Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1881 йылда Гордон исемле генерал Праслен утрауында (Сейшел утрауҙары) үҙенең Эден баҡсаһын тапҡан

Ерҙәге ожмах хыялмы, әллә ысынбарлыҡмы?

Ерҙәге ожмах хыялмы, әллә ысынбарлыҡмы?

Ожмах! Туристик фирмаларҙың төҫлө буклеттары ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимдәр менән тулы. Улар беҙҙе, бөтә мәшәҡәттәрҙе һәм борсолоуҙарҙы онотор өсөн, ожмахтай матур ергә барып, ял итеп ҡайтырға саҡыра. Әммә шуныһы билдәле: өйгә ҡайтыу менән, беҙ ҡабат тормош мәшәҡәттәренә сумабыҙ.

Шулай ҙа ожмах хаҡындағы уйҙар ымһындырғыс көскә эйә. Бәлки, һеҙ үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорайһығыҙҙыр: «Ожмах — ул хыял ғынамы ни? Улайһа, ни өсөн күңелебеҙ уға шул тиклем тартыла һуң? Ҡасан да булһа ер ожмахҡа әйләнерме икән?»

ОЖМАХ ҺӘМ МӘҘӘНИӘТ

Быуаттар буйына кешеләрҙе ожмах тураһындағы хыялдар ҡыҙыҡһындырған. Күптәрҙең, Изге Яҙманан көнсығышта урынлашҡан Эден баҡсаһы хаҡында уҡығас, ожмахҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуы уянған. Ул баҡсаны нимә үҙенсәлекле иткән? Тәүрат китабында былай тиелә: «Раббы йәннәттә тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе». Эйе, ундай баҡсала йәшәү шундай рәхәт булғандыр! Әммә ул баҡсаның төп үҙенсәлеге «баҡса уртаһында[ғы] мәңгелек ғүмер ағасы[нда]» булған (Башланмыш 2:8, 9).

Шулай уҡ Изге Яҙманың беренсе китабында, Эден баҡсаһынан дүрт йылға ағып сыға ине, тиелә. Уларҙың икеһе бөгөн дә билдәле: Тигр (Хиддеке́л) һәм Евфрат (Башланмыш 2:10—14). Бөгөн был йылғалар, Ирак территорияһы (элек боронғо Фарсының өлөшө булған) аша ағып, Фарсы ҡултығына ҡоя.

Шуныһы мәғлүм: ерҙәге ожмах фарсы мәҙәниәтенә шаҡтай ҙур йоғонто яһаған. Мәҫәлән, Филадельфия сәнғәт музейында (Пенсильвания штаты, АҠШ) XVI быуатта һуғылған фарсы балаҫы һаҡлана. Шул балаҫта кәртәләнгән ағаслы, сәскәле баҡса һүрәтләнә. «Кәртәләнгән баҡса» тип тәржемә ителгән фарсы һүҙе шулай уҡ «ожмах» тигәнде лә аңлата. Ә балаҫтағы һүрәт Изге Яҙмала тасуирланған иҫ киткес Эден баҡсаһын хәтерләтә.

Ысынында, ожмах тураһындағы хикәйәләр күпселек халыҡтың мәҙәниәтенә үтеп ингән. Кешеләр ер йөҙө буйлап таралғанда ожмах хаҡындағы хикәйәне лә таратҡан. Быуаттар уҙыу менән уларҙың шул хикәйәләре урындағы ышаныстар һәм риүәйәттәр менән буталған. Кешеләр хатта бөгөн дә ерҙең иҫ киткес матур урындарын, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ожмах тип атай.

ОЖМАХТЫ ЭҘЛӘҮ

Ҡайһы бер сәйәхәтселәр юғалтылған ожмахты табыуҙары хаҡында раҫлаған. Мәҫәлән, 1881 йылда Чарлз Гордон исемле британ генералы, Сейшел утрауҙарында булғандан һуң, Валле-де-Мэ (бөгөн ул бөтә донъя ҡомартҡы исемлегенә индерелгән) тигән ғәжәп матур урын менән һоҡланып, тап ошо ер — Эден баҡсаһы, тигән. XV быуатта италиян сәйәхәтсеһе Христофор Колумб Эспаньола утрауында (хәҙерге Доминикан республикаһы һәм Гаити республикаһы) туҡталғас, Эден баҡсаһын табыуы тураһында фараз иткән.

Күптән түгел «Картаға һалынған ожмах» тигән тарих китабы баҫылып сыҡҡан (Mapping Paradise). Унда 190-дан ашыу боронғо карталарҙың өлөштәре килтерелә. Шул өлөштәрҙең күбеһендә Әҙәм, Һауа һәм Эден баҡсаһы һүрәтләнгән. Карталар араһында XIII быуатҡа ҡараған үҙенсәлекле бер карта бар. Ул Беат Лиебанский тарафынан төҙөлгән картаның күсермәһе булып тора. Шул картаның өҫкө өлөшөндә бер бәләкәй генә тура дүртмөйөш төшөрөлгән, уның уртаһында ожмах һүрәтләнгән. Ожмахтан дүрт йылға ағып сыға: Тигр, Евфрат, Пишон һәм Гихон. Шул дүрт йылға дүрт төрлө мөйөшкә ҡарай аға. Был, күрәһең, христиан диненең ерҙең дүрт мөйөшөнә табан таралғанын символлаштыра. Эйе, ундай рәсемдәр Эден баҡсаһының урыны билдәле булмаһа ла, ожмах тураһындағы уйҙар кешенең иғтибарын һәр ваҡыт йәлеп итеп торғанын күрһәтә.

XVII быуаттың инглиз шағиры Джон Мильтон «Юғалтылған ожмах» тигән поэмаһы менән киң танылыу алған. Ул поэма Изге Яҙманың Башланмыш китабындағы Әҙәмдең гонаһ ҡылыуы һәм Эден баҡсаһынан ҡыуылыуы хаҡындағы хикәйәгә нигеҙләнгән. Үҙенең поэмаһында Мильтон кешеләрҙең ерҙә яңынан мәңге йәшәйсәгенә өмөт белдергән. Ул былай тип яҙған: «Шунда бөтә ер ожмахҡа әйләнер». Һуңыраҡ ул поэмаһының «Кире ҡайтарылған ожмах» тип аталған дауамын сығарған.

ОЖМАХ ҠАЙҘА БУЛАСАҠ?

Эйе, тарих дауамында кешеләр ерҙәге юғалтылған ожмах тураһында хыялланған. Улайһа, ни өсөн бөгөн бер кем дә уның тураһында һөйләмәй? «Картаға һалынған ожмах» тигән китапта аңлатылғанса, бының сәбәбе — «теологтарҙың... ожмахтың ерҙә булғанын белә тороп иҫәпкә алмауы».

Күпселек сиркәүҙәр, кеше ахыр сиктә күккә бара, тип өйрәтә. Әммә Изге Яҙмала, Зәбур 37:29-ҙа: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк», — тиелә. Ләкин бөгөнгө донъяны ожмах тип атап булмай. Улайһа, Изге Яҙмалағы был вәғәҙә ҡасан да булһа үтәлерме икән? *

БӨТӘ ЕР ОЖМАХҠА ӘЙЛӘНӘСӘК

Эден баҡсаһын барлыҡҡа килтергән Йәһүә Алла юғалтылған ожмахты кире ҡайтарырға вәғәҙә итә. Нисек итеп? Ғайса пәйғәмбәр былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матфей 6:10). Батшалыҡ — ул Ғайсаның етәкселеге аҫтындағы күктәге хөкүмәт. Был батшалыҡ кешеләрҙең бөтә хөкүмәттәрен алмаштырасаҡ (Данил 2:44). Уның ярҙамында ерҙә Алланың ихтыяры үтәләсәк, һәм ер яңынан ожмахҡа әйләнәсәк.

Күп быуаттар элек Ишағыя исемле пәйғәмбәр, Алла тарафынан рухландырылып, киләсәктә ожмахта буласаҡ шарттарҙы тасуирлаған. Унда бөгөнгө бөтә ауырлыҡтар, көсөргәнешлек ҡурҡыныс төш кеүек онотоласаҡ (Ишағыя 11:6—9; 35:5—7; 65:21—23). Беҙ һеҙҙе, бер нисә минут бүлеп, Изге Яҙманан ошо шиғырҙарҙы уҡырға дәртләндерәбеҙ. Шулай эшләп, һеҙ Алланың үҙен яратҡан кешеләр өсөн ни тиклем матур тормош әҙерләгәне тураһында белерһегеҙ. Ундай кешеләр Әҙәм юғалтҡан фатихаларға — Аллаһы Тәғәлә менән дуҫлыҡ мөнәсәбәтенә һәм ожмахтағы тормошҡа — эйә булыр (Асылыш 21:3).

Ерҙәге ожмах тураһындағы фекер хыял ғына түгел, ә киләсәктә буласаҡ ысынбарлыҡ икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Зәбурҙа: «Күктәр — Йәһүәнеке, ерҙе иһә ул әҙәм улдарына биргән», — тиелгән, һәм был вәғәҙәне «бер ҡасан да ялған һөйләмә[гән]» Алла биргән (Зәбур 115:16; Титҡа 1:2). Эйе, Изге Яҙмала яҙылғанса, ерҙә мәңге ожмах буласаҡ. Ниндәй иҫ киткес өмөт!

^ 15 абз. Ҡөрьәндә лә быға оҡшаш вәғәҙә яҙылған. 21-се сүрәлә («Әл-Әнбийә», йәғни «Пәйғәмбәрҙәр»), 105-се аятта былай тиелә: «Бары тик тоғро ҡолдарым ғына Ер йөҙөнә вариҫ булып ҡаласаҡ».