Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йәшәү өсөн барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ

Йәшәү өсөн барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ

КЕМДЕҢ инде оҙаҡ һәм бәхетле йәшәгеһе килмәһен? Бер ҡасан да ауырымайынса мәңге кинәнеп йәшәү ниндәй рәхәт икәнлеге тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ! Яҡындарыбыҙ менән бергә булыу, бөтә донъя буйлап сәйәхәт итеү, һәләттәр һәм оҫталыҡтарыбыҙҙы үҫтереү өсөн күберәк ваҡытыбыҙ буласаҡ. Ниндәйҙер яңы һәм файҙалы — үҙебеҙгә ҡыҙыҡ булған, күңелгә ятышлы нәмәне тикшерергә ваҡытыбыҙ етәсәк.

Бындай теләк кешеләргә хас түгелме әллә? Әлбиттә, хас! Изге Яҙмала, мәңге йәшәү теләге беҙгә Алла тарафынан һалынған, тиелә (Вәғәзсе 3:11). Унда шулай уҡ: «Алла — мөхәббәт ул», — тип әйтелә (1 Яхъя 4:8). Яратыусы Алла, беҙҙе мәңге йәшәү теләге менән барлыҡҡа килтереп тә, уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирмәгән, тип уйлау аҡыллы булыр инеме?

Үлем беҙҙең дошманыбыҙ икәне ап-асыҡ. Изге Яҙма был саҡырылмаған ҡунаҡты тап шулай итеп һүрәтләй (1 Коринфтарға 15:26). Берәүҙәргә ул иртәрәк килә, ә башҡаларға — һуңыраҡ. Әммә ул һәр ваҡыт килә. Үлем тураһындағы уй рәхәтлек килтермәй, күптәрҙе ул хатта ҡурҡыта ла. Был дошманды еңеп булырына берәй өмөт бармы?

ӨМӨТ ӨСӨН НИГЕҘ

Кешеләрҙең үлеме бер ҡасан да Алла ниәтенә инмәгәнен белеү һеҙҙе ғәжәпләндерерме? Ул кешеләрҙең ерҙә мәңге йәшәүен ниәтләгән. Изге Яҙманың беренсе китабы Башланмышта быға дәлилдәр бар. Унда, Йәһүә * Алла, кешеләр хаҡында ҡайғыртып, ерҙе йәшәү өсөн бик яҡшы итеп әҙерләгән, тип әйтелә. Шунан Йәһүә беренсе кеше Әҙәмде барлыҡҡа килтергән һәм уны ожмахҡа — Эден баҡсаһына урынлаштырған. Унан һуң «Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны — ул бик яҡшы ине» (Башланмыш 1:26, 31).

Әҙәм, Алла барлыҡҡа килтергән бар нәмә кеүек үк, камил булған (Ҡанун 32:4). Әҙәмдең ҡатыны Һауаның да бер ниндәй ҙә етешһеҙлеге булмаған: уның аҡылы һәм тәне камил булған. Йәһүә уларға былай тигән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ» (Башланмыш 1:28).

Әҙәм менән Һауаға ерҙе тултырыр өсөн ваҡыт кәрәк булған. Тәүҙә Һауа балалар табырға, һуңынан уның балаларының балалары тыуырға һәм, Алла теләгәнсә, ер шары тулғансы шулай булырға тейеш булған (Ишағыя 45:18). Әҙәм менән Һауа үҙ ғүмере эсендә балаларын һәм балаларының балаларын ғына күрергә тейеш булһа, Йәһүә уларға шундай киләсәк тәҡдим итер инеме ни?

Хайуандар өҫтөнән хакимлыҡ итеү йөкләмәһе тураһында ла уйлап ҡарағыҙ. Әҙәм уларға исем ҡушырға тейеш булған, ә бының өсөн ваҡыт талап ителгән (Башланмыш 2:19). Әммә хайуандар өҫтөнән хакимлыҡ итер өсөн, Әҙәмгә уларҙың ҡылыҡтарын өйрәнергә һәм уларҙы нисек ҡарарға икәнен белергә кәрәк булған. Ә был тағы ла күберәк ваҡыт алыр ине.

Шулай итеп, Алланың ерҙе тултырырға һәм хайуандар өҫтөнән хакимлыҡ итергә тигән йөкләмәһе беренсе ир менән ҡатындың оҙаҡ йәшәргә тейеш булғанын күрһәтә. Һәм улар ысынлап та бик оҙаҡ ғүмер иткән.

АЛЛА НИӘТЕ БУЙЫНСА, КЕШЕЛӘР ЕРҘӘГЕ ОЖМАХТА МӘҢГЕ ЙӘШӘРГӘ ТЕЙЕШ БУЛҒАН

ОҘАҠ ЙӘШӘГӘН КЕШЕЛӘР

Әҙәм, 930 йыл

Мофассал, 969 йыл

Нух, 950 йыл

Хәҙерге кеше, 70—80 йыл

Изге Яҙма буйынса, ҡасандыр кешеләр беҙгә ҡарағанда шаҡтай оҙағыраҡ йәшәгән. Унда, Әҙәм «туғыҙ йөҙ утыҙ йыл» йәшәгән, тип әйтелә. Бынан тыш, унда тағы ла 900 йылдан ашыу йәшәгән алты кеше телгә алына. Был Шет, Энош, Кенан, Яред, Мофассал һәм Нух булған. Уларҙың барыһы ла Нух көндәрендә булған Туфанға тиклем йәшәгән. Ә Нух үҙе Туфанға хәтле 600 йыл ғүмер иткән (Башланмыш 5:5—27; 7:6; 9:29). Ни өсөн улар шул тиклем оҙаҡ йәшәгән?

Улар барыһы ла кешелек әле камиллыҡтан алыҫ китмәҫ борон ғүмер иткән. Бәлки, оҙаҡ йәшәүҙәре тап ошо сәбәп арҡаһындалыр. Әммә камиллыҡ һәм ғүмер оҙонлоғо араһында ниндәй бәйләнеш бар? Үлем нисек еңеләсәк? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн, ни өсөн кешенең ҡартайыуын һәм үлеүен аңларға кәрәк.

^ 6 абз. Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме.