Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ни өсөн беҙ «күп емеш» килтерәбеҙ?

Ни өсөн беҙ «күп емеш» килтерәбеҙ?

«Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр» (ЯХЪЯ 15:8).

ЙЫРҘАР: 53, 60

1, 2. а) Ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса илселәре менән нимә тураһында һөйләшкән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Ни өсөн беҙгә ниндәй сәбәптәрҙән вәғәзләгәнебеҙҙе иҫтә тотоу мөһим? в) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

ЕРҘӘГЕ тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса Мәсих илселәре менән оҙаҡ һөйләшкән. Ғайса уларҙы яратыуына ышандырған. Ул шулай уҡ йөҙөм һабағы тураһында ҡисса һөйләгән. Был ҡисса үткән мәҡәләлә ҡаралған ине. «Емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон» тиеп, Ғайса шәкерттәрен вәғәз эшендә түҙемлек күрһәтергә дәртләндергән (Яхъя 15:8, 16).

2 Әммә Ғайса үҙенең шәкерттәренә, ниндәй эш башҡарырға кәрәклеге хаҡында әйтеүҙән тыш, шулай уҡ ни өсөн был эште башҡарыу мөһим икәнен дә аңлатҡан. Ул уларға вәғәзләүҙән туҡтамаҫ өсөн ниндәй сәбәптәр барлығы хаҡында һөйләгән. Беҙгә лә был сәбәптәрҙе иҫтә тоторға кәрәк. Улар хаҡында уйланыу беҙҙе «барса халыҡтар[ға]» шаһитлыҡ биреү эшендә сыҙамлыҡ сағылдырырға дәртләндерер (Матф. 24:13, 14). Был мәҡәләнән беҙ шуны белербеҙ: Изге Яҙма буйынса, вәғәзләр өсөн ниндәй дүрт сәбәп бар? Йәһүә, беҙгә артабан да емеш килтерергә ярҙам итер өсөн, ниндәй дүрт бүләк бирә?

ЙӘҺҮӘНЕ ДАНЛАЙБЫҘ

3. а) Яхъя 15:8 буйынса, вәғәзләр өсөн төп сәбәп ниндәй? б) Ғайсаның ҡиссаһындағы йөҙөм бөртөктәре нимәне символлаштыра, һәм ни өсөн был урынлы?

3 Вәғәзләр өсөн төп сәбәп: беҙ Йәһүәне данларға һәм уның исемен изгеләндерергә теләйбеҙ. (Яхъя 15:1, 8-ҙе уҡығыҙ.) Йөҙөм һабағы тураһында ҡисса һөйләгәндә, Ғайса Йәһүәне — йөҙөм үҫтереүсе, үҙен — йөҙөм һабағы, ә шәкерттәрен ботаҡтар менән сағыштырған (Яхъя 15:5). Ҡиссалағы йөҙөм бөртөктәре Ғайсаның шәкерттәре килтергән емеште, йәғни улар алып барған вәғәз эшен символлаштыра. Ғайса илселәренә былай тигән: «Һеҙ күп емеш килтерәһегеҙ һәм Минең шәкерттәрем булаһығыҙ икән, Атам данланыр». Йөҙөм һабаҡтары яҡшы емеш килтергәндә, йөҙөм үҫтереүсе маҡтау ҡаҙана. Шуның шикелле, беҙ ҙә, вәғәз эшендә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләп, Йәһүәгә маҡтау, йәғни дан килтерәбеҙ (Матф. 25:20—23).

4. а) Беҙ Алла исемен нисек изгеләндерәбеҙ? б) Алла исемен изгеләндереү хөрмәтенә эйә булыу һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?

4 Алланың исеме былай ҙа изге. Беҙ бер нисек тә уны тағы ла изгерәк итә алмайбыҙ. Улайһа, вәғәз эшендә ҡатнашып, беҙ Алла исемен нисек изгеләндерәбеҙ? Ишағыя пәйғәмбәрҙең бындай һүҙҙәренә иғтибар итәйек: «Тик Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүәне генә изге тип һанағыҙ» (Ишағ. 8:13). Тимәк, Алланың исемен бөтә исемдәрҙән өҫтөн күреп һәм башҡаларға уның изге икәнен аңларға ярҙам итеп, беҙ Йәһүәнең исемен изгеләндерәбеҙ (Матф. 6:9). Мәҫәлән, башҡаларға Йәһүәнең ниндәй матур сифаттар сағылдырғаны һәм уның кешеләр өсөн ожмахта мәңге йәшәү ниәтләгәне тураһында һөйләгәндә, беҙ уларға Шайтандың Йәһүә тураһында таратҡан насар һүҙҙәре — ялған икәнен күрергә ярҙам итәбеҙ (Баш. 3:1—5). Бынан тыш, кешеләргә Йәһүә «дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлы» икәнен аңлатып та, беҙ уның исемен изгеләндерәбеҙ (Асыл. 4:11). 16 йыл пионер булып хеҙмәт иткән Руне исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин Ғаләмде Барлыҡҡа килтереүсенең шаһиты булыу хөрмәтенә эйә булғаным өсөн бик рәхмәтлемен. Был мине артабан да вәғәзләргә дәртләндерә».

ЙӘҺҮӘНЕ ҺӘМ УНЫҢ УЛЫН ЯРАТАБЫҘ

5. а) Яхъя 15:9, 10-да вәғәзләр өсөн ниндәй сәбәп иҫкә алынған? б) Ғайса нисек үҙенең шәкерттәренә сыҙамлыҡ сағылдырырға кәрәк буласағын аңларға ярҙам иткән?

5 Яхъя 15:9, 10-ды уҡығыҙ. Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе вәғәзләр өсөн икенсе сәбәп: беҙ Йәһүәне һәм Ғайса Мәсихте яратабыҙ (Марк 12:30; Яхъя 14:15). Ғайса үҙенең шәкерттәренә, минең мөхәббәтемдә йәшәгеҙ, тигән. Ни өсөн ул шулай тип әйткән? Сөнки Ғайса шуны белгән: уның шәкерттәренә, ысын мәсихсе кеүек йәшәр өсөн, сыҙамлыҡ кәрәк буласаҡ. Яхъя 15:4—10-дағы өҙөктә Ғайса, шәкерттәренә сыҙамлыҡтың мөһимлеген аңларға ярҙам итер өсөн, «йәшәү», йәғни «ҡалыу» (ЯДТ) тигән һүҙҙе күп тапҡыр ҡулланған.

6. Мәсихтең мөхәббәтендә ҡалырға теләүебеҙҙе нисек күрһәтергә?

6 Мәсихтең мөхәббәтендә һәм хуплауында ҡалырға теләүебеҙҙе нисек күрһәтергә? Уға буйһонорға кәрәк. Ғайса беҙгә үҙе эшләгәнде генә эшләргә ҡуша. Ул былай тигән: «Мин, Атамдың әмерҙәрен үтәп, уның мөхәббәтендә ҡал[ам]» (Яхъя 15:10). Ғайса беҙгә яҡшы өлгө ҡалдырған (Яхъя 13:15).

7. Буйһоноу яратыу менән нисек бәйле?

7 Ғайса: «Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата», — тиеп, буйһоноуҙың яратыу менән бәйле икәнен күрһәткән (Яхъя 14:21). Ғайсаның әмерҙәре уның Атаһының фекер йөрөтөүен сағылдыра, шуға күрә Ғайсаға буйһоноп вәғәз эшендә ҡатнашһаҡ, беҙ шулай уҡ Йәһүәне яратыуыбыҙҙы ла күрһәтәбеҙ (Матф. 17:5; Яхъя 8:28). Ә Йәһүәне һәм Ғайсаны яратыуыбыҙҙы күрһәтһәк, улар беҙҙе үҙ мөхәббәтендә һаҡлар.

КЕШЕЛӘРҘЕ КИҪӘТӘБЕҘ

8, 9. а) Вәғәзләр өсөн тағы ниндәй сәбәп бар? б) Йәһүәнең Йәзәкил 3:18, 19 һәм 18:23-тәге һүҙҙәре беҙҙе нисек артабан да вәғәзләргә дәртләндерә?

8 Вәғәзләр өсөн өсөнсө сәбәп: беҙ башҡаларҙы Йәһүә көнөнөң килеүе хаҡында киҫәтергә теләйбеҙ. Изге Яҙмала, Нух «тәҡүә тормошто вәғәзләгән», тиелә. (2 Петр 2:5-те уҡығыҙ.) Туфан алдынан Нухтың хәбәре, күрәһең, үҙ эсенә ул ваҡыттағы донъяның юҡ ителеүе хаҡында киҫәтеүҙе лә алған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки Ғайса былай тигән: «Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған. Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған [«төшөнмәгән», ЯДТ]. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ» (Матф. 24:38, 39). Күпселек кеше тыңламаһа ла, Нух тоғролоҡ менән Йәһүәнең киҫәтеү хәбәрен вәғәзләгән.

9 Бөгөн беҙ, Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләп, башҡаларға Алланың кешеләргә ҡарата ниәтен белергә мөмкинлек бирәбеҙ. Йәһүә кеүек, беҙ ҙә кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәргә ҡолаҡ һалыуын һәм «йәшәүен» теләйбеҙ (Йәз. 18:23). Өйҙән-өйгә йөрөп һәм йәмәғәт урындарында вәғәзләгәндә, беҙ мөмкин тиклем күберәк кешене Алла Батшалығының, килеп, был яуыз донъяны юҡ итәсәге хаҡында киҫәтәбеҙ (Йәз. 3:18, 19; Дан. 2:44; Асыл. 14:6, 7).

КЕШЕЛӘРҘЕ ЯРАТАБЫҘ

10. а) Матфей 22:39-ҙа вәғәзләр өсөн ниндәй сәбәп иҫкә алынған? б) Павел менән Сила Филипптағы төрмә ҡарауылсыһына нисек ярҙам иткән?

10 Артабан да вәғәзләр өсөн дүртенсе сәбәп: беҙ кешеләрҙе яратабыҙ (Матф. 22:39). Яратыу беҙҙе, кешеләрҙең шарттары үҙгәргәндә, уларҙың йөрәк торошо ла үҙгәргәнен аңларға һәм вәғәзләүебеҙҙе дауам итергә дәртләндерә. Мәҫәлән, Филипп ҡалаһында эҙәрләүселәр Павел менән Силаны төрмәгә япҡан. Әммә төн уртаһында, ер тетрәү төрмәнең нигеҙен һелкеткәнгә, бөтә ишектәр асылып киткән. Төрмә ҡарауылсыһы, тотҡондар ҡасҡан тип ҡурҡып, үҙ-үҙенә ҡул һалырға йыйынған. Ләкин Павел: «Үҙеңә һис бер яуызлыҡ эшләмә», — тип ҡысҡырып уны туҡтатҡан. Ҡарауылсы: «Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?» — тип һораған. Шунда Павел менән Сила уға: «Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, ...ҡотолорһоң», — тигән (Ғәм. 16:25—34).

Йәһүәне, Ғайсаны һәм кешеләрҙе яратыу беҙҙе вәғәзләргә дәртләндерә (5, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

11, 12. а) Төрмә ҡарауылсыһының осрағы вәғәз эшенә ҡағылышлы ниндәй һабаҡ бирә? б) Ни өсөн беҙ вәғәзләүебеҙҙе дауам итергә теләйбеҙ?

11 Төрмә ҡарауылсыһының осрағы вәғәз эшенә ҡағылышлы ниндәй һабаҡ бирә? Шуға иғтибар итегеҙ: ҡарауылсы ер тетрәүҙән һуң ғына үҙенең йөрәк торошон үҙгәрткән һәм ярҙам һораған. Шуның шикелле, Изге Яҙмалағы хәбәрҙе тыңларға теләмәгән ҡайһы бер кешеләр, берәй ҡайғы кисергәс, үҙҙәренең йөрәк торошон үҙгәртергә һәм ярҙам эҙләргә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр, эштән сығарылғанға йә тормош иптәше менән айырылышҡанға, бик ауыр хистәр кисерә. Башҡалар, үҙҙәренең ҡаты ауырып киткәнен белгәс йә ғәзиз яҡындарын юғалтҡас, бик ныҡ бойоға. Шундай хәлдәрҙә кешеләр бығаса үҙҙәре иғтибарһыҙ ҡалдырған һорауҙарға, мәҫәлән, тормош мәғәнәһенә бәйле һорауҙарға яуап эҙләй башларға мөмкин. Уларҙың хатта: «Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?» — тип уйланыуы ихтимал. Улар үҙ тормошонда беренсе тапҡыр өмөт биргән хәбәребеҙҙе теләп тыңларға мөмкин.

12 Шуға күрә, тоғролоҡ сағылдырып вәғәзләүебеҙҙе дауам итһәк, кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға һәм беҙ килтергән йыуанысты ҡабул итергә әҙер булғанда, беҙ яндарында була алырбыҙ (Ишағ. 61:1). 38 йыл пионер булып хеҙмәт иткән Шарлотта былай ти: «Хәҙерге ваҡытта кешеләр юғалып ҡалған хәлдә йөрөй. Уларға һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлек бирергә кәрәк». Ә пионер хеҙмәтендә 34 йыл ҡатнашҡан Эйвор исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Бөгөн шул тиклем күп кеше үҙен эмоциональ яҡтан көсһөҙ итеп тоя. Мин ысын күңелдән уларға ярҙам итергә теләйем. Был мине вәғәзләргә дәртләндерә». Күренеүенсә, кешеләрҙе яратыу — артабан да вәғәзләр өсөн мөһим сәбәп!

СЫҘАМ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН БҮЛӘКТӘР

13, 14. а) Яхъя 15:11-ҙә ниндәй бүләк иҫкә алынған? б) Беҙ Ғайса кисергән шатлыҡты нисек татый алабыҙ? в) Шатлыҡ хеҙмәтебеҙҙә нисек ярҙам итә?

13 Ерҙәге тормошоноң һуңғы төнөндә Ғайса артабан да емеш килтерергә ярҙам иткән бүләктәрҙе лә телгә алған. Ниндәй бүләктәр тураһында һүҙ бара, һәм улар беҙгә нисек ярҙам итергә мөмкин?

14 Шатлыҡ. Вәғәз эше беҙҙең өсөн йөкмө? Һис тә юҡ. Йөҙөм һабағы тураһында ҡисса һөйләгәндән һуң, Ғайса, вәғәзләгән саҡта ҡыуанысымды татырһығыҙ, тигән. (Яхъя 15:11-ҙе уҡығыҙ.) Был нисек мөмкин? Иҫкә төшөрөгөҙ: ҡиссаһында Ғайса үҙен — йөҙөм һабағы, ә шәкерттәрен ботаҡтар менән сағыштырған. Ботаҡтарға һыу һәм файҙалы матдәләр барып етһен өсөн, улар йөҙөм һабағына тоташтырылған булырға тейеш. Шуның шикелле, Ғайса һымаҡ шатлыҡлы булыр өсөн, беҙ уның менән берҙәмлектә торорға һәм тап уның эҙенән барырға тейеш. Шул саҡта беҙ Ғайсаның шатлығын — Алла ихтыярын үтәүҙән килгән шатлыҡты татырбыҙ (Яхъя 4:34; 17:13; 1 Пет. 2:21). 40 йылдан ашыу пионер булып хеҙмәт иткән Ханне исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин һәр ваҡыт хеҙмәттән һуң шатлыҡ тоям. Был шатлыҡ мине Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә дәртләндерә». Шатлыҡ беҙгә, хатта күпселек кеше хәбәребеҙҙе тыңламаһа ла, вәғәзләүебеҙҙе дауам итергә көс бирә (Матф. 5:10—12).

15. а) Яхъя 14:27-лә ниндәй бүләк иҫкә алынған? б) Тыныслыҡ беҙгә нисек артабан да емеш килтерергә ярҙам итә?

15 Тыныслыҡ. (Яхъя 14:27-не уҡығыҙ.) Ерҙәге тормошоноң һуңғы кисендә Ғайса илселәренә: «Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм», — тигән. Ғайсаның тыныслығы беҙгә нисек ярҙам итә? Вәғәзләүҙән туҡтамағанда, беҙ Йәһүәне һәм Ғайсаны ҡыуандырғаныбыҙҙы белеп тыныслыҡ тоябыҙ. Ә был тыныслыҡ, үҙ сиратында, беҙгә артабан да вәғәзләргә көс бирә (Зәб. 149:4; Рим. 5:3, 4; Кол. 3:15). Пионер хеҙмәтендә 45 йыл ҡатнашҡан Ульф былай ти: «Вәғәзләгәндән һуң арыһам да, был эш миңә тәрән ҡәнәғәтлек килтерә һәм тормошомдо мәғәнәле итә». Беҙ шундай оҙайлы тыныслыҡ бүләге өсөн бик рәхмәтлебеҙ!

16. а) Яхъя 15:15-тә ниндәй бүләк иҫкә алынған? б) Илселәр нисек Ғайсаның дуҫтары булып ҡала алған?

16 Ғайса менән дуҫлыҡ. Илселәренең шатлыҡлы булыуын теләүе хаҡында әйткәндән һуң, Ғайса уларға ни өсөн рыяһыҙ мөхәббәт күрһәтеү мөһим икәнен аңлатҡан (Яхъя 15:11—13). Шунан ул: «Мин һеҙҙе дуҫтарым тип атаным», — тигән. Ғайса менән дуҫлыҡ — бик ҡиммәтле бүләк! Әммә илселәр нисек уның дуҫтары булып ҡала алған? Ғайса: «Емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон», — тип аңлатҡан. (Яхъя 15:14—16-ны уҡығыҙ.) Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, вәғәзләүҙән туҡтамаҫҡа кәрәк. Бынан яҡынса ике йыл алдараҡ та Ғайса илселәренә былай тигән булған: «„Күктәр Батшалығы яҡынлашты!“ — тип хәбәр итегеҙ» (Матф. 10:7). Бына ни өсөн ерҙәге тормошоноң һуңғы кисендә Ғайса үҙенең шәкерттәрен вәғәзләүҙән туҡтамаҫҡа дәртләндергән (Матф. 24:13; Марк 3:14). Әлбиттә, Ғайса бының еңел булмаясағын белгән. Әммә быны эшләү һәм уның дуҫтары булып ҡалыу шәкерттәренең хәленән килгән. Нисек итеп? Башҡа бер бүләк ярҙамында.

17, 18. а) Яхъя 15:7-лә ниндәй бүләк иҫкә алынған? б) Был бүләк Ғайсаның шәкерттәренә нисек ярҙам иткән? в) Бөгөн беҙгә ниндәй бүләктәр ярҙам итә?

17 Доғаларға яуап алыу. Ғайса: «Теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер», — тип әйткән (Яхъя 15:7, 16). Ғайсаның был вәғәҙәһе, моғайын, илселәрҙе бик нығытҡандыр! * Илселәр Ғайсаның оҙаҡламай үлерен аңламаған. Ләкин уның үлеүе, улар ярҙамһыҙ ҡаласаҡ, тигәнде аңлатмаған. Йәһүә уларҙың доғаларына яуап бирергә, шулай уҡ вәғәз эшендә ярҙам итергә әҙер булған. Һәм ул шулай эшләгән дә. Ғайсаның үлеменән күп тә үтмәҫтән, илселәр Йәһүәгә ҡыйыулыҡ биреүен һорап ялбарған, һәм Йәһүә уларҙың доғаларына яуап биргән (Ғәм. 4:29, 31).

Беҙ Йәһүәнең доғаларыбыҙға яуап биреүенә тулыһынса ышана алабыҙ (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18 Бөгөн беҙ ҙә был бүләктәрҙән файҙа алабыҙ. Вәғәзләүебеҙҙе дауам итеп, беҙ Ғайсаның дуҫтары булып ҡалабыҙ. Шулай уҡ, вәғәзләү беҙгә ауыр бирелһә, беҙ Йәһүәгә ярҙам итеүен һорап доға ҡыла алабыҙ һәм уның доғаларыбыҙға яуап бирәсәгенә тулыһынса ышана алабыҙ (2 Кор. 4:7). Беҙ Йәһүәгә үтенестәребеҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмағаны һәм Ғайса менән дуҫлашыу мөмкинлеге биргәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Йәһүәнең был бүләктәре беҙгә артабан да емеш килтерергә көс бирә (Яҡ. 1:17).

19. а) Ни өсөн беҙ вәғәзләүҙән туҡтамайбыҙ? б) Беҙгә Алланан бирелгән эште тамамларға нимә көс бирә?

19 Был мәҡәләлә беҙ артабан да вәғәзләр өсөн бындай дүрт сәбәп ҡарап сыҡтыҡ: Йәһүәне данлау һәм уның исемен изгеләндереү, Йәһүәне һәм Ғайсаны яратыу, кешеләрҙе киҫәтеү һәм уларҙы яратыу. Бынан тыш, беҙ шатлыҡ, тыныслыҡ, Ғайса менән дуҫлыҡ һәм доғаларға яуап алыу кеүек дүрт бүләк хаҡында белдек. Был бүләктәр беҙгә Алланан бирелгән эште тамамларға көс бирә. Йәһүә беҙҙең артабан да «күп емеш» килтерер өсөн тырышлыҡ һалыуыбыҙҙы күреп бик шатлана!

^ 17 абз. Илселәр менән һөйләшкәндә, Ғайса уларҙы бер нисә тапҡыр, Йәһүә доғаларығыҙға яуап бирәсәк, тип ышандырған (Яхъя 14:13; 15:7, 16; 16:23).