Дөрөҫ аңламауҙың ҡурҡынысы ниндәй?
Бәләкәй ҡыҙ завод торбаларынан сыҡҡан төтөнгә ҡарап тора. Ул шул төтөндөң, ҡуйы болоттарға әйләнеп, күк йөҙөндә таралыуына иғтибар итә. «Был завод болоттар эшләп сығара икән», — тип уйлап ҡуя ул. Баланың ундай яңылыш һығымтаға килеүе ҡыҙыҡ булып күренә. Ләкин ҡайһы саҡта нимәнелер дөрөҫ аңламау тормошобоҙға ныҡ тәьҫир итергә мөмкин. Мәҫәлән, дарыуҙың исемен дөрөҫ уҡымаһаҡ, уны башҡа дарыу менән бутауыбыҙ ихтимал. Шул саҡта һаулығыбыҙға зыян килтереүебеҙ бар.
Рухи нәмәләрҙе дөрөҫ аңламау тағы ла етдирәк эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләр Ғайсаның өйрәткәндәрен дөрөҫ аңламаған (Яхъя 6:48—68). Һорауҙар биреп күберәк белер урынына, улар Ғайсаның тәғлимәттәренән бөтөнләй баш тартҡан. Ниндәй аяныс хәл!
Бәлки, һеҙ Изге Яҙмала яҙылғандарҙы тормошоғоҙҙа ҡулланырға тырышаһығыҙҙыр. Шулай булһа, һеҙ маҡтауға лайыҡ. Ҡайһы саҡта кешеләр, Изге Яҙманы уҡып, дөрөҫ булмаған һығымталарға килә. Һеҙҙең менән дә шундай хәл булырға мөмкинме? Әйҙәгеҙ, киң таралған яңылыш һығымталарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.
-
Ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙмалағы «Алланан ҡурҡ» тигән әмерҙе дөрөҫ аңламай. Улар, Алланан ҡалтырап ҡурҡырға кәрәк, тигән һығымтаға килә (Вәғәзсе 12:13). Әммә Алла үҙенә ғибәҙәт ҡылыусыларҙың ундай хистәр кисереүен теләмәй. Ул былай ти: «Ҡурҡма, сөнки мин һинең менән. Борсолма, сөнки мин һинең Аллаң. Мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен» (Ишағыя 41:10). Алланан ҡурҡыу уға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт кисереүҙе һәм уны тәрән ихтирам итеүҙе аңлата.
-
Изге Яҙмала бындай һүҙҙәр бар: «Һәр нәмәнең үҙ мәле бар... Тыуыу ваҡыты бар һәм үлеү ваҡыты бар». Ҡайһы бер кешеләр Алла тарафынан рухландырылған ошо һүҙҙәрҙе дөрөҫ аңламай. Улар, Алла һәр кешенең үлер көнөн алдан билдәләп ҡуйған, тип уйлай (Вәғәзсе 3:1, 2). Әммә ошо өҙөктә ни бары йәшәү циклы тасуирлана һәм һәр бер кешене ахырҙа үлем көткәне хаҡында әйтелә. Алла Һүҙе шулай уҡ беҙҙең ҡарарҙарыбыҙ ғүмеребеҙҙең оҙонлоғона тәьҫир итә икәненә өйрәтә. Мәҫәлән, Ғибрәтле һүҙҙәр китабында: «Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт ғүмерҙе оҙайта», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:27; Зәбур 90:10; Ишағыя 55:3). Нисек итеп? Мәҫәлән, Алла Һүҙен хөрмәт итеү беҙҙе һаулығыбыҙға зыян килтерә алған насар ғәҙәттәрҙән — эскеселектән, әхлаҡһыҙлыҡтан — һаҡланырға дәртләндерә (1 Коринфтарға 6:9, 10).
-
Ҡайһы бер кешеләр, Изге Яҙмалағы «күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн... һаҡланып тора» тигән һүҙҙәрҙе тура мәғәнәһендә аңлап, Алла планетабыҙҙы юҡ итәсәк, тигән уйға килә (2 Петр 3:7). Әммә Алла, Ер бер ҡасан да һәләк ителмәйәсәк, тигән вәғәҙә бирә. Алла «ерҙе нигеҙҙәренә ныҡ урынлаштырған, ер бер ҡасан да үҙ урынынан ҡуҙғалмаҫ» (Зәбур 104:5; Ишағыя 45:18). Шуға күрә Ер түгел, ә был боҙоҡ донъя төҙөлөшө, утта юҡ ителгән һымаҡ, һәләк ителәсәк. «Күк» тигән һүҙ тура мәғәнәлә ҡулланылғанда, ул йә Ғаләмде, йә Алланың йәшәгән урынын үҙ эсенә алырға мөмкин. Быларҙың барыһы ла юҡ ителмәйәсәк.
НИ ӨСӨН КҮПТӘР ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ДӨРӨҪ АҢЛАМАЙ?
Был миҫалдарҙан күреүебеҙсә, йыш ҡына кешеләр Изге Яҙманан уҡыған өҙөктәрҙе дөрөҫ аңламай. Әммә ни өсөн Алла быны рөхсәт итә? Кемдер былай тип уйларға мөмкин: «Алла иң зирәк, сикһеҙ аҡыллы булһа, ни өсөн ул кешеләргә еңел генә аңларҙай китап бирмәгән?» Эйе, ҡайһы берәүҙәр Изге Яҙманы дөрөҫ аңламай. Быға кәм тигәндә өс сәбәп бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы ҡарап сығайыҡ.
-
Лука 10:21) Изге Яҙмала яҙылған хәбәрҙе дөрөҫ ҡараш менән уҡыған кешеләр генә аңлай ала. Йыш ҡына «зирәктәр һәм аҡыл эйәләре» ғорурлыҡ сифатын сағылдыра, ә ғорурлыҡ Изге Яҙманы дөрөҫ аңларға ҡамасаулай. Ә «сабыйҙар» шикелле баҫалҡы һәм өйрәнергә әҙер булған кешеләр Алланың хәбәрен аңлай ала. Эйе, Алланың Һүҙе — Изге Яҙма оҫта итеп яҙылған!
Изге Яҙма баҫалҡы һәм өйрәнергә әҙер булған кешеләр өсөн тәғәйенләгән. Ғайса, Атаһына өндәшеп, былай тигән: «Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым!» ( -
Изге Яҙма китабы Алла ярҙамына мохтаж булыуын таныған кешеләр өсөн яҙылған. Ғайса уның өйрәткәндерен аңларға теләгән кешеләргә ярҙам кәрәк буласағын күрһәткән. Улар шул ярҙамды нисек ала алған? Ғайса былай тип аңлатҡан: «Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы — Изге Рух — һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр» (Яхъя 14:26). Шулай итеп, Алла Изге Яҙманы уҡыған кешеләргә, уҡығанын аңлаһындар өсөн, изге рухын — үҙенең эш итеүсе көсөн бирә. Ләкин Алла уның ярҙамын кире ҡаҡҡан кешеләрҙе үҙенең рухынан мәхрүм итә, шуға күрә Изге Яҙмала яҙылғандар улар өсөн сәйер булып күренә. Шулай уҡ Алланың изге рухы Изге Яҙма тураһында белеме күберәк булған кешеләрҙе Алла Һүҙен аңларға теләгәндәргә ярҙам итергә дәртләндерә (Ғәмәлдәр 8:26—35).
-
Изге Яҙманың ҡайһы бер өҙөктәренең мәғәнәһе кешеләргә билдәле бер осорҙа ғына асыла. Мәҫәлән, Алла Данил пәйғәмбәргә киләсәккә ҡағылышлы хәбәрҙе яҙырға ҡушҡан. Фәрештә уға былай тигән: «Ә һин, Данил, ахырғы ваҡытҡа тиклем был һүҙҙәрҙе сер итеп һаҡла һәм китапты мисәтләп ҡуй». Быуаттар дауамында күп кешеләр Данил китабын уҡыған, әммә ысынында унда нимә яҙылғанын аңламаған. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Данил нимә яҙғанын үҙе лә тулыһынса аңламаған. Ул баҫалҡы ғына былай тигән: «Мин иһә барыһын ишетһәм дә, бер нәмә лә аңлай алманым». Ваҡыт үтеү менән, Алла билдәләгән осорҙа ғына, кешеләр Данил яҙған пәйғәмбәрлекте дөрөҫ итеп аңларға тейеш булған. Фәрештә: «Бар, Данил, был һүҙҙәр ахырғы ваҡытҡа тиклем сер булып ҡалырға һәм мисәтләнеп ҡуйылған булырға тейеш», — тип аңлатҡан. Кем Алланың хәбәрҙәрен аңларға тейеш булған? «[Яуыздарҙың] береһе лә был һүҙҙәрҙе аңламаҫ, төшөнөүсән кешеләр иһә аңлар» (Данил 12:4, 8—10). Шуға күрә Алла Изге Яҙманың ҡайһы бер өҙөктәренең мәғәнәһен үҙе тейешле тип һанаған ваҡытта ғына аса.
Ә Йәһүә шаһиттары ҡасан да булһа дөрөҫ булмаған һығымталар яһағаны бармы? Эйе. Әммә Алла үҙ ваҡытында берәй һорауҙы асыҡлағанда, улар ҡараштарын үҙгәртергә әҙер булғандар. Шулай итеп улар Ғайсаның илселәренән үрнәк ала. Ғайса уларҙы төҙөткәндә, улар, баҫалҡылыҡ сағылдырып, ҡараштарын үҙгәртеп торған (Ғәмәлдәр 1:6, 7).
Бәләкәй ҡыҙҙың болоттарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында дөрөҫ булмаған фекере әллә ни ҡурҡыныс түгел. Әммә Изге Яҙмала яҙылған өйрәтеүҙәр беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ундағы хәбәр Изге Яҙманы үҙҙәре уҡып аңларға тырышҡан кешеләр өсөн дә мөһим. Шуға күрә уҡығанығыҙҙы аңлар өсөн ярҙам эҙләгеҙ. Изге Яҙманы баҫалҡылыҡ сағылдырып өйрәнгән, уҡығандарын аңлар өсөн Алланың изге рухына таянған кешеләргә мөрәжәғәт итегеҙ. Ундай кешеләр тарихтың мөһим осоронда йәшәгәненә инана: Алла айырыуса бөгөн Изге Яҙманы аңлауыбыҙҙы бик теләй. Йәһүә шаһиттары менән һөйләшеп ҡарағыҙ. Изге Яҙмала: «Әгәр төшөнөүсәнлекте саҡырһаң... Алла тураһында белем табырһың», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:3—5).