Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Кеше геномына ҡыҫылыу оҙаҡ йәшәүгә юл асырмы?

Оҙаҡ йәшәү серҙәрен эҙләү

Оҙаҡ йәшәү серҙәрен эҙләү

«Мин Хоҙай тарафынан әҙәм улдарына шөғөлләнер өсөн бирелгән эштәрҙе күрҙем. Ул барыһын да күркәм итеп үҙ ваҡытында булдырған. Хатта кешеләрҙең күңеленә мәңгелек һалған» (Вәғәзсе 3:10, 11).

БОРОНҒО заманда зирәк Сөләймән батша әйткән был һүҙҙәр кешенең тормошҡа ҡарашын бик дөрөҫ һүрәтләй. Моғайын тормош ҡыҫҡа ваҡытлы һәм үлем ҡотолғоһоҙ булғанға, кешеләр быуаттар буйына оҙағыраҡ йәшәргә ынтылған. Тарихта кешеләрҙең оҙаҡ йәшәү серен эҙләүҙәре тураһында күп кенә легендалар һәм риүәйәттәр бар.

Мәҫәлән, шумерҙар батшаһы Гилгәмештең тормошо хаҡында байтаҡ мифтар һаҡланған. «Гилгәмеш» эпосындағы бер легендала уның мәңгелек тормоштоң серен эҙләп ҡурҡыныс сәйәхәткә сығып китеүе тураһында бәйән ителә. Әммә уның эҙләнеүҙәре уңышһыҙ булған.

Урта быуаттағы алхимик үҙенең лабораторияһында

Б. э. т. IV быуатта ҡытай алхимиктары бер эликсир яһаған, улар уның ғүмерҙе оҙайтырына өмөтләнгән. Был шыйыҡсаға улар терегөмөш һәм мышаяҡ ҡушҡан. Тап ошо эликсир бер нисә ҡытай императорының үлеменә сәбәп булған, тип иҫәпләйҙәр. Урта быуаттарҙағы Европала ҡайһы бер алхимиктар, организм алтынды үҙләштерә алһын өсөн, алтын менән бәйле тәжрибәләр үткәргән. Улар был металл ғүмерҙе оҙайта алыуына ышанған, сөнки ул тутыҡмай.

Бөгөн биологтар һәм генетиктар ҡартайыуҙың сәбәбен белергә тырыша. Элек «йәшәү эликсирын» эҙләгән кеүек үк, уларҙың тырышлыҡтары кешеләрҙең әле лә ҡартлыҡтан һәм үлемдән ҡотолоу юлын табырға теләгәнен күрһәтә. Әммә уларҙың тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе ниндәй?

АЛЛА «КЕШЕЛӘРҘЕҢ КҮҢЕЛЕНӘ МӘҢГЕЛЕК ҺАЛҒАН» (ВӘҒӘЗСЕ 3:10, 11)

ХӘҘЕРГЕ ВАҠЫТТА ҠАРТАЙЫУ СӘБӘПТӘРЕН ЭҘЛӘҮ

Кеше күҙәнәген тикшергән ғалимдар, кешеләр ни өсөн ҡартая һәм үлә, тигән һорауға 300-ҙән артыҡ версия тәҡдим итә. Һуңғы йылдарҙа молекуляр биологтар, тәжрибәгә тотолған хайуандарҙың һәм кеше күҙәнәктәренең ҡартайыу процесын яйлатып, гендарға һәм аҡһымдарға тәьҫир итергә өйрәнгән. Бындай уңыштар, ғалимдар «үлем серҙәрен» асыҡлай алһын өсөн, ҡайһы бер бай кешеләрҙе уларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә этәрә. Ниндәй йүнәлештәрҙә тикшеренеүҙәр үткәрелә һуң?

Эске биологик сәғәтте артҡа борорға тырышыу. Ҡайһы бер биологтар, ҡартайыу процесын аңлау сере — теломерҙарҙа, беҙҙең хромосомаларҙың сикләмә өлөштәрендә, тип иҫәпләй. Теломерҙар генетик мәғлүмәтте, күҙәнәктәр бүленгән ваҡытта, уларҙа һаҡлай. Әммә, күҙәнәктәр бүленгән һайын, теломерҙар ҡыҫҡара. Һөҙөмтәлә күҙәнәк бүленеүҙән туҡтай, һәм ҡартайыу процесы башлана.

2009 йылдың Нобель премияһы лауреаты Элизабет Блэкберн ғалимдар төркөмө менән бергә бер фермент эҙләп тапҡан, был фермент теломерҙарҙың ҡыҫҡарыуын туҡтата һәм һөҙөмтәлә күҙәнәктәрҙең ҡартайыу процесын яйлата. Әммә, үҙ эштәре хаҡында әйткәндә, был ғалимдар, теломерҙар «мөғжизәле үлемһеҙлек эликсиры була алмай — улар кешенең ғәҙәти йәшәү дауамлығын оҙайта алмай», тип таный.

Күҙәнәкте программалаштырыу — ҡартайыуҙы яйлатырға тағы бер маташыу. Беҙҙең күҙәнәктәр ҡартайғанға күрә, уларҙың иммунитет өсөн яуаплы күрше күҙәнәктәргә дөрөҫ булмаған сигнал ебәреүе ихтимал, ә был үҙ сиратында шешеүгә, дауалап булмаҫлыҡ ауыртыуҙарға һәм ауырыуҙарға килтерә ала. Күптән түгел Францияла донорҙарҙан алынған күҙәнәктәрҙе программалаштырғандар. Ҡайһы бер донорҙар 100-ҙән ашыу йәштә булған. Тикшеренеүселәр төркөмөнөң етәксеһе профессор Жан-Марк Леметр шуны белдергән: уларҙың эше күҙәнәктәрҙәге «ҡартайыу процесын кирегә бороп булыуын» күрһәткән.

ФӘН ҒҮМЕРҘЕ ОҘАЙТА АЛАМЫ?

Ҡартайыуҙы туҡтатырға тырышыу ғүмерҙе байтаҡҡа оҙайта ала, тигән фекер менән бөтә ғалимдар ҙа килешеп бөтмәй. Ысынында, йәшәү дауамлығы XIX быуаттан алып тайпылышһыҙ үҫә. Әммә был үҫештә гигиена тотоу, ауырыуҙарҙы бөтөрөүҙәге ҡаҙаныштар, шулай уҡ антибиотиктар һәм вакциналар ҡулланыу мөһим роль уйнаған. Ҡайһы бер генетиктар уйлауынса, күрәһең, кешенең йәшәү дауамлығы үҙенең тәбиғи сигенә еткән.

3 500 йыл элек Изге Яҙманы яҙыусыларҙың береһе Муса былай тигән: «Ғүмер көндәребеҙ — 70 йыл, ә бик ныҡ булһаҡ — 80 йыл. Әммә улар бәлә һәм ғазап менән тулы. Улар тиҙ уҙа, һәм беҙ юҡ булабыҙ» (Зәбур 90:10). Кешеләрҙең бар тырышлыҡтарына ҡарамаҫтан, кеше ғүмере, Муса заманындағы кеүек үк, һаман да шулай уҡ ҡыҫҡа.

Кешенән айырмалы рәүештә, диңгеҙ терпеләре һәм ике ҡапҡаслы моллюскаларҙың ҡайһы бер төрҙәре — 200 йылдан артыҡ, ә ағастар (мәҫәлән, гигант секвойя) меңәрләгән йыл йәшәй ала. Башҡа тере организмдарҙың ғүмер оҙонлоғон иҫәпкә алғанда, кешенең ни бары 70—80 йыл ғына йәшәүе һеҙҙе аптырашта ҡалдырмаймы?