Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Кешеләр араһындағы айырманы күрегеҙ

Кешеләр араһындағы айырманы күрегеҙ

«Һеҙ... Аллаға хеҙмәт итеүсе һәм хеҙмәт итмәүсе кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ» (МАЛ. 3:18).

ЙЫРҘАР: 127, 101

1, 2. Бөгөн Алла хеҙмәтселәре ниндәй ауырлыҡ менән осраша? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәттәрҙе ҡарағыҙ.)

КҮП табиптар һәм шәфҡәт туташтары йоғошло ауырыуҙарҙан интеккән кешеләр араһында эшләй. Улар ауырыған кешеләр хаҡында ҡайғырта, сөнки уларға ярҙам итергә теләй. Әммә, берәй ауырыу йоҡтормаҫ өсөн, уларға үҙҙәрен һаҡлай белергә кәрәк. Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ ҙә шуға оҡшаш хәлдә. Күбебеҙ Алла хупламаған ҡараштарға һәм сифаттарға эйә булған кешеләр араһында йәшәй һәм эшләй. Шундай кешеләрҙең насар ҡараштары һәм сифаттары беҙгә «йоғорға» мөмкин.

2 Был донъяның һуңғы көндәрендә Алланы яратмаған кешеләр уның яҡшылыҡ менән яманлыҡ нормаларын һанға һуҡмай. Илсе Павел Тимофейға яҙған хатында был кешеләргә хас насар сифаттарҙы тасуирлап биргән. Павел яҙғанса, был сифаттар донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын тағы ла киңерәк тараласаҡ. (2 Тимофейға 3:1—5, 13-тө уҡығыҙ.) Насар сифаттар беҙгә оҡшамаһа ла, тирә-яҡтағы кешеләрҙең тәртибе һәм ҡараштары беҙгә лә тәьҫир итергә мөмкин (Ғиб. һүҙ. 13:20). Был мәҡәләлә беҙ был сифаттарҙың Алла халҡына хас сифаттарҙан ни тиклем ныҡ айырылып торғанын күрербеҙ. Беҙ шулай уҡ кешеләргә Йәһүә тураһында белем биргән арала насар сифаттарҙы «йоҡтормаҫ» өсөн нимә эшләй алғаныбыҙҙы ҡарап сығырбыҙ.

3. 2 Тимофейға 3:2—5-тә ниндәй кешеләр тасуирлана?

3 Илсе Павел, һуңғы көндәрҙә «ауыр ваҡыттар етер», тип яҙған. Шунан ул шул осорҙа йәшәйәсәк күпселек кешегә хас буласаҡ 19 насар сифатты һанап киткән. Был сифаттар Римдарға 1:29—31-ҙә иҫкә алынған сифаттарға оҡшаш, әммә Тимофейға яҙылған хаттағы сифаттар исемлегендә Инжилдең башҡа өлөштәрендә осрамаған һүҙҙәр ҡулланыла. Ләкин, ундай сифаттарҙы бөтә кешеләр ҙә күрһәтә тип әйтеп булмай. Мәсихселәргә бөтөнләй башҡа сифаттар хас. (Малахи 3:18-ҙе уҡығыҙ *.)

ҮҘЕБЕҘГӘ НИСЕК ҠАРАРҒА КӘРӘК?

4. Һеҙ ғорур кешене нисек тасуирлап бирер инегеҙ?

4 Кешеләр үҙҙәрен генә яратыр һәм аҡсаға табыныр, тип яҙғандан һуң Павел, улар шулай уҡ тәкәббер, һауалы һәм ҡупыҡ булыр, тип өҫтәгән. Был сифаттарҙы сағылдырған кешеләр йыш ҡына тышҡы ҡиәфәттәре, һәләттәре, байлыҡтары йә дәрәжәләре арҡаһында үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя. Ундай кешеләр башҡаларҙың үҙҙәре менән һоҡланыуын бик ныҡ теләй. Бер ғалим шундай кеше тураһында былай тип яҙған: «Уның йөрәгендә бәләкәй генә алтарь бар, унда ул үҙ-үҙенә табына». Ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ғорурлыҡ шул тиклем ерәнгес, хатта ғорур кешеләр үҙҙәре лә башҡаларҙа был сифаттың сағылыуын күрә алмай.

5. Йәһүә хеҙмәтселәренең дә ғорур булып китә алыуына миҫалдар килтерегеҙ.

5 Йәһүә ғорурлыҡты нәфрәт итә. Ул «тәкәббер күҙҙәрҙе» күрә алмай (Ғиб. һүҙ. 6:16, 17). Был сифат Аллаға яҡынлашырға ҡамасаулай (Зәб. 10:4). Ғорурлыҡ Иблискә хас (1 Тим. 3:6). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был насар сифат Йәһүәнең ҡайһы бер тоғро хеҙмәтселәренә лә «йоҡҡан» булған. Мәҫәлән, Йәһүҙәлә батшалыҡ иткән Озия күп йылдар буйы Аллаға тоғро булған. «Әммә ҡеүәтләнеп алғас, — тиелә Изге Яҙмала, — ул үҙ башына ғорур йөрәкле булып китте. Ул, төтәҫләү урынында фимиам яндырыу өсөн, Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына кереп, үҙенең Аллаһы Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡһоҙлоҡ күрһәтте». Һуңыраҡ Езекия батша ла бер ни тиклем ваҡытҡа ғорур булып киткән (2 Йыл. 26:16; 32:25, 26).

6. Дауыт нимә арҡаһында ғорурланып китә алған? Әммә ни өсөн ул баҫалҡы булып ҡалған?

6 Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең юғары дәрәжәһе, музыкаль һәләте, матур, күренекле йә көслө булыуы арҡаһында ғорурланып китә. Дауытта быларҙың барыһы ла булған, әммә ул ғүмере буйына баҫалҡы булып ҡалған. Мәҫәлән, Дауыт Ғәлиәфте үлтергәндән һуң, Шаул батша уға үҙенең ҡыҙына өйләнергә тәҡдим иткән. Дауыт быға: «Батшаның кейәүе булырға кем һуң мин? Туғандарым, атам ғаиләһе — кем һуң улар Израилдә?» — тигән (1 Сам. 18:18). Уға баҫалҡы булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Дауыт шуны белгән: Алла, баҫалҡылыҡ сағылдырып, уға иғтибар иткәнгә генә, ул яҡшы сифаттарға, һәләттәргә һәм хөрмәтле вазифаларға эйә булған (Зәб. 113:5—8). Дауыт үҙендә булған бөтә яҡшы нәмәләрҙең Йәһүәнән бирелгәнен аңлаған. (1 Коринфтарға 4:7 менән сағыштырығыҙ.)

7. Беҙгә баҫалҡы булырға нимә ярҙам итер?

7 Дауыт һымаҡ, Йәһүәнең башҡа хеҙмәтселәре лә баҫалҡы булырға тырыша. Ғаләмдәге иң бөйөк шәхестең — Йәһүәнең баҫалҡылыҡ сағылдырыуын белеү беҙҙе таң ҡалдыра (Зәб. 18:35). Беҙ: «Шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ», — тигән кәңәшкә ҡолаҡ һалырға тырышабыҙ (Кол. 3:12). Беҙ шулай уҡ мөхәббәт «маһаймай, һауаланмай» икәнен беләбеҙ (1 Кор. 13:4). Баҫалҡылығыбыҙ башҡа кешеләрҙе Йәһүәгә йәлеп итә ала. Ирҙәр, иманлы ҡатындарының яҡшы тәртибен күреп, хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынып китә алған кеүек, башҡа кешеләр ҙә, беҙҙең баҫалҡы булыуыбыҙҙы күреп, Йәһүә тураһында белем ала башларға мөмкин (1 Пет. 3:1).

БАШҠАЛАРҒА НИНДӘЙ МӨНӘСӘБӘТ ҮҪТЕРЕРГӘ КӘРӘК?

8. а) Бөгөн ҡайһы берәүҙәр ата-әсәләргә буйһонмауға нисек ҡарай? б) Изге Яҙма балаларҙы нимәгә өндәй?

8 Павел һуңғы көндәрҙә кешеләрҙең бер-береһе менән нисек мөғәмәлә итәсәген тасуирлаған. Ул балалар хаҡында ата-әсәләренә буйһонмаҫтар тип яҙған. Бөгөн күп китаптар, фильмдар һәм телетапшырыуҙар ата-әсәләргә буйһонмауҙы ғәҙәти нәмә итеп күрһәтә. Ләкин ысынында балаларҙың тыңламаусанлығы ғаиләне — йәмғиәттең мөһим өлөшөн ҡаҡшата. Кешеләр быны инде күптән аңлаған. Мәҫәлән, боронғо Грецияла ата-әсәһенә ҡул күтәргән кеше йәмғиәттәге бөтә хоҡуҡтарын юғалтҡан. Ә Римда атаһына һуҡҡан кешене берәйһен үлтергән кешене хөкөм иткән кеүек хөкөм иткәндәр. Изге Яҙма хаҡында әйткәндә, Еврей Яҙмалары ла, Грек Яҙмалары ла балаларҙы ата-әсәләрен хөрмәт итергә өндәй (Сығ. 20:12; Ефес. 6:1—3).

9. Балаларға ата-әсәләренә буйһонорға нимә ярҙам итер?

9 Тыңламаусанлыҡ хөкөм һөргән донъяла балаларға тыңлаусан булырға нимә ярҙам итер? Ата-әсәләренең бөтә яҡшы эштәре тураһында уйланыу балаларҙы рәхмәтле һәм тыңлаусан булырға дәртләндерер. Бынан тыш, йәштәргә шуны иҫтә тоторға кәрәк: күктәге Атабыҙ уларҙан, ата-әсәләренә буйһонорҙар, тип көтә. Ата-әсәләрен тик яҡшы яҡтан ғына телгә алып, улар йәштәштәренә яҡшы өлгө күрһәтә. Әлбиттә, ата-әсә балаһына яратыу сағылдырмаһа, балаға буйһоноуы ауырыраҡ булырға мөмкин. Ә әгәр бала ата-әсәһенең эскерһеҙ яратыуын тойһа, был уға хатта насар эш ҡылырға теләк тыуғанда ла тыңлаусан булып ҡалырға ярҙам итер. Остин исемле йәш ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Минең йыш ҡына дөрөҫ булмаған эш ҡылырға теләк тыуа торғайны. Әммә атай-әсәйем сиктән тыш ҡаты булмаған ҡағиҙәләр ҡуя ине, уларҙы ни өсөн тоторға кәрәклеген аңлата ине һәм һәр ваҡыт минең менән һөйләшеп алырға әҙер ине. Был миңә уларға буйһонорға ярҙам итте. Уларҙың үҙем хаҡында ҡайғыртыуын күргәнгә, мин уларҙы ҡыуандырырға теләй инем».

10, 11. а) Ниндәй насар сифаттар яратыу етмәүен күрһәтә? б) Ни өсөн мәсихселәр яҡындарын яратырға тейеш?

10 Павел мөхәббәт сағылдырмаған кешеләргә хас башҡа сифаттарҙы ла иҫкә ала. Ата-әсәләргә буйһонмау тураһында әйткәндән һуң, Павел изгелекте баһалай белмәү хаҡында әйтә. Был сифаттарҙың бер-бер артлы барыуы ғәжәп түгел, сөнки рәхмәтһеҙ кешеләр башҡаларҙың игелеген ҡәҙерләмәй. Артабан Павел, кешеләр тәҡүәһеҙ булыр, тип яҙа. Улар кеше менән һыйыша алмаҫ, тимәк, башҡалар менән татыулыҡ һаҡларға ынтылмаҫ. Кешеләр шулай уҡ әсе телле һәм хыянатсыл булыр, йәғни башҡа кешеләр һәм хатта Алла тураһында ла тупаҫ һәм мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтер. Бынан тыш, һуңғы көндәрҙә кешеләр яла яғыусан булыр, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ялған таратып башҡаларҙың абруйын төшөрөр *.

11 Йәһүәнең хеҙмәтселәре донъялағы күпселек кешеләрҙән эскерһеҙ яратыу сағылдырыуы менән айырылып тора. Һәм был һәр ваҡыт шулай булған. Ғайса Мәсих, Муса ҡанунындағы «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигән әмерҙән «Аллаңды ярат» тигән әмер генә мөһимерәк, тип әйткән. Ул яратыуҙың ага́пе тигән төрөн күҙ уңында тотҡан (Матф. 22:38, 39). Ғайса шулай уҡ, ысын мәсихселәр бер-береһенә яратыу сағылдырыуы менән билдәле булыр, тигән. (Яхъя 13:34, 35-те уҡығыҙ.) Мәсихселәр хатта дошмандарын да яратырға тейеш (Матф. 5:43, 44).

12. Ғайса Мәсих нисек кешеләргә яратыу сағылдырған?

12 Ғайса Мәсих кешеләрҙе эскерһеҙ яратҡан. Ул, ҡаланан ҡалаға йөрөп, кешеләргә Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләгән. Ғайса һуҡырҙарҙы, аҡһаҡтар, махаулылар һәм һаңғырауҙарҙы һауыҡтырған, шулай уҡ үлгәндәрҙе терелткән (Лука 7:22). Ғайса хатта, күптәр уны нәфрәт итһә лә, кешеләр өсөн ғүмерен ҡорбан иткән. Ул яратыу сағылдырыуҙа Атаһынан камил рәүештә өлгө алған. Бөтә донъя буйынса Йәһүә шаһиттары, Ғайсанан өлгө алып, башҡаларға яратыу сағылдыра.

13. Яратыу сағылдырыуыбыҙ нисек башҡаларҙы Йәһүә тураһында белем алырға дәртләндерергә мөмкин?

13 Яратыу сағылдырыуыбыҙ башҡаларҙы күктәге Атабыҙ тураһында белем алырға дәртләндерергә мөмкин. Мәҫәлән, Таиландтан бер ир кеше региональ конгресҡа барған һәм унда ҡәрҙәштәрҙең бер-береһен ни тиклем ныҡ яратҡанын күреп таң ҡалған. Өйгә ҡайтҡас, ул Йәһүә шаһиттарынан аҙнаһына ике тапҡыр үҙе менән Изге Яҙма өйрәнеүен һораған. Ул бөтә туғандарына вәғәзләй башлаған һәм ни бары алты ай ғына үтеүгә, Изге Яҙманан өҙөк уҡып, Батшалыҡ залында беренсе йөкләмәһе менән сығыш яһаған. Ә беҙ башҡаларға яратыу сағылдырабыҙмы? Үҙ-үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Туғандарыма, имандаштарыма һәм вәғәздә осраған кешеләргә ярҙам итер өсөн көсөмдән килгәндең барыһын да эшләйемме? Башҡаларға Йәһүә кеүек ҡарарға тырышаммы?»

БҮРЕЛӘР ҺӘМ БӘРӘСТӘР

14, 15. Күптәр ниндәй насар сифаттар сағылдыра? Ҡайһы бер кешеләр нисек үҙгәргән?

14 Һуңғы көндәрҙә кешеләр башҡа насар сифаттар ҙа сағылдыра. Мәсихселәр был сифаттарҙы үҙләштерергә тейеш түгел. Мәҫәлән, күптәр яҡшылыҡҡа нәфрәтле. Улар яҡшылыҡты күрә алмай һәм хатта уға ҡаршы тора. Ундай кешеләр тотанаҡһыҙ һәм аяуһыҙ. Ҡайһы берәүҙәр дыуамал. Улар ҡыҙыулыҡ менән эш итә һәм үҙҙәренең тәртибе башҡаларға нисек тәьҫир итере хаҡында уйламай.

15 Элек йыртҡыс хайуандарға хас сифаттар сағылдырған күп кешеләр яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Бындай ғәжәп үҙгәреш хаҡында Изге Яҙмала алдан әйтелгән булған. (Ишағыя 11:6, 7-не уҡығыҙ *.) Ишағыя пәйғәмбәрлегендә бүре һәм арыҫлан кеүек ҡырағай хайуандарҙың бәрәс һәм быҙау кеүек йорт хайуандары менән татыу йәшәүе тасуирлана. Ни өсөн улар араһында дошманлыҡ юҡ? Изге Яҙма былай тип аңлата: «Ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүә тураһындағы белем менән тулыр» (Ишағ. 11:9). Хайуандар Йәһүә тураһында белем ала алмай, тимәк, был пәйғәмбәрлектә символик мәғәнәлә кешеләрҙең үҙгәреүе хаҡында әйтелә.

Изге Яҙмалағы принциптар тормошто үҙгәртә! (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Изге Яҙма кешеләргә нисек яҡшы яҡҡа үҙгәрергә ярҙам итә?

16 Элек бүреләр кеүек аяуһыҙ булған күп кешеләр хәҙер башҡалар менән татыу йәшәй. Уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында «Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» тигән рубрикала уҡып була. Йәһүә тураһында белем алып, уға хеҙмәт итә башлаған кешеләр, Аллаға ихлас табынған булып күренеп, иман көсөн кире ҡаҡҡан кешеләргә һис тә оҡшамаған. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар Алланың хеҙмәтселәре булып ҡыланған, әммә ысынбарлыҡта ундай булмаған кешеләргә оҡшаш түгел. Киреһенсә, бығаса ҡыҙыу холоҡло булған ҡәрҙәштәр ысын тәҡүәлек менән тоғролоҡҡа нигеҙләнгән Алла ихтыяры буйынса яратылған «яңы кешегә» әйләнә (Ефес. 4:23, 24). Алла тураһында белем алып, улар уның нормалары буйынса йәшәүҙең мөһимлеген аңлай. Шунлыҡтан улар үҙҙәренең ҡараштарын, фекер йөрөтөү рәүешен һәм тәртибен үҙгәртергә тырыша. Бындай үҙгәрештәр яһау еңел түгел, әммә, Алла үҙен ҡыуандырырға теләгән кешеләргә изге рухын биргәнгә, был мөмкин.

«УНДАЙҘАРҘАН АЛЫҪ ТОР»

17. Насар сифаттар сағылдырған кешеләрҙең йоғонтоһонан нисек һаҡланырға?

17 Аллаға хеҙмәт иткән һәм уға хеҙмәт итмәгән кешеләр араһындағы айырма асығыраҡ була бара. Башҡа кешеләрҙең насар сифаттары йоғонтоһона бирелмәҫ өсөн һаҡ булырға кәрәк. Беҙ Изге Яҙмалағы, 2 Тимофейға 3:2—5-тә тасуирланған кешеләрҙән алыҫ тор, тигән кәңәшкә ҡолаҡ һалырға теләйбеҙ. Әлбиттә, беҙ насар сифаттар сағылдырған кешеләр менән аралашыуҙан бөтөнләй ҡаса алмайбыҙ. Беҙгә улар менән эшләргә, мәктәптә уҡырға йә хатта йәшәргә тура килергә мөмкин. Әммә беҙ улар кеүек фекер йөрөтөргә һәм эш итергә тейеш түгел. Беҙгә нимә ярҙам итер? Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытыу, ә бының өсөн Изге Яҙманы өйрәнеү һәм Йәһүәне яратҡан кешеләр менән дуҫлашыу мөһим.

18. Һүҙҙәребеҙ һәм тәртибебеҙ нисек башҡаларҙы Йәһүә менән танышырға дәртләндерә ала?

18 Беҙ шулай уҡ башҡаларға Йәһүә менән танышырға ярҙам итергә теләйбеҙ. Кешеләргә хәҡиҡәт тураһында һөйләр өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ һәм бының өсөн Йәһүәнән кәрәк ваҡытта кәрәкле һүҙҙәр табырға ярҙам итеүен һорағыҙ. Башҡаларға үҙегеҙҙең Йәһүә шаһиты икәнегеҙҙе белгертегеҙ. Шул саҡта яҡшы тәртибегеҙ үҙегеҙгә түгел, ә Йәһүәгә дан килтерер. Йәһүә беҙҙе «аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағы[рға]» һәм «был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә» (Тит. 2:11, 12). Йәһүәнән өлгө алһаҡ һәм ул теләгәнде эшләһәк, башҡа кешеләр быны күрер, ә ҡайһы берҙәре хатта: «Беҙ һеҙҙең менән барабыҙ, сөнки Алланың һеҙҙең менән икәнлеген ишеттек», — тип әйтер (Зәк. 8:23).

^ 3 абз. Малахи 3:18: «Һеҙ тәҡүә һәм боҙоҡ кеше араһындағы, Аллаға хеҙмәт итеүсе һәм хеҙмәт итмәүсе кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ».

^ 10 абз. «Яла яғыусы» йә «ғәйепләүсе» тигән һүҙҙәр грек телендә диа́болос була. Изге Яҙмала был һүҙ Шайтандың — Алланы хурлаған яла яғыусының титулы итеп ҡулланыла.

^ 15 абз. Ишағыя 11:6, 7: «Бүре ваҡыт-ваҡыт һарыҡ бәрәсе янында йәшәр, ҡаплан кәзә бәрәсе янында ятыр. Быҙау, арыҫлан һәм көр хайуан — барыһы бергә булыр. Бәләкәй малай уларҙы эйәртеп йөрөтөр. Һыйыр айыу менән бергә утлап йөрөр, һәм уларҙың балалары бергә ятыр. Арыҫлан, үгеҙ кеүек, һалам ашар».