Һеҙ кемдән танылыу алырға теләйһегеҙ?
«Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, ...Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ» (ЕВР. 6:10).
1. Һәр кешенең дә ниндәй тәбиғи теләге бар?
ҺЕҘ белгән һәм хөрмәт иткән кеше исемегеҙҙе онотһа йә, унан да бигерәк, һеҙҙе танымаһа, үҙегеҙҙе нисек тойор инегеҙ? Һеҙ, бәлки, төшөнкөлөккә бирелер инегеҙ. Ни өсөн? Сөнки һәр кеше башҡаларҙың үҙенә иғтибар итеүен, йәғни үҙен таныуын теләй. Был тәбиғи теләк, әммә беҙ кешеләрҙең кем икәнлегебеҙҙе белеүен генә түгел, ә шулай уҡ ниндәй кеше булыуыбыҙҙы һәм ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшеүебеҙҙе белеүен теләйбеҙ (Һан. 11:16; Әйүп 31:6).
2, 3. Һаҡ булмаһаҡ, танылыу теләге менән нимә булырға мөмкин? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
2 Һаҡ булмаһаҡ, танылыу теләге сиктән тыш ҙур булып китергә мөмкин. Шайтан донъяһы беҙҙә кешеләр алдында күренекле һәм әһәмиәтле булыу теләге тыуҙыра ала. Беҙҙә ундай теләк тыуһа, иғтибарыбыҙ танылыуға һәм ғибәҙәткә лайыҡ булған Атабыҙ Йәһүәнән ситкә йүнәлер (Асыл. 4:11).
3 Ғайса Мәсих көндәрендә дин әһелдәренең танылыуға Лука 20:46, 47). Ғайса, бер ярлы тол ҡатынға иғтибар итеп, уны иғәнә һалғанда кешеләрҙән танылыу эҙләмәгәне өсөн маҡтаған (Лука 21:1—4). Күренеүенсә, Ғайсаның танылыуға ҡарашы башҡаларҙыҡынан айырылып торған. Был мәҡәлә беҙгә дөрөҫ ҡарашта, йәғни Йәһүә беҙҙән көткән ҡарашта булырға ярҙам итер.
ҡарашы дөрөҫ булмаған. Ғайса үҙенең шәкерттәрен былай тип киҫәткән: «Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөй, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен, ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата... Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк» (ИҢ ЯҠШЫ ТАНЫЛЫУ
4. Ниндәй танылыу иң яҡшыһы һәм ни өсөн?
4 Ниндәй танылыу иң яҡшы? Юғары белем, бизнес, сәнғәт йә спорт кеүек өлкәләрҙә яуланған танылыу түгел. Иң яҡшы танылыуҙың нимә икәнен аңлар өсөн, Павелдың бындай һүҙҙәренә иғтибар итәйек: «Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?» (Гал. 4:9). Ғаләмдең Хакимы тарафынан танылыу — ниндәй ҙур хөрмәт! Йәһүә беҙҙең кем икәнебеҙҙе белә, ул беҙҙе ярата һәм уның дуҫтары булыуыбыҙҙы теләй. Йәһүә беҙҙе уның дуҫтары була алырлыҡ итеп барлыҡҡа килтергән (Вәғ. 12:13, 14).
5. Алла беҙҙе үҙенең дуҫтары итеп таныһын өсөн, нимә эшләргә кәрәк?
5 Белеүебеҙсә, Муса Йәһүәнең дуҫы булған. Ул Йәһүәнән: «Миңә үҙ юлдарыңды асып бирсе», — тип үтенгәс, Йәһүә уға былай тип яуаплаған: «Мин шулай уҡ һинең был үтенесеңде лә үтәрмен, сөнки һин минең хуплауыма лайыҡ булдың һәм мин һине яҡшы беләм» (Сығ. 33:12—17). Йәһүә шулай уҡ беҙҙе лә шәхсән рәүештә белә. Әммә, Йәһүәнең дуҫы булып китер өсөн, беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Беҙ уны яратырға һәм тормошобоҙҙо уға бағышларға тейеш. (1 Коринфтарға 8:3-тө уҡығыҙ.)
6, 7. Нимә арҡаһында беҙ Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы юғалта алабыҙ?
6 Бынан тыш, беҙгә күктәге Атабыҙ менән ҡәҙерле мөнәсәбәттәрҙе һаҡларға кәрәк. Галатиялағы мәсихселәр кеүек, беҙ ҙә был донъялағы «көсһөҙ һәм файҙаһыҙ» нәмәләрҙең ҡоло, шул иҫәптән донъя тәҡдим иткән уңыш һәм дан ҡоло булыуҙан һаҡланырға тейеш (Гал. 4:9). Шул мәсихселәр Йәһүә менән мөнәсәбәттәр үҫтергән булған, һәм Йәһүә уларҙы белгән. Әммә Павел, шул уҡ ҡәрҙәштәр буш нәмәләргә «кире ҡайт[а]», тип әйткән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул уларҙан былай тип һораған: ни өсөн һеҙ яңынан, шул уҡ мәғәнәһеҙ һәм файҙаһыҙ нәмәләргә кире ҡайтып, уларҙың ҡоло булдығыҙ?
7 Беҙҙең менән дә шундай уҡ хәл була аламы? Эйе, була ала. Павел кеүек, бәлки, беҙ ҙә, хәҡиҡәткә килгәс, Шайтан донъяһындағы ниндәйҙер дан йә уңыштан баш тартҡанбыҙҙыр. (Филиптарға 3:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Йәки юғары белем алыу, яҡшы эшкә урынлашыу йә күп аҡса эшләү мөмкинлеген кире ҡаҡҡанбыҙҙыр. Ә, бәлки, беҙ, йыр-моңға йә спортҡа һәләтле булғанға, күренекле йә бай булып китә алғанбыҙҙыр. Әммә беҙ бөтә был мөмкинлектәрҙән баш тарттыҡ (Евр. 11:24—27). Шундай яҡшы ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙгә үкенеү йәки, шул мөмкинлектәрҙән файҙаланған булһам, тормошом күпкә яҡшыраҡ булыр ине, тип уйлау аҡыллы булмаҫ ине. Ундай ҡараш беҙҙе был донъялағы нәмәләргә, үҙебеҙ ҡасандыр «көсһөҙ һәм файҙаһыҙ» тип хәл иткән нәмәләргә кире ҡайтырға этәрер ине.
ЙӘҺҮӘНӘН ТАНЫЛЫУ АЛЫУ ТЕЛӘГЕН КӨСӘЙТЕГЕҘ
8. Йәһүәнән танылыу алыу теләген нимә көсәйтер?
8 Йәһүәнән танылыу алыу теләгебеҙ көслө булһа, беҙ был донъяның үҙебеҙҙе таныуын теләмәҫбеҙ. Быға нисек ирешергә? Иғтибарҙы ике мөһим хәҡиҡәткә тупларға кәрәк. Беренсенән, Йәһүә үҙенә тоғро хеҙмәт иткән кешеләргә таныуын һәр ваҡыт күрһәтә. (Еврейҙарға 6:10-ды уҡығыҙ; 11:6.) Йәһүә үҙенең һәр хеҙмәтсеһен ҡәҙерләй һәм уларҙың берәйһен иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙы «ғәҙелһеҙ» тип һанай. Ул «үҙенекеләрҙе» белә (2 Тим. 2:19). Йәһүәгә «тәҡүәләрҙең юлы билдәле», һәм ул уларҙы «нисек һаҡларға икәнен белә» (Зәб. 1:6; 2 Пет. 2:9).
9. Йәһүә үҙ халҡына хуплауын нисек күрһәткәненә миҫалдар килтерегеҙ.
9 Ҡайһы ваҡыт Йәһүә үҙ халҡына хуплауын бик үҙенсәлекле итеп күрһәтә (2 Йыл. 20:20, 29). Мәҫәлән, Йәһүәнең үҙ халҡын, фирғәүендең көслө ғәскәренән ҡотҡарып, Ҡыҙыл диңгеҙ аша үткәргәне тураһында уйлап алығыҙ (Сығ. 14:21—30; Зәб. 106:9—11). Был ваҡиға шул тиклем ғәжәйеп булған, хатта шул яҡтарҙа йәшәгән халыҡтар 40 йылдан һуң да был хаҡта һөйләгән (Еш. 2:9—11). Йәһүәнең үткәндә үҙ халҡын нисек итеп ҡотҡарғанын иҫкә төшөрөү ысынлап та рухландырғыс, сөнки тиҙҙән Магог еренән Гог беҙгә һөжүм итәсәк (Йәз. 38:8—12). Ул ваҡытта беҙ был донъянан түгел, ә Алланан танылыу алырға тырышҡаныбыҙға бик шат булырбыҙ.
10. Иғтибарҙы тағы ниндәй хәҡиҡәткә тупларға кәрәк?
10 Иғтибарҙы тупларға кәрәк булған икенсе хәҡиҡәт: Йәһүә үҙенең таныуын беҙ бөтөнләй көтмәгәнсә күрһәтә ала. Кеше башҡалар маҡтаһын өсөн генә яҡшылыҡ эшләһә, Йәһүә уны бүләкләмәйәсәк. Ни өсөн? Сөнки, Ғайса Мәсих әйткәнсә, башҡаларҙың маҡтауы улар өсөн инде әжер, йәғни бүләк булып тора. (Матфей 6:1—5-те уҡығыҙ.) Икенсе яҡтан, Йәһүә яҡшы эштәре өсөн хөрмәт күрһәтелмәгән кешеләрҙе «йәшерен» күҙәтә. Ул, эштәрен күреп, уларҙы бүләкләй, йәғни фатихалай. Һәм ҡайһы саҡта Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен көтөлмәгәнсә бүләкләй. Әйҙәгеҙ, быны күрһәткән бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.
ЙӘҺҮӘ БАҪАЛҠЫ ҠЫҘҒА ТАНЫУЫН КӨТӨЛМӘГӘНСӘ КҮРҺӘТӘ
11. Йәһүә Мәрйәмгә үҙенең таныуын нисек күрһәткән?
11 Йәһүә Мәрйәм исемле баҫалҡы ҡыҙҙы үҙенең Улы Ғайсаға әсәй булһын өсөн һайлаған. Мәрйәм Иерусалим һәм ундағы мөһабәт ғибәҙәтхананан алыҫта урынлашҡан бәләкәй генә Назара ҡалаһында йәшәгән. (Лука 1:26—33-тө уҡығыҙ.) Ни өсөн Йәһүә уны һайлаған? Мәрйәм менән һөйләшкәндә, Ябраил фәрештә уға: «Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте», — тигән. Һуңыраҡ Елизаветаға әйткән һүҙҙәренән Мәрйәмдең Йәһүә менән бик яҡын мөнәсәбәттәрҙә булғаны күренә (Лука 1:46—55). Йәһүә Мәрйәмде күҙәткән һәм тоғролоғо өсөн уны бөтөнләй көтөлмәгәнсә фатихалаған.
12, 13. Ғайса тыуғас һәм уның тыуыуынан һуң 40 көн үткәс, Йәһүә уға үҙенең таныуын нисек күрһәткән?
12 Йәһүә Ғайсаның тыуыуы тураһында Лука 2:8—14). Унан һуң был көтөүселәр яңы тыуған балаға барған (Лука 2:15—17). Мәрйәм менән Йософ Ғайсаға шулай итеп хөрмәт күрһәтелеүенә, моғайын, ғәжәпләнгән һәм шатланғандыр. Йәһүәнең эш итеү рәүеше Шайтандыҡынан айырылып тора. Шайтан Ғайсаға һәм уның ата-әсәһенә йондоҙсоларҙы ебәргәндә, Ғайсаның тыуыуы хаҡында бөтөн Иерусалим халҡы белеп ҡалған, һәм был күп ауырлыҡтар тыуҙырған (Матф. 2:3). Һөҙөмтәлә күп ғәйепһеҙ сабый үлтерелгән булған (Матф. 2:16).
Иерусалим һәм Вифлеем идарасыларының йә хакимиәт вәкилдәренең береһенә лә әйтмәгән. Бының урынына, Йәһүә фәрештәләрҙе Вифлеем тирәһендәге яландарҙа һарыҡ көткән баҫалҡы көтөүселәргә ебәргән (13 Йәһүәнең Израилгә бирелгән ҡануны буйынса, ир бала тыуғандан һуң 40 көн үткәс, әсә кеше Йәһүәгә ҡорбан килтерергә тейеш булған. Шуға күрә Мәрйәм Йософ һәм Ғайса менән бергә, Вифлеемдан Иерусалимға тиклем 9 саҡрым ара үтеп, ғибәҙәтханаға барған (Лука 2:22—24). Бәлки, унда китеп барғанда Мәрйәм, рухани Ғайсаға айырым бер хөрмәт күрһәтер микән, тип уйлағандыр. Мәрйәм шулай уйлаған булһа, ул көткәнсә килеп сыҡмаған — Ғайсаға башҡаса хөрмәт күрһәтелгән. Йәһүә, Ғайсаның вәғәҙә ителгән Майланған зат, йәғни Мәсих икәнен иғлан итер өсөн, «тәҡүә һәм Алланы ололаусы» Симеонды һәм 84 йәшлек Анна исемле пәйғәмбәр тол ҡатынды һайлаған (Лука 2:25—38).
14. Йәһүә Мәрйәмде нисек бүләкләгән?
14 Йәһүә Мәрйәмгә Ғайса хаҡында эскерһеҙ ҡайғыртҡаны һәм уны тәрбиәләгәне өсөн артабан да таныуын күрһәткәнме? Эйе, күрһәткән. Алла Мәрйәмдең ҡайһы бер эштәрен һәм һүҙҙәрен Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан. Мәрйәм, күрәһең, Ғайсаның өс йыл ярым хеҙмәте дауамында уның менән бергә сәйәхәт итә алмаған. Шуға күрә ул башҡалар күргән күп иҫ киткес ваҡиғаларҙы күрмәгән. Әммә, Ғайса үлгәндә, Мәрйәм уның янында булған (Яхъя 19:26). Һуңыраҡ, Ғайсаның шәкерттәре Илленсе көн байрамында изге рух алғанға тиклем, Мәрйәм Иерусалимда улар менән булған (Ғәм. 1:13, 14). Моғайын, ул башҡа шәкерттәр менән бергә майланған булғандыр. Шулай булһа, Мәрйәмдең Ғайса менән күктә мәңге булырға мөмкинлеге бар. Был, һис шикһеҙ, уның тоғро хеҙмәте өсөн иҫ киткес бүләк!
ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНЕҢ УЛЫНА ТАНЫУЫН КҮРҺӘТӘ
15. Ғайса ерҙә булғанда, Йәһүә уға хуплауын нисек күрһәткән?
15 Ғайса дини йә сәйәси етәкселәрҙең хөрмәтен яуларға теләмәгән. Йәһүәнең хуплауы уның өсөн иң мөһиме булған. Шуға күрә Йәһүә өс тапҡыр, күктән өндәшеп, уға үҙенең таныуын белдергәндә, Ғайса бик рухланғандыр! Ғайса Иордан йылғаһында сумдырылғас та, Йәһүә былай тигән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» (Матф. 3:17). Был һүҙҙәрҙе, күрәһең, Сумдырыусы Яхъя ғына ишеткән. Һуңыраҡ, Ғайсаның үлеменә тиклем бер йыл тирәһе ҡалғас, өс илсе Йәһүәнең Ғайса тураһында: «Был — Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» — тип әйткәнен ишеткән (Матф. 17:5). Һәм һуңғы тапҡыр, Ғайсаның үлеменә тиклем бер нисә генә көн ҡалғанда, Йәһүә тағы ла Улына күктән өндәшкән (Яхъя 12:28).
16, 17. Йәһүә Ғайсаға нисек хуплауын көтөлмәгәнсә күрһәткән?
Матф. 26:39, 42). Ул, «хурлығына иғтибар итмәйенсә», яфаланыу бағанаһында үлем кисергән, сөнки донъянан түгел, ә Атаһынан танылыу алырға теләгән (Евр. 12:2). Йәһүә Ғайсаға үҙенең таныуын нисек күрһәткән?
16 Ғайса шуны белгән: кешеләр уны Алла тураһында мыҫҡыллы һүҙҙәр һөйләүсе тип атаясаҡ, һәм уға хурлыҡлы үлем менән үлергә тура киләсәк. Шулай ҙа ул Йәһүәнең ихтыярын үҙ теләктәренән өҫтөнөрәк ҡуйған һәм былай тип доға ҡылған: «Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын» (17 Ерҙә булғанда, Ғайса Атаһына, күктә «Һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө» кире ҡайтарып бирсе, тип доға ҡылған (Яхъя 17:5). Изге Яҙмала Ғайсаның бынан күберәккә өмөтләнгәне хаҡында әйтелмәй. Ул ерҙә Йәһүәнең ихтыярын үтәгәне өсөн ниндәйҙер махсус бүләк көтмәгән. Әммә Йәһүә нимә эшләгән? Ул Ғайсаға хуплауын көтөлмәгәнсә күрһәткән. Ғайсаны терелткәс, Йәһүә уға күктә «барыһынан да юғары» булған дәрәжә, шулай уҡ бығаса бер кемгә лә бирелмәгән үлемһеҙ рухи тормош биргән * (Флп. 2:9; 1 Тим. 6:16). Эйе, Йәһүә Ғайсаны тоғро хеҙмәте өсөн иҫ киткес итеп бүләкләгән!
18. Беҙгә был донъяның түгел, ә Йәһүәнең хуплауын эҙләргә нимә ярҙам итер?
18 Беҙгә был донъяның түгел, ә Йәһүәнең хуплауын эҙләргә нимә ярҙам итер? Иғтибарҙы шуға туплау мөһим: Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен һәр ваҡыт таный һәм йыш ҡына көтөлмәгәнсә бүләкләй. Киләсәктә беҙҙе ниндәй фатихалар көткәнен кем белә? Әммә әлегә, был яуыз донъяла ауырлыҡтар һәм һынауҙар кисергән арала, әйҙәгеҙ, был донъяның тиҙҙән үтеп китәсәген иҫтә тотайыҡ. Шулай итеп, был донъяла яуланған һәр ҡайһы танылыу ҙа үтәсәк (1 Яхъя 2:17). Ҡайғыртыусан Атабыҙ иһә бер ваҡытта ла уның өсөн башҡарған эштәребеҙҙе һәм уға күрһәткән яратыуыбыҙҙы онотмаясаҡ, сөнки ул «ғәҙелһеҙ түгел» (Евр. 6:10). Шик тә юҡ, ул беҙгә хуплауын күрһәтер һәм быны, бәлки, беҙ бөтөнләй көтмәгәнсә эшләр!
^ 17 абз. Еврей Яҙмаларында үлемһеҙ тормош телгә алынмай, шунлыҡтан Ғайса, күрәһең, ундай бүләкте көтмәгәндер.