Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәштәр, Шайтанға ҡаршы ныҡ тороғоҙ

Йәштәр, Шайтанға ҡаршы ныҡ тороғоҙ

«Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алланың бөтөн төр ҡоралдарына кейенегеҙ» (ЕФЕС. 6:11).

ЙЫРҘАР: 79, 140

1, 2. а) Ни өсөн йәш мәсихселәр Шайтан һәм ендәргә ҡаршы һуғышта еңә ала? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

ИЛСЕ ПАВЕЛ мәсихселәрҙе һуғышсылар менән сағыштырған. Беҙ ысынбарлыҡта булған дошмандар менән һуғыш алып барабыҙ! Ләкин беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә Шайтанға һәм ендәргә ҡаршы һуғышабыҙ. Улар, меңләгән йылдар буйы һуғышҡанға, ҙур тәжрибә туплаған. Шунлыҡтан беҙгә һәм бигерәк тә йәштәргә был һуғышта еңеп булмай кеүек тойолорға мөмкин. Йәштәр шундай көслө дошмандарҙы еңә аламы? Эйе, еңә ала, һәм улар шулай эшләй ҙә! Ни өсөн? Сөнки Йәһүә уларға көс бирә. Өҫтәүенә, яҡшы өйрәтелгән һуғышсылар һымаҡ, улар «Алланың бөтөн төр ҡоралдарына кейен[ә]», шуға күрә улар һуғышҡа әҙер. (Ефестарға 6:10—12-не уҡығыҙ.)

2 Был сағыштырыуҙы ҡулланғанда, Павел, моғайын, Рим һуғышсыларының кейем-ҡорамалын күҙ уңында тотҡандыр (Ғәм. 28:16). Ошо мәҡәләлә беҙ был яҡшы сағыштырыуҙы ентекләп ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ҡайһы бер йәштәрҙең рухи кейем-ҡорамалды кейеү менән бәйле ауырлыҡтар һәм фатихалар тураһында нимә әйткәнен белербеҙ.

Кейем-ҡорамалдың һәр өлөшөн кейҙегеҙме?

«ХӘҠИҠӘТ БИЛБАУЫ»

3, 4. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр Рим һуғышсыһының билбауына нимә менән оҡшаш?

3 Ефестарға 6:14-те уҡығыҙ. Рим һуғышсыһының билбауы уның ауыр тимер кейемен тотоп торған, ә билбауҙағы тимер пластиналар уның билен һаҡлаған. Бынан тыш, ҡайһы бер билбауҙарҙа, ҡылыс һәм хәнйәрҙе эләктереп ҡуйыр өсөн, ҡыҫтырғыстар булған. Билбауын ҡыҫып быуған һуғышсы яуға үҙ-үҙенә ышанғанлыҡ менән бара алған.

4 Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр, билбау һымаҡ, беҙҙе ялған тәғлимәттәрҙән һаҡлай (Яхъя 8:31, 32; 1 Яхъя 4:1). Алла Һүҙендәге хәҡиҡәттәрҙе нығыраҡ яратҡан һайын, беҙгә «тимер кейем[де]» кейеүе, йәғни Алланың принциптары буйынса йәшәүе еңелерәк була барыр (Зәб. 111:7, 8; 1 Яхъя 5:3). Өҫтәүенә, был хәҡиҡәттәрҙе яҡшыраҡ аңлаған һайын, беҙ уларҙы дошмандар алдында яҡшыраҡ яҡлай алырбыҙ (1 Пет. 3:15).

5. Ни өсөн беҙ һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләргә тейеш?

5 Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте, образлы итеп әйткәндә, ҡыҫып быуһаҡ, беҙ хәҡиҡәт буйынса йәшәргә һәм һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләргә ынтылырбыҙ. Ни өсөн ялған һөйләүҙән һаҡланырға кәрәк? Сөнки ялған — Шайтандың иң уңышлы ҡоралдарының береһе. Ялған алдаусыға ла, уға ышанған кешегә лә зыян килтерә (Яхъя 8:44). Шуға күрә, камил булмаһаҡ та, беҙ алдамаҫ өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ (Ефес. 4:25). Был ауыр булырға мөмкин. Абигейл исемле 18 йәшлек ҡыҙ былай ти: «Ҡайһы саҡта, бигерәк тә алдау ауыр хәлдән сығырға ярҙам итә алған осраҡтарҙа дөрөҫөн һөйләү урынлы булып тойолмаҫҡа мөмкин». Шуға ҡарамаҫтан, Абигейл һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләргә тырыша. Ни өсөн? Ул былай тип аңлата: «Дөрөҫөн һөйләһәм, Йәһүә алдында выжданым саф булып ҡала. Шулай уҡ атай-әсәйем һәм дуҫтарым миңә ышанып була икәнен белә». Ә 23 йәшлек Виктория былай ти: «Дөрөҫөн һөйләһәң һәм ышаныуҙарыңда ныҡ торһаң, һиңә баҫым яһарға мөмкиндәр. Ләкин һөҙөмтәлә был ифрат ҙур файҙа килтерә: үҙ-үҙеңә ышанысың үҫә, Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ яҡынлашаһың һәм үҙеңде яратҡан кешеләрҙең хөрмәтен яулайһың». Шик тә юҡ, образлы хәҡиҡәт билбауын һәр ваҡыт кейеп йөрөү үтә мөһим.

Хәҡиҡәт билбауы (3—5-се абзацтар)

«ТӘҠҮӘЛЕКТЕҢ ТИМЕР КЕЙЕМЕ»

6, 7. Ни өсөн тәҡүәлек тимер кейем менән сағыштырылған?

6 Рим һуғышсыһының тимер кейеме бер-береһе өҫтөнә һалынып яһалған тимер пластиналарҙан торған. Тимер пластиналар һуғышсы тәненең формаһына тура килтереп бөгөлгән. Был пластиналар күн ҡайыштар, металл элгестәр һәм ырғаҡтар ярҙамында тоташтырылған. Һуғышсының яурындары тағы ла күберәк тимер пластиналар менән ҡапланған, һәм был пластиналар шулай уҡ күн ҡайыштарға беркетелгән. Тимер кейем һуғышсының хәрәкәттәрен сикләгән, шунлыҡтан һуғышсыға пластиналарҙың яҡшы эләктерелгәнен гел тикшереп торорға кәрәк булған. Әммә шул уҡ ваҡытта тимер кейем һуғышсының йөрәген һәм башҡа эске органдарын уҡтарҙан һәм үткер ҡылыстарҙан һаҡлаған.

7 Йәһүәнең тәҡүә принциптарын шундай тимер кейем менән сағыштырып була. Улар «йөрәгебеҙҙе», йәғни эске булмышыбыҙҙы һаҡлай (Ғиб. һүҙ. 4:23). Һуғышсы бер ҡасан да тимер кейемен ныҡ булмаған металдан яһалған кейемгә алмаштырмаҫ ине. Шуның шикелле, беҙ бер ҡасан да Йәһүәнең тәҡүә нормаларын үҙебеҙгә дөрөҫ булып тойолған ҡараштарға алмаштырмаҫбыҙ. Беҙҙә йөрәгебеҙҙе һаҡлар өсөн етерлек зирәклек юҡ (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Бына ни өсөн беҙ образлы тимер кейем йөрәгебеҙҙе һаман да һаҡлаймы икәнен гел тикшереп торорға тейеш.

8. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең нормаларын тоторға тейеш?

8 Йәһүәнең нормалары азатлығымды ныҡ сикләй һәм теләгән эштәремде эшләүҙән тыя, тип уйлаған саҡтарығыҙ булдымы? 21 йәшлек Дэниел былай ти: «Уҡытыусылар һәм курсташтар Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәүемдән көлә ине. Бының арҡаһында мин бер ни тиклем ваҡытҡа үҙ-үҙемә ышанысымды юғалттым һәм төшөнкөлөккә бирелдем». Хәҙер Дэниел үҙен нисек хис итә? Ул былай тип бүлешә: «Ахыр сиктә мин Йәһүәнең нормаларын тотоуҙың файҙаһын күрҙем. „Дуҫтарымдың“ ҡайһы берҙәре наркотик ҡуллана башланы, башҡалары уҡыуҙы ташланы. Уларҙың тормошо шундай йүнәлеш алғанын күреү бик ҡыҙғаныс ине. Йәһүә ысынлап та беҙҙе һаҡлай». Ә Мадисон исемле 15 йәшлек ҡыҙ былай ти: «Йәһүәнең нормаларын тотор өсөн һәм йәштәштәрем заманса йә күңелле тип һанағанды эшләмәҫ өсөн, миңә көрәш алып барырға тура килә». Уға нимә ярҙам итә? Мадисон былай тип аңлата: «Мин Йәһүә исемен йөрөтөүемде һәм шундай ҡотҡо — Шайтандың миңә атҡан тағы бер уғы икәнен иҫемә төшөрәм. Көрәштә еңгән һайын, мин ҡәнәғәтлек тоям».

Тәҡүәлектең тимер кейеме (6—8-се абзацтар)

«ВӘҒӘЗЛӘҮГӘ ӘҘЕРЛЕГЕГЕҘҘЕ АЯҠ КЕЙЕМЕ ИТЕП КЕЙЕГЕҘ»

9—11. а) Мәсихселәр ниндәй образлы аяҡ кейеме кейә? б) Шаһитлыҡ биргәндә үҙебеҙҙе иркенерәк тойор өсөн нимә эшләп була?

9 Ефестарға 6:15-те уҡығыҙ. Рим һуғышсыһы яуға ялан аяҡ бара алмаған. Уның аяҡ кейеменең табаны бер нисә ҡат күндән эшләнгән, шунлыҡтан бик ныҡ булған. Был аяҡ кейеме шулай уҡ уңайлы булған һәм таймаған.

10 Рим һуғышсыларының аяҡ кейеме уларға яуҙа уңышҡа ирешергә ярҙам иткән кеүек, образлы аяҡ кейеме беҙгә «именлек тураһында» һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ярҙам итә (Ишағ. 52:7; Рим. 10:15). Шулай ҙа ҡайһы саҡ вәғәзләр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. Бо исемле 20 йәшлек егет былай ти: «Элек мин синыфташтарыма вәғәзләргә ҡурҡа инем. Эш оялыуҙа булғандыр, тип уйлайым. Хәҙер мин оялғаныма аптырайым һәм шатланып йәштәштәремә шаһитлыҡ бирәм».

11 Күп йәш мәсихселәр, шаһитлыҡ бирер алдынан әҙерләнһә, үҙҙәрен иркенерәк тоя. Нисек әҙерләнеп була? 16 йәшлек Джулия былай ти: «Мин һәр саҡ портфелемдә баҫмаларыбыҙҙы йөрөтәм һәм, синыфташтарым үҙ ҡараштары менән бүлешкәндә, иғтибар менән тыңлайым, ә аҙаҡ уларға нисек ярҙам итә алғаным хаҡында уйланам. Әҙерләнгәндән һуң, мин улар өсөн файҙалы булған фекерҙәр әйтә алам». Ә Макензи исемле 23 йәшлек ҡыҙ былай тип бүлешә: «Игелек сағылдырһаң һәм йәштәштәреңде иғтибар менән тыңлаһаң, уларҙы нимә ҡыҙыҡһындырғанын йә борсоғанын белерһең. Мин ойошмабыҙ йәштәр өсөн сығарған бөтә материалды уҡып сығырға тырышам. Бының ярҙамында, йәштәштәрем менән һөйләшкәндә, мин улар өсөн файҙалы була алған берәй Изге Яҙма өҙөгөнә йә интернет-ресурсыбыҙҙағы материалға иғтибар итә алам». Шаһитлыҡ бирер алдынан әҙерләнеү үҙеңә яҡшы тура килгән аяҡ кейеме кейеүгә оҡшаш.

Вәғәзләүгә әҙерлекте аяҡ кейеме итеп кейеү (9—11-се абзацтар)

«ИМАН ҠАЛҠАНЫ»

12, 13. Шайтан атҡан утлы уҡтарҙың ҡайһы берҙәре ниндәй?

12 Ефестарға 6:16-ны уҡығыҙ. Рим һуғышсыһы ҙур дүртмөйөш ҡалҡан тотоп йөрөгән. Ҡалҡан уны яурынынан алып тубығына тиклем ҡаплаған һәм ҡылыс, һөңгө, уҡтарҙан һаҡлаған.

13 Шайтан һеҙгә ниндәй «утлы уҡтар» атырға мөмкин? Мәҫәлән, ул Йәһүә тураһында ялған тарата: имеш, Йәһүә һеҙҙе яратмай һәм һеҙҙең турала уйлап та бирмәй. 19 йәшлек Ида былай ти: «Миңә йыш ҡына Йәһүә минән йыраҡ һәм ул минең Дуҫым булырға теләмәй кеүек тойола». Ида шундай хистәр кисергәндә, уға нимә ярҙам итә? «Йыйылыш осрашыуҙары иманымды бик нығыта, — ти Ида. — Элек мин бер ҡасан да комментарий бирмәй инем, сөнки, бер кемгә лә минең нимә әйтергә теләүем ҡыҙыҡ түгел, тип уйлай торғайным. Әммә хәҙер мин осрашыуҙарға әҙерләнәм һәм ике-өс тапҡыр комментарий бирергә тырышам. Был ауыр, ләкин, шулай эшләп, үҙемде күпкә яҡшыраҡ хис итәм. Ҡәрҙәштәр ҙә мине рухландырып тора. Осрашыуҙарҙан һуң мин һәр ваҡыт Йәһүәнең үҙемде яратыуын тоям».

14. Иданың осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

14 Иданың осрағынан күренеүенсә, ҙурлығы үҙгәрмәгән ҡалҡандан айырмалы рәүештә, беҙҙең иман үҫә йә һүрелә, нығый йә көсһөҙләнә ала. Барыһы беҙҙән тора (Матф. 14:31; 2 Фес. 1:3). «Иман ҡалҡаны» беҙҙе һаҡлаһын өсөн, беҙ уны, образлы итеп әйткәндә, гел ҙурайтып торорға тейеш!

Ҙур иман ҡалҡаны (12—14-се абзацтар)

«ҠОТҠАРЫУҘЫ ТИМЕР БАШЛЫҠ ИТЕП КЕЙЕГЕҘ»

15, 16. Ни өсөн өмөтөбөҙҙө тимер башлыҡ менән сағыштырып була?

15 Ефестарға 6:17-не уҡығыҙ. Рим һуғышсыһының тимер башлығы уның башын, муйынын һәм битен һаҡлаған. Ҡайһы бер башлыҡтарҙың тотҡаһы булған, һәм һуғышсы уны тотоп йөрөй алған.

16 Тимер башлыҡ һуғышсының мейеһен һаҡлаған һымаҡ, «ҡотолоуға өмөт» фекер йөрөтөүебеҙҙе һаҡлай (1 Фес. 5:8; Ғиб. һүҙ. 3:21). Өмөт беҙгә иғтибарҙы Йәһүәнең вәғәҙәләренә тупларға һәм ауырлыҡтар арҡаһында төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итә (Зәб. 27:1, 14; Ғәм. 24:15). Әммә өмөт беҙҙе һаҡлаһын өсөн, ул беҙҙең өсөн реаль булырға тейеш. Образлы тимер башлыҡты ҡулда тотоп түгел, ә кейеп йөрөргә кәрәк!

17, 18. а) Шайтан нисек тимер башлығыбыҙҙы систерергә тырыша? б) Шайтандың алдығына ышанмауыбыҙ нимәнән күренә?

17 Шайтан нисек тимер башлығыбыҙҙы систерергә тырыша? Ғайса Мәсихтең осрағын иҫкә төшөрәйек. Шайтан Ғайсаның киләсәктә кешелек өҫтөнән идара итерен белгән. Ләкин тәүҙә Ғайса ғазап сигергә һәм үлергә тейеш булған. Шунан уға, Йәһүә билдәләгән ваҡытта Батша булып китер алдынан, күпмелер ваҡыт көтөргә кәрәк булған. Шуға күрә Шайтан Ғайсаға хакимлыҡҡа ҡыҫҡараҡ юл тәҡдим иткән. Шайтан уға, миңә бер генә тапҡыр табынһаң, хәҙер үк донъя идарасыһы булып китерһең, тип вәғәҙә иткән (Лука 4:5—7). Шайтан шулай уҡ Йәһүәнең беҙгә яңы донъяла матди муллыҡ вәғәҙә иткәнен белә. Әммә, был вәғәҙә тормошҡа ашҡансыға тиклем, беҙгә көтөргә кәрәк. Өҫтәүенә, көткән арала беҙгә, бәлки, күп ауырлыҡтар кисерергә тура киләлер. Шайтан беҙгә хәҙер үк уңайлы тормош алып барыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Ул беҙҙең тормош уңайлыҡтарын — беренсе урынға, ә Алла Батшалығын икенсе урынға ҡуйыуыбыҙҙы теләй (Матф. 6:31—33).

18 Күп йәш мәсихселәр Шайтанға үҙҙәрен алдарға бирмәй. Мәҫәлән, 20 йәшлек Киана: «Мин бөтә проблемаларыбыҙҙы Алла Батшалығы ғына хәл итәсәген беләм», — тип әйтә. Быны белеү Киананың фекер йөрөтөү һәм йәшәү рәүешенә нисек тәьҫир итә? Өмөт уға был донъялағы нәмәләр мәңге түгел икәнен иҫтә тоторға ярҙам итә. Карьера эшләү урынына, Киана ваҡытын һәм көсөн Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн ҡуллана.

Ҡотҡарыуҙы тимер башлыҡ итеп кейеү (15—18-се абзацтар)

«РУХ ҠЫЛЫСЫ» — АЛЛА ҺҮҘЕ

19, 20. Алла Һүҙен ҡулланыуҙа нисек оҫтарырға?

19 Рим һуғышсыларының ҡылыстары оҙонлоҡта яҡынса 50 сантиметр булған. Улар ҡылыс менән бик оҫта ҡулланған, сөнки һәләттәрен көн дә яҡшыртҡан.

20 Илсе Павел Алла Һүҙен ҡылыс менән сағыштырған. Йәһүә беҙгә уны бүләк иткән. Әммә беҙгә иманыбыҙҙы яҡлағанда йә дөрөҫ булмаған ҡараштарыбыҙҙы үҙгәрткәндә «рух ҡылысы» менән оҫта ҡулланырға өйрәнергә кәрәк (2 Кор. 10:4, 5; 2 Тим. 2:15). Был йәһәттән нисек яҡшырып була? 21 йәшлек Себастиан бына нимә ти: «Изге Яҙманы уҡығанда, мин һәр бүлектән бер шиғыр һайлайым да уны яҙып ҡуям. Шулай итеп яратҡан шиғырҙарымдың исемлеген төҙөйөм». Был уға Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Дэниел былай тип өҫтәй: «Изге Яҙманы уҡығанда, мин вәғәздә осраған кешеләргә ярҙам итә алған шиғырҙарҙы билдәләп ҡуям. Шуға иғтибар иттем: Изге Яҙма тураһында ялҡынланып һөйләһәң һәм кешеләргә ысын күңелдән ярҙам итергә тырышһаң, улар яҡшыраҡ тыңлай».

Рух ҡылысы (19—20-се абзацтар)

21. Ни өсөн беҙгә Шайтандан һәм ендәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй?

21 Был мәҡәләлә иҫкә алынған йәштәрҙең һүҙҙәренән күренеүенсә, беҙгә Шайтандан һәм ендәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Эйе, улар бик көслө, әммә Йәһүәнән көслөрәк түгел. Бынан тыш, улар мәңге йәшәмәйәсәк. Улар упҡынға ырғытыласаҡ һәм Мәсихтең Меңйыллыҡ идара итеүе ваҡытында бер кемгә лә зыян килтерә алмаясаҡ. Ә мең йыл үткәс, улар юҡ ителәсәк (Асыл. 20:1—3, 7—10). Беҙ дошманыбыҙҙы, уның алымдарын һәм маҡсаттарын беләбеҙ. Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ уға ҡаршы ныҡ тора алабыҙ!