Хәҡиҡәткә өйрәтегеҙ
«Эй Йәһүә... Һүҙеңдең төп нигеҙе — хәҡиҡәт» (ЗӘБ. 119:159, 160).
1, 2. а) Ғайсаның тормошонда ниндәй эш иң мөһим булған һәм ни өсөн? б) «Алланың хеҙмәттәштәре» булараҡ уңышлы булыр өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?
ҒАЙСА МӘСИХ тәүҙә — балта оҫтаһы, ә һуңыраҡ остаз, йәғни уҡытыусы булған (Марк 6:3; Яхъя 13:13). Был эштәрҙең икеһендә лә ул бик оҫтарған. Балта оҫтаһы булараҡ, ағастан файҙалы нәмәләр эшләр өсөн, ул кәрәкле ҡоралдарҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәнгән. Ә уҡытыусы булараҡ, ул, ябай кешеләргә Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте аңларға ярҙам итер өсөн, Яҙмаларға нигеҙләнгән тәрән белемдәрен оҫта итеп ҡулланған (Матф. 7:28; Лука 24:32, 45). 30 йәше тулғас, Ғайса, балта оҫтаһы эшен ташлап, Алла һүҙенә өйрәтә башлаған, сөнки бының иң мөһим эш икәнен белгән. Ул әйткәнсә, Алланың уны ергә ебәреүенең бер сәбәбе — Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү (Матф. 20:28; Лука 3:23; 4:43). Ғайса үҙ тормошон вәғәз эшенә бағышлаған һәм башҡаларҙың да шулай эшләүен теләгән (Матф. 9:35—38).
2 Беҙҙең күбебеҙ балта оҫтаһы түгел, әммә барыбыҙ ҙа кешеләрҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтәбеҙ. Был эш шул тиклем мөһим, хатта Алла уның менән үҙе етәкселек итә, ә беҙ иһә «Алланың хеҙмәттәштәре» тип аталабыҙ (1 Кор. 3:9; 2 Кор. 6:4). Беҙ мәҙхиә йырлаусының, Йәһүә Һүҙенең «төп нигеҙе — хәҡиҡәт», тигән һүҙҙәре менән риза (Зәб. 119:159, 160). Шуға күрә беҙгә хеҙмәттә «хәҡиҡәт һүҙен» дөрөҫ өйрәтеүсе булыу мөһим. (2 Тимофейға 2:15-те уҡығыҙ.) Бының өсөн беҙгә Изге Яҙманы ҡулланыуҙа оҫтара барырға кәрәк, сөнки ул — беҙҙең иң мөһим ҡоралыбыҙ. Уның ярҙамында беҙ кешеләрҙе Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм Батшалыҡ хаҡында өйрәтәбеҙ. Хеҙмәттә уңышлы булырға ярҙам итер өсөн, Йәһүәнең ойошмаһы беҙгә башҡа ҡоралдар ҙа бирә. Беҙгә улар менән яҡшы итеп ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Беҙ уларҙы «Өйрәтеү ҡоралдары» тип атайбыҙ.
3. Был донъяның ахыры килеп етмәҫ борон, хеҙмәттә иғтибарҙы нимәгә тупларға кәрәк? Ғәмәлдәр 13:48 буйынса, беҙгә ниндәй кешеләрҙе эҙләргә кәрәк?
3 Бәлки, һеҙ былай тип аптырайһығыҙҙыр: «Ни өсөн улар „Вәғәзләү ҡоралдары“ түгел, ә „Өйрәтеү ҡоралдары“ тип атала?» Вәғәзсе хәбәрҙе иғлан ғына итә, ә өйрәтеүсе был хәбәрҙе аңлатырға тырыша. Шул саҡта кеше ишеткәнен аңлай, һәм уның белгәне буйынса эш итергә теләге тыуа. Был донъяның ахыры килеп етмәҫ борон, беҙ Изге Яҙма өйрәнеүҙәре башлау һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтеү менән мәшғүл булырға тейеш. Бының өсөн беҙгә «хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙе тырышып эҙләргә һәм уларға Йәһүә хеҙмәтселәре булып китергә ярҙам итергә кәрәк. (Ғәмәлдәр 13:44—47, 48 *-ҙе уҡығыҙ.)
4. «Хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙе нисек табырға?
4 «Хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙе нисек табырға? Беренсе быуаттағы кеүек, бының өсөн бер генә ысул бар — вәғәзләү. Ғайса былай тигән: «Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ» (Матф. 10:11). Бөгөн беҙгә шулай уҡ эш итергә кәрәк. Әлбиттә, кешеләр эскерһеҙ булмаһа, ғорурлыҡ сағылдырһа һәм Алла тураһында белергә теләмәһә, беҙ уларҙың һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға әҙер булыуын көтмәйбеҙ. Беҙ эскерһеҙ, баҫалҡы, хәҡиҡәтте белергә теләгән кешеләрҙе эҙләйбеҙ. Шундай кешеләрҙе эҙләү эшен Ғайсаның балта оҫтаһы булараҡ башҡарған эше менән сағыштырып була. Өҫтәл, ишек, ҡамыт йә башҡа берәй нәмә эшләр алдынан, ул яҡшы ағас табырға тейеш булған. Шунан ул, ҡоралдар йәшниген алып һәм оҫталыҡтарын ҡулланып, берәй әйбер эшләгән. Шуның шикелле, беҙ ҙә тәүҙә эскерһеҙ кешеләрҙе табырға, ә шунан, ҡоралдарыбыҙҙы һәм һәләттәребеҙҙе ҡулланып, уларға мәсихсе булып китергә ярҙам итергә тейеш (Матф. 28:19, 20).
5. «Өйрәтеү ҡоралдары» хаҡында нимә белергә кәрәк? Миҫал килтерегеҙ. (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
5 Һәр ҡоралыбыҙҙың үҙ маҡсаты бар. Мәҫәлән, Ғайсаның балта оҫтаһы булараҡ ҡулланған ҡоралдары хаҡында уйлап ҡарағыҙ *. Төрлө ҡоралдар ярҙамында ул үлсәгән, билдәләр ҡуйған, бысҡан, быраулаған, ағас киҫәктәренә форма биргән, уларҙы тигеҙләгән һәм тоташтырған. Шуның шикелле, беҙҙең өйрәтеү ҡоралдарыбыҙ ҙа төрлө, һәм уларҙың һәр береһенең үҙ маҡсаты бар. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, был мөһим ҡоралдарҙы нисек ҡулланып булғанын беләйек.
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН ТАНЫШТЫРҒАН ҠОРАЛДАР
6, 7. а) Һеҙ визит карточкаларын нисек ҡулланаһығыҙ? б) Саҡырыу ҡағыҙының ниндәй ике маҡсаты бар?
6 Визит карточкалары. Был бәләкәй, әммә бик эффектив ҡорал кешеләрҙе беҙҙең менән һәм jw.org сайты менән таныштыра. Сайтыбыҙҙан кешеләр эшмәкәрлегебеҙ тураһында күберәк белергә һәм хатта Изге Яҙма өйрәнеүе һорарға мөмкин. Был сайт ярҙамында инде 400 000-дән ашыу кеше өйрәнеү һораған, һәм көн һайын өйрәнеү тураһында йөҙәрләгән үтенес килеп тора! Үҙегеҙ менән бер нисә визит карточкаһы алып йөрөһәгеҙ, көн дауамында осраған кешеләргә уларҙы тәҡдим итә алырһығыҙ.
7 Йыйылыш осрашыуҙарына саҡырыу ҡағыҙҙары. Саҡырыу ҡағыҙының ике маҡсаты Матф. 5:3). Әлбиттә, беҙ осрашыуҙарыбыҙға Изге Яҙманы өйрәнергә теләмәгән кешеләрҙе лә саҡырабыҙ. Йыйылыш осрашыуына килеп, улар Изге Яҙманан ни тиклем күп белем алып булғанын күрергә мөмкин.
бар. Унда кеше Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнергә саҡырыла һәм быны йә «осрашыуҙарыбыҙҙа», йә «шәхси рәүештә» эшләргә тәҡдим ителә. Шулай итеп, был ҡорал, беҙҙең менән таныштырыуҙан тыш, шулай уҡ «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлаған» кешеләрҙе Изге Яҙманы өйрәнергә саҡыра (8. Ни өсөн кешегә осрашыуҙарыбыҙға бер тапҡыр булһа ла килергә кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.
8 Кешене осрашыуҙарыбыҙға бер тапҡыр булһа ла килергә саҡырыу бик мөһим. Осрашыуға килһә, кеше Йәһүә шаһиттарының, ялған дин ағзаларынан айырмалы рәүештә, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтеүен һәм Алла хаҡында белергә ярҙам итеүен күрер (Ишағ. 65:13). Мәҫәлән, Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән Рэй менән Линда бер нисә йыл элек был айырманы асыҡ күргән. Улар Аллаға ышанған һәм уны яҡшыраҡ белергә теләгән. Шуға күрә улар үҙҙәре йәшәгән ҡалалағы бөтә сиркәүҙәрҙе йөрөп сығырға хәл иткән. Улар сиркәүҙе ике талап буйынса һайларға ҡарар иткән: беренсенән, улар унда берәй яңы нәмә ишетергә тейеш булған; икенсенән, сиркәү ағзаларының тышҡы ҡиәфәтенән уларҙың Алла хеҙмәтселәре булыуҙары күренергә тейеш булған. Сиркәүҙәр бик күп булғанлыҡтан, бөтәһен дә йөрөп сығыуға уларҙың бер нисә йыл киткән. Әммә Рэй менән Линданың күңеле һүрелгән, сөнки улар бер сиркәүҙә лә яңы фекер ишетмәгән, бынан тыш, шул сиркәүҙәргә йөрөгән кешеләрҙең кейеме әллә ни әҙәпле булмаған. Исемлектәге сиркәүҙәрҙең һуңғыһында булып сыҡҡас, Линда эшкә киткән, ә Рэй өйгә юлланған. Өйгә ҡайтышлай, Рэй Батшалыҡ залын күреп ҡалған. Ул: «Инеп унда нимә булғанын ҡарап сығайым әле», — тип уйлап ҡуйған. Был осрашыу уға барыһынан да нығыраҡ оҡшаған. Батшалыҡ залында бөтәһе лә бөхтә кейенгән булған, һәр кеше үҙен игелекле һәм дуҫтарса тотҡан. Рэй иң алғы рәткә барып ултырған, һәм ишеткәндәре уға бик оҡшаған. Был осраҡ илсе Павелдың һүҙҙәрен иҫкә төшөрә. Ул яҙғанса, йыйылыш осрашыуына беренсе тапҡыр килгән кеше: «Алланың һеҙҙең арағыҙҙа булыуы хаҡ», — тип әйтергә мөмкин (1 Кор. 14:23—25). Рэй һәр йәкшәмбе осрашыуға йөрөй башлаған, ә һуңыраҡ аҙна уртаһында үткән осрашыуға ла йөрөргә булған. Линда ла уға ҡушылған. Инде 70-тән уҙған булһалар ҙа, улар Изге Яҙманы өйрәнә башлаған һәм ваҡыт үтеү менән һыуға сумдырылған.
ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН ҠОРАЛДАР
9, 10. а) Ни өсөн буклеттарҙы ҡулланыу ауыр түгел? б) «Нимә ул Алла Батшалығы?» тигән буклетты нисек ҡулланып булғанын аңлатығыҙ.
9 Буклеттар. «Өйрәтеү ҡоралдары»быҙ араһында һигеҙ буклет бар. Улар ярҙамында кешеләр менән еңел генә һөйләшеү башларға мөмкин. Улар 2013 йылда сығарыла башлаған, һәм шул ваҡыттан алып инде биш миллиард тирәһе экземпляр баҫтырылған! Был буклеттар бер принцип буйынса төҙөлгән. Шуға күрә уларҙың береһен ҡулланырға өйрәнһәгеҙ, башҡаларын да ҡуллана алырһығыҙ. Улар ярҙамында нисек һөйләшеү башлап була?
10 Әйтәйек, һеҙ «Нимә ул Алла Батшалығы?» тигән буклетты ҡулланырға теләйһегеҙ, ти. Кешегә буклеттың беренсе битендә яҙылған һорауҙы күрһәтегеҙ ҙә: «Алла Батшалығының нимә икәне тураһында уйланғанығыҙ бармы?» — тип һорағыҙ. Шунан унда килтерелгән өс яуаптың береһен һайларға тәҡдим итегеҙ. Яуабы дөрөҫмө, юҡмы икәнен әйтеп тормайынса, буклетта «Изге Яҙмаларҙа нимә әйтелә?» тигән өҫтәмә исемде асығыҙ ҙа унда килтерелгән шиғырҙарҙы — Данил 2:44 һәм Ишағыя 9:6-ны уҡығыҙ. Һөйләшеүҙең аҙағында, «Уйланығыҙ» тигән өҫтәмә исемдә килтерелгән «Алла Батшалығының идараһы аҫтында тормош ниндәй буласаҡ?» тигән һорауға иғтибар итеп, уны киләһе тапҡыр ҡарап сығырға тәҡдим итегеҙ. Икенсе тапҡыр осрашҡанда, кеше менән «Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр!» тигән брошюраның (тат.) 7-се бүлеген ҡарап сығығыҙ. Был брошюра — Изге Яҙма өйрәнеүе башларға ярҙам иткән ҡоралдарҙың береһе.
ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫСТЫ НЫҒЫТҠАН ҠОРАЛДАР
11. Журналдарыбыҙҙың темалары нисек һайлана, һәм беҙгә улар тураһында нимә белергә кәрәк?
11 Журналдар. «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» — донъяла иң ҙур тираж менән баҫтырылған һәм иң күп телдәргә тәржемә ителгән журналдар. Уларҙы төрлө илдәрҙә йәшәгән кешеләр уҡый, шунлыҡтан был журналдарҙа бөтә кешегә лә ҡыҙыҡ булырлыҡ темалар ҡарала. Был журналдарҙы ҡулланып, беҙ кешеләргә тормоштағы иң мөһим һорауҙар тураһында уйланырға ярҙам итәбеҙ. Әммә башта был журналдарҙың ниндәй кешеләр өсөн яҙылғанын белергә кәрәк.
12. а) «Уянығыҙ!» журналы ниндәй кешеләр өсөн тәғәйенләнгән, һәм уның маҡсаты ниндәй? б) Был ҡоралды күптән түгел генә нисек ҡулланғанығыҙҙы һөйләп бирегеҙ.
12 «Уянығыҙ!» журналы Изге Яҙманы бик әҙ белгән йә уны бөтөнләй белмәгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ундай кешеләр мәсихселәрҙең тәғлимәттәре менән таныш булмаҫҡа, диндәргә шик менән ҡарарға йә Изге Яҙманың тормошта ҙур файҙа килтерә алыуын аңламаҫҡа мөмкин. «Уянығыҙ!» журналының төп маҡсаты — кешене Алланың барлығына инандырыу (Рим. 1:20; Евр. 11:6). Был журнал шулай уҡ кешегә Изге Яҙманың «Алла һүҙе» булғанына ышанырға ярҙам итә (1 Фес. 2:13). 2018 йылда «Уянығыҙ!» журналының өс сығарылышында бындай темалар ҡарала: «Бәхет юлы», «Ғаилә бәхетенең 12 сере» һәм «Ҡайғы ваҡытында ярҙам».
13. а) «Күҙәтеү манараһы»ның таратыу өсөн сығарылышы ниндәй кешеләр өсөн тәғәйенләнгән? б) Был ҡоралды күптән түгел генә нисек ҡулланғанығыҙҙы һөйләп бирегеҙ.
13 «Күҙәтеү манараһы» журналының таратыу өсөн сығарылышы Алланы һәм Алла Һүҙен ниндәйҙер кимәлдә хөрмәт иткән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ундай кешеләр, Изге Яҙманы бер аҙ белһә лә, уның нимәгә өйрәтеүен дөрөҫ аңламаҫҡа мөмкин. Ә был журналда Изге Яҙмалағы тәғлимәттәр яҡшы итеп аңлатыла (Рим. 10:2; 1 Тим. 2:3, 4). 2018 йылда «Күҙәтеү манараһы»ның өс сығарылышында бындай һорауҙар ҡарала: «Изге Яҙма бөгөн дә ҡулланырлыҡмы?», «Киләсәк нимә алып килер?» һәм «Алла беҙҙе яратамы?».
ЭШ ИТЕРГӘ ДӘРТЛӘНДЕРГӘН ҠОРАЛДАР
14. а) «Өйрәтеү ҡоралдары»быҙ араһында булған дүрт видео ниндәй маҡсат менән сығарылған? б) Кешегә видеоларыбыҙҙың береһен нисек күрһәткәнегеҙҙе һөйләп бирегеҙ.
14 Видеояҙмалар. Ғайса көндәрендә балта оҫтаһының ҡул ҡоралдары ғына булған. Бөгөн иһә балта оҫталары электр бысҡылары, дрелдәр, шымартыу машинаһы һәм башҡа электр ҡоралдары ҡуллана. Шуның шикелле, баҫтырылған әҙәбиәттән тыш, беҙ кешеләргә матур видеояҙмалар күрһәтәбеҙ. «Өйрәтеү ҡоралдары»быҙ араһында бындай дүрт видеояҙма бар: «Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк?», «Изге Яҙма өйрәнеүе нисек үтә?», «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» һәм «Йәһүә шаһиттары кем улар?». Ҡайһы бер видеояҙмаларҙы беренсе һөйләшеүҙә ҡулланыу уңайлы, ә башҡаларын кешегә ҡабат килгәндә күрһәтергә була. Был шәп ҡоралдар кешеләрҙе Изге Яҙманы өйрәнергә һәм осрашыуҙарыбыҙға килергә дәртләндерә ала.
15. Видеояҙмаларыбыҙҙы туған телдә ҡарау кешеләргә нисек тәьҫир итергә мөмкин? Миҫалдар килтерегеҙ.
15 Бер апай-ҡәрҙәш Микронезиянан күсеп килгән бер ҡатынды осратҡан. Уның туған теле яп теле икәнен белгәс, апай-ҡәрҙәш уға шул телдә «Ни өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк?» тигән видеояҙманы күрһәткән. Видео башланыу менән шул ҡатын былай тигән: «Был бит минең туған телем! Ышаныуы ла ауыр! Акцентынан күренеүенсә, ул минең утрауымдан. Ул минең телемдә һөйләй!» Шунан ул сайтыбыҙҙа яп телендә сығарылған бөтә нәмәне уҡып һәм ҡарап сығырға йыйыныуы хаҡында әйткән. (Ғәмәлдәр 2:8, 11 менән сағыштырығыҙ.) Башҡа миҫалға иғтибар итәйек. Ҡушма Штаттарҙа йәшәгән бер апай-ҡәрҙәштең ағаһының улы эшмәкәрлегебеҙ сикләнгән илдә йәшәй. Ҡәрҙәшебеҙ уға туған телендә шул уҡ видеояҙмаға һылтанма ебәргән. Видеоны ҡарағас, ул апаһына электрон почта аша былай тип яҙған: «Был донъя менән яуыз рух идара итә, тигән фекер мине айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Мин Изге Яҙма өйрәнеүе һораным».
ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТЕРГӘ ЯРҘАМ ИТКӘН ҠОРАЛДАР
16. Ошо брошюраның маҡсатын аңлатығыҙ: а) «Алланы тыңла һәм мәңге йәшә», б) «Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр!», в) «Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?».
16 Брошюралар. Әгәр кеше насар уҡыһа йә уның телендә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт булмаһа, уны нисек хәҡиҡәткә өйрәтеп була? Ундай осраҡтарҙа «Алланы тыңла һәм мәңге йәшә» тигән брошюраны ҡулланырға мөмкин *. Ә «Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр!» тигән брошюра (тат.) — Изге Яҙма өйрәнеүе башлар өсөн шәп ҡорал. Уның һуңғы битендә килтерелгән 14 теманы кешегә күрһәтегеҙ ҙә, уларҙың ҡайһыһы һеҙгә ҡыҙығыраҡ, тип һорағыҙ. Унан һуң шул тема буйынса өйрәнеү башлағыҙ. Ниңә кешеләргә ҡабат килеп киткәндә был алымды ҡулланып ҡарамаҫҡа? «Өйрәтеү ҡоралдары»быҙ араһындағы өсөнсө брошюра — «Бөгөнгө көндә Йәһүәнең ихтыярын кем үтәй?». Был брошюра өйрәнеүселәрҙе ойошмабыҙ менән таныштыра. Уны һәр өйрәнеүҙә нисек ҡулланып булғанын белер өсөн, «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ»ҙең 2017 йыл март һанында сыҡҡан эш дәфтәрен ҡарағыҙ.
17. а) Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән китаптарҙың һәр береһе ниндәй маҡсат менән сығарылған? б) Һыуға сумдырылһалар ҙа, бөтә яңы мәсихселәрҙән нимә талап ителә һәм ни өсөн?
17 Китаптар. Кеше менән брошюра буйынса өйрәнеү башлағаc, һеҙ теләһә ниндәй ваҡытта «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китапҡа күсә алаһығыҙ. Был ҡорал кешегә Изге Яҙманың төп тәғлимәттәре хаҡында күберәк белергә ярҙам итер. Өйрәнеүсе рухи яҡтан үҫһә һәм был китапты тамамлаһа, «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китап * буйынса өйрәнеүҙе дауам итегеҙ. Был китап ярҙамында кеше Изге Яҙмалағы принциптарҙы көндәлек тормошта ҡулланырға өйрәнер. Шуны онотмағыҙ: кеше һыуға сумдырылһа ла, уның менән был китаптарҙың икеһен дә өйрәнеп бөтөргә кәрәк. Был уға көслө иман үҫтерергә һәм Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡларға ярҙам итер. (Колосстарға 2:6, 7-не уҡығыҙ.)
18. а) 1 Тимофейға 4:16-лағы һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә? б) «Өйрәтеү ҡоралдары»н ҡулланғанда, маҡсатыбыҙ ниндәй булырға тейеш?
18 Йәһүә шаһиттары булараҡ, беҙ мәңгелек тормошҡа өмөт биргән «хәҡиҡәт һүҙен» таратыу өсөн яуаплыбыҙ (Кол. 1:5; 1 Тимофейға 4:16-ны уҡығыҙ). Был йәһәттән «Өйрәтеү ҡоралдары» беҙҙең өсөн ҙур ярҙам булып тора. (« Өйрәтеү ҡоралдары» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Әйҙәгеҙ, был ҡоралдарҙы мөмкин тиклем оҫтараҡ ҡулланайыҡ. Һәр вәғәзсе был ҡоралдарҙы ҡасан һәм нисек ҡулланырға икәнен үҙе ҡарар итә ала. Әммә шуны онотмағыҙ: беҙҙең маҡсатыбыҙ әҙәбиәт таратыу ғына түгел, шуға күрә беҙ хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынмаған кешеләргә әҙәбиәт бирмәйбеҙ. Маҡсатыбыҙ — эскерһеҙ, баҫалҡы, Алланы белергә теләгән һәм «хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләргә Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам итеү (Ғәм. 13:48, ЯДТ; Матф. 28:19, 20).
^ 3 абз. Ғәмәлдәр 13:48, ЯДТ: «Быны ишеткәс, башҡа халыҡ кешеләре ҡыуанды һәм Йәһүә һүҙен данлай башланы. Мәңгелек тормошҡа алып барыусы хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған бар кеше Ғайса шәкерте булып китте».
^ 5 абз. «Был донъяның ахыры яҡынмы?» тип аталған брошюрала (тат.) «Балта оҫтаһы» тигән мәҡәләне һәм «Балта оҫтаһының ҡоралдары» тигән рамканы ҡарағыҙ.
^ 16 абз. Кеше уҡый белмәһә, уның менән «Алланы тыңла» тигән брошюра буйынса өйрәнеү үткәреп була. Был брошюра күбеһенсә һүрәттәрҙән тора.
^ 17 абз. Һеҙҙең телегеҙҙә «Алла мөхәббәтенән айырылмағыҙ» тигән китап сыҡһа, шуны ҡулланығыҙ.