Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бөгөн үк бәхетле булырға мөмкин

Бөгөн үк бәхетле булырға мөмкин

ҺЕҘҘЕ ауырыуҙар, ҡартлыҡ һәм үлем булмаған иҫ киткес киләсәк көтә! Әммә әлегә беҙ аяуһыҙ ысынбарлыҡ һәм күп проблемалар менән осрашабыҙ. Тормош яҡшыраҡ булһын өсөн нимә эшләп була? Изге Яҙмалағы кәңәштәр бөгөн үк бәхетле һәм ҡәнәғәт булып йәшәргә ярҙам итә. Изге Яҙма ярҙам итә алған ҡайһы бер өлкәләрҙе ҡарап сығайыҡ.

ТОРМОШ МЕНӘН ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫУ

Изге Яҙмалағы кәңәш: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ» (Еврейҙарға 13:5).

Бөгөн кешеләргә «мөһим булған» бөтмәҫ күп нәмәләрҙе һәм уңайлыҡтарҙы тағалар. Әммә Изге Яҙма «бары менән ҡәнәғәт» булырға кәңәш итә. Был мөмкинме?

Аҡса яратыуҙан һаҡланығыҙ. Кешеләр аҡса өсөн һаулыҡтарын, ғаиләләрен, дуҫтарын, әхләҡи принциптарын һәм хатта репутацияларын ҡорбан итә (1 Тимофейға 6:10). Әммә байлыҡҡа ынтылыусы барыбер аҡсаға туймаһа, бындай ҡиммәтле хаҡ түләүҙән ни мәғәнә? (Вәғәзсе 5:10).

Әйберҙәрҙе түгел, ә кешеләрҙе ҡәҙерләгеҙ. Әлбиттә, күп кенә әйберҙәр көндәлек тормошобоҙға ингән. Хатта иң ҡиммәтле әйберҙәр ҙә, кешегә эйәләшеп, яратыу күрһәтә алмай. Быға тик кешеләр генә һәләтле. Тормошобоҙ йәмле һәм шатлыҡлы булһын өсөн беҙгә ысын дуҫтар кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

ИЗГЕ ЯҘМА КӘҢӘШТӘРЕ БУЙЫНСА ЭШ ИТЕП, БӨГӨН ҮК БӘХЕТЛЕ БУЛЫРҒА МӨМКИН

НАСАР ҺАУЛЫҠ

Изге Яҙмалағы кәңәш: «Шат йөрәк — яҡшы дауа» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22).

Шатлыҡ, яҡшы дарыу кеүек, ауырыу менән көрәшергә ярҙам итә. Әммә ауыр сирҙән интеккәндә, нисек шатлыҡ табырға һуң?

Рәхмәтле булығыҙ. Әгәр ҙә үҙегеҙҙең ҡаты ауырыуығыҙ хаҡында ғына уйлап йәшәһәгеҙ, һәр көн ҡараңғылыҡ менән тулғандай тойоласаҡ (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:15). Иң яҡшыһы, Изге Яҙмала кәңәш ителгәнсә, рәхмәтле булығыҙ (Колосстарға 3:15). Тормоштоң яҡшы яҡтарын күрергә һәм хатта ваҡ ҡына нәмәләр өсөн дә рәхмәтле булырға өйрәнегеҙ. Матур ҡояш байыуы, талғын ғына ел, яғымлы йылмайыу — быларҙың барыһы ла тормошобоҙҙо биҙәй.

Башҡалар хаҡында ҡайғыртығыҙ. Хатта һаулығыбыҙ яҡшы булмаһа ла, күберәк бәхетте алыуҙан түгел, ә биреүҙән табырбыҙ (Ғәмәлдәр 20:35). Беҙ ярҙам иткән кешеләрҙең рәхмәттәре күңелебеҙҙе йылыта, һәм үҙебеҙҙең ауырлыҡтар хаҡында онотабыҙ. Башҡалар хаҡында ҡайғыртҡанда һәм уларҙың тормоштарын яҡшыртҡанда, үҙебеҙҙең дә тормошобоҙ яҡшыра бара.

ҒАИЛӘГЕҘҘЕ НЫҒЫТЫҒЫҘ

Изге Яҙмалағы кәңәш: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала [белегеҙ]» (Филиптарға 1:10).

Әгәр ир менән ҡатын, бергә әҙ ваҡыт үткәрһә, бер-береһенән алыҫлаша ала. Әммә зирәк ир һәм ҡатындар үҙҙәренең бер-береһе менән булған мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләй. Сөнки никах уларҙың тормошонда иң мөһим урынды биләй.

Үҙ-ара һөйләшеп эшләгеҙ. Ни өсөн тормоштоң ғәҙәти ағышын үҙгәртеп, бергә берәй нәмә эшләй башламаҫҡа? Изге Яҙмала: «Икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ», — тиелә (Вәғәзсе 4:9). Бергә ашарға бешерергә, спорт менән шөғөлләнергә, ял итергә һәм шулай уҡ икегеҙгә лә ҡыҙыҡ булған берәй шөғөл табырға була.

Бер-берегеҙгә яратыу сағылдырығыҙ. Изге Яҙма ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә дәртләндерә (Ефестарға 5:28, 33). Яғымлы йылмайыу, наҙлы ҡағылыу һәм бәләкәй генә бүләк тә мөнәсәбәттәрҙе ни тиклем нығыта алғаны хаҡында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Һәм, әлбиттә, ир менән ҡатын енси мөнәсәбәттәге наҙлылыҡ тормош иптәшенә генә ҡағылғанын иҫтә тота (Еврейҙарға 13:4).