Улар үҙҙәрен хеҙмәткә теләп бағышлаған. Мадагаскар
«ПИОНЕРҘАРҒА ҙур ихтыяж булған ерҙәргә күскән дуҫтарымдың үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һоҡланып һөйләгәнен ишеткәндә, мин дә шундай уҡ шатлыҡ кисерергә теләй инем, — тип бүлешә 27 йәшлек пионер апай-ҡәрҙәш Сильвиана. — Тик мин, бер ҡасан да башҡа урынға күсә алмам, тип ҡурҡа инем».
Һеҙгә Сильвиананың хистәре танышмы? Бәлки, һеҙ ҙә вәғәзселәр етмәгән ерҙә хеҙмәт итергә хыялланаһығыҙҙыр, әммә, был хыял ҡасан да булһа тормошҡа ашырмы икән, тип уйлайһығыҙҙыр. Ләкин бойоғорға кәрәкмәй. Йәһүә ярҙамы менән меңләгән ҡәрҙәштәр хеҙмәттәрен киңәйтергә ҡамасаулаған ҡыйынлыҡтарҙы уңышлы еңеп сыҡҡан. Йәһүә уларға нисек ярҙам иткән? Быны белер өсөн, донъяла ҙурлығы буйынса дүртенсе булған Мадагаскар утрауына юл алайыҡ.
Һуңғы ун йыл эсендә 70-тән артыҡ ашҡыныусан вәғәзсе һәм пионер 11 илдән * ошо Африка утрауына килгән. Был утрауҙа йәшәгән күпселек кеше Изге Яҙма китабына хөрмәт менән ҡарай. Бынан тыш, урындағы ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы берҙәре, Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләр өсөн, Мадагаскарҙың башҡа өлөштәренә күсенә. Әйҙәгеҙ, был ашҡыныусан вәғәзселәрҙең ҡайһы берҙәре менән танышайыҡ.
ҠУРҠЫУҘАР ҺӘМ БОЙОҒОУҘЫ ЕҢЕҮ
Луи менән уның ҡатыны Перринаға 30 йәш тулып уҙған. Улар Мадагаскарға Франциянан күскән. Бер нисә йыл буйы улар вәғәзләү өсөн башҡа илгә күсеү тураһында уйлаған, ләкин Перрина оҙаҡ ҡына икеләнгән. Ул былай тип аңлата: «Мин билдәһеҙлектән ҡурҡа инем. Туғандарымды, йыйылыш, фатир, таныш урындарҙы һәм ғәҙәти тормош тәртибен нисек ҡалдырырмын, тип борсолдом. Үҙемдең икеләнеү-ҡурҡыуҙарымды еңеү иң ауыры булды». 2012 йылда Перрина бар ҡыйыулығын туплай алған, һәм улар Луи менән күсеп киткән. Перрина шундай ҡарар ҡабул итеүенә үкенәме? Ул былай тип бүлешә: «Үткәндәргә күҙ һалып, мин иманыбыҙ нығынғанын аңланым, сөнки беҙ Йәһүәнең ярҙамын тойҙоҡ». «Уйлап ҡарағыҙ,
беҙҙең Мадагаскарҙағы беренсе Иҫкә алыу кисәһенә 10 өйрәнеүсебеҙ килде!» — тип өҫтәй Луи.Луи менән Перринаға ауырлыҡтар тыуғанда хеҙмәттәрен дауам итергә нимә ярҙам иткән? Улар Йәһүәнән барыһын да кисереп сығырға көс биреүен үтенеп һораған (Флп. 4:13). Луи былай тип иҫенә төшөрә: «Йәһүә беҙҙең доғаларға яуап бирҙе — беҙ „Алла именлеге“ тойҙоҡ. Иғтибарыбыҙҙы хеҙмәт килтергән шатлыҡҡа туплай алдыҡ. Шулай уҡ беҙҙе дуҫтарыбыҙҙың бирешмәҫкә өндәп яҙған хаттары һәм электрон хәбәрҙәре бик нығытты» (Флп. 4:6, 7; 2 Кор. 4:7).
Йәһүә Луи менән Перринаны сыҙамлыҡ өсөн бүләкләгән. «2014 йылдың октябрь айында беҙ Ирле-ҡатынлылар өсөн Изге Яҙма мәктәбендә * уҡырға Францияға килдек, — ти Луи. — Был Йәһүәнән ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ бүләк булды». Унда уҡып бөткәндән һуң, уларҙы яңынан Мадагаскарға билдәләгәндәр, быға улар бик ҡыуанған.
«БЕҘ ҺЕҘҘЕҢ МЕНӘН ҒОРУРЛАНЫРБЫҘ!»
Дидье менән Надина Мадагаскарға Франциянан 2010 йылда 50 йәштәре тулып уҙғас күскән. Дидье былай тип иҫенә төшөрә: «Йәш саҡта беҙ пионер булып хеҙмәт иттек, ә һуңынан беҙҙең өс балабыҙ тыуҙы. Улар үҫеп еткәс, вәғәзләр өсөн сит илгә күсеү тураһында уйлана башланыҡ». Ә Надина бына нимә ти: «Миңә балаларҙан айырылыу тураһындағы уй тынғы бирмәне, ләкин улар беҙгә: „Сит илгә хеҙмәт итергә китһәгеҙ, беҙ һеҙҙең менән ғорурланырбыҙ!“ — тинеләр. Уларҙың һүҙҙәре беҙгә ҡыйыулыҡ өҫтәне. Хәҙер балаларыбыҙ йыраҡ, әммә беҙ барыбер улар менән йыш шылтыратышабыҙ».
Малагасий телен өйрәнеү Дидье менән Надинаға бер ҙә еңел булмаған. «Беҙгә инде күптән 20 йәш түгел», — тип көлә Надина. Уларға нимә ярҙам иткән һуң? Башта улар француз йыйылышында хеҙмәт иткән, ә һуңғараҡ, урындағы телде етди өйрәнә башларға әҙер булыуҙарын һиҙгәс, малагасий йыйылышына күскән. Надина былай ти: «Беҙ Изге Яҙманы теләп өйрәнгән күп кешеләрҙе осратабыҙ. Йыш ҡына улар беҙ килгәнгә рәхмәт әйтә. Тәүҙә был миңә төш булып тойолдо. Бында пионер булып хеҙмәт итеү — үҙе бер кинәнес. Иртән уянғас: „Ҡайһылай шәп — бөгөн вәғәзгә барам!“ — тим мин үҙемә».
Дидье үҙенең малагасий телен өйрәнеүен йылмайып иҫенә төшөрә. «Бер тапҡыр мин йыйылыш осрашыуын үткәрҙем, ләкин ҡәрҙәштәрҙең яуаптарын бөтөнләй аңламаным. Мин бары тик „рәхмәт“ тип кенә әйтә алдым. Һәм бына мин бер апай-ҡәрҙәшкә яуабы өсөн рәхмәт әйттем, ә уның артында ултырғандар яуаптың дөрөҫ булмауын күрһәтеп ишара яһаны. Шунан мин ағай-ҡәрҙәштән һораным, һәм ул дөрөҫ яуап бирҙе — һәр хәлдә, мин шуға ышанам».
УЛ ШАТЛАНЫП РИЗАЛАШҠАН
Тьерри менән Надья 2005 йылдағы конгреста Тимофей тураһында «Аллаға дан килтергән маҡсаттарға ынтыл» (урыҫ) тигән театраль постановка
ҡараған. Был постановка уларға бик ныҡ тәьҫир иткән һәм уларҙы вәғәзселәргә ҙур ихтыяж булған илгә күсеү тураһында етди уйланырға дәртләндергән. Тьерри былай тип һөйләй: «Постановка бөтөп, барыһы ла ҡул саба башлағас, мин ҡатыныма эйелдем дә: „Шунан, ҡайҙа барабыҙ?“ — тип һораным. Баҡтиһәң, ҡатыным да минән шуны уҡ һорарға теләгән икән!» Тиҙҙән улар маҡсаттарына табан аҙымдар яһай башлаған. «Әкренләп беҙ артыҡ әйберҙәрҙән арындыҡ һәм ахыр сиктә бөтә мөлкәтебеҙҙе дүрт сумаҙанға һыйҙыра алдыҡ», — тип иҫенә төшөрә Надья.Тьерри менән Надья Мадагаскарға 2006 йылда килгән, һәм уларға баштан уҡ унда хеҙмәт итеү оҡшаған. «Вәғәздә осратҡан кешеләр беҙгә ҙур шатлыҡ килтерә», — ти Надья.
Ләкин алты йылдан һуң был пар ауырлыҡҡа осраған. Надьяның Францияла йәшәгән әсәһе Мари-Мадлен, йығылып, ҡулын һындырған һәм башын йәрәхәтләгән. Мари-Мадлендың табибы менән кәңәшләшкәс, Тьерри менән Надья әсәһенә Мадагаскарға күсергә тәҡдим иткән. Уға инде 80 йәш булһа ла, ул шатланып ризалашҡан. Сит илдәге тормошо тураһында Мари-Мадлен нимә уйлай? Ул былай ти: «Нимәгәлер өйрәнеп китеү еңел түгел, ләкин, һаулығым насар булыуына ҡарамаҫтан, мин йыйылышта үҙемде кәрәкле итеп тоям. Минең күсеүем балаларға һөҙөмтәле хеҙмәттәрен дауам итергә мөмкинлек биреүенә мин бик шат».
«ЙӘҺҮӘ МИҢӘ ЯРҘАМ ИТТЕ»
Риана исемле 22 йәшлек ағай-ҡәрҙәш Мадагаскарҙың көнсығышында урынлашҡан уңдырышлы регион Алаутра-Мангурула үҫкән. Ул мәктәптә яҡшы уҡыған һәм юғары белем алырға теләгән. Ләкин һуңыраҡ Риана Изге Яҙманы өйрәнә башлаған, һәм уның маҡсаттары үҙгәргән. «Урта мәктәпте бөтөргән саҡта мин Йәһүәгә „сығарылыш имтиханын бирһәм, пионер булып хеҙмәт итә башлайым“ тигән вәғәҙә бирҙем», — тип иҫенә төшөрә ул. Риана һүҙендә торған. Ул икенсе пионер менән фатирға ингән, ярты көнлөк эш тапҡан һәм пионер хеҙмәте башлаған. «Был тормошомдағы иң яҡшы ҡарар булды», — ти ул был хаҡта.
Ләкин Риананың туғандарына уның ни өсөн карьера яһарға теләмәүен аңлау ауыр булған. «Минең атайым, ағайым һәм өләсәйем мине бер тауыштан юғары белем алырға өгөтләне. Ләкин мин пионер хеҙмәтен ҡалдырырға һис тә теләмәнем», — тип һөйләй ул. Тиҙҙән Риана вәғәзселәр етмәгән ергә күсергә теләгән. Ни өсөн уның шундай теләге тыуған? Ул былай ти: «Бер көндө йортобоҙға ҡараҡтар инеп, минең күп әйберҙәремде урлап алып киткән. Был мине Ғайсаның „хазинаны күктә“ йыйырға кәрәк тигән һүҙҙәре тураһында уйланырға мәжбүр итте. Мин бөтә иғтибарымды рухи байлыҡ йыйыуға тупларға булдым» (Матф. 6:19, 20). Риана үҙенең өйөнән 1 300 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан, Мадагаскарҙың иң көньяғында урынлашҡан ҡоролоҡло регионға күскән. Унда антандруй халҡы йәшәй. Ни өсөн ул тап шунда китергә булған?
Шул урлауҙан бер ай алдараҡ Риана антандруй халҡынан булған ике ир менән Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Ул тандруй телендә бер нисә һөйләм ятлап алған һәм был халыҡтан булған бик күп кешеләрҙең бер ҡасан да Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе ишетмәүе хаҡында уйлаған. «Мин, Йәһүәгә доға ҡылып, тандруй телендә һөйләшкән кешеләр йәшәгән ергә күсергә ярҙам итеүен һораным», — ти Риана.
Яңы урында Риана бер нисек тә эш таба алмаған. Бер кеше уға: «Һин нишләп бында килдең? Аҡса эшләр өсөн кешеләр һинең яҡтарға китә!» — тигән. Ике аҙна үткәс, Риана региональ конгресҡа барған. Уның аҡсаһы ҡалмаған тиерлек, һәм ул артабан нимә эшләргә белмәгән. Конгрестың аҙаҡҡы көнөндә бер ағай-ҡәрҙәш һиҙҙермәй генә Риананың пиджак кеҫәһенә нимәлер һалған. Был аҡса булып сыҡҡан. Шул аҡсаға Риана тандруй телендә вәғәзләгән урынына ҡайта алған һәм хатта йогурт һатыу буйынса ҙур булмаған бизнес ойоштора алған. Риана былай ти: «Йәһүә миңә иң кәрәкле саҡта ярҙам итте. Хәҙер мин Йәһүә тураһында бер ҡасан да ишетмәгән кешеләргә артабан да ярҙам итә алам!» Йыйылышта ла эш күп булған. «Мин аҙна һайын телмәр менән сығыш яһаным. Йәһүә мине үҙенең ойошмаһы аша өйрәтте», — ти
Риана. Хәҙер Риана Йәһүә тураһында белергә теләгән кешеләргә тандруй телендә вәғәзләүен дауам итә.«ХӘҠИҠӘТ АЛЛАҺЫНАН» ФАТИХАЛАР
«Ер йөҙөндә үҙенә фатиха һораған һәр кемде Хәҡиҡәт Аллаһы фатихалар», — тип вәғәҙә бирә Йәһүә (Ишағ. 65:16). Әгәр беҙ Йәһүә өсөн күберәк эшләргә ҡамасаулаған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тырышһаҡ, ул беҙҙе мотлаҡ фатихалар. Мәҡәлә башында әйтелгән Мадагаскарҙан Сильвиананы иҫкә төшөрәйек. Ул күсә алмам тип ҡурҡҡан. Ни өсөн ул шулай уйлаған? «Минең һул аяғым уң аяғымдан туғыҙ сантиметрға ҡыҫҡараҡ, шуға мин аҡһайым һәм йөрөгәндә тиҙ арыйым», — тип аңлата Сильвиана.
Шулай ҙа 2014 йылда Сильвиана үҙенең йыйылышынан Сильви-Анн исемле йәш пионер менән бергә тыуған ҡалаларынан 85 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан бәләкәй ауылға күскән. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, Сильвиананың хыялы тормошҡа ашҡан, һәм ул мул итеп фатихаланған. «Беҙҙең күсеп килеүгә ни бары бер йыл үтте, һәм район конгресында минең менән Изге Яҙма өйрәнеүсе йәш ҡатын Доратин һыуға сумдырылды», — тип бүлешә Сильвиана.
«МИН ҺИҢӘ ЯРҘАМ ИТЕРМЕН»
Был ҡәрҙәштәрҙең һөйләүенән күренгәнсә, хыялыңды тормошҡа ашырып, Йәһүә Алла өсөн күберәк эшләү ҡайһы саҡ еңелдән түгел. Ләкин әгәр беҙ был ауырлыҡтарҙы еңһәк, Йәһүәнең «мин һине нығытырмын, эйе, мин һиңә ярҙам итермен» тигән һүҙҙәренең хаҡлығына шәхсән инана алырбыҙ (Ишағ. 41:10). Был беҙҙе Йәһүәгә яҡынайта. Бынан тыш, ярҙам кәрәк ерҙә — үҙ илебеҙҙә йә сит илдә — теләп вәғәзләп, беҙ яңы донъяла башҡарыласаҡ эшкә әҙерләнәбеҙ. Алдараҡ һөйләп кителгән Дидье әйтмешләй, «вәғәзселәр етмәгән ерҙә хеҙмәт итеү — киләсәккә әҙерләнер өсөн яҡшы мөмкинлек». Йәһүә өсөн күберәк эшләргә теләгән тағы күп ҡәрҙәштәрҙең тиҙерәк шундай әҙерләнеүҙә ҡатнаша башлауын теләйбеҙ!
^ 4 абз. Улар Бөйөк Британия, Гваделупа, Германия, Канада, Люксембург, Яңы Каледония, Ҡушма Штаттар, Франция, Чехия, Швейцария һәм Швециянан килгән.
^ 8 абз. Хәҙерге ваҡытта Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе менән алмаштырылған. Башҡа илгә күскән тулы ваҡытлы хеҙмәтселәр, әгәр талаптарға тура килһәләр, был мәктәптә уҡыр өсөн ғариза бирә ала. Улар үҙ илендә йәки Мәктәп туған телдәрендә үткәрелгән бүтән илдә уҡый ала.