Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бөтә нәмәгә эйә булған Аллаға беҙ нимә бирә алабыҙ?

Бөтә нәмәгә эйә булған Аллаға беҙ нимә бирә алабыҙ?

«Эй Аллабыҙ, беҙ һиңә рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ һәм данлыҡлы исемеңде маҡтайбыҙ» (1 ЙЫЛ. 29:13).

ЙЫРҘАР: 80, 50

1, 2. Йәһүә нисек йомартлыҡ сағылдыра?

ЙӘҺҮӘ — йомарт Алла. Бар нәмәне беҙгә ул биргән. Ер йөҙөндәге бөтә алтын һәм көмөш, шулай уҡ тәбиғәт байлыҡтары Йәһүәнеке, уның йомартлығы ярҙамында ерҙә йәшәү дауам итә (Зәб. 104:13—15; Агг. 2:8). Изге Яҙманан күренеүенсә, ҡайһы саҡта Йәһүә, хеҙмәтселәренә ярҙам итер өсөн, шул байлыҡтарҙы мөғжизәле рәүештә ҡулланған.

2 Мәҫәлән, Йәһүә 40 йыл буйына сүлдә израилдәрҙе манна һәм һыу менән тәьмин иткән (Сығ. 16:35). Һәм «улар бер нәмәгә лә мохтаж» булмаған (Ниҡ. 9:20, 21). Һуңыраҡ Йәһүә Елисей пәйғәмбәр аша мөғжизә ҡылған: бер тол ҡатындың әҙ генә майы шул тиклем күбәйгән, хатта, уны һатып, ул бөтә бурыстарын ҡайтарған, өҫтәүенә үҙенә һәм улдарына йәшәр өсөн етерлек аҡса ҡалған (2 Бат. 4:1—7). Йәһүә шулай уҡ Ғайса Мәсихте лә мөғжизәле рәүештә ризыҡ һәм хатта аҡса менән тәьмин иткән (Матф. 15:35—38; 17:27).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

3 Барлыҡҡа килтерелгән бөтә нәмә хаҡында ҡайғыртыр өсөн, Йәһүәнең иҫәпһеҙ-хисапһыҙ байлыҡтары бар. Шулай ҙа ул хеҙмәтселәрен хәлдәренән килгәнсә үҙенең ойошмаһына булышлыҡ итергә өндәй (Сығ. 36:3—7; Ғибрәтле һүҙҙәр 3:9-ҙы уҡығыҙ *). Ни өсөн Йәһүә үҙенә ҡиммәтле нәмәләр биреүебеҙҙе көтә? Алланың боронғо хеҙмәтселәре уның эшенә нисек булышлыҡ иткән? Хәҙерге ваҡытта Йәһүәнең ойошмаһы ирекле иғәнәләрҙе нисек ҡуллана? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

НИ ӨСӨН БЕҘ ЙӘҺҮӘГӘ ҠИММӘТЛЕ НӘМӘЛӘР БИРЕРГӘ ТЕЛӘЙБЕҘ?

4. Йәһүәнең эшенә булышлыҡ итеүебеҙ нимәне күрһәтә?

4 Беҙ Йәһүәне яратабыҙ һәм уға рәхмәт белдерергә теләйбеҙ, шуға күрә уға ҡиммәтле нәмәләр бирәбеҙ. Йәһүәнең беҙҙең өсөн башҡарған бөтә эштәре хаҡында уйланғанда, йөрәктәребеҙ рәхмәт тойғоһо менән тула. Беҙ Дауыт батша менән килешәбеҙ: ул, ғибәҙәтхана төҙөү хаҡында һөйләгәндә, беҙҙә булған бөтә нәмә Йәһүәнән килә һәм беҙ уға унан килгәнде генә бирә алабыҙ, тигән. (1 Йылъяҙма 29:11—14-те уҡығыҙ *.)

5. Ирекле иғәнәләр — ғибәҙәтебеҙҙең мөһим өлөшө икәне Изге Яҙманан нисек күренә?

5 Өҫтәүенә, Йәһүәгә ҡиммәтле нәмәләр биреү — ғибәҙәтебеҙҙең өлөшө. Илсе Яхъяға бирелгән күренештә Йәһүәнең күктәге хеҙмәтселәре уны бындай һүҙҙәр менән данлаған: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды» (Асыл. 4:11). Һис шикһеҙ, Йәһүә бөтә данға һәм хөрмәткә лайыҡ, шуға күрә беҙ уға үҙебеҙҙә булғандың иң яҡшыһын бирергә теләйбеҙ. Йәһүә Муса пәйғәмбәр аша Израиль халҡына йылына өс тапҡыр байрамдарға йыйылырға ҡушҡан. Шул байрамдарға израилдәрҙең «береһе лә Йәһүә алдына буш ҡул менән» килергә тейеш булмаған (Ҡан. 16:16). Бөгөн дә ирекле иғәнәләр ғибәҙәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Ысын күңелдән ирекле иғәнәләр һалып, беҙ Йәһүә ойошмаһының эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә теләүебеҙҙе һәм уны ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

6. Ни өсөн биреү үҙебеҙ өсөн яҡшы? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

6 Йомарт булыу мөһим, сөнки башҡаларға нимәлер биреү беҙҙе яҡшыраҡ итә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:21-ҙе уҡығыҙ *.) Күҙ алдына килтерегеҙ: ата-әсә бәләкәс балаһына бер аҙ аҡса бирә, ә бала шул аҡсаның бер өлөшөн уларға бүләк алыр өсөн ҡуллана. Ата-әсә ни тиклем шат буласаҡ! Йәки, әйтәйек, ата-әсәһе менән бергә йәшәгән йәш пионер ғаилә сығымдарын ҡаплауға күпмелер аҡса бирә, ти. Бәлки, ата-әсәһе унан быны көтмәйҙер ҙә, әммә уның ярҙамын ҡабул итә. Ни өсөн? Сөнки шулай итеп бала ата-әсәһенә бөтә яҡшы эштәре өсөн рәхмәтен белдерә ала. Шуның шикелле, Йәһүә ҡиммәтле нәмәләр менән бүлешеүебеҙ үҙебеҙ өсөн яҡшы икәнен белә.

БОРОНҒО ВАҠЫТТАҒЫ ИҒӘНӘЛӘР

7, 8. а) Боронғо ваҡытта Алла халҡы, билдәле бер проекттарҙа матди ярҙам күрһәтеп, нисек яҡшы өлгө ҡалдырған? б) Боронғо ваҡытта Йәһүәнең хеҙмәтселәре, уның халҡында мөһим эш башҡарыусыларға ярҙам итеп, нисек яҡшы өлгө ҡалдырған?

7 Изге Яҙмала Йәһүәнең халҡы уның эшенә булышлыҡ итер өсөн иғәнәләр биргән күп осраҡтар һүрәтләнә. Ҡайһы ваҡыт улар быны билдәле бер проекттар өсөн эшләгән. Мәҫәлән, Муса пәйғәмбәр израилдәрҙән — изге сатыр төҙөүгә, ә һуңыраҡ Дауыт батша ғибәҙәтхана төҙөүгә иғәнә биреүҙәрен һораған (Сығ. 35:5; 1 Йыл. 29:5—9). Йәһүәш батша идара иткән ваҡытта руханиҙар ғибәҙәтхананы халыҡ биргән аҡсаға йүнәткән (2 Бат. 12:4, 5). Беренсе быуатта мәсихселәр Йәһүҙиәлә аслыҡ башланғанын һәм ундағы имандаштарҙың ярҙамға мохтаж булғанын белеп ҡалған. Шунлыҡтан һәр мәсихсе «хәленән килгәнсә» ҡәрҙәштәренә ярҙам ебәрергә булған (Ғәм. 11:27—30).

8 Бынан тыш, Йәһүәнең хеҙмәтселәре уның халҡында мөһим эш башҡарған кешеләргә матди ярҙам күрһәткән. Мәҫәлән, Муса ҡануны буйынса, левиттар, башҡа ҡәбиләләрҙән айырмалы булараҡ, ер биләмәһе алмаған. Шунлыҡтан израилдәр уларға матди яҡтан даими ярҙам итеп торорға тейеш булған. Бының ярҙамында левиттар үҙ иғтибарын изге сатырҙа хеҙмәт итеүгә туплай алған (Һан. 18:21). Ғайса Мәсих менән уның шәкерттәренә лә матди яҡтан ярҙам иткәндәр. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар уларға йомартлыҡ күрһәткән (Лука 8:1—3).

9. Алланың боронғо ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәре иғәнә һалыр өсөн ҡайҙан аҡса алған?

9 Алла хеҙмәтселәре ҡайҙан аҡса алған? Израилдәр изге сатыр төҙөүгә иғәнә итеп биргән ҡиммәтле әйберҙәрен, күрәһең, Мысырҙан алып килгән (Сығ. 3:21, 22; 35:22—24). Беренсе быуатта ҡайһы бер мәсихселәр үҙҙәренең мөлкәтен, мәҫәлән, баҫыуҙарын йә йорттарын һатҡан һәм аҡсаны илселәргә килтергән. Шунан илселәр шул аҡсаны мохтажлыҡ кисергән имандаштарына ярҙам итер өсөн ҡулланған (Ғәм. 4:34, 35). Башҡа мәсихселәр, даими рәүештә иғәнә һалыр өсөн, килемдәренең бер өлөшөн айырып ҡуйған (1 Кор. 16:2). Шулай итеп, байҙар ҙа, ярлылар ҙа иғәнә бирә алған (Лука 21:1—4).

ХӘҘЕРГЕ ВАҠЫТТАҒЫ ИҒӘНӘЛӘР

10, 11. а) Беҙ Йәһүәнең боронғо ваҡытта йәшәгән йомарт хеҙмәтселәренән нисек өлгө ала алабыҙ? б) Һеҙ Батшалыҡ эшенә матди яҡтан булышлыҡ итеү хөрмәтенә нисек ҡарайһығыҙ?

10 Бөгөн дә билдәле бер проект йә маҡсат өсөн иғәнәләр кәрәк булырға мөмкин. Мәҫәлән, йыйылышығыҙ Батшалыҡ залын ремонтларға йә яңы зал төҙөргә йыйыналыр. Йәки филиал биналарын ремонтларға кәрәк булыуы ихтимал. Беҙ шулай уҡ конгресс үткәреүгә бәйле сығымдарҙы ҡапларға ярҙам итә алабыҙ. Йә, бәлки, тәбиғәт афәтенән зыян күргән ҡәрҙәштәргә ярҙам кәрәктер. Иғәнәләребеҙ ярҙамында миссионерҙар, махсус пионерҙар, район күҙәтеүселәре, шулай уҡ баш идаралығыбыҙҙа һәм бөтә донъя буйынса урынлашҡан филиалдарыбыҙҙа хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр үҙ хеҙмәтен дауам итә ала. Бынан тыш, йыйылышығыҙ даими рәүештә башҡа ерҙәрҙә Конгресс йә Батшалыҡ залдары төҙөүгә аҡса ебәрергә мөмкин.

11 Беҙҙең һәр беребеҙ Йәһүәнең ойошмаһы был һуңғы көндәрҙә алып барған эшмәкәрлеккә булышлыҡ итә ала. Күпселек иғәнәләр аноним рәүештә эшләнә. Йыйылыш осрашыуында йәшниккә иғәнә һалғанда, беҙ башҡаларға күпме һалғаныбыҙҙы әйтмәйбеҙ. Беҙгә иғәнәбеҙ бик бәләкәй булып күренергә мөмкин. Әммә иғәнә итеп бирелгән бүләктәрҙең күпселек өлөшө бер нисә ҙур иғәнәнән түгел, ә күп бәләкәй иғәнәләрҙән йыйыла. Имандаштарыбыҙ, шул иҫәптән бик ярлы ҡәрҙәштәребеҙ ҙә, беренсе быуатта Македонияла йәшәгән мәсихселәрҙән өлгө ала. Улар, «фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә», «изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеү[ҙәрен]... ныҡышмалы рәүештә» һораған һәм биреүҙә йомартлыҡ сағылдырған (2 Кор. 8:1—4).

12. Йәһүәнең ойошмаһы иғәнәләрҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланыр өсөн нимә эшләй?

12 Етәксе кәңәшмәләге ағай-ҡәрҙәштәр иғәнәләрҙе ышаныслы һәм аҡыллы итеп ҡулланырға тырыша (Матф. 24:45). Улар, аҡсаларға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, зирәклек һорап доға ҡыла һәм сығымдарҙы ентекле итеп планлаштыра (Лука 14:28). Изге Яҙма яҙылған осорҙа иғәнәләр менән эш иткән тоғро ир-аттар аҡсаларҙың тик ғибәҙәт өсөн генә ҡулланылыуын күҙәткән. Мәҫәлән, Езра Иерусалимға ҡайтҡанда, Фарсы батшаһы уға бик ҙур иғәнә, шул иҫәптән алтын, көмөш һәм башҡа ҡиммәтле нәмәләр биргән. Был бүләктең хаҡы, хәҙерге аҡса менән иҫәпләгәндә, 100 миллион долларҙан ашыу булған. Езра был иғәнәне Йәһүәгә яһалған бүләк тип һанаған. Шуға күрә ул, Иерусалимға ҡайтҡан ваҡытта был иғәнә дошмандарға эләкмәһен өсөн, конкрет күрһәтмәләр биргән (Езра 8:24—34). Күп йылдарҙан һуң илсе Павел, Йәһүҙиәлә йәшәгән мохтаж ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн, аҡса йыйған. Павел аҡса тапшырған ҡәрҙәштәрҙең «Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек» итеп эш итеүен күҙәткән. (2 Коринфтарға 8:18—21-ҙе уҡығыҙ.) Шунлыҡтан хәҙерге ваҡытта ойошмабыҙ, Езра һәм Павелдан үрнәк алып, иғәнәләрҙе бик һаҡсыл ҡуллана.

13. Ойошмабыҙҙағы һуңғы үҙгәрештәргә нисек ҡарарға кәрәк?

13 Ҡайһы ваҡыт ғаиләләр, сығымдар килемдәрҙән артып китһә, үҙ бюджетын яңынан ҡарап сыға. Йәки улар, Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн, үҙ тормошон ябайлаштырыу ысулдары эҙләргә мөмкин. Йәһүәнең ойошмаһы хаҡында шуны уҡ әйтеп була. Һуңғы йылдарҙа ойошмабыҙ күп кенә шәп проекттарҙы тормошҡа ашырҙы, һәм бының арҡаһында ҡайһы ваҡыт сығымдар килемдәрҙән артығыраҡ булды. Шунлыҡтан ойошмабыҙ, йомарт иғәнәләрҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланыр өсөн, сығымдарҙы кәметеү һәм эшмәкәрлегебеҙҙе ябайлаштырыу ысулдары эҙләй.

ИҒӘНӘЛӘР НИМӘ ӨСӨН ҠУЛЛАНЫЛА

Иғәнәләребеҙ менән беҙ Батшалыҡтың бөтә донъялағы эшмәкәрлегенә булышлыҡ итәбеҙ (14—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14—16. а) Иғәнәләр ярҙамында нимәләр мөмкин булды? б) Был проекттар һеҙгә ниндәй файҙа килтерә?

14 Хәҡиҡәттә инде оҙаҡ ваҡыт булған күп мәсихселәр әйтеүенсә, әлеге ваҡытта улар Йәһүәнең ойошмаһынан элеккегә ҡарағанда күберәк бүләктәр ала. Һуңғы йылдарҙа Йәһүә шаһиттары интернет-ресурстарҙы киңерәк ҡуллана башланы. «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» тағы ла күберәк телдәргә тәржемә ителә. 2014/2015 йылдарҙа «Артабан да Алла Батшалығын беренсе урынға ҡуйып йәшәгеҙ!» тип аталған өс көнлөк халыҡ-ара конгресс төрлө илдәрҙә урынлашҡан 14 ҡаланың иң ҙур стадиондарында үткәрелде. Был конгрестарҙа ифрат күңелле мөхит хөкөм һөрҙө!

15 Күп ҡәрҙәштәр Йәһүә ойошмаһының был бүләктәре өсөн рәхмәт белдерә. Мәҫәлән, Азияла хеҙмәт иткән бер пар былай тип яҙған: «Беҙ бәләкәй генә ҡалаға билдәләнгәнбеҙ. Шуға күрә ваҡыт-ваҡыт үҙебеҙҙе бөтә донъянан айырылған итеп тоябыҙ һәм Йәһүә эшенең ниндәй күләмдә алып барылғанын онотоп китәбеҙ. Әммә телевидениебыҙҙағы төрлө видеоларҙы ҡарағанда, беҙ халыҡ-ара ҡәрҙәшлектең өлөшө икәнебеҙҙе иҫкә төшөрәбеҙ. Бындағы ҡәрҙәштәр телевидениебыҙ булғанға шатланып бөтә алмай! Беҙ йыш ҡына уларҙың ай һайын сыҡҡан программаны ҡарағандан һуң үҙҙәрен Етәксе кәңәшмәгә яҡыныраҡ итеп тойғандары хаҡында ишетәбеҙ. Хәҙер улар үҙҙәренең Алла ойошмаһының өлөшө булыуына тағы ла нығыраҡ ғорурлана».

16 Хәҙерге ваҡытта бөтә донъя буйынса 2 500 тирәһе Батшалыҡ залы төҙөлә йә ремонтлана. Гондурастағы бер йыйылыштың ағзалары, беҙ үҙебеҙҙең Батшалыҡ залы булыуы хаҡында хыяллана ғына инек, ә хәҙер был хыял тормошҡа ашты, тигән. Улар былай тип яҙған: «Беҙ Йәһүәнең берҙәм ғаиләһенең ағзалары булыуыбыҙға бик ҡыуанабыҙ. Беҙҙең бөтә донъя буйынса шул тиклем күп ҡәрҙәштәребеҙ бар!» Күптәр Изге Яҙманы һәм башҡа баҫмаларҙы туған телендә алғанда, тәбиғәт афәтенән һуң ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын тойғанда йә йәмәғәт урындарында вәғәз эшенең яҡшы емештәр килтергәнен күргәндә шундай уҡ хистәр кисерә.

17. Беҙ ойошмабыҙҙың эшмәкәрлеге Йәһүәнең ярҙамы менән башҡарылғанын ҡайҙан беләбеҙ?

17 Йәһүә шаһиты булмаған күп кешеләр беҙҙең бөтә был эштәрҙе ирекле иғәнәләр ярҙамында ғына башҡарыуыбыҙға ышана алмай. Бер ҙур компанияның етәксеһе типографияларыбыҙҙың береһендә экскурсияла булған. Ул бөтә эште ирекле хеҙмәтселәр башҡарғанына, бар сығымдарҙың ирекле иғәнәләр менән ҡапланғанына һәм аҡса йыйыу өсөн бер ниндәй сара үткәрелмәгәненә таң ҡалған. Ул, бындай эштәрҙе шул рәүешсә башҡарыу мөмкин түгел, тигән. Беҙ уның менән килешәбеҙ: бының барыһы Йәһүә ярҙамында ғына мөмкин! (Әйүп 42:2)

ЙӘҺҮӘГӘ ҠИММӘТЛЕ НӘМӘЛӘР БИРЕҮ НИНДӘЙ ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ?

18. а) Беҙ, Батшалыҡ эшенә матди булышлыҡ күрһәтеп, ниндәй фатихалар алабыҙ? б) Балаларыбыҙҙы һәм өйрәнеүселәрҙе шулай уҡ эш итергә нисек өйрәтеп була?

18 Йәһүә беҙгә, Батшалыҡ эшенә булышлыҡ итеү мөмкинлеге биреп, ҙур хөрмәт күрһәткән. Ирекле иғәнәләр һалып, беҙ, һис шикһеҙ, күп фатихалар алырбыҙ (Мал. 3:10). Йәһүә, йомарт кеше уңышлы булыр, тип вәғәҙә итә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:24, 25-те уҡығыҙ *.) Йомартлыҡ сағылдырыу беҙҙе бәхетле итә, сөнки «алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәм. 20:35). Һүҙҙәр һәм эштәребеҙ менән беҙ балаларыбыҙға һәм өйрәнеүселәргә шуны аңларға ярҙам итә алабыҙ: улар ҙа, Йәһүәнең эшенә булышлыҡ итеп, күп фатихалар ура ала.

19. Был мәҡәлә һеҙҙе нимәгә дәртләндерә?

19 Беҙҙә булған бөтә нәмә — Йәһүәнән. Йәһүәгә нимәлер биреп, беҙ уны яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ һәм уға рәхмәт белдерәбеҙ (1 Йыл. 29:17). Израилдәр ғибәҙәтхана төҙөүгә иғәнә биреп бик «һөйөнгән, сөнки улар бүләктәрҙе Йәһүәгә ысын йөрәктән килтергән» (1 Йыл. 29:9). Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә, Йәһүәнән килгәнде уға биреп, шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек табайыҡ.

^ 3 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:9: «Йәһүәне данла: уға үҙеңдә булғандың иң яҡшыһын бир, бөтөн уңышыңдың беренсе емештәрен килтер».

^ 4 абз. 1 Йылъяҙма 29:11—14: «Эй Йәһүә, һин бөйөклөк, көс-ҡөҙрәт, матурлыҡ һәм дан-шөһрәт менән мөһабәтлеккә эйә, сөнки күктә лә, ерҙә лә бар нәмә — һинеке. Батшалыҡ та — һинеке, эй Йәһүә! Баш булараҡ, һин барыһы өҫтөнән юғары. Байлыҡ та, дан да һинән килә, һәм һин барыһы өҫтөнән идара итәһең. Һинең ҡулың ҡөҙрәтле, ҡеүәтле һәм барыһын да бөйөк һәм ныҡ итергә һәләтле. Һәм хәҙер, эй Аллабыҙ, беҙ һиңә рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ һәм данлыҡлы исемеңде маҡтайбыҙ. Шулай ҙа ошо бүләктәрҙе килтерергә кем һуң мин, һәм минең халҡым — кем?! Бөтә нәмә һинең ҡулыңдан килмәйме ни?! Һинән килгәнде беҙ һиңә бирәбеҙ».

^ 6 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 29:21: «Хеҙмәтсене бала саҡтан уҡ артыҡ иркәләп үҫтерһәң, һуңыраҡ ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәҫ».

^ 18 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 11:24, 25: «Берәү йомарт бирә, ләкин уның милке арта бара, икенсе берәү һаран була, әммә бөлгөнлөккә төшә. Йомарт кеше муллыҡҡа ирешер, башҡаларҙы нығытыусы үҙе лә нығытылыр».