Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ЙӘҺҮӘ ХАЛҠЫ ИҪ КИТКЕС ФАТИХА АЛА!

«Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» татар телендә сығарылды

«Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» татар телендә сығарылды

2015 йылдың 21 ноябрендә тарихи бер ваҡиға булды: татар телендә «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» сығарылды.

Быға тиклем татар телендә һөйләшкән иманлы кешеләр тыуған телендә Изге Яҙманың ҡайһы бер өлөштәрен генә уҡый ала ине. Хәҙер иһә татар телендә тулы Изге Яҙма бар — ул «Яңы донъя тәржемәһе». Ул башҡа тәржемәләрҙән нимә менән айырылып тора? Уны кем сығарған? «Яңы донъя тәржемәһе»нең ышаныслы икәнен нисек белергә?

Ни өсөн яңы тәржемәләр сыға?

Һуңғы йылдарҙа Изге Яҙманың күп кенә яңы тәржемәләре сыҡҡан. Бының ярҙамында күп кешеләрҙең Алла Һүҙен беренсе тапҡыр туған телендә уҡыу мөмкинлеге тыуған. Әммә берәй телдә Изге Яҙма инде булһа ла, шул телдә лә яңы тәржемәләр сығып тора. Ни өсөн? Сакаи Кубо һәм Уолтер Спект «Ни өсөн шул тиклем күп тәржемәләр кәрәк?» тигән китабында былай тип аңлата: «Изге Яҙманың бер тәржемәһен дә һуңғы тәржемә тип атап булмай. Тәржемәләр библеистика фәненән һәм телдең үҙгәрә барыуынан артта ҡалмаҫҡа тейеш». («So Many Versions?»)

Һуңғы йылдарҙа боронғо еврей, арамей, грек телдәрен — Изге Яҙманың төп нөсхәһе яҙылған телдәрҙе — яҡшыраҡ аңлай башлағандар. Өҫтәүенә, Изге Яҙманың элек яһалған тәржемәләрендә ҡулланылған боронғораҡ һәм теүәлерәк ҡулъяҙмалар табылған. Шуға күрә бөгөн Алла Һүҙен элек ирешә алмаҫлыҡ теүәллек менән тәржемә итеп була!

«Йыл һайын Изге Яҙма иң ҙур күләмдә һатыла торған китап булып ҡала», — тип яҙған халыҡ-ара бизнес профессор Деклан Хейс. Ҡайһы ваҡыт бестселлер баҫтырып сығарыу теләге, теүәл тәржемәне яһау теләгенә ҡарағанда, өҫтөн булырға мөмкин. Миҫал өсөн, Изге Яҙманың бер тәржемәһен сығарыусылар үҙҙәренә «ҡыҙыҡһыҙ» булып күренгән өҙөктәрҙе төшөрөп ҡалдырған. Икенсе бер тәржемәлә бөгөнгө ҡайһы бер уҡыусыларҙы рәнйетә алған һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр үҙгәртелгән. Мәҫәлән, унда, билдәле бер кешеләргә ярарға теләп, Алланы «Ата-Асә» тип атағандар.

Алланың исемен йәшерергә тырышыу

Тәржемәселәрҙең Алланың Йәһүә тигән шәхси исеменә ҡарата мөнәсәбәте ҙур борсоу тыуҙыра. (Ҡайһы бер ғалимдар Алланың исеме «Яхве» тип һанай.) Изге Яҙманың боронғо ҡулъяҙмаларында Алла исеме дүрт тартынҡы еврей хәрефе менән яҙыла. Татар телендә уларҙы ЙҺВҺ хәрефтәре менән яҙып була. Был бөйөк исем Еврей Яҙмаларында ғына ла (Тәүрәт, Зәбур һәм пәйғәмбәрҙәр китаптары) яҡынса 7000 тапҡыр осрай (Сығыш 3:15; Зәбур 83:18). Шуныһы ап-асыҡ: Барлыҡҡа килтереүсебеҙ үҙ хеҙмәтселәренең был исемде белеүен һәм ҡулланыуын теләй!

Әммә быуаттар элек йәһүдтәр хөрәфәти ҡурҡыу арҡаһында Алла исемен әйтмәй башлаған. Һуңыраҡ ундай хөрәфәттәргә нигеҙләнгән ҡарашты христиандар ҙа үҙләштергән (Ғәмәлдәр 20:29, 30; 1 Тимофейға 4:1). Изге Яҙманы тәржемә итеүселәр Алла исемен «Раббы» тигән титул менән алмаштыра башлаған. Хәҙерге көндә Изге Яҙманың күпселек тәржемәләрендә Алла исеме бөтөнләй осрамай. Инглиз телендәге ҡайһы бер Изге Яҙма китаптарынан Яхъя 17:6-ла хатта «исем» тигән һүҙ алып ташланған. Унда Ғайса: «Һинең исемеңде асып бирҙем», — тип әйткән. Бер тәржемәлә был шиғыр былай тип яңғырай: «Мин һине билдәле иттем» («The Good News Translation»).

Ни өсөн һуң Алла исемен һанға һуҡмайҙар? Әйҙәгеҙ, «Изге Яҙманы тәржемә итеүселәр өсөн ғәмәли мәҡәләләр» тигән журналда килтерелгән ҡайһы бер фекерҙәргә иғтибар итәйек («Practical Papers for the Bible Translator»). Был журналды Берләшкән Изге Яҙма йәмғиәттәре (БИЯЙ) баҫтыра. Был ойошма бөтә донъя буйынса Изге Яҙманы тәржемә итеү эшенең ҙур өлөшөн күҙәтә. Шул журналдың бер мәҡәләһендә былай тиелә: «ЙҺВҺ шәхси исем булып торғанға күрә, тәржемә яһағанда уны транслитерациялау аҡыллы булыр ине». Шулай ҙа мәҡәләлә: «Ләкин иҫәпкә алынырға тейеш булған ҡайһы бер шарттар ҙа бар», — тип өҫтәлә.

Ундай шарттар урынлымы? Шул журналда әйтелгәнсә, ҡайһы бер ғалимдар былай тип фекер йөрөтә: «Әгәр беҙ тәржемәлә берәй исемде, мәҫәлән, „Яхве“ тигән исемде ҡулланһаҡ, кешеләр аптырашта ҡалырға мөмкин... имеш, „Яхве“ — сит ил илаһы йә яңы һәм билдәһеҙ, улар белгән Алланан айырылып торған илаһ, тип уйларға мөмкин». Әммә Изге Яҙма Йәһүә Алла ысындан да мәсихсе булмаған кешеләр табынған илаһтарҙан айырылып тора икәнен асыҡ күрһәтә! (Ишағыя 43:10—12; 44:8, 9)

Ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, Алла исемен «Раббы» тигән титул менән алмаштырыу — ул йола буйынса эш итеү генә. Ләкин Ғайса Алланы хурлаған йолаларҙы үтәгән кешеләрҙе хөкөм иткән (Матфей 15:6). Бынан тыш, Алла исемен ниндәйҙер титул менән алмаштырыу бер нисек тә Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән. Ғайса Мәсихтең күп төрлө титулдары бар, мәҫәлән, «Алла Һүҙе» һәм «Батшаларҙың батшаһы» (Асылыш 19:11—16). Әммә хәҙер Ғайса исемен шул титулдар менән алмаштырыу дөрөҫ булыр инеме?

Өҫтә иҫкә алынған журналдың тағы бер мәҡәләһендә: «Ғәҙәттә, „Йәһүә“ тигән форманан ситтә торорға кәрәк», — тип әйтелә. Ни сәбәпле? «Ғалимдарҙың күбеһе ысынында Алланың исеменең тәүге әйтелешенә „Яхве“ тигән форма яҡыныраҡ, тип уйлай». Әммә ләкин беҙҙең өсөн таныш булған Яхъя, Ильяс һәм Ғайса кеүек исемдәрҙең тәүге яңғырашы боронғо еврей телендәге әйтелештән («Иоа́нес», «Елийа́һ», «Йеһоһшу́а») айырылып тора. Шул уҡ рәүешсә, Алла исеме, татар теленең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, тәбиғи итеп «Йәһвә» тип бирелгән. Башҡа телдәрҙә лә оҡшаш хәл күҙәтелә. Шулай итеп, Алла исемен ҡулланырға теләмәү, күрәһең, факттарға түгел, ә хистәргә һәм тиҫкәре ҡараштарға нигеҙләнгән.

Әммә был ғилми һорау ғына түгел. Мәҫәлән, Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләренән Алланың исеме алып ташланғас, БИЯЙ-ҙең Һиндостандағы бер консультанты бының һөҙөмтәләре хаҡында былай тип яҙған: «Индустар өсөн Алланың титулын белеү ҡыҙыҡ түгел. Улар уның исемен белергә теләй. Уның исемен белмәйенсә, улар уның менән мөнәсәбәттәр төҙөй алмаҫ». Был һүҙҙәрҙе Алланы эҙләгән һәр кешегә ҡарата ҡулланып була. Алланы аңлар өсөн уның исемен белеү үтә мөһим, шул саҡта беҙ уны ниндәйҙер көс итеп түгел, ә шәхес — беҙ таныша алған зат итеп белә алырбыҙ (Сығыш 34:6, 7). Бына шуның өсөн Изге Яҙмала: «Раббыға мөрәжәғәт иткән һәр кем ҡотолор», — тиелә (Римдарға 10:13, ЯДТ). Тимәк, Аллаға ғибәҙәт ҡылырға теләгән һәр кеше уның исемен ҡулланырға тейеш!

Алланы данлаған тәржемә

«Яңы донъя тәржемәһе»ндә Алланың исеме — Йәһүә ҡулланыла

1950 йылда бик мөһим бер ваҡиға була: инглиз телендә «Мәсихсе Грек Яҙмалары. Яңы донъя тәржемәһе» баҫтырылып сығарыла. Киләһе ун йыл дауамында өлөшләп, Иҫке Ғәһед тип аталған Еврей Яҙмалары сығарыла. 1961 йылда инглиз телендә Изге Яҙма тулыһынса бер китап булараҡ баҫтырыла. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: «Яңы донъя тәржемәһе»ндә «Йәһүә» исеме Еврей Яҙмаларында осраған бар урындарға кире ҡайтарыла — ә был яҡынса 7000 тапҡыр. Алла исеменең Мәсихсе Грек Яҙмаларында, йәғни Инжилдә, 237 урында торғоҙолоуы ла бик әһәмиәтле.

Алланың исемен урынына кире ҡайтарыу уны данлай, шулай уҡ аңлауыбыҙҙы ла арттыра. Мәҫәлән, күп тәржемәләрҙә Матфей 22:44-тә былай тиелә: «Раббы минең Раббыма... тине». Әммә кем кемгә мөрәжәғәт итә? «Яңы донъя тәржемәһе»ндә был шиғыр ошолай яңғырай: «Йәһүә минең Хужама... тине». Бының ярҙамында уҡыусылар Йәһүә Алла һәм Ғайса араһындағы ап-асыҡ айырманы күрә ала.

Уны кем сығарған?

«Яңы донъя тәржемәһе» Йәһүә шаһиттарының юридик ойошмаһы — Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм трактаттар йәмғиәте тарафынан баҫтырыла. Бына инде йөҙ йылдан артыҡ Йәһүә шаһиттары бөтә донъя буйынса Изге Яҙма китабын баҫтыра һәм тарата. «Яңы донъя тәржемәһе»н мәсихселәрҙән торған «Яңы донъя тәржемәһе» комитеты әҙерләгән. Был комитеттың ағзалары үҙенә дан эҙләмәгән — улар үҙ исемдәренең, хатта үлгәндән һуң да, билдәһеҙ булып ҡалыуын теләгән (1 Коринфтарға 10:31).

Әммә ни өсөн был хеҙмәт «Яңы донъя тәржемәһе» тип аталған? 1950 йылда сығарылған был тәржемәнең инеш һүҙендә аңлатылғанса, был исем кешелектең 2 Петр 3:13-тә вәғәҙә ителгән «яңы донъяның тупһаһында» баҫып торғанына ышанысыбыҙҙы сағылдыра. Комитеттың яҙыуы буйынса, «иҫке донъянан яңы донъяға күскән саҡта» Изге Яҙманың тәржемәләре «Алла Һүҙенең саф хәҡиҡәтенә» үҙ яҡтылығын һибергә мөмкинлек бирергә тейеш.

Теүәл тәржемә

Тәржемәнең теүәл булыуына иң мөһим урын бирелгән. Инглиз телендәге «Яңы донъя тәржемәһе» өҫтөндә эшләгән кешеләр Изге Яҙманың төп нөсхәһе яҙылған телдәрҙәге — боронғо еврей, арамей, грек телдәрендәге текстарҙың иң яҡшыларын ҡулланған *. Өҫтәүенә, боронғо тексты мөмкин тиклем теүәлерәк, шул уҡ ваҡытта хәҙерге заман уҡыусыһына аңлайышлы итеп тәржемә итер өсөн, айырым тырышлыҡтар һалынған.

Ҡайһы бер ғалимдарҙың «Яңы донъя тәржемәһе»н бер бөтөн һәм теүәл булғаны өсөн юғары баһалауы бер ҙә ғәжәп түгел. Израилдәге Биньямин Кедар исемле профессор 1989 йылда был тәржемә хаҡында былай тигән: «Үҙемдең Изге Яҙманың еврей телендәге тексы менән бәйле лингвистик тикшеренеүҙәремдә мин йыш ҡына инглиз телендәге „Яңы донъя тәржемәһе“нә мөрәжәғәт итәм. Был хеҙмәттә мин һәр саҡ шуны күрәм: тәүге тексты мөмкин тиклем яҡшыраҡ аңлар өсөн, тәржемәселәр эскерһеҙ тырышлыҡ һалған».

Башҡа телдәргә тәржемә итеү

Бына ни өсөн Йәһүә шаһиттары «Яңы донъя тәржемәһе»н башҡа телдәрҙә сығарырға булған. Хәҙерге көндә ул тулыһынса йә өлөшләтә 150 телгә тәржемә ителгән. Был эште башҡарыр өсөн, Йәһүә шаһиттары махсус ысул уйлап сығарған, ул компьютер ярҙамында Изге Яҙмалағы һүҙҙәрҙе тикшерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ тәржемә итеү төркөмдәренә хеҙмәт күрһәтеү бүлеге ойошторолған. Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе Яҙыу комитеты аша Изге Яҙманы тәржемә итеү эшен иғтибар менән күҙәтеп тора. Әммә тәржемә итеү эше нисек башҡарыла?

Башта, Аллаға бағышланған мәсихселәрҙән торған тәржемә төркөмө булдырыла. Тәжрибәнән күренеүенсә, тәржемәселәр айырым түгел, ә төркөм булараҡ эшләгәндә, тәржемә яҡшыраҡ килеп сыға, сөнки һәр береһе үҙ өлөшөн индерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:14). Ғәҙәттә, ундай төркөмөдөң һәр ағзаһы Йәһүә шаһиттарының баҫмаларын тәржемә итеү эшендә тәжрибә туплаған. Шунан һуң төркөмдө Изге Яҙма тәржемә итеүҙең төп принциптарына һәм махсус әҙерләнгән компьютер программаларына ентекләп өйрәтәләр.

Тәржемәселәр ябай кешеләргә аңлайышлы һәм теүәл тәржемә яһарға тейеш. Мөмкин булғанда, һүҙмә-һүҙ тәржемә итергә, әммә шул уҡ ваҡытта төп нөсхәләге текстың мәғәнәһен һаҡларға кәрәк. Быны нисек эшләргә? Миҫал өсөн, күптән түгел генә сығарылған татар телендәге Изге Яҙманы ҡарап сығайыҡ. Тәржемәселәр башта Изге Яҙмалағы бөтә төп терминдар өсөн татар телендәге һүҙҙәрҙе һайлаған. Беҙҙең ойошманың махсус компьютер программаһы («Watchtower Translation System») Изге Яҙмалағы бер тамырлы һәм мәғәнәләш һүҙҙәрҙе күрһәтә. Был программа ярҙамында боронғо грек һәм еврей һүҙҙәре инглиз телендәге ниндәй һүҙҙәргә тура килгәнен күреп була, ә бының ярҙамында грек йә еврей һүҙҙәренең башҡа осраҡтарҙа нисек тәржемә ителгәнен тикшереп була. Быларҙың барыһы татар телендәге һүҙҙәрҙе һайларға ярҙам иткән. Татар һүҙҙәрен һайлағанда, төркөм уртаҡ фекергә килеп, Изге Яҙманы тәржемә иткән; һәр шиғырҙы тәржемә иткәндә, улар компьютерҙа шул һүҙҙәрҙе күрә алған.

Әммә тәржемә итеү бер һүҙҙе икенсе һүҙ менән алмаштырыу ғына түгел. Татар телендә һайланған һүҙҙәрҙең айырым һәр осраҡта Изге Яҙмалағы фекерҙәрҙе теүәл тапшырғанына инаныр өсөн, күп тырышлыҡ һалынған. Текст шыма һәм тәбиғи булһын өсөн, грамматика менән синтаксисты ла иҫәпкә алырға кәрәк булған. Эйе, Изге Яҙманы тәржемә итеү — ҡатмарлы эш. Татар телендәге «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»н уҡыу еңел. Ул асыҡ, аңлайышлы һәм боронғо текстың фекерҙәрен теүәл тапшыра *.

Беҙ һеҙҙе был Изге Яҙманы тикшерергә дәртләндерәбеҙ. Уны ошо брошюраны нәшер итеүселәрҙән йә башҡа Йәһүә шаһиттарынан алып була. Был тәржемәне уҡығанда, Алла һүҙҙәре тыуған телегеҙгә теүәл тәржемә ителгәненә бер ҙә шикләнмәгеҙ. Һәм тиҙҙән үҙегеҙ ҙә ризалашырһығыҙ — «Яңы донъя тәржемәһе»нең сығарылышы ысынлап та иҫ киткес фатиха!

^ 24 абз. Грек Яҙмаларының тәржемәһе күбеһенсә Весткотт һәм Хорттың «Боронғо грек телендәге Яңы Ғәһет»кә нигеҙләнгән («The New Testament in the Original Greek»). Еврей Яҙмаларының тәржемәһе өсөн Рудольф Киттелдең «Еврей Изге Яҙмалары» нигеҙ итеп алынған («Biblia Hebraica»). Өҫтәүенә, Изге Яҙманың 2013 йылдағы сығарылышы өсөн башҡа боронғо папирустар ҡулланылған. Ғалимдар уйлауынса, улар б. э. II һәм III быуаттарына ҡарай. Һуңғы фәнни тикшеренеүҙәр, мәҫәлән, Нестле һәм Аланд, шулай уҡ БИЯЙ үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре сағылған текстар ҙа иҫәпкә алынған.

^ 30 абз. Изге Яҙманы тәржемә итеү принциптары һәм татар телендәге «Яңы донъя тәржемәһе»нең үҙенсәлектәре тураһында күберәк белер өсөн, ундағы А1 һәм А2 ҡушымталарын ҡарап сығығыҙ.