Алтындан ҡиммәтерәк хазина эҙләгеҙ
Һинең ҡасан да булһа алтын бөртөгө тапҡаның булдымы? Был һорауға бик аҙҙар ғына «эйе» тип яуап бирер. Әммә миллионлаған кеше алтындан ҡиммәтерәк хазина тапҡан. Был хазина — Алланан килгән зирәклек, «уны саф алтынға ла һатып алып» булмай (Әйүп 28:12, 15).
ИЗГЕ ЯҘМАНЫ тырышып өйрәнеүселәр ниндәйҙер мәғәнәлә алтын эҙләүсегә оҡшаш. Уларға, баһалап бөтөргөһөҙ зирәклек табыр өсөн, күп көс һалырға һәм Алла Һүҙен өҙлөкһөҙ өйрәнергә кәрәк. Изге Яҙманы өйрәнеүселәр булараҡ, алтын эҙләүҙең өс ысулын ҡарап сығып, беҙ нимә белә алабыҙ?
ҺИН АЛТЫН БӨРТӨГӨ ТАПТЫҢ!
Әйтәйек, һин йылға яры буйлап бараһың һәм ҡояшта ялтырап ятҡан бәләкәй генә бер нәмә күреп ҡалаһың, ти. Һин эйеләһең дә алтын бөртөгө табыуыңа шатланаһың. Ул шырпы башынан да бәләкәсерәк һәм бик сифатлы гәүһәрҙән дә һирәгерәк осрай. Әлбиттә, һин, күберәк алтын бөртөктәре табыр өсөн, бөтә тирә-яҡты ҡарап сығаһың.
Шуның шикелле, күпмелер ваҡыт элек, иҫтәлекле бер көндө Йәһүәнең хеҙмәтсеһе, Изге Яҙмалағы өмөттө һинең менән уртаҡлашыр өсөн, ишегеңде шаҡыны. Моғайын, һин беренсе рухи алтын бөртөгөн тапҡаныңды яҡшы хәтерләйһеңдер. Мәҫәлән, һин беренсе тапҡыр Изге Яҙмала Алла исемен күргәнһеңдер (Зәб. 83:18). Йә, бәлки, үҙеңдең Йәһүәнең дуҫы була алыуың хаҡында белгәнһеңдер (Яҡ. 2:23). Һин алтындан да ҡиммәтерәк нәмә тапҡаныңды шунда уҡ аңланың һәм күберәк алтын бөртөктәре табырға дәртләнеп киттең!
ҺИН КҮБЕРӘК АЛТЫН ТАПТЫҢ!
Ҡайһы берҙә алтындың валсыҡтары йә бәләкәс кенә киҫәктәре шишмәләрҙә һәм йылғаларҙа йыйыла. Бер нисә ай эсендә арымай-талмай эшләгән алтын эҙләүселәр йөҙәрләгән грамм алтын таба ала. Бындай табыш унлаған мең доллар торорға мөмкин.
Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, һин үҙеңде бай ятҡылыҡтарҙағы алтын эҙләүсе һымаҡ тойғанһыңдыр. Изге Яҙма шиғырҙары өҫтөндә уйланыу, белемеңде арттырып, һине рухи яҡтан байытҡандыр. Изге Яҙмалағы ҡиммәтле хәҡиҡәттәр хаҡында уйланып, һин Йәһүәгә нисек яҡынлашып булғанын һәм, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, нисек уның һөйөүендә ҡалып булғанын белдең (Яҡ. 4:8; Йәһ. 20, 21).
Алтын эҙләүселәр ятҡылыҡтарҙы табырға тырышҡан кеүек, һин дә ҡиммәтле рухи байлыҡтарҙы
эҙләүҙә ҙур тырышлыҡ һалғанһыңдыр. Изге Яҙманың төп тәғлимәттәрен белгәс, һин, моғайын, үҙеңде Аллаға бағышлап, һыуға сумдырылырға ҡарар иткәнһеңдер (Матф. 28:19, 20).ЭҘЛӘҮҘӘН ТУҠТАМА!
Эҙләүселәр бик аҙ алтынды вулканик руданан таба ала. Шундай руданың ҡайһы бер киҫәктәрендә етерлек алтын бар, шуға күрә, уларҙы онтап, эшкәртеп алтынды айырып алалар. Тәү ҡарашҡа, алтын рудала күренмәҫкә мөмкин. Ни өсөн? Сөнки бер тонна юғары сифатлы рудала ни бары 10 грамм самаһы ғына алтын булыуы ихтимал! Шуға ҡарамаҫтан, алтын эҙләүселәр шундай тырышлыҡ һалыуҙы кәрәк тип таба.
«Мәсих тәғлимәтенең... башланғыс өлөштәрен» белгәндән һуң да кеше тырышлыҡ һалыуын дауам итергә тейеш (Евр. 6:1, 2). Изге Яҙманы өйрәнеүҙән рухландырғыс фекерҙәр һәм ғәмәли һабаҡтар табыр өсөн күп көс талап ителә. Изге Яҙманы йылдар буйы өйрәнһәң дә, шәхси өйрәнеү һиңә күберәк файҙа килтерһен өсөн нимә эшләй алаһың?
Белем алырға ашҡынып тор. Нескәлектәргә иғтибарлы бул. Артабан да тырышлыҡ һалһаң, Изге Яҙманан Алла зирәклегенең ҡиммәтле бөртөктәрен һәм күрһәтмәләр табырһың (Рим. 11:33). Изге Яҙманы яҡшыраҡ аңлар өсөн туған телеңдә булған тикшереү ҡоралдарын ҡуллан. Түҙемлек менән үҙеңә кәрәкле кәңәштәр һәм Изге Яҙма буйынса тыуған һорауҙарыңа яуаптар эҙлә. Башҡаларҙан, Изге Яҙманан ниндәй шиғырҙар йә ниндәй мәҡәләләр һинең өсөн айырыуса файҙалы һәм рухландырғыс булды, тип белеш. Алла Һүҙен өйрәнгәндә үҙең тапҡан ҡыҙыҡлы фекерҙәр менән уртаҡлаш.
Әлбиттә, маҡсатың ҡоро белемде генә арттырыу булырға тейеш түгел. Илсе Павел «белем кешене һауалы итә» тип киҫәткән (1 Кор. 8:1). Шуға күрә баҫалҡы булып ҡалырға һәм иманыңды нығытырға тырыш. Даими үткәрелгән ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу һәм шәхси өйрәнеү Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәргә һәм башҡаларға ярҙам итергә дәртләндерер. Унан да бигерәк, һин алтындан да ҡиммәтерәк хазина тапҡаныңа ҡыуанып бөтә алмаҫһың (Ғиб. һүҙ. 3:13, 14).