Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ белә инегеҙме?

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо Израилдә хоҡуҡи бәхәстәрҙе хәл иткәндә Муса ҡанунының принциптарын тотҡандармы?

ҠАЙҺЫ ваҡытта тотҡандар. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ҡанун 24:14, 15-тә былай тиелә: «Мохтажлыҡта йәшәгән фәҡир ялсыны — берәй ҡәрҙәшеңме ул йә ереңдә, ҡалаларыңдың береһендә йәшәгән килмешәкме — алдама. ...Юҡһа ул Йәһүәгә һинән зарланыр, һәм һин гонаһ ҡылыуҙа ғәйепле булырһың».

Ураҡсының ялыуы яҙылған остракон

Ашдодтан йыраҡ түгел урында б. э. т. VII быуат менән даталанған остракон (балсыҡ ярсыҡ) табылған. Унда, күрәһең, талап ителгән күләмдә ашлыҡ йыя алмаған ураҡсының ялыуы яҙылған. Ярсыҡта былай тиелгән: «Бер нисә көн элек һинең ҡолоң (үтенеүсе) ашлыҡ йыйып бөткәс, Шовая улы Хошаяху килде һәм һинең ҡолоңдоң кейемен алып китте. ...Ҡыҙыу ҡояш аҫтында минең менән бергә урған бөтә иптәштәрем минең дөрөҫөн һөйләгәнемде раҫлай ала. Минең бер ниндәй ҙә ғәйебем юҡ. ...Ул ҡолоңдоң кейемен кире ҡайтарып бирһен өсөн, начальникка мөрәжәғәт итәм. Ҡолоңа шәфҡәт күрһәтһен! Өндәшмәй ҡалма, һинең ҡолоң кейемһеҙ ҡалды бит».

Тарихсы Саймон Шама һүҙҙәре буйынса, был ялыу — «кейемен ҡайтарып биреүҙәрен теләгән ҡолдоң өмөтһөҙ үтенесе генә түгел». Шама былай тип яҙа: «Үтенеүсенең Изге Яҙмалағы ҡанундарҙы, айырып әйткәндә, Левит һәм Ҡанун китаптарындағы фәҡирҙәр менән рәхимһеҙ мөғәмәлә итеүҙе тыйған күрһәтмәләрҙе белгәне күренеп тора».