Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәт

Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәт

Ғайса үҙ шәкерттәрен былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын. Һинең Батшалығың килһен. Күктәге кеүек, ерҙә лә ихтыярың үтәлһен» (Матфей 6:9, 10). Алла Батшалығы нимә ул? Ул ниндәй эштәр башҡара? Ни өсөн беҙгә уның хаҡында доға ҡылырға кәрәк?

Ғайса — Алла Батшалығының Батшаһы.

Лука 1:31—33: «Уға Ғайса тип исем ҡуш. Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. Ул Яҡуб нәҫеле өҫтөнән мәңгелек батшалыҡ итер һәм Уның батшалығының аҙағы булмаҫ».

Ғайса күбеһенсә Батшалыҡ хаҡында өйрәткән.

Матфей 9:35: «Ғайса бөтә ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, ғибәҙәтханаларҙа Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләне, кешеләрҙе барлыҡ ауырыуҙарынан һәм сирҙәренән һауыҡтырҙы».

Ғайса үҙ шәкерттәренә Батшалыҡтың ҡасан килерен күрһәткән билдә биргән.

Матфей 24:7: «Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр».

Ғайсаның шәкерттәре бөгөн Батшалыҡ хаҡында бөтә ер йөҙөндә иғлан итә.

Матфей 24:14: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер».