вәғәз кампаниялары ойошторолдо. Мәҡәләнең башында әйтелгәнсә, беҙ, төн уртаһында тороп, әкрен генә һәр өйҙөң ишек төбөнә буклеттар һәм брошюралар һалып сыға торғайныҡ. Унан һуң, полиция хеҙмәткәрҙәре бер кемде лә ҡулға алмағанмы икән тип, ҡала ситендә осраша инек.

Вәғәздең башҡа бер ҡыҙыҡлы төрө плакаттар маршы тип атала ине. Беҙ, ҙур плакаттарҙы яурындарыбыҙға аҫып, ҡала буйлап үтә торғайныҡ. Бер ваҡыт ағай-ҡәрҙәштәрҙең, ҡалабыҙға килеп, «Дин — ул тоҙаҡ һәм ялған» тигән плакаттар менән йөрөгәнен хәтерләйем. Улар беҙҙең йорттан башланы, ҡала буйлап саҡрым ярым самаһы ара үтте лә кире йортобоҙға килде. Бәхеткә күрә, бер кем дә уларҙы туҡтатмаған, әммә күп кенә кешеләр уларҙың нимә эшләүе менән ҡыҙыҡһынған.

КОНГРЕСТАР

Ғаиләбеҙ йыш ҡына конгрестарға Техас штатына йөрөй торғайны. Атайым тимер юл компанияһында эшләгәнгә, беҙ туғандарға йә конгрестарға поезда бушлай йөрөнөк. Әсәйемдең өлкән ағаһы Фред Уисмар һәм уның ҡатыны Юлейли Техаста, Темпл ҡалаһында йәшәй ине. Фред бабайым, йәш сағында хәҡиҡәтте белеп, һыуға сумдырылған һәм белгәндәрен бер туғандарына, шул иҫәптән әсәйемә лә һөйләгән. Үҙәк Техаста ағай-ҡәрҙәштәр Фред бабайымды яҡшы белде, сөнки ул зональ хеҙмәтсе (хәҙер район күҙәтеүсеһе) булып хеҙмәт итте. Ул игелекле, шат күңелле һәм вәғәзләргә ашҡынып торған кеше ине. Ул миңә яҡшы йоғонто яһаны.

1941 йылда беҙ поезда Миссури штатындағы Сент-Луис ҡалаһында үткән ҙур конгресҡа барҙыҡ. Бөтә йәштәр, Рутерфорд ҡәрҙәштең «Батшаның балалары» тигән телмәрен тыңлар өсөн, сәхнә алдындағы урындарға ултырырға саҡырылды. Телмәрҙең аҙағында бөтә балаларҙы һәм йәштәрҙе ҙур бүләк көтә ине. Рутерфорд ҡәрҙәш һәм уның ярҙамсылары бөтә йәштәргә, ә уларҙың һаны 15 000-дән ашыу ине, «Балалар» тип аталған китап таратып сыҡты.

1943 йылдың апрелендә беҙ Канзастағы Коффивилл ҡалаһына «Эш итергә ваҡыт» тип аталған конгресҡа барҙыҡ. Унда, бөтә йыйылыштарҙа яңы мәктәп — Теократик хеҙмәт мәктәбе үткәрелә башлаясаҡ, тигән белдереү яңғыраны. Өҫтәүенә, беҙгә шул мәктәп өсөн тәғәйенләгән 52 дәрестән торған брошюра бирелде. Һуңыраҡ шул уҡ йылда мин беренсе телмәрем менән сығыш яһаным. Ул конгресс минең өсөн айырыуса мөһим булды, сөнки унда мин һәм тағы бер нисә кеше күрше фермалағы быуаның һыуыҡ һыуҙарында һыуға сумдырылдыҡ.

ВЕФИЛДӘ ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ТЕЛӘЙЕМ

1951 йылда мәктәпте тамамлағас, мин киләсәктә нимә эшләйәсәгемде хәл итергә тейеш инем. Ул ваҡытта Джерри ағайым Вефилдә хеҙмәт итә ине. Мин дә Вефилдә хеҙмәт итергә бик теләнем, шуға күрә ғариза яҙҙым. Күп тә үтмәҫтән, мине Вефилгә саҡырҙылар, һәм мин 1952 йылдың 10 мартында хеҙмәткә тотондом. Вефилдә хеҙмәт итергә ҡарарым һөҙөмтәлә миңә күп фатихалар килтерҙе.

Мин журналдар һәм башҡа әҙәбиәт баҫтырыуҙа ярҙам итергә өмөтләнгәйнем. Әммә мин бер ҡасан да был эштә ҡатнашманым. Мине официант итеп билдәләнеләр, ә һуңыраҡ ашханаға күсерҙеләр. Был эш миңә бик оҡшай ине, уны башҡарып мин күп нәмәгә өйрәндем. Алмашып эшләгәнгә, минең көн дауамында бер аҙ буш ваҡытым була торғайны. Мин йыш ҡына Вефиль китапханаһына бара инем һәм, күп китаптар алып, шәхси өйрәнеү үткәрә инем. Был иманымды һәм Йәһүә менән дуҫлығымды бик нығытты, Вефилдә мөмкин тиклем оҙағыраҡ хеҙмәт итергә теләк үҫтерҙе. 1949 йылда Джерри ағайым Вефилдән китте һәм Патришияға өйләнде. Улар Бруклинда, Вефиль янында төпләнде һәм мине — яңы вефилсене нығытып һәм рухландырып торҙо.

Вефилгә килгәнемдән бирле күп тә үтмәҫтән, ағай-ҡәрҙәштәр докладсылар исемлегенә индерерлек вефилселәрҙе эҙләй башланы. Был исемлектәге ағай-ҡәрҙәштәр Бруклиндан 320 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан йыйылыштарға барырға билдәләнә ине. Унда улар асыҡ телмәр һөйләргә һәм йыйылыш менән вәғәздә хеҙмәттәшлек итергә тейеш ине. Мине лә шул исемлеккә индерҙеләр. Бик тулҡынланһам да, йыйылыштарға барып, телмәрҙәр менән сығыш яһай башланым. Ул ваҡытта телмәрҙәр бер сәғәтлек ине. Мин, ғәҙәттә, йыйылыштарға поезда йөрөнөм. Бер йәкшәмбе көнө хәтеремдә айырыуса уйылып ҡалды. 1954 йылда ҡыштың бер көнөндә төштән һуң мин, кискә Вефилгә ҡайтып етермен тип уйлап, Нью-Йоркка юлланған поезға ултырҙым. Ләкин ҡайтып барғанда бик көслө буран сыҡты. Поезд ватылып туҡтаны, шуға күрә мин дүшәмбе көнө иртәнге сәғәт бишкә тиклем Нью-Йоркка барып етә алманым. Вокзалдан метроға төшөп, Бруклинға ҡайтып еттем дә шунда уҡ ашханаға эшләргә киттем. Мин саҡ ҡына һуңланым, әммә төнө буйы йоҡламағанға бик арыған инем. Шулай ҙа йыйылыштарҙа хеҙмәт итеү һәм күп яңы ҡәрҙәштәр менән осрашыу килтергән шатлыҡ бөтә ҡорбандарымды ла ҡаплай ине!

WBBR студияһында программаға әҙерләнеү

Вефиль хеҙмәтемдең беренсе йылдарында мин шулай уҡ WBBR тип аталған радиостанциябыҙҙа аҙна һайын яңғыраған Изге Яҙма өйрәнеү программаһында ҡатнаша башланым. Студиялар Колумбия-Хайтс, 124 буйынса урынлашҡан бинаның икенсе ҡатында ине. Вефилдә күп йылдар хеҙмәт иткән Александр Макмиллан ҡәрҙәш шул радиопрограммаларҙа даими ҡатнаша ине. Беҙ уны Мак ҡәрҙәш тип атай торғайныҡ. Ул йәшерәк вефилселәр өсөн яҡшы үрнәк булып торҙо, сөнки күп ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан тоғро булып ҡала ине.

WBBR радиостанциябыҙға ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн ошондай листовкалар тараттыҡ

1958 йылда мине башҡа ергә билдәләнеләр, һәм мин Гилеад мәктәбендә уҡыған ҡәрҙәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башланым. Мин был ашҡыныусан ҡәрҙәштәргә виза юлларға ярҙам итә инем һәм барыр юлдарын хәстәрләй инем. Самолетта осоу бик ҡыйбат булғанға, Африкаға һәм Азияға билдәләнгән ҡәрҙәштәрҙең күбеһе йөк судноһында китә торғайны. Бер нисә йылдан һуң, самолетҡа хаҡтар бер аҙ кәмегәс, күп миссионерҙар билдәләнгән илдәренә самолетта оса башланы.

Гилеад мәктәбенең сығарылышына дипломдар әҙерләү

КОНГРЕСТАРҒА СӘЙӘХӘТ ИТЕҮ

1960 йылда мин 1961 йылда үткән халыҡ-ара конгрестарға барыусылар өсөн Ҡушма Штаттарҙан Европаға тиклем билеттар һатып алыуҙа ярҙам иттем. Мин, шул конгрестарҙың береһендә булыр өсөн, Гамбургка (Германия) остом. Конгрестан һуң мин һәм тағы өс вефилсе ҡуртымға машина алдыҡ та, Германиянан Италияға барып етеп, Римдағы филиалда булдыҡ. Унан беҙ Францияға киттек, Пиреней тауҙарын үттек һәм Испанияға барып еттек. Испанияла ойошмабыҙҙың эшмәкәрлеге тыйылған ине. Беҙ бер нисә баҫманы бүләк һымаҡ итеп төрҙөк тә уларҙы Барселоналағы ҡәрҙәштәргә бирҙек. Был ҡәрҙәштәр менән осрашыу бик тулҡынландырғыс булды! Шунан беҙ Амстердамға тиклем барып еттек тә кире Нью-Йоркка остоҡ.

1962 йылда миңә 583 ҡәрҙәшкә сәйәхәткә әҙерләнергә ярҙам итергә ҡуштылар. Улар ер шарының төрлө урындарында үтәсәк халыҡ-ара конгрестарға барырға йыйына ине. 1963 йылда үткән был конгресс «Мәңгелек һөйөнөслө хәбәр» тип атала ине. Делегаттар Европа, Азия һәм Тымыҡ океандың көньяғында урынлашҡан утрауҙарҙа, шунан Гонолулу (Гавай утрауҙары) һәм Пасадина (Калифорния штаты) ҡалаларында үткәрелгән конгрестарға барырға тейеш ине. Шулай уҡ махсус экскурсиялар ойошторолғанға, улар, Ливанға һәм Иорданияға барып, Изге Яҙмала тасуирланған ерҙәрҙе ҡарарға тейеш ине. Мин хеҙмәт иткән бүлек бөтә делегаттар өсөн виза юлланы, самолетҡа билеттар һатып алды һәм ҡунаҡханала урындар алды.

МИНЕҢ ТОРМОШ ИПТӘШЕМ

1963 йыл башҡа сәбәптән дә минең өсөн бик мөһим булды. 29 июндә мин Миссури штатынан килгән Лейла Роджерс исемле апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Ул Вефилдә 1960 йылдан алып хеҙмәт итә ине. Туйҙан һуң бер аҙна үтеүгә беҙ Лейла менән, халыҡ-ара конгресс делегаттарының төркөмөнә ҡушылып, Грецияға, Мысырға һәм Ливанға барҙыҡ. Унан беҙ ҡыҫҡа рейс менән Иорданияға остоҡ. Әммә, унда ойошмабыҙҙың эшмәкәрлеге сикләнгәнгә, хөкүмәт Йәһүә шаһиттарына виза бирмәй ине. Шуға күрә унда барып төшөүебеҙгә нимә булырын белмәй инек. Шунлыҡтан, аэропорттың бәләкәй генә бинаһының башында «Йәһүә шаһиттарын сәләмләйбеҙ!» тигән плакат тотоп торған ҡәрҙәштәрҙе күргәс, беҙ бик ныҡ ғәжәпләндек һәм шатландыҡ! Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб йәшәгән ерҙәрҙә булыу, шулай уҡ Ғайса Мәсих илселәре менән вәғәзләгән ерҙәрҙе һәм мәсихселәр дине тарала башлаған урындарҙы күреү иҫ киткес ине (Ғәм. 13:47).

Бына инде 55 йыл хеҙмәткә бәйле бөтә билдәләнеүҙәрҙә лә Лейла минең өсөн терәк булып тора. Испания менән Португалияла эшмәкәрлегебеҙ тыйылған осорҙа беҙ унда бер нисә тапҡыр барып ҡайттыҡ. Унда беҙ ҡәрҙәштәрҙе рухландырҙыҡ, уларға баҫмалар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алып барҙыҡ. Беҙ хатта Кадиста (Испания) төрмәлә ултырған ҡайһы бер ҡәрҙәштәр менән күрешә алдыҡ. Миңә улар алдында рухландырғыс телмәр менән сығыш яһау бәхете тейҙе.

Патришия һәм Джерри Молохендар менән 1969 йылда «Ерҙә тыныслыҡ» тигән конгресҡа барғанда

1963 йылдан алып мин Африка, Австралия, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка, Европа, Алыҫ Көнсығыш, Гавай утрауҙары, Яңы Зеландия һәм Пуэрто-Рикола үткән халыҡ-ара конгрестарға барыусыларға сәйәхәткә әҙерләнергә ярҙам иттем. Беҙ Лейла менән күп онотолмаҫлыҡ конгрестарҙа, шул иҫәптән 1989 йылда Варшавала (Польша) үткән конгреста булдыҡ. Шул ҙур конгресҡа СССР-ҙан күп ҡәрҙәштәр килде. Уларҙың тормошонда был беренсе конгресс ине! Беҙ Советтар Союзында иман хаҡына күп йылдар төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәр менән осраштыҡ.

Киләһе билдәләнеүем миңә айырыуса ҙур ҡәнәғәтлек килтерҙе. Мин төрлө илдәргә Вефиль ғаиләләрен һәм миссионерҙарҙы рухландырырға йөрөнөм. Шундай сәйәхәттәрҙең һуңғыһында беҙ Көньяҡ Кореяға барҙыҡ. Унда беҙ Сувонда төрмәлә ултырған 50 ағай-ҡәрҙәш менән осраштыҡ. Был ыңғай ҡарашлы ҡәрҙәштәр Йәһүәгә иректә хеҙмәт итә башлауҙарын зарығып көтә ине. Улар менән осрашыу беҙҙе бик рухландырҙы! (Рим. 1:11, 12).

ҮҪЕШ ШАТЛЫҠ КИЛТЕРӘ

Бөтә был йылдар дауамында мин Йәһүәнең үҙ халҡына ниндәй фатихалар яуҙырғанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. 1943 йылда һыуға сумдырылған сағымда бөтә донъяла яҡынса 100 000 генә вәғәзсе ине. Хәҙер иһә 8 миллиондан ашыу кеше Йәһүәгә 240 илдә хеҙмәт итә. Гилеад мәктәбендә уҡып сыҡҡан ҡәрҙәштәрҙең тырыш хеҙмәте был үҫешкә ҙур өлөш индерҙе. Шундай миссионерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү һәм уларға билдәләнгән илдәренә барып етергә ярҙам итеү миңә күп шатлыҡ килтерҙе.

Йәш сағымда, аҡыллы ҡарар ҡабул итеп, Вефиль хеҙмәтенә ғариза тултырғаныма шатланып бөтә алмайым! Бөтә был йылдар дауамында Йәһүә мине мул итеп фатихалап торҙо. Вефиль хеҙмәтенә бәйле фатихаларҙан тыш, беҙ Лейла менән 50 йыл буйына Бруклиндағы бер нисә йыйылыш менән хеҙмәттәшлек иттек һәм күп яҡшы дуҫтар таптыҡ.

Лейла миңә көн дә ярҙам итеп тора. Уның ярҙамы менән мин артабан да Вефиль хеҙмәтендә ҡатнаша алам. 84 йәштә булһам да, мин һаман да мәғәнәле эш башҡара алам: филиал корреспонденцияһын тикшерәм.

Беҙ Лейла менән бөгөн

Йәһүәнең иҫ киткес ойошмаһының ағзаһы булыу һәм Малахи 3:18-ҙәге: «Һеҙ тәҡүә һәм яуыз кеше араһындағы айырманы, Аллаға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ», — тигән һүҙҙәрҙең үтәлеүен күреү үҙе бер бәхет! Көн һайын беҙ Шайтан донъяһының насарайғандан-насарая барыуын һәм кешеләрҙең, тормоштан әллә ни күп шатлыҡ алмайынса, өмөтһөҙлөктә йәшәүен күрәбеҙ. Әммә Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән кешеләр ошо ауыр ваҡытта ла, яҡты киләсәккә өмөт итеп, бәхетле йәшәй. Башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү — ҙур хөрмәт! (Матф. 24:14). Тиҙҙән Алла Батшалығы был донъяны ожмахҡа алмаштырасаҡ. Беҙ шул көндө зарығып көтәбеҙ! Ул саҡта ерҙә йәшәгән һәр кеше һау, бәхетле булыр һәм мәңге йәшәр.