Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Алла донъяла булған ғазаптарҙа ғәйеплеме?
Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?
Эйе
Юҡ
Бәлки
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл!» (Әйүп 34:10) Алла донъяла булған яуызлыҡта һәм ғазаптарҙа ғәйепле түгел.
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Шайтан Иблис — «был донъяның хакимы» — ғазаптарҙың төп сәбәбе (Яхъя 14:30).
Яуызлыҡ һәм ғазаптар шулай уҡ кешеләрҙең дөрөҫ булмаған ҡарарҙары арҡаһында килеп сыға (Яҡуб 1:14, 15).
Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?
Ҡайһы бер кешеләр, берҙәм тырышлыҡ һалып, ғазаптарҙы бөтөрөп була, тип уйлай. Башҡалар иһә донъялағы ғазаптарҙың юҡҡа сығасағына ышанып етмәй. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Бөтә ғазаптарҙы Алла бөтөрәсәк. Инжилдә былай тип әйтелә: «Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:3, 4).
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Алла Ғайсаға ғазаптарҙың сығанағын — Иблисте юҡ итергә ҡушҡан (1 Яхъя 3:8).
Яҡшы кешеләр ерҙә, тыныслыҡтан рәхәтлек табып, мәңге йәшәйәсәк (Зәбур 37:9—11, 29).