Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Иҫкә алыу кисәһе Алла халҡын берләштерә

Иҫкә алыу кисәһе Алла халҡын берләштерә

«Ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлектә йәшәүе шундай яҡшы һәм шундай күңелле!» (ЗӘБ. 133:1).

ЙЫРҘАР: 18, 14

1, 2. 2018 йылда ниндәй ваҡиға беҙҙе ғәжәйеп рәүештә берләштерәсәк, һәм ни өсөн? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

2018 ЙЫЛДЫҢ 31 мартында миллионлаған кеше йылына бер тапҡыр үтә торған мөһим осрашыуға барасаҡ. Ҡояш байығандан һуң, Йәһүә шаһиттары һәм башҡа күп кешеләр Ғайса Мәсихтең беҙҙең хаҡҡа биргән ҡорбанын иҫкә алыр өсөн йыйыласаҡ. Йыл һайын был мөһим ваҡиға төрлө илдәрҙә йәшәгән кешеләрҙе ғәжәйеп рәүештә берләштерә!

2 Йәһүә менән Ғайса Мәсих бөтә донъя буйынса миллионлаған кешенең был мөһим осрашыуға барыуын күреп бик шатлана. Изге Яҙмала бындай пәйғәмбәрлек яҙылған: «Бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан был кешеләр... көслө тауыш менән: „Ҡотолоу тәхеттә ултырған Алланан һәм Бәрәстән килә!“ — тип әйтә ине» (Асыл. 7:9, 10). Йыл һайын Иҫкә алыу кисәһендә шул тиклем күп кешенең Йәһүәне һәм Ғайса Мәсихте бөйөк эштәре өсөн данлауы шундай яҡшы!

3. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡарала?

3 Был мәҡәләлә бындай дүрт һорауға яуап бирелә: 1) беҙ Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһенә нисек әҙерләнә алабыҙ? 2) Был ваҡиға Алла халҡын нисек берләштерә? 3) Алла хеҙмәтселәре араһындағы берҙәмлеккә үҙ өлөшөбөҙҙө нисек индерергә? 4) Иҫкә алыу кисәһе һуңғы тапҡыр ҡасан үтәсәк?

КИСӘГӘ НИСЕК ӘҘЕРЛӘНЕРГӘ?

4. Ни өсөн Иҫкә алыу кисәһенә барыу бик мөһим?

4 Ни өсөн Иҫкә алыу кисәһенә барыу бик мөһим? Сәбәптәрҙең береһе: йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү — ғибәҙәтебеҙҙең бер өлөшө. Йәһүә менән Ғайса Мәсих һәр кешенең был үтә мөһим осрашыуға килер өсөн һалған тырышлыҡтарын күрә икәненә һис тә шикләнмәҫкә була. Беҙ Йәһүә менән Ғайсаның шуны белеүен теләйбеҙ: үтә етди сәбәптәр генә беҙгә Кисәгә килергә ҡамасаулай ала. Эштәребеҙҙән йыйылыш осрашыуҙарын ҡәҙерләүебеҙ күренһә, был Йәһүә өсөн исемебеҙҙе «хәтер китабында» һаҡларға тағы бер сәбәп булып торор. Был китап шулай уҡ «тормош китабы» тип атала. Унда мәңгелек тормош аласаҡ кешеләрҙең исемдәре яҙыла (Мал. 3:16; Асыл. 20:15).

5. Кисәгә тиклем бер нисә аҙна ҡалғас, иман менән йәшәйбеҙме икәнен нисек тикшереп була?

5 Кисәгә тиклем бер нисә аҙна ҡалғас, Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙ ни тиклем яҡын икәне хаҡында уйланыр өсөн һәм был хаҡта доға ҡылыр өсөн күберәк ваҡыт бүлеү яҡшы булыр ине. (2 Коринфтарға 13:5-те уҡығыҙ.) Илсе Павел мәсихселәргә былай тигән: «Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме?» Үҙебеҙҙе нисек һынап була? Бындай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Йәһүәнең, үҙ ихтыярын үтәр өсөн, тап ошо ойошманы һайлағанына тулыһынса ышанаммы? Вәғәздә һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә бар көсөмдө һаламмы? Эштәремдән һуңғы көндәрҙә йәшәүебеҙҙе аңлауым һәм Шайтан идараһының ахыры яҡынлашып килеүенә ышаныуым күренәме? Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә хәҡиҡәткә килгәндәге кеүек ныҡ таянаммы?» (Матф. 24:14; 2 Тим. 3:1; Евр. 3:14) Был һорауҙар өҫтөндә уйланыу беҙгә үҙ-үҙебеҙҙе тикшерергә ярҙам итер.

6. а) Мәңгелек тормош алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? б) Бер өлкән Иҫкә алыу кисәһенә йыл һайын нисек әҙерләнә, һәм унан нисек үрнәк алып була?

6 Иҫкә алыу кисәһенә әҙерләнер өсөн тағы бер ысул — был ваҡиғаның мөһимлеген күрһәткән мәҡәләләрҙе уҡыу һәм уҡығандарыбыҙ хаҡында уйланыу. (Яхъя 3:16; 17:3-тө уҡығыҙ.) Йәһүә хаҡында белем алмайынса һәм уның улы Ғайса Мәсихкә иман итмәйенсә, мәңгелек тормош алып булмай. Шунлыҡтан Кисәгә әҙерләнер өсөн, беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға тағы ла нығыраҡ яҡынлашырға ярҙам иткән темалар буйынса тикшереү үткәрә алабыҙ. Оҙаҡ ваҡыт өлкән булып хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәш инде күп йылдар шулай эшләй. Ул «Күҙәтеү манараһы» журналдарынан Йәһүә менән Ғайса Мәсихтең беҙгә күрһәткән мөхәббәте һәм Иҫкә алыу кисәһе тураһындағы мәҡәләләрҙе йыйып бара. Кисә алдынан бер нисә аҙна дауамында ул шул мәҡәләләрҙе яңынан уҡып сыға һәм был ваҡиғаның мөһимлеге тураһында уйлана. Ҡайһы ваҡыт ул үҙенең коллекцияһына бер-ике мәҡәлә өҫтәй. Ул шулай уҡ Изге Яҙманан Кисә үткәрелгән осорҙа уҡыла торған өҙөктәрҙе уҡый һәм тәрән уйлана. Быларҙың барыһын эшләп, был ағай-ҡәрҙәш йыл һайын үҙе өсөн яңы фекерҙәр таба. Ә иң мөһиме: уның Йәһүәгә һәм Ғайса Мәсихкә ҡарата мөхәббәте көсәйгәндән-көсәйә бара. Һеҙ ҙә шундай шәхси өйрәнеү үткәрһәгеҙ, Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата мөхәббәтегеҙ көсәйә барасаҡ. Һеҙ шулай уҡ уларға рәхмәтлерәк булырһығыҙ, һәм Иҫкә алыу кисәһе һеҙгә күберәк файҙа килтерер.

КИСӘ БЕҘҘЕ БЕРЛӘШТЕРӘ

7. а) Хужаның киске ашын беренсе тапҡыр байрам иткән төндө Ғайса нимә хаҡында доға ҡылған? б) Йәһүәнең Ғайсаның доғаһына яуап биргәне нимәнән күренә?

7 Хужаның киске ашын беренсе тапҡыр байрам иткән төндө Ғайса, доға ҡылғанда, үҙе һәм Атаһы араһында булған берҙәмлек хаҡында әйткән. Ғайса шулай уҡ, шәкерттәрем араһында ла шундай уҡ берҙәмлек булһын, тип доға ҡылған. (Яхъя 17:20, 21-ҙе уҡығыҙ *, ЯДТ.) Йәһүә ҡәҙерле улының доғаһына яуап биргәнме? Һис шикһеҙ. Иҫкә алыу кисәһе — Йәһүә шаһиттарының берҙәм булыуына сағыу миҫал: бөтә ер шары буйынса төрлө милләт кешеләре бергә йыйыла. Ҡайһы бер ерҙәрҙә төрлө раса кешеләренең дини осрашыуҙарға бергә йыйылыуы ғәҙәти хәл түгел, унда был дөрөҫ түгел тип һанала. Әммә Йәһүә һәм Ғайса Мәсих бындай берҙәмлекте иҫ киткес матур тип һанай.

8. Йәһүә Йәзәкилгә ниндәй хәбәр еткергән?

8 Йәһүәнең халҡы булараҡ, беҙ шундай берҙәмлеккә һис тә ғәжәпләнмәйбеҙ, сөнки Алла үҙе был хаҡта пәйғәмбәрлек иткән. Ул Йәзәкилгә ике таяҡты — «Йәһүҙәгә» һәм «Йософҡа» тигән таяҡтарҙы алып, уларҙы бергә ҡуша тоторға ҡушҡан. (Йәзәкил 37:15—17-не уҡығыҙ *.) «Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуйып йәшәгеҙ» тип аталған брошюрала (тат.) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләлә былай тип яҙылған ине: «Йәһүә Йәзәкилгә Израиль халҡының Вәғәҙә ителгән ергә ҡайтҡандан һуң яңынан, бер халыҡ булараҡ, берҙәм буласағы тураһында өмөтлө хәбәр еткергән. Был хәбәрҙә шулай уҡ Алла халҡының һуңғы көндәрҙәге берләшеүе тураһында ла әйтелгән булған».

9. Йыл һайын үткән Иҫкә алыу кисәһе нисек Йәзәкил пәйғәмбәрлегенең үтәлеүен күрһәтә?

9 1919 йылдан алып Йәһүә әкренләп майланған мәсихселәрҙе, берләштереп, ойоштора башлаған. Уларҙы «Йәһүҙә таяғы» символлаштыра. Шунан ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән кешеләр майланғандарға ҡушыла барған. Был мәсихселәрҙе «Йософ таяғы» символлаштыра. Йәһүә, был ике таяҡты ҡуша тотоп, уларҙы үҙ ҡулында «бер таяҡ» итергә вәғәҙә иткән (Йәз. 37:19). Ул майланғандарҙы һәм «бүтән һарыҡтарҙы» «бер көтөү» иткән (Яхъя 10:16; Зәк. 8:23). Бөгөн был ике төркөм бер батша — Ғайса Мәсих етәкселеге аҫтында берҙәмлектә хеҙмәт итә. Алла Ғайса Мәсихте Йәзәкил пәйғәмбәрлегендә «хеҙмәтсем Дауыт» тип атаған (Йәз. 37:24, 25). Йыл һайын, Ғайсаның үлемен иҫкә алыр өсөн Кисәгә йыйылғанда, беҙ Йәзәкил пәйғәмбәрлегенең үтәлеүен — был ике төркөмдөң берҙәм булыуын күрәбеҙ. Әммә беҙҙең һәр беребеҙ Алла халҡындағы берҙәмлекте һаҡлар өсөн һәм уға үҙ өлөшөн индерер өсөн нимә эшләй ала?

БЕРҘӘМЛЕККӘ НИСЕК ӨЛӨШ ИНДЕРЕРГӘ?

10. Алла халҡы араһындағы берҙәмлеккә нисек өлөш индерергә?

10 Алла халҡы араһындағы берҙәмлеккә өлөш индерер өсөн бер ысул — баҫалҡылыҡ үҫтереү. Ерҙә булғанда, Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәрен баҫалҡы булырға өндәгән (Матф. 23:12). Был донъяла кешеләр йыш ҡына үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөнөрәк күрә. Әммә беҙ баҫалҡы булһаҡ, йыйылыштағы яуаплы ағай-ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итербеҙ һәм уларҙың күрһәтмәләренә буйһонорбоҙ. Шул саҡта ғына йыйылыш берҙәм булыр. Ә иң мөһиме, баҫалҡы булып ҡалһаҡ, Алланы һөйөндөрөрбөҙ, сөнки ул «тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә» (1 Пет. 5:5).

11. Кисәлә ҡулланылған икмәк менән шараптың нимә аңлатҡаны хаҡында уйланыу берҙәмлегебеҙҙе нисек нығыта?

11 Берҙәмлеккә өлөш индерер өсөн икенсе ысул — икмәк менән шараптың нимә аңлатҡаны хаҡында уйланыу. Беҙ быны Иҫкә алыу кисәһе алдынан һәм бигерәк тә Кисә үткән ваҡытта эшләргә тейеш (1 Кор. 11:23—25). Сөсө икмәк — Ғайсаның ҡорбан итеп килтергән камил тәнен, ә ҡыҙыл шарап уның ҡанын символлаштыра. Әммә был төп хәҡиҡәттәрҙе белеү генә әҙ. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: йолом — Йәһүә һәм Ғайса Мәсихтең беҙгә ҡарата мөхәббәтенең иң бөйөк сағылышы. Мөхәббәт Йәһүәне — беҙҙең өсөн үҙенең улын бирергә, ә Ғайсаны үҙ ғүмерен ҡорбан итергә дәртләндергән. Бер кем дә бер ҡасан да бынан бөйөгөрәк яратыу күрһәтмәгән! Был турала уйланыу беҙҙе яуап итеп уларҙы яратырға дәртләндерә. Ә Йәһүәне яратыуыбыҙ ҡәрҙәштәр менән беҙҙең аралағы берҙәмлекте нығыта.

Башҡаларҙы кисереп, беҙ берҙәмлеккә өлөш индерәбеҙ (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. Ғайсаның ҡиссаһынан нисек Йәһүәнең башҡаларҙы ғәфү итеүебеҙҙе теләүе күренә?

12 Берҙәмлеккә өлөш индерер өсөн өсөнсө ысул — башҡаларҙы эскерһеҙ ғәфү итеү. Шулай эшләп, беҙ Йәһүәгә гонаһтарыбыҙҙы Мәсихтең ҡорбаны нигеҙендә кисереүе өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ғәфү итеүҙең мөһимлеген күрһәтер өсөн, Ғайса батша һәм уның хеҙмәтселәре хаҡында ҡисса һөйләгән. Матфей 18:23—34-тәге өҙөктө уҡып, үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Ғайса өйрәткәнсә эш итергә теләйемме? Ҡәрҙәштәремде аңларға һәм түҙемле булырға тырышаммы? Мин үҙемде рәнйеткән кешеләрҙе кисерергә әҙерме?» Ысынлап та, ҡайһы бер гонаһтар башҡаларына ҡарағанда етдиерәк була. Һәм, камил булмағанға, беҙгә үҙебеҙгә ҡаршы ҡылынған ҡайһы бер гонаһтарҙы кисереүе айырыуса ауыр булырға мөмкин. Әммә Ғайсаның ҡиссаһы Йәһүәнең беҙҙән нимә көткәнен асыҡлай. (Матфей 18:35-те уҡығыҙ.) Ғайса аңлатҡанса, беҙ, ҡәрҙәштәребеҙҙе ғәфү итергә сәбәп булғанда, быны эшләмәһәк, Йәһүә лә беҙҙе ғәфү итмәйәсәк. Бик айнытҡыс фекер! Берҙәмлегебеҙҙе һаҡлар өсөн беҙ, Ғайса өйрәткәнсә, башҡаларҙы кисерергә тейеш.

13. Башҡалар менән татыулыҡ һаҡларға тырышыу нисек берҙәмлегебеҙҙе нығыта?

13 Имандаштарыбыҙҙы кисереп, беҙ татыулыҡ һаҡлайбыҙ. Илсе Павел әйткәнсә, беҙ ҡәрҙәштәр менән берҙәм һәм татыу булыр өсөн күп көс һалырға тейеш (Ефес. 4:3). Шуға күрә Иҫкә алыу кисәһе үткән осорҙа һәм айырыуса Кисә үткән ваҡытта башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүегеҙ хаҡында тәрән уйланығыҙ. Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин үпкә һаҡламаусан кеше булараҡ билдәлеме? Башҡалар минең татыулыҡ һәм берҙәмлек һаҡлар өсөн көс һалырға әҙер булыуымды беләме?» Был һорауҙар өҫтөндә уйланыу бик мөһим.

14. «Бер-берегеҙҙе яратып сабырлыҡ күрһәтегеҙ» тигән кәңәш буйынса эш итеүебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

14 Берҙәмлеккә өлөш индерер өсөн дүртенсе ысул ниндәй? Мөхәббәт сағылдырыуҙа Йәһүәнән өлгө алыу (1 Яхъя 4:8). Мәҫәлән, былай тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине: «Әлбиттә, мин ҡәрҙәштәрҙе яратырға тейеш, әммә был, уларҙың бөтәһе лә миңә оҡшарға тейеш, тигән һүҙ түгел». Шулай уйлаһаҡ, беҙ Павелдың «бер-берегеҙҙе яратып сабырлыҡ күрһәтегеҙ» тигән кәңәшен һанға һуҡмаҫ инек (Ефес. 4:2, ЯДТ). Иғтибар итегеҙ, Павел бында «сабырлыҡ күрһәтегеҙ» тип кенә әйтмәгән, ә быны «яратып» эшләргә өндәгән. Был бер үк нәмә түгел. Йыйылышта төрлө-төрлө кешеләр бар, һәм Йәһүә уларҙың барыһын да үҙенә йәлеп иткән (Яхъя 6:44). Тимәк, ул уларҙа яратырлыҡ күп нәмә тапҡан. Әгәр ҡәрҙәштәребеҙ Алланың яратыуына лайыҡ икән, нисек беҙ, улар беҙҙең яратыуға лайыҡ түгел, тип әйтә алабыҙ? Беҙ уларҙы яратырға тейеш, сөнки быны беҙҙән Йәһүә көтә (1 Яхъя 4:20, 21).

КИСӘ ҺУҢҒЫ ТАПҠЫР ҠАСАН ҮТӘСӘК?

15. Беҙ Иҫкә алыу кисәһенең берәй ҡасан һуңғы тапҡыр үтәсәген ҡайҙан беләбеҙ?

15 Бер көн Кисә һуңғы тапҡыр үткәреләсәк. Ни өсөн улай тип әйтеп була? Илсе Павел яҙғанса, майланған мәсихселәр, Ғайсаның үлемен йыл һайын иҫкә алып, «Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итә» (1 Кор. 11:26). Ғайса ла, һуңғы көндәр тураһында һөйләгәндә, үҙенең киләсәге хаҡында әйткән. Ул буласаҡ ҙур афәт тураһында бына нимә тигән: «Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙең бөтә халыҡтары ҡайғырып илашыр. Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр» (Матф. 24:29—31). Ғайса һайланғандарын ҡасан йыйыр? Ерҙә ҡалған майланған мәсихселәр күктәге әжерен алғанда. Ә был ҙур афәт башланғандан һуң, әммә Армагеддон һуғышы башланмаҫ борон буласаҡ. Был һуғышта Ғайса Мәсих 144 000-дең барыһы менән бергә ерҙәге батшаларға ҡаршы һуғышасаҡ һәм еңәсәк (Асыл. 17:12—14). Майланғандарҙың күктә йыйылыуы Ғайсаның килгәнен аңлатасаҡ, шуның алдынан үтәсәк Иҫкә алыу кисәһе һуңғы буласаҡ.

16. Ни өсөн һеҙ быйыл Иҫкә алыу кисәһенә барырға теләйһегеҙ?

16 2018 йылдың 31 мартында Иҫкә алыу кисәһенә барыр өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнән уның халҡындағы берҙәмлеккә үҙ өлөшөгөҙҙө индерер өсөн ярҙам һорағыҙ. (Зәбур 133:1-ҙе уҡығыҙ *.) Бер көндө беҙ Иҫкә алыу кисәһенә һуңғы тапҡыр барасаҡбыҙ. Ә быға тиклем, әйҙәгеҙ, йыл һайын үткән Кисәлә сағылған берҙәмлекте бик ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтәйек!

^ 7 абз. Яхъя 17:20, 21, ЯДТ: «Мин улар өсөн генә түгел, ә уларҙың һүҙе аша миңә иман итә башлаясаҡ кешеләр өсөн дә үтенеп һорайым. Быны улар бөтөнөһө бер булһын өсөн эшләйем. Атам, һин минең менән, ә мин һинең менән берҙәмлектә торған кеүек, улар ҙа беҙҙең менән берҙәмлектә торһондар, шул саҡта донъя минең һинең тарафтан ебәрелгәнемә ышаныр».

^ 8 абз. Йәзәкил 37:15—17: «Йәһүә миңә тағы былай тине: „Һин, әҙәм улы, бер таяҡ ал да таяҡҡа: „Йәһүҙәгә һәм уның менән берҙәмлектә тороусы Израиль халҡына“, — тип яҙ. Унан һуң башҡа бер таяҡ ал да шул таяҡҡа: „Йософҡа, йәғни Эфраим таяғына һәм уның менән берҙәмлектә тороусы бөтә Израиль халҡына“, — тип яҙ. Шунан, был таяҡтар ҡулыңда бер таяҡ булып китһен өсөн, уларҙы бер-береһенә ялға“».

^ 16 абз. Зәбур 133:1: «Ҡәрҙәштәрҙең берҙәмлектә йәшәүе шундай яҡшы һәм шундай күңелле!»