Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Үҙгәреп торған шарттарға ҡарамаҫтан, йән тыныслығын юғалтмағыҙ

Үҙгәреп торған шарттарға ҡарамаҫтан, йән тыныслығын юғалтмағыҙ

«Мин йәнемде йыуатам, тынысландырам» (ЗӘБ. 131:2).

ЙЫРҘАР: 128, 129

1, 2. а) Көтөлмәгән үҙгәрештәр беҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.) б) 131-се мәҙхиә буйынса, күңел тыныслығын юғалтмаҫҡа нимә ярҙам итә ала?

ВЕФИЛДӘ 25 йылдан ашыу хеҙмәт иткән Ллойд менән Александраға Вефиль хеҙмәтен тамамларға тура килгән. Тәүҙә улар бик күңелһеҙләнгән. Ллойд былай ти: «Вефиль һәм унда башҡарған эшем минең айырылғыһыҙ өлөшөм булып китте. Был үҙгәрештең сәбәптәрен аңлаһам да, аҙналар һәм айҙар дауамында үҙемде йыш ҡына кәрәкһеҙ итеп тойҙом». Ллойдтың хистәре йыш алмашынып торған: ул йә төшөнкөлөккә бирелгән, йә үҙгәрешкә ыңғай ҡараған.

2 Ваҡыт-ваҡыт тормошта көтөлмәгән үҙгәрештәр булып тора, һәм беҙ улар арҡаһында ныҡ борсолорға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 12:25). Үҙгәрештәрҙе ҡабул итеүе йә уларға эйәләшеп китеүе ауыр булғанда, тыныс булып ҡалыр өсөн нимә эшләргә? (Зәбур 131:1—3-тө уҡығыҙ *.) Йәһүәнең боронғо заманда һәм хәҙерге ваҡытта йәшәгән ҡайһы бер хеҙмәтселәре көтөлмәгән үҙгәрештәр кисергәндә лә йән тыныслығын юғалтмаған. Әйҙәгеҙ, уларҙың быға нисек өлгәшкәнен ҡарап сығайыҡ.

«АЛЛА ИМЕНЛЕГЕ» БЕҘГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?

3. Йософтоң тормошо ҡапыл нисек үҙгәргән?

3 Йософтоң миҫалына иғтибар итәйек. Яҡуп Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ яратҡан. Шуның арҡаһында ағалары, көнләшеп, 17 генә йәшендә Йософто ҡоллоҡҡа һатып ебәргән (Баш. 37:2—4, 23—28). Мысырҙа Йософ 13 йыл тирәһе интегеп йәшәгән. Башта ул ҡол булған, ә һуңыраҡ төрмәгә эләккән. Өҫтәүенә, ул ғәзиз атаһынан йыраҡта булған. Быларҙың барыһы, Йософто өмөтһөҙөлөккә этәреп, уның күңелен ҡатыра алған. Йософҡа бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән?

4. а) Төрмәлә ултырғанда, Йософ, күрәһең, нимә тураһында уйлаған? б) Йәһүә Йософтоң доғаларына нисек яуап биргән?

4 Төрмәлә ултырғанда, Йософ, моғайын, Йәһүәнең үҙенә нисек ярҙам итеүе хаҡында уйланғандыр (Баш. 39:21; Зәб. 105:17—19). Ул шулай уҡ, бәлки, йәшерәк сағында күргән пәйғәмбәри төштәрен иҫенә төшөрөп, Йәһүәнең үҙе менән булыуына инанғандыр (Баш. 37:5—11). Йософ, күрәһең, йыш доға ҡылып, Йәһүәгә күңелен бушатҡандыр (Зәб. 145:18). Һәм Йәһүә, бер нигә ҡарамаҫтан «уның менән» буласағына ышандырып, уның доғаларына яуап биргән (Ғәм. 7:9, 10) *.

5. «Алла именлеге» хеҙмәтебеҙгә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

5 Шарттарыбыҙ ни тиклем ауыр булһа ла, беҙ уй-фекерҙәрҙе һаҡлаған һәм тыныслыҡ биргән Алла именлегенә эйә була алабыҙ. (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.) Беҙ борсолғанда һәм стресс кисергәндә, «Алла именлеге» беҙгә бирешмәйенсә Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә көс бирергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, быны үҙ тәжрибәһендә татыған ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарын ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНӘН ЙӘН ТЫНЫСЛЫҒЫ ҺОРАҒЫҘ

6, 7. Доғаларҙа конкрет булыу нисек йән тыныслығын ҡайтарырға ярҙам итергә мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.

6 Райан менән Джульетт ваҡытлыса махсус пионерҙар булып хеҙмәт иткән. Был хеҙмәтте тамамларға тура килгәне хаҡында ишеткәс, улар бик бойоҡҡан. Райан былай ти: «Беҙ, доға ҡылып, нимә хис иткәнебеҙҙе Йәһүәгә һөйләп бирҙек. Беҙ ошо хәлдә Йәһүәгә таяныуыбыҙҙы күрһәтер өсөн яҡшы мөмкинлек асылғанын белә инек. Йыйылышыбыҙҙа хәҡиҡәткә яңы ғына килгән ҡәрҙәштәр күп булғанға, беҙ Йәһүәнән иман сағылдырыуҙа яҡшы үрнәк күрһәтергә ярҙам итеүен һорай инек».

7 Йәһүә уларҙың доғаһына нисек яуап биргән? Райан былай тип бүлешә: «Доға ҡылғандан һуң, тиҫкәре хистәребеҙ һәм борсолоуҙарыбыҙ бөтөнләй таралды. „Алла именлеге“ йөрәктәребеҙҙе һәм уй-фекерҙәребеҙҙе һаҡланы. Беҙ шуны аңланыҡ: дөрөҫ ҡараш һаҡлаһаҡ, беҙ артабан да Йәһүә эшенә өлөш индерә аласаҡбыҙ».

8—10. а) Алла рухы беҙгә нисек борсолоуҙар менән көрәшергә ярҙам итергә мөмкин? б) Иғтибарыбыҙҙы хеҙмәткә туплаһаҡ, Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә ала?

8 Алла рухы, күңел тыныслығы һаҡларға ярҙам итеүҙән тыш, шулай уҡ иғтибарыбыҙҙы рухи нәмәләрҙең мөһимлеген күрһәткән Изге Яҙма шиғырҙарына йүнәлтергә мөмкин. (Яхъя 14:26, 27-не уҡығыҙ.) Филип менән Мэриҙың осрағын ҡарап сығайыҡ. Был пар 25 йыл самаһы Вефилдә хеҙмәт иткән. Дүрт ай эсендә уларҙың икеһенең дә әсәләре һәм тағы бер туғандары үлгән, шулай уҡ уларға Мэриҙың аҡылға зәғиф атаһы хаҡында ҡайғыртырға тура килгән.

9 Филип былай ти: «Миңә барыһын да дөрөҫ эшләйем кеүек тойола ине, ләкин мин нимәнелер күҙҙән ысҡындыра инем. „Күҙәтеү манараһы“нан бер өйрәнеү мәҡәләһен уҡып ултырғанда, Колосстарға 1:11-гә (ЯДТ) иғтибар иттем. Эйе, мин сыҙамлыҡ сағылдыра инем, әммә быны тулы рәүештә эшләмәй инем. Миңә сабырлыҡ һәм шатлыҡ етмәй ине. Изге Яҙманан был шиғыр шуны иҫемә төшөрҙө: шатлығым тормош шарттарына түгел, ә Алла рухының тормошома ни тиклем ныҡ тәьҫир итеүенә бәйле».

10 Филип менән Мэри иғтибарҙарын хеҙмәткә туплаған, һәм Йәһүә уларҙы төрлө яҡлап фатихалаған. Вефилдән киткәндән һуң күп тә үтмәҫтән, улар икеһе лә Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән кешеләрҙе тапҡан. Был кешеләр рухи яҡтан үҫкән һәм аҙнаһына бер нисә тапҡыр өйрәнергә теләгән. Мэри былай ти: «Улар беҙгә күп шатлыҡ килтерә ине, һәм улар аша Йәһүә беҙгә, барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип әйткән кеүек тойола ине».

ЙӘҺҮӘГӘ ҮҘЕГЕҘҘЕ ФАТИХАЛАРҒА МӨМКИНЛЕК БИРЕГЕҘ

Шарттарыбыҙ үҙгәргәндә, Йософтан нисек өлгө алып була? (11—13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11, 12. а) Йософ Йәһүәгә нисек үҙен фатихаларға мөмкинлек биргән? б) Йәһүә Йософто нисек бүләкләгән?

11 Тормошобоҙ ҡапыл үҙгәргәндә, беҙ, бик ныҡ борсолоп, ауырлыҡтар тураһында ғына уйлай башларға мөмкин. Йософ менән дә шулай була алған. Әммә ул, үҙенең хәлендә көсөнән килгәндең барыһын эшләргә ҡарар итеп, Йәһүәгә үҙен фатихаларға мөмкинлек биргән. Йософ Потифарға ла тырышып хеҙмәт иткән, төрмә башлығы биргән йөкләмәләрҙе лә тырышып үтәгән (Баш. 39:21—23).

12 Бер көндө Йософҡа фирғәүендең һарайында хеҙмәт иткән ике тотҡон хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡандар. Йософтоң игелеге уларға шул тиклем ныҡ тәьҫир иткән, улар хатта уға борсолоуҙарын һәм төнөн күргән сәйер төштәрен һөйләп бирергә булған (Баш. 40:5—8). Йософ был һөйләшеүҙең ни менән бөтөрөн күҙ алдына ла килтермәгән. Ике йыл үтеүгә ул, төрмәнән азат ителеп, Мысырҙа фирғәүендән һуң икенсе кеше булып киткән (Баш. 41:1, 14—16, 39—41).

13. Ниндәй генә хәлгә эләкһәк тә, Йәһүәгә үҙебеҙҙе фатихаларға мөмкинлек бирер өсөн нимә эшләп була?

13 Йософ кеүек, беҙ ҙә өмөтһөҙ булып күренгән ауыр хәлдәргә эләгергә мөмкин. Ләкин, түҙемле булып һәм хәлебеҙҙән килгәндең барыһын эшләп, беҙ Йәһүәгә үҙебеҙҙе фатихаларға мөмкинлек бирәбеҙ (Зәб. 37:5). Хатта ни эшләргә белмәй аптырашта ҡалғанда ла, беҙ «өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ» (2 Кор. 4:8). Йәһүә һәр ваҡыт беҙҙең менән буласаҡ, айырыуса иғтибарыбыҙҙы хеҙмәткә туплаһаҡ, беҙҙе ҡалдырмаясаҡ.

АРТАБАН ДА АШҠЫНЫП ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

14—16. Тормошондағы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, Филипптың вәғәз эшен беренсе урынға ҡуйыуы нимәнән күренгән?

14 Филипп, тормоштағы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, ашҡынып хеҙмәт итеүҙә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Бер ваҡыт ул Иерусалимда махсус бер йөкләмә үтәгән (Ғәм. 6:1—6). Әммә тиҙҙән барыһы үҙгәргән. Стефан таш менән бәргесләп үлтерелгәндән һуң, мәсихселәрҙе бик ныҡ эҙәрләй башлағандар *. Эҙәрләүҙәр арҡаһында мәсихселәр Иерусалимдан ҡасып киткән. Ә Филипп, артабан да ашҡынып хеҙмәт итергә теләп, Самария ҡалаһына юлланған, сөнки унда күп кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе ишетмәгән булған (Матф. 10:5; Ғәм. 8:1, 5).

15 Филипп Алла рухы ҡайҙа ғына йүнәлтһә лә, шунда барырға әҙер булған. Шуға күрә Йәһүә уны һөйөнөслө хәбәрҙе әле ишетмәгән кешеләр йәшәгән ерҙәргә ебәргән. Күп йәһүдтәр самарияндарға кәмһетеп ҡараған һәм улар менән насар мөғәмәлә иткән. Ләкин Филипп кеше айырмаған һәм самарияндарға теләп вәғәзләгән. Һәм самарияндар уны ҙур иғтибар менән тыңлаған! (Ғәм. 8:6—8).

16 Шунан Алла рухы Филиппты күп мәжүсиҙәр йәшәгән Азот һәм Кесария ҡалаларына йүнәлткән (Ғәм. 8:39, 40). Унда булғанда, Филипптың тормошо ҡабат үҙгәргән. Ул, ғаилә ҡороп, шул ерҙәрҙә төпләнергә булған. Әммә, тормошо нисек кенә үҙгәрһә лә, Филипп хеҙмәттә әүҙем булып ҡалған. Йәһүә уны һәм уның ғаиләһен артабан да фатихалаған (Ғәм. 21:8, 9).

17, 18. Тормошобоҙ үҙгәргәндә, иғтибарҙы хеҙмәткә туплау беҙгә нисек ярҙам итер?

17 Тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан күп ҡәрҙәштәр әйтеүенсә, иғтибарҙы хеҙмәткә туплау, тормоштағы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, бәхетле һәм ыңғай ҡарашлы булып ҡалырға ярҙам итә. Мәҫәлән, Көньяҡ Африканан Озборн менән Полайт, Вефиль хеҙмәтен тамамлағаc, ярты көнлөк эш һәм йәшәү урыны табыу еңел булыр, тип уйлаған. Әммә Озборн: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш урыны эҙләү оҙаҡҡа һуҙылды», — тип әйтә. Ә Полайт былай ти: «Беҙ өс ай буйы эш таба алманыҡ, ә йыйылған аҡса юҡ ине. Беҙгә бик ауыр булды».

18 Шундай ауыр хәлдә уларға нимә ярҙам иткән? Озборн: «Йыйылыш менән вәғәзләү беҙгә ыңғай ҡарашлы булып ҡалырға ярҙам итте», — ти. Борсолоп өйҙә ултырыу урынына, улар хеҙмәттә әүҙем ҡатнашырға ҡарар иткән. Был уларға күп шатлыҡ килтергән! Озборн былай тип өҫтәй: «Беҙ эш эҙләүебеҙҙе дауам иттек һәм ахыр сиктә таптыҡ».

ЙӘҺҮӘГӘ ТУЛЫҺЫНСА ТАЯНЫҒЫҘ

19—21. а) Беҙгә йән тыныслығын юғалтмаҫҡа нимә ярҙам итер? б) Көтөлмәгән үҙгәрештәргә эйәләшеү ниндәй файҙа килтерергә мөмкин?

19 Был миҫалдарҙан күренеүенсә, үҙ шарттарыбыҙҙа көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк һәм Йәһүәгә тулыһынса таянһаҡ, беҙ бер нигә ҡарамаҫтан тыныс булып ҡала алырбыҙ. (Миҡай 7:7-не уҡығыҙ *.) Ваҡыт уҙыу менән беҙ, бәлки, яңы шарттарға эйәләшеп, Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашҡаныбыҙҙы аңларбыҙ. Полайт әйтеүенсә, билдәләнеүҙәре үҙгәргәнгә, ул Йәһүәгә таяныу нимә икәнен аңлаған. «Уның менән мөнәсәбәттәрем яҡыныраҡ булып китте», — тип өҫтәй ул.

20 Юғарыла иҫкә алынған Мэри әле лә ҡартайған атаһы хаҡында ҡайғырта һәм пионер булып хеҙмәт итә. Ул былай ти: «Мин шуға өйрәндем: борсолған сағымда миңә туҡтарға, доға ҡылырға һәм тынысланырға кәрәк. Барыһын да Йәһүәгә тапшырыу, моғайын, алған һабаҡтарымдың иң мөһимелер. Киләсәктә лә был һабаҡ минең өсөн бик файҙалы буласаҡ».

21 Ллойд менән Александра, тормошобоҙҙағы үҙгәрештәр иманыбыҙҙы көтөлмәгәнсә һынаны, тип таный. Улар былай ти: «Һынауҙар имандың ни тиклем ныҡ икәнен күрһәтә һәм уның ауыр ваҡыттарҙа беҙгә йыуаныс һәм көс бирә аламы, юҡмы икәнен асыҡлай. Һынауҙар беҙҙә яҡшы сифаттар үҫтерә».

Көтөлмәгән үҙгәрештәр көтөлмәгән фатихаларға килтерергә мөмкин! (19—21-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

22. Үҙ шарттарыбыҙҙа көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәк, нимәгә шикләнмәҫкә була?

22 Хәҙерге донъяла тормошобоҙҙоң ҡапыл үҙгәреүе ихтимал. Беҙ Йәһүә эшендә башҡа төрлө йөкләмә алырға йә ауырып китергә мөмкин йәки ғаиләбеҙҙе ҡайғыртыуға бәйле яңы вазифалар тыуыуы ихтимал. Әммә, ниндәй генә хәлдәр булһа ла, Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта ҡайғыртыуына һәм кәрәкле ваҡытта һеҙгә ярҙам күрһәтәсәгенә һис тә шикләнмәгеҙ (Евр. 4:16; 1 Пет. 5:6, 7). Ә әлегә үҙ шарттарығыҙҙа көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тырышығыҙ. Атабыҙ Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм уға тулыһынса таянырға өйрәнегеҙ. Шулай эшләһәгеҙ, шарттарығыҙ нисек кенә үҙгәрһә лә, һеҙ бер ҡасан да йән тыныслығын юғалтмаҫһығыҙ.

^ 2 абз. Зәбур 131:1—3: «Эй Йәһүә, йөрәгем ғорур түгел минең, күҙҙәрем дә тәкәббер түгел. Ғәйәт бөйөк нәмәләргә лә, ирешә алмаҫлыҡ нәмәләргә лә ынтылмайым мин. Юҡ, киреһенсә, мин йәнемде йыуатам, тынысландырам, әсәй кеше имсәктән айырылған сабыйын ҡосағына алып йыуатҡан төҫлө. Йәнем имсәктән айырылған сабый бала кеүек ҡәнәғәт. Израиль Йәһүәне көтһөн, хәҙер һәм мәңге».

^ 4 абз. Йылдар үткәс, үҙенең беренсе улына Менашше (мәғәнәһе «оноторға ярҙам итеүсе; оноттороусы») тип исем ҡушҡанда, Йософ: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды... оноторға ярҙам итте», — тигән. Күренеүенсә, Йософ Йәһүәнең, бала биреп, үҙен йыуатҡанын аңлаған (Баш. 41:51).

^ 14 абз. Ошо брошюрала «Һеҙ белә инегеҙме?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 19 абз. Миҡай 7:7: «Мин иһә, Йәһүәне көтөп, күҙәтеп торам, ҡотҡарыусы Алламды сабырлыҡ менән көтәм. Аллам мине ишетер».