Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Үлгәндәрҙе нимә көтә?

Үлгәндәрҙе нимә көтә?

Үлем барыһы өҫтөнән дә хакимлыҡ итә. Әммә ул ғүмерҙе мәңгелеккә өҙәме? Үлгәндәр мәңгелеккә онотоламы? Үлгәндәрҙе нимә көтә?

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

ҮЛГӘНДӘР ОНОТОЛМАҒАН

«Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ» (Яхъя 5:28, 29).

Алла үлгәндәрҙе иҫләй. Уның хәтерендә булғандар кире йәшәүгә ҡайтасаҡ.

ҮЛГӘНДӘР ЕРҘӘ ТЕРЕЛТЕЛӘСӘК

«Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (Ғәмәлдәр 24:15).

Миллиардлаған кеше ерҙә кинәнеп мәңге йәшәр өсөн терелтеләсәк.

ТЕРЕЛЕҮ ӨМӨТӨНӨҢ НИГЕҘЕ БАР

«[Алла] йондоҙҙарҙың һанын иҫәпләй, һәр береһен исеме менән атай» (Зәбур 147:4).

Алла бар йондоҙҙарҙың да исемен белә, шуға күрә хәтерендәге үлгән кешеләрҙе терелтеү уға бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай.