Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1918. Йөҙ йыл элек

1918. Йөҙ йыл элек

«Күҙәтеү манараһы»ның 1918 йылдың 1 ғинуарындағы сығарылышы «1918 йыл нимә килтерер?» тигән һорау менән башланған булған. Европала һуғыш һаман ҡоторонған, әммә шул йылдың башында булған ваҡиғалар Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең һәм бөтә донъялағы кешеләрҙең хәлен яҡшы яҡҡа үҙгәртер кеүек тойолған.

ТЫНЫСЛЫҠ ХАҠЫНДА ХӘБӘРҘӘР

1918 йылдың 8 ғинуарында президент Вудро Вильсон, АҠШ-тың Конгресына мөрәжәғәт иткәндә, ғәҙел һәм ҡаҡшамаҫ тыныслыҡҡа өлгәшер өсөн 14 принцип тәҡдим иткән. Ул халыҡтар араһында асыҡ дипломатия урынлаштырырға, хәрби ҡоралдарҙы кәметергә һәм ҙур илдәрҙең дә, бәләкәйҙәренең дә файҙаһын ҡайғыртасаҡ «халыҡтар берләшмәһен» булдырырға тәҡдим иткән. Уның 14 принцибын һуңыраҡ Милләттәр Лигаһын ойошторғанда һәм Беренсе бөтә донъя һуғышының тамамланыуына килтергән Версаль килешеүен төҙөгәндә ҡулланғандар.

ҠАРШЫ ТОРОУСЫЛАР ЕҢЕЛӘ

1917 йыл бик ҡатмарлы булһа ла, Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең киләсәге яҡты булып күренгән, сөнки Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм трактаттар йәмғиәтенең йыллыҡ осрашыуы яҡшы ғына үткән *.

Был осрашыу 1918 йылдың 5 ғинуарында үткәрелә. Унда Вефилдән сығарылған бер нисә күренекле ҡәрҙәш ойошма менән етәкселек итеүҙе үҙ ҡулына алырға тырыша. Осрашыуҙың башында күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе Ричард Барбер доға ҡыла. Үткән йыл дауамында башҡарылған эшмәкәрлек тураһындағы отчет менән танышҡандан һуң, ҡәрҙәштәр директорҙар советы ағзаларын һайлай башлай. Барбер ҡәрҙәш Джозеф Рутерфордтың һәм тағы алты ағай-ҡәрҙәштең кандидатураһын тәҡдим итә. Ә ҡаршы тороусыларға ҡушылған юрист башҡа ете ағай-ҡәрҙәштең, шул иҫәптән Вефилдән сығарылған ҡәрҙәштәрҙең кандидатураһын тәҡдим итә. Әммә улар еңелә. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың күпселеге Рутерфордты һәм тоғро алты ағай-ҡәрҙәште һайлай.

Унда булған күп ҡәрҙәштәр шул осрашыуҙы «иң фатихалы йыйылыш» тип атаған. Әммә уларҙың ҡыуанысы оҙаҡҡа һуҙылмаған.

«ТАМАМЛАНҒАН СЕР» КИТАБЫНА ҠАРАШ

Бер нисә ай дауамында Изге Яҙманы тикшереүселәр «Тамамланған сер» китабын таратҡан. Эскерһеҙ уҡыусылар был китапта яҙылған Изге Яҙма хәҡиҡәттәрен ихлас ҡабул иткән.

Канадала күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән Эдвард Крист ҡәрҙәш «Тамамланған сер» китабын уҡып сыҡҡан бер пар тураһында һөйләгән. Улар хәҡиҡәтте ни бары биш аҙна эсендә ҡабул иткән! Крист ҡәрҙәш әйтеүенсә, улар икеһе лә, Аллаға бағышланып, рухи яҡтан бик тиҙ үҫкән.

Ә был китапты уҡып сыҡҡан бер ир шунда уҡ уның хаҡында дуҫтарына һөйләгән. Һөйөнөслө хәбәр тура мәғәнәлә уның өҫтөнә килеп төшкән. Ул үҙе менән булған хәлде бына нисек тасуирлап биргән: «Мин Өсөнсө авеню буйлап китеп барғанда... яурыныма нимәлер килеп төштө. Кирбес тип уйлаһам, „Тамамланған сер“ китабы булып сыҡты. Мин уны өйгә алып ҡайттым да тулыһынса уҡып сыҡтым... [...] Һуңыраҡ шуны белеп ҡалдым: был китапты ярһып китеп тәҙрәнән... бер рухани алып бәргән икән. ...минеңсә, уның үҙ ғүмерендә башҡарған бөтә эштәре менән сағыштырғанда, китапты тәҙрәнән ырғытыуы менән рухани күпкә күберәк кешегә тере өмөткә юл асҡан... Уның ярһып китеүе арҡаһында беҙ хәҙер Алланы данлайбыҙ».

Шул руханиҙан башҡа, бүтән кешеләр ҙә «Тамамланған сер» китабына нәфрәт менән ҡараған. 1918 йылдың 12 февралендә Канаданың хөкүмәт вәкилдәре, был китап фетнә күтәрергә һәм һуғышҡа бармаҫҡа ҡоторта тиеп, уны тыйған. Күп тә үтмәҫтән, Ҡушма Штаттар ҙа шулай эш иткән. Нью-Йорк, Пенсильвания һәм Калифорнияла тентеүҙәр үткән: хөкүмәт вәкилдәре Вефилдә һәм офистарыбыҙҙа яуаплы ағай-ҡәрҙәштәргә ғәйеп тағырлыҡ берәй нәмә эҙләгән. 1918 йылдың 14 мартында АҠШ-тың Юстиция министрлығы, «Тамамланған сер» китабын таратыу хәрби эшмәкәрлеккә ҡамасаулай һәм шпионлыҡ тураһындағы законды боҙа тип иғлан итеп, был китапты тыйған.

ТӨРМӘГӘ УЛТЫРТЫУ

1918 йылдың 7 майында Юстиция министрлығы ошо ағай-ҡәрҙәштәрҙе ҡулға алырға рөхсәт алған: Уильям ван Амбург, Клейтон Вудворт, Джованни Дечекки, Александр Макмиллан, Роберт Мартин, Фредерик Робисон, Джозеф Рутерфорд һәм Джордж Фишер. Уларҙы хөкүмәткә буйһонмаҫҡа, уға хыянат итергә һәм Ҡушма Штаттарҙың хәрби көстәрендә хеҙмәт итеүҙән баш тартырға ҡотортоуҙа, өҫтәүенә, быны мәкерле ниәттәрҙән сығып һәм аңлы рәүештә эшләүҙә ғәйепләгәндәр. Суд 1918 йылдың 5 июнендә башланған, әммә бер кем дә тиерлек судтың ғәҙел буласағына өмөтләнмәгән. Ни өсөн?

Ҡушма Штаттарҙың генераль прокуроры ҡәрҙәштәрҙе шпионлыҡ тураһындағы законды боҙоуҙа ғәйепләгән һәм был законды «пропагандаға ҡаршы уңышлы ҡорал» тип атаған. Был закон өсөн ҡаралған бер төҙәтмә «изге ниәттәрҙән сығып һәм законлы маҡсаттар хаҡына дөрөҫ мәғлүмәтте» һөйләгән кешеләрҙе яҡлай алыр ине. Ләкин 1918 йылдың 16 майында Конгресс был төҙәтмәне кире ҡаҡҡан. Судта күбеһенсә «Тамамланған сер» китабы ҡаралған. АҠШ Конгресының рәсми документтарында былай тиелгән: «„Тамамланған сер“ тип аталған китап — иң ҡурҡыныс пропаганда миҫалдарының береһе... Уның маҡсаты — һалдаттарҙа йүнәлешебеҙҙең дөрөҫ булыуына шик уятыу һәм уларҙы хәрби хеҙмәттән баш тартырға ҡотортоу».

1918 йылдың 20 июнендә присяжныйҙар һигеҙ ағай-ҡәрҙәште бөтә пункттарҙа ла ғәйепле тип таныған. Киләһе көндө судья хөкөм ҡарары сығарған. Ул былай тигән: «Яуапҡа тарттырылыусылар ашҡынып таратҡан дини пропаганда... немец девизияһынан да ҡурҡынысыраҡ. [...] ...уларға бирелгән яза ҡаты булырға тейеш». Был һигеҙ ағай-ҡәрҙәште 10-дан 20 йылға тиклем хөкөм иткәндәр һәм ике аҙнанан һуң Атланта ҡалаһындағы (Джорджия штаты) федераль төрмәгә ебәргәндәр.

ВӘҒӘЗ ЭШЕ ДАУАМ ИТЕЛӘ

Шул ваҡыттарҙа Изге Яҙманы тикшереүселәр ҡаты эҙәрләүгә дусар булған. Федераль тикшереүҙәр бюроһы (ФТБ) уларҙың эшмәкәрлеген ентекләп тикшергән һәм быға бәйле меңәрләгән битле отчеттар төҙөгән. Был отчеттарҙан күренеүенсә, ҡәрҙәштәр вәғәзләүҙән туҡтамаған.

ФТБ-ға ебәргән хатында Орландо ҡалаһындағы (Флорида штаты) почта начальнигы былай тип яҙған: «[Изге Яҙманы тикшереүселәр] бөтөн ҡала буйлап өйҙән-өйгә вәғәзләй һәм быны күбеһенсә төнөн эшләй. [...] Күрәһең, улар эшмәкәрлектәренең юҡҡа сығыуын теләмәй, шуға кешеләрҙе аптыратып йөрөй».

АҠШ-тың Хәрби ведомствоһы ФТБ-ға Фредерик Френцтың (һуңыраҡ Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы булып хеҙмәт иткән ҡәрҙәш) эшмәкәрлеге тураһында отчет ебәргән. Шул отчетта бындай һүҙҙәр булған: «Ф. У. Френц... бер нисә мең „Тамамланған сер“ китабын һатыуҙа әүҙем ҡатнашҡан».

Чарлз Фэкел (ул да һуңыраҡ Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы булған) шулай уҡ ҡаты эҙәрләү кисергән. Уны «Тамамланған сер» китабын таратҡаны өсөн ҡулға алғандар һәм шәхси почтаһын тикшергәндәр. Фэкел ҡәрҙәште бер айға Балтимор ҡалаһындағы (Мэриленд штаты) төрмәгә япҡандар һәм дошман тип иғлан иткәндәр, сөнки ул сығышы менән Австриянан булған. Ул ваҡытта Австрия дошман иле тип һаналған. Һорау алыу ваҡытында ҡыйыулыҡ менән шаһитлыҡ биргәндә, Фэкел ҡәрҙәш илсе Павелдың 1 Коринфтарға 9:16-лағы: «Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә!» — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән *.

Изге Яҙманы тикшереүселәр, ашҡынып вәғәзләүҙән тыш, шулай уҡ, Атланталағы төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәрҙе иреккә сығарһындар өсөн, тырышып петиция әҙерләгән. Анна Гарднер былай тип иҫенә төшөргән: «Беҙ бер ҡасан да эшһеҙ ултырманыҡ. Ағай-ҡәрҙәштәр төрмәлә булғанда, беҙ өйҙән-өйгә йөрөп ҡултамғалар йыйҙыҡ. Меңәрләгән кеше ҡул ҡуйҙы! Беҙ кешеләргә ҡәрҙәштәребеҙҙең ысын мәсихселәр булыуы һәм төрмәгә ғәҙелһеҙ ултыртылыуы хаҡында әйтә инек».

КОНГРЕСТАР

Шул ауыр ваҡыттарҙа, ҡәрҙәштәрҙе рухи яҡтан нығытыр өсөн, йыш ҡына конгрестар үткәрелгән. «Күҙәтеү манараһы»ның бер сығарылышында былай тиелгән булған: «Быйыл... ҡырҡтан ашыу конгресс үткәрелде... Бөтә конгрестарҙан да рәхмәт белдергән хәбәрҙәр килде. Элек конгрестар йәй аҙағында йә көҙ башында үтә ине, ә хәҙер улар ай һайын үткәрелеп тора».

Эскерһеҙ кешеләр артабан да хәҡиҡәткә килгән. Кливлендта (Огайо штаты) үткән конгреста 1 200-гә яҡын кеше булған һәм 42 кеше һыуға сумдырылған. Һыуға сумдырылыусылар араһында бер малай булған. Ул «Аллаға рәхмәт йөҙөнән уға тормошон бағышлаған, уның был аҙымы хатта ҡайһы бер иманһыҙ ололарҙы уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра алған».

АРТАБАН НИМӘ БУЛҒАН?

1918 йылдың аҙағында Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең киләсәге билдәһеҙ булып күренгән. Бруклиндағы ҡайһы бер биналар һатылған, ә баш идаралыҡ Питсбургка (Пенсильвания штаты) күскән. Яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр төрмәлә ултырһа ла, киләһе йыллыҡ осрашыу 1919 йылдың 4 ғинуарына планлаштырылған булған.

Беҙҙең ҡәрҙәштәр вәғәз эшен дауам иткән. Улар барыһының да яҡшы тамамланырына шул тиклем ышанған, хатта 1919 йылдың йыллыҡ шиғыры итеп Ишағыя 54:17-не һайлаған. Унда былай тиелгән: «Һиңә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ». Алда Изге Яҙманы тикшереүселәрҙе иманды нығытырлыҡ һәм киләсәктә бөйөк эштәр башҡарырға көс бирерлек үҙгәрештәр көткән.

^ 6 абз. Йәһүә шаһиттарының 2017 йылғы «Йыллыҡ баҫма»һының (тат.) 172—176-сы биттәрендәге «Йөҙ йыл элек. 1917» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

^ 22 абз. 1969 йыл 1 март һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (ингл.) Чарлз Фэкелдың «Шатлыҡ — игелекле эштә сыҙам булғаным өсөн бүләк» тигән биографияһын ҡарағыҙ.