Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Үлем нисек еңеләсәк?

Үлем нисек еңеләсәк?

БЕҘҘЕҢ беренсе ата-әсәбеҙ Әҙәм менән Һауа, Алланы тыңламай гонаһ ҡылып, бар тоҡомдарына гонаһ һәм үлемде мираҫ итеп ҡалдырған. Әммә был Алланың кешеләргә ҡарата ниәтенә ҡамасауламаған. Үҙенең һүҙендә, Изге Яҙмала, ул беҙҙе күп тапҡыр ниәтенең үҙгәрмәгәненә ышандыра.

  • «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).

  • «Ул үлемде мәңгегә юҡ итер, Аллаһы Тәғәлә Йәһүә һәммә кешенең күҙ йәшен һөртөр» (Ишағыя 25:8).

  • «Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ» (1 Коринфтарға 15:26).

  • «Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:4).

Алла үлемде нисек юҡҡа сығарасаҡ һәм был дошманды нисек еңәсәк? Изге Яҙмала, тәҡүә кешеләр генә мәңге йәшәйәсәк, тип ап-асыҡ әйтелә. Әммә унда тағы ла: «Ер йөҙөндә гел изгелек ҡылып йәшәгән... тәҡүә кеше юҡ», — тиелә (Вәғәзсе 7:20). Был, үлемде еңер өсөн Аллаға үҙе ҡуйған нормаларҙан баш тартырға тура килер, тигәнде аңлатамы? Һис тә юҡ! Алла бер ваҡытта ла шулай эш итмәйәсәк, сөнки ул алдамай (Титҡа 1:2). Улайһа ул үҙенең кешеләргә ҡарата ниәтен нисек тормошҡа ашырыр һуң?

АЛЛА «ҮЛЕМДЕ МӘҢГЕГӘ ЮҠ ИТЕР» (ИШАҒЫЯ 25:8)

ЙОЛОМ — ҮЛЕМ ӨҪТӨНӘН ЕҢЕҮ

Йәһүә Алла кешеләрҙе ярата һәм уларҙы үлемдән ҡотҡарыр өсөн ул йолом түләгән. Изге Яҙма буйынса, йолом — килтерелгән зыянды ҡаплаған һәм ҡанун талаптарына тура килгән түләү. Бөтә кеше гонаһлы булғанға һәм үлемгә хөкөм ителгәнгә, Изге Яҙмала туранан-тура былай тип әйтелә: «Береһе лә һис ҡасан башҡа берәүҙе йолоп ала алмай, Аллаға уның өсөн йолом түләй алмай (кеше ғүмере өсөн йолом хаҡы шул тиклем юғары, ул уның өсөн һәр ваҡыт ирешә алмаҫлыҡ булып ҡала)» (Зәбур 49:7, 8).

Гонаһлы кеше үлгәндә, ул үҙ гонаһы өсөн хаҡ түләй. Ул үҙен камилһыҙлыҡтан азат итә алмай һәм, әлбиттә, башҡаларҙың гонаһтары өсөн хаҡ түләп, уларҙы үлемдән ҡотҡара алмай (Римдарға 6:7). Беҙгә камил һәм гонаһһыҙ кеше кәрәк, ул үҙ ғүмере менән үҙенең гонаһтары өсөн түгел, ә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн хаҡ түләй алыр ине (Еврейҙарға 10:1—4).

Алла тап ошоно эшләргә ниәтләгән дә. Ул үҙенең улы Ғайсаны, камил, гонаһһыҙ кеше булып тыуһын өсөн, күктән ергә ебәргән (1 Петр 2:22). Ғайса, «күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмере[мде] йолом итеп бирергә» килдем, тигән (Марк 10:45). Беҙ йәшәй алһын өсөн, ул үҙенең ғүмере менән үлемдән азат ителеүебеҙ өсөн хаҡ түләгән (Яхъя 3:16).

ҮЛЕМ ҠАСАН ЕҢЕЛӘСӘК?

Беҙҙең көндәрҙә Изге Яҙмалағы «ауыр ваҡыттар етер» тигән пәйғәмбәрлек үтәлә. Хәҙерге көндә булып ятҡан ваҡиғалар беҙҙең ошо ваҡытта, яуыз донъяның һуңғы көндәрендә йәшәүебеҙҙе иҫбатлай (2 Тимофейға 3:1). Был осор боҙоҡ кешеләрҙе хөкөм итеү һәм һәләк итеү көнөндә тамамланасаҡ (2 Петр 3:3, 7). Ләкин Алланы яратҡан кешеләр был көндә иҫән ҡаласаҡ һәм «мәңгелек тормош» аласаҡ (Матфей 25:46).

Ғайса пәйғәмбәр «күптәрҙе йолоп алыр өсөн Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә» килгән (Марк 10:45)

Шундай мөмкинселек үленән тереләсәк миллионлаған кешеләргә лә асыласаҡ. Ғайса пәйғәмбәр, Наин ҡалаһына килгәс, берәүҙе үленән терелткән. Ул унда берҙән-бер улы үлгән тол ҡатынды осратҡан. Ғайса, «уны йәлләп», улын йәшәүгә кире ҡайтарған (Лука 7:11—15). Ә илсе Павел: «Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип... мин дә Аллаға өмөт бағлайым», — тигән. Дәлилдәр менән нығытылған бындай өмөт — Алланың кешеләргә ҡарата бөйөк яратыуының сағылышы (Ғәмәлдәр 24:15).

Миллиардлаған кеше мәңгелек тормош алыуҙарына өмөтләнә ала. Изге Яҙмала: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк», — тип әйтелә (Зәбур 37:29). Шул ваҡытта улар ҙа илсе Павелдыҡы кеүек үк хистәр кисерер. Был хистәр уны 2 000 йыл элек бындай һүҙҙәр әйтергә этәргән: «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» (1 Коринфтарға 15:55). Кешелектең ҡурҡыныс дошманы еңеләсәк!