Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Изге Яҙма борсолоуҙарҙы еңергә ярҙам итә аламы?
Һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?
Эйе
Юҡ
Бәлки
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
«Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7). Изге Яҙма, Алла беҙҙе борсолоуҙар ваҡытында йыуата ала, тип ышандыра.
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Доға ярҙамында һеҙ борсолоуҙарҙы кәметкән «Алла именлеге[нә]» эйә була алаһығыҙ (Филиптарға 4:6, 7).
Шулай уҡ Изге Яҙманы уҡыу һеҙгә стресты еңергә ярҙам итә ала (Матфей 11:28—30).
Борсолоуҙар берәй ҡасан бөтөрмө?
Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, борсолоуҙар һәм стресс тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Башҡалар иһә, борсолоуҙарҙан теге донъяла ғына ҡотолоп булыр, тип ышана. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Изге Яҙмала нимә әйтелә?
Алла борсолоуҙарҙың сәбәптәрен бөтөрәсәк. Инжилдә: «Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ», — тип әйтелә (Асылыш 21:4).
Изге Яҙманан тағы нимә белеп була?
Алла Батшалығының идараһы аҫтында кешеләр тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек хөкөм һөргән донъяла йәшәйәсәк (Ишағыя 32:18).
Борсолоуҙар һәм стресс онотоласаҡ (Ишағыя 65:17).