Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Күҙҙәрегеҙ ҡайҙа йүнәлгән?

Күҙҙәрегеҙ ҡайҙа йүнәлгән?

«Эй күктәрҙәге тәхеттә ултырыусы, һиңә күҙҙәремде күтәрәм» (ЗӘБ. 123:1).

ЙЫРҘАР: 143, 124

1, 2. Күҙҙәребеҙҙе Йәһүәгә йүнәлтеү нимәне аңлата?

БЕҘ ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ (2 Тим. 3:1). Был яуыз донъя юҡ ителгәнсе һәм ерҙә ысын тыныслыҡ урынлаштырылғансы, тормош тағы ла ауырая барасаҡ. Шуға күрә үҙебеҙгә бындай һорау бирергә кәрәк: «Мин, ярҙам һәм күрһәтмәләр алыр өсөн, ҡарашымды кемгә йүнәлтәм?» Беҙ, бәлки, шунда уҡ «Йәһүәгә» тип әйтербеҙ, һәм был иң яҡшы яуап булыр.

2 Ҡарашыбыҙҙы Йәһүәгә йүнәлтеү нимәне аңлата? Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, ҡарашыбыҙҙы артабан да Йәһүәгә йүнәлгән килеш һаҡлайбыҙмы, юҡмы икәнен нисек тикшерергә? Боронғо заманда бер мәҙхиә йырлаусы ярҙамға мохтаж саҡта ҡарашты Йәһүәгә төбәү ни тиклем мөһим икәнен аңлатҡан. (Зәбур 123:1—4-те уҡығыҙ *.) Ул, Йәһүәгә ҡараған кеше күҙҙәрен хужаһына йүнәлткән хеҙмәтсегә оҡшаш, тип әйткән. Бының менән мәҙхиә йырлаусы нимә әйтергә теләгән? Хеҙмәтсе ризыҡ һәм яҡлау алыр өсөн генә түгел, ә шулай уҡ хужаһының нимә теләгәнен аңлар өсөн дә унан күҙҙәрен алмаҫҡа тейеш, бынан тыш, уға уның теләктәрен үтәргә кәрәк. Шуның шикелле, беҙ ҙә, Йәһүәнең үҙебеҙҙән нимә көткәнен аңлар өсөн, уның Һүҙен көн һайын ентекләп өйрәнергә һәм уның ихтыяры буйынса эш итергә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, Йәһүәнең ярҙам итеренә тулыһынса ышана алабыҙ (Ефес. 5:17).

3. Нимә арҡаһында ҡарашыбыҙ Йәһүәнән ситкә тайпылырға мөмкин?

3 Ҡарашыбыҙҙың һәр ваҡыт Йәһүәгә йүнәлгән булырға тейешлеген белһәк тә, ҡайһы саҡта иғтибарыбыҙ икенсе яҡҡа йүнәлергә мөмкин. Ғайса Мәсихтең яҡын дуҫы Марфа менән тап шулай булған да. Ул, «күп нәмә тураһында хәстәрләп», мәшәҡәттәргә батып киткән (Лука 10:40—42). Әгәр Марфа кеүек тоғро кеше, янында Ғайса була тороп, иғтибарын ситкә йүнәлткән икән, беҙҙең дә шундай хәлгә эләгеүебеҙ һис тә ғәжәп түгел. Шулай итеп, ҡарашыбыҙ нисек Йәһүәнән ситкә тайпылырға мөмкин? Был мәҡәләлә беҙ башҡаларҙың эштәре нисек иғтибарыбыҙҙы икенсе яҡҡа йүнәлтә алыуын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ күҙҙәребеҙҙе Йәһүәгә йүнәлгән килеш нисек һаҡлап булғанын белербеҙ.

ТОҒРО ИР ФАТИХАНЫ ЮҒАЛТА

4. Ни өсөн Мусаның Вәғәҙә ителгән ергә инмәгәне ғәжәпләндерергә мөмкин?

4 Муса, һис шикһеҙ, Йәһүәнән күрһәтмәләр алыр өсөн унан күҙен алмаған. «Күҙгә күренмәҫ Алланы... күргән кеше һымаҡ», Муса ныҡ ҡалған. (Еврейҙарға 11:24—25, 27-не уҡығыҙ.) Изге Яҙмала шулай уҡ: «Израилдә Муса кеүек пәйғәмбәр бүтән бер ҡасан да булманы. Йәһүә уны йөҙгә-йөҙ белде», — тиелгән (Ҡан. 34:10). Йәһүәнең яҡын дуҫы булһа ла, Муса Вәғәҙә ителгән ергә инмәгән (Һан. 20:12). Ни өсөн?

57. Израилдәр Мысырҙан сыҡҡандан һуң күп тә үтмәҫтән, ниндәй ауырлыҡ тыуған? Муса нисек эш иткән?

5 Израилдәр Мысырҙан сыҡҡандан һуң ике айҙан әҙерәк ваҡыт үткәс, бер етди ауырлыҡ тыуған. Улар, хатта Синай тауына барып етмәҫ борон, һыу булмауҙан зарлана башлаған. Халыҡ Мусаға ризаһыҙлыҡ белдергән һәм уға шул тиклем асыуланған, хатта Муса Йәһүәгә: «Был халыҡ менән нимә эшләйем һуң инде? Улар тиҙҙән мине таш бәреп үлтерәсәк бит!» — тип ялбарған (Сығ. 17:4). Йәһүә аныҡ күрһәтмәләр биргән. Ул Мусаға, таяғын алып, Хоребта бер ҡаяға һуғырға ҡушҡан. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Муса Израиль өлкәндәре ҡаршыһында шулай эшләне лә». Бынан һуң ҡаянан һыу ағып сыҡҡан, һәм израилдәр туйғансы эскән, шулай итеп был ауырлыҡ хәл ителгән (Сығ. 17:5, 6).

6 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Муса был ерҙе «Массах», йәғни «һынау» һәм «Мәрибә», йәғни «талашыу» тип атаған. Ни өсөн? Сөнки «израилдәр талаш сығарған һәм: „Йәһүә беҙҙең араламы, юҡмы?“ — тиеп, Йәһүәне һынаған» (Сығ. 17:7).

7 Мәрибәлә булған хәл Йәһүәлә ниндәй хистәр тыуҙырған? Йәһүә быны Мусаға ғына ҡаршы түгел, ә шулай уҡ үҙенә һәм үҙенең хакимлығына ҡаршы фетнә күтәреү итеп ҡабул иткән. (Зәбур 95:8, 9-ҙы уҡығыҙ *.) Израилдәр ҡылған эш бик насар булған. Әммә Муса дөрөҫ эш иткән. Ул ҡарашын Йәһүәгә йүнәлткән һәм уның күрһәтмәләрен ентекләп үтәгән.

8. Израилдәрҙең сүл буйлап сәйәхәте тамамланып килгәндә, ниндәй хәл тыуған?

8 Әммә бынан һуң яҡынса 40 йыл үтеүгә шундай уҡ хәл булған. Израилдәрҙең сүл буйлап сәйәхәте тамамланып килгән. Улар Вәғәҙә ителгән ерҙән алыҫ булмаған Кадеш тигән ергә килеп еткән. Был ер шулай уҡ Мәрибә булараҡ билдәле булып киткән *. Ни өсөн? Сөнки унда израилдәр һыу булмағанға ҡабат зарланған (Һан. 20:1—5). Ләкин был осраҡта Муса етди хата яһаған.

9. Йәһүә Мусаға ниндәй күрһәтмәләр биргән, әммә Муса нимә эшләгән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

9 Халыҡ фетнә күтәргәс, Муса нимә эшләгән? Ул, Йәһүәнән күрһәтмәләр алыр өсөн, ҡабат ҡарашын уға йүнәлткән. Ләкин был осраҡта Йәһүә Мусаға ҡаяға һуғырға ҡушмаған. Ул уға таяғын алырға, халыҡты ҡая янына саҡырырға һәм ҡаяға өндәшергә ҡушҡан (Һан. 20:6—8). Муса шулай эшләгәнме? Юҡ. Күңеле ҡырылғанға һәм асыуы килгәнгә, ул халыҡҡа былай тип ҡысҡырған: «Тыңлағыҙ, фетнәселәр! Нимә, был ҡаянан һеҙгә һыу сығарып бирәйекме?» Шунан ул, ҡаяға өндәшеү урынына, уға бер тапҡыр ғына түгел, ә ике тапҡыр һуҡҡан (Һан. 20:10, 11).

10. Йәһүә Мусаның эш итеүенә нисек ҡараған?

10 Йәһүә Мусаға бик ныҡ асыуланған (Ҡан. 1:37; 3:26). Ни өсөн? Сәбәптәрҙең береһе шунда булырға мөмкин: Муса Йәһүәнең яңы күрһәтмәләренә буйһонмаған.

11. Ни өсөн Мусаның ҡаяға һуғыуы израилдәрҙе, Йәһүә мөғжизә ҡылманы, тип уйларға этәрә алған?

11 Йәһүәнең асыуланғанына тағы бер сәбәп булырға мөмкин. Беренсе Мәрибәләге ҙур ҡаялар ҡаты гранит таштан торған. Гранитҡа ни тиклем генә ныҡ һуҡһаң да, унан һыу сыҡмаҫын һәр кем белә. Ләкин икенсе Мәрибәләге ҡаялар башҡа төрлө булған. Уларҙың күбеһе эзбизташтан торған. Эзбизташ йомшағыраҡ булғанға, һыу йыш ҡына, уның аша үтеп, ер аҫтында йыйылып ята. Кешеләр, ҡаяла тишек яһап, шул һыуҙы ала ала. Шуға күрә Муса, ҡаяға өндәшеү урынына, уға һуҡҡас, израилдәр, һыу мөғжизәле рәүештә түгел, ә үҙенән-үҙе ағып сыҡты, тип уйлағанмы? * Беҙ быны аныҡ әйтә алмайбыҙ.

МУСАНЫҢ ФЕТНӘҺЕ

12. Йәһүәнең Муса менән Һарунға асыуланғанына тағы ниндәй сәбәп булырға мөмкин?

12 Йәһүәнең Муса менән Һарунға ныҡ асыуланғанына башҡа сәбәп тә булырға мөмкин. Муса халыҡҡа: «Нимә, был ҡаянан һеҙгә һыу сығарып бирәйекме?» — тигәндә, бәлки, үҙен һәм Һарунды күҙ уңында тотҡандыр. Был һүҙҙәрҙә ҙур ихтирамһыҙлыҡ сағылған, сөнки ул мөғжизә өсөн бөтә данды Йәһүәгә ҡайтармаған. Зәбур 106:32, 33-тә былай тиелгән: «Улар Мәрибә һыуҙары янында уның асыуын килтергән, һәм улар арҡаһында Муса аяныс хәлгә төшкән. Улар уның рухын ярһытҡан, һәм ул теле менән дыуамал һүҙҙәр әйткән» (Һан. 27:14) *. Муса Йәһүәгә тейешле хөрмәт күрһәтмәгән. Йәһүә Муса менән Һарунға: «Һеҙ икегеҙ ҙә минең Мәрибә һыуҙары тураһындағы әмеремә ҡаршы сыҡтығыҙ», — тип әйткән (Һан. 20:24). Был етди гонаһ булған!

13. Ни өсөн Йәһүәнең Мусаға яза биреүе дөрөҫ һәм ғәҙел булған?

13 Муса һәм Һарун Алла халҡы менән етәкселек иткән, шуға күрә Йәһүә уларҙан башҡаларға ҡарағанда күберәкте көткән (Лука 12:48). Быға тиклем Йәһүә израилдәрҙең бер быуынына фетнә күтәргәндәре өсөн Вәғәҙә ителгән ергә инергә рөхсәт итмәгән (Һан. 14:26—30, 34). Шуға күрә, Муса фетнә күтәргәс, Йәһүәнең уға шундай уҡ яза биреүе дөрөҫ һәм ғәҙел булған. Башҡа фетнәселәргә рөхсәт ителмәгән кеүек, Мусаға ла Вәғәҙә ителгән ергә керергә рөхсәт ителмәгән.

АУЫРЛЫҠ НИМӘЛӘ БУЛҒАН?

14, 15. Нимә арҡаһында Муса фетнәсел рух сағылдырған?

14 Нимә арҡаһында Муса фетнәсел рух сағылдырған? Зәбур 106:32, 33-тә нимә яҙылғанына тағы иғтибар итәйек: «Улар Мәрибә һыуҙары янында уның асыуын килтергән, һәм улар арҡаһында Муса аяныс хәлгә төшкән. Улар уның рухын ярһытҡан, һәм ул теле менән дыуамал һүҙҙәр әйткән». Шулай итеп, израилдәрҙең фетнәһе Йәһүәгә ҡаршы булһа ла, тап Муса ярһыған, йәғни асыуланған. Ул үҙ-үҙен ҡулда тотмаған һәм уйламайынса һөйләгән.

15 Башҡаларҙың тәртибе арҡаһында Муса күҙҙәрен Йәһүәнән ситкә йүнәлткән. Халыҡ беренсе тапҡыр һыу булмағанға зарланғанда, Муса үҙен дөрөҫ тотҡан (Сығ. 7:6). Израилдәр күп йылдар буйы фетнәсел рух сағылдырғанға, Муса, күрәһең, арығандыр һәм уның күңеле ҡырылғандыр. Бәлки, ул нисек Йәһүәне данлай алыуы тураһында түгел, ә үҙенең хистәре тураһында ғына уйлай башлағандыр.

16. Ни өсөн Мусаның осрағы тураһында уйланыу мөһим?

16 Муса кеүек тоғро пәйғәмбәр, иғтибарын ситкә йүнәлтеп, гонаһ ҡылған икән, тимәк, беҙ ҙә шундай хәлгә еңел генә эләгә алабыҙ. Муса Вәғәҙә ителгән ергә инергә торған, ә беҙ яңы донъяға инергә торабыҙ (2 Пет. 3:13). Шик тә юҡ, беҙ шундай фатиханан мәхрүм ҡалырға теләмәйбеҙ. Әммә яңы донъяға инер өсөн, беҙ күҙҙәребеҙҙе Йәһүәгә йүнәлгән килеш һаҡларға һәм уны һәр ваҡыт тыңларға тейеш (1 Яхъя 2:17). Мусаның хатаһынан ниндәй һабаҡтар алып була?

БАШҠАЛАРҘЫҢ ЭШТӘРЕ ИҒТИБАРЫҒЫҘҘЫ СИТКӘ ЙҮНӘЛТМӘҺЕН

17. Беҙгә үҙ-үҙебеҙҙе ҡулда тоторға нимә ярҙам итер?

17 Күңелегеҙ ҡырылғанда, үҙ-үҙегеҙҙе ҡулда тотоғоҙ. Ҡайһы саҡта беҙ бер үк ауырлыҡтар менән ҡат-ҡат осрашабыҙ. Әммә Изге Яҙмала былай тиелә: «Изгелек ҡылыуҙан арымайыҡ, әгәр туҡталмаһаҡ, шул саҡ уңышты ваҡытында урып алырбыҙ» (Гал. 6:9; 2 Фес. 3:13). Берәй нәмә йә берәй кеше арҡаһында күңелебеҙ ҡат-ҡат ҡырылһа, беҙ телебеҙҙе һәм холҡобоҙҙо йүгәнләйбеҙме? (Ғиб. һүҙ. 10:19; 17:27; Матф. 5:22). Башҡалар йәнебеҙҙе көйҙөргәндә, беҙгә «Алла асыуына урын ҡалдыры[рға]», йәғни Йәһүәгә үҙенең асыуын сағылдырырға юл бирергә өйрәнергә кәрәк. (Римдарға 12:17—21-ҙе уҡығыҙ.) Был нимәне аңлата? Асыуланыу урынына, беҙ Йәһүәнең үҙе кәрәк тип һанаған ваҡытта эш итеүен сабырлыҡ менән көтәбеҙ. Ә ҡарашыбыҙҙы Йәһүәгә йүнәлтеү урынына үс алырға тырышһаҡ, беҙ Аллаға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ сағылдырыр инек.

18. Күрһәтмәләрҙе үтәүгә килгәндә, нимәне иҫтә тотоу мөһим?

18 Иң һуңғы күрһәтмәләрҙе ентекләп үтәгеҙ. Беҙ, тоғролоҡ сағылдырып, Йәһүә биргән иң һуңғы күрһәтмәләр буйынса эш итәбеҙме? Эштәрҙе ғәҙәтләнгәнсә башҡарыу ғына аҙ. Беҙ Йәһүәнең үҙ ойошмаһы аша биргән һәр яңы күрһәтмәһе буйынса тиҙ арала эш итергә тейеш (Евр. 13:17). Өҫтәүенә, «яҙылғандан тыш аҡыл һатмаҫ» өсөн иғтибарлы булырға кәрәк (1 Кор. 4:6). Йәһүәнең күрһәтмәләрен ентекләп үтәп, беҙ ҡарашыбыҙҙы уға йүнәлгән килеш һаҡлайбыҙ.

Мусаның башҡаларҙың эштәре арҡаһында хата яһағанынан ниндәй һабаҡ алырға кәрәк? (19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

19. Башҡаларҙың хаталары Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе емермәһен өсөн, нимә эшләп була?

19 Башҡаларҙың хаталары Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе емермәһен. Күҙҙәребеҙҙе Йәһүәгә йүнәлгән килеш һаҡлаһаҡ, беҙ унан йыраҡлашмаҫбыҙ һәм башҡаларҙың эштәре арҡаһында асыуланып йөрөмәҫбеҙ. Муса кеүек Алла ойошмаһында ниндәйҙер хөрмәтле вазифалар башҡарһаҡ, быны иҫтә тотоу айырыуса мөһим. Әлбиттә, ҡотолоуға өлгәшер өсөн, һәр беребеҙгә күп тырышлыҡ һалырға һәм Йәһүәгә буйһонорға кәрәк (Флп. 2:12). Әммә күберәк яуаплылыҡҡа эйә булған ҡәрҙәштәрҙән Йәһүә күберәк көтә (Лука 12:48). Йәһүәне ысын күңелдән яратһаҡ, бер нәмә лә беҙҙе абындырмаҫ һәм уның мөхәббәтенән айырмаҫ (Зәб. 119:165; Рим. 8:37—39).

20. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйбеҙ?

20 Беҙ бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Шуға күрә, «күктәрҙәге тәхеттә ултырыусы» Алланың үҙебеҙҙән нимә көткәнен аңлар өсөн, ҡарашыбыҙҙы уға йүнәлгән килеш һаҡлау бик мөһим. Мусаның осрағы беҙҙе бер мөһим һабаҡҡа өйрәтә: бер ваҡытта ла башҡаларҙың эштәренә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе емерергә юл ҡуйырға ярамай. Башҡаларҙың хаталарына сиктән тыш иғтибар биреү урынына, әйҙәгеҙ, тәүәккәллек менән «Аллабыҙҙың илтифат күрһәтеүен көтөп», күҙҙәребеҙҙе уға йүнәлтәйек! (Зәб. 123:1, 2).

^ 2 абз. Зәбур 123:1—4: «Эй күктәрҙәге тәхеттә ултырыусы, һиңә күҙҙәремде күтәрәм. Хеҙмәтселәр — хужаларының ҡулынан, хеҙмәтсе ҡыҙ хужабикәһенең ҡулынан күҙен алмаған кеүек, беҙҙең дә күҙҙәребеҙ, Аллабыҙҙың илтифат күрһәтеүен көтөп, Йәһүәгә йүнәлгән. Илтифат ит беҙгә, эй Йәһүә, илтифат ит, сөнки беҙ кәм-хур ителеүҙән тамам арыныҡ. Үҙ белдекле бәндәләрҙең мыҫҡыллап көлөүенән, һауалы әҙәмдәрҙең ерәнеп ҡарауынан туйҙыҡ инде».

^ 7 абз. Зәбур 95:8, 9: «Ата-бабаларығыҙ Массах көндө сүлдә Мәрибә янында үҙһүҙләнгәндәй үҙһүҙләнмәгеҙ. Ул ваҡытта улар мине һынаны, ҡылған эштәремде күргән булһалар ҙа, миңә ҡаршы сыҡты».

^ 8 абз. Был Мәрибә, Рефидим янындағы теге Мәрибәнән, йәғни Массахтан айырмалы рәүештә, башҡа ерҙә урынлашҡан булған. Әммә был ике урын да Мәрибә тип аталған булған, сөнки израилдәр унда зарланған. («Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюрала «Мысырҙан сығыу» тигән картаны ҡарағыҙ.)

^ 11 абз. Бер Изге Яҙма белгесе әйтеүенсә, йәһүдтәрҙең риүәйәттәре буйынса, фетнәселәр, Муса ҡаяла һыу барлығын белгән, шуға күрә был мөғжизә түгел, тип әйткән. Шунлыҡтан улар Мусаның, мөғжизә ҡылғанын иҫбатларға теләһә, башҡа ҡая янына барып, ҡабат шуны уҡ эшләүен теләгән. Әлбиттә, был риүәйәт кенә.

^ 12 абз. 1989 йылдың 1 ғинуар һанындағы «Күҙәтеү манараһы»нда (урыҫ) «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.