Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Башҡаларҙы өйрәтергә кәрәклеген аңлайһығыҙмы?

Башҡаларҙы өйрәтергә кәрәклеген аңлайһығыҙмы?

«Мин һеҙгә файҙалы күрһәтмәләр бирермен» (ҒИБ. ҺҮҘ. 4:2).

ЙЫРҘАР: 45, 44

1, 2. Ни өсөн беҙ башҡаларҙы теократик вазифаларҙы һәм йөкләмәләрҙе үтәргә өйрәтергә тейеш?

БАТШАЛЫҠ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеү Ғайса Мәсихтең төп йөкләмәһе булған. Шулай ҙа ул башҡаларҙы көтөүсе һәм уҡытыусы вазифаларын башҡарырға өйрәтер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйған (Матф. 10:5—7). Филипп вәғәз эшендә бик мәшғүл булһа ла, шик тә юҡ, үҙенең дүрт ҡыҙына Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе башҡалар менән оҫта уртаҡлашырға ярҙам иткән (Ғәм. 21:8, 9). Бөгөн бындай өйрәтеү ни тиклем мөһим?

2 Бөтә ер шары буйынса һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән кешеләрҙең һаны арта бара. Әле һыуға сумдырылыу үтмәгәндәргә Изге Яҙманы шәхси рәүештә өйрәнеүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген аңларға кәрәк. Уларҙы шулай уҡ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә һәм башҡаларға хәҡиҡәтте еткерергә өйрәтергә кәрәк. Йыйылыштарҙа ағай-ҡәрҙәштәрҙе хеҙмәт ярҙамсыларына һәм өлкәндәргә ҡуйылған талаптарға тура килер өсөн тырышлыҡ һалырға дәртләндереү мөһим. «Файҙалы күрһәтмәләр» биреп, рухи яҡтан өлгөрөп еткән мәсихселәр яңыларға рухи уңыштарға ирешергә ярҙам итә ала (Ғиб. һүҙ. 4:2).

ЯҢЫЛАРҘЫ АЛЛА ҺҮҘЕНӘН ЗИРӘКЛЕК ҺӘМ КӨС АЛЫРҒА ӨЙРӘТЕГЕҘ

3, 4. а) Павел Изге Яҙманы өйрәнеү уңышлы хеҙмәт менән бәйле икәнен нисек күрһәткән? б) Өйрәнеүселәрҙе шәхси өйрәнеү үткәрергә дәртләндерер алдынан беҙ үҙебеҙ нимә эшләргә тейеш?

3 Шәхси өйрәнеү ни тиклем мөһим? Был һорауға яуапты илсе Павелдың Колосстағы мәсихселәргә яҙған хатынан белеп була. Ул былай тигән: «Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ. Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылыуығыҙ һәм Уның күңеленә ятышлы булып йәшәүегеҙ өсөн доға ҡылабыҙ» (Кол. 1:9, 10). Алла тураһындағы теүәл белем Колосстағы мәсихселәргә, «бөтөн эштәре[н] Раббыға лайыҡлы рәүештә» ҡылып, «Уның күңеленә ятышлы булып» йәшәргә ярҙам итер ине. Шулай итеп уларҙың «һәр изгелекле эше», бигерәк тә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүе уңыш килтерер ине. Хеҙмәттә уңышлы булыр өсөн, даими рәүештә шәхси өйрәнеү үткәреү мәсихсенең ғәҙәтенә инеп китергә тейеш. Маҡсатыбыҙ — өйрәнеүселәргә быны аңларға ярҙам итеү.

4 Башҡаларға шәхси өйрәнеүҙең файҙаһын күрергә ярҙам итер алдынан тәүҙә беҙ үҙебеҙ уның ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Эйе, беҙҙең үҙебеҙҙең шәхси өйрәнеү үткәреү ғәҙәте булырға тейеш. Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Ялған тәғлимәттәргә ышанған йәки ҡатмарлы һорау биргән кешене осратҡанда, мин Изге Яҙмаға нигеҙләнеп яуап бирә аламмы? Хеҙмәттә ныҡышмалыҡ күрһәткән Ғайса, Павел һәм башҡа кешеләр хаҡында уҡығанда, уларҙың ныҡышмалығы минең хеҙмәтемә нисек тәьҫир итергә тейешлеге тураһында уйланаммы?» Беҙ барыбыҙ ҙа Алла Һүҙендә бирелгән белемгә һәм кәңәшкә мохтажбыҙ. Башҡаларға үҙебеҙ шәхси өйрәнеүҙән алған файҙа хаҡында һөйләһәк, беҙ уларҙы, Изге Яҙманы тырышып өйрәнеп, шундай уҡ файҙа алырға дәртләндерербеҙ.

5. Яңыларға шәхси өйрәнеүҙе даими үткәреү ғәҙәтен булдырырға нисек ярҙам итеп була? Тәҡдимдәрегеҙ менән бүлешегеҙ.

5 Бәлки, һеҙ: «Мин кешене Изге Яҙманы даими өйрәнергә нисек өйрәтә алам?» — тип һорарһығыҙ. Тәүҙә уның үҙе менән үткәрелгән өйрәнеүгә нисек әҙерләнеп була икәнен күрһәтергә мөмкин. Шулай уҡ өйрәнеү үткәреү өсөн төп баҫманың ҡушымтаһын уҡып сығырға һәм унда килтерелгән Изге Яҙма һылтанмаларын асып уҡырға тәҡдим итеп була. Йыйылыш осрашыуҙарына, яуап биреү маҡсаты менән, әҙерләнергә ярҙам итегеҙ. Һәр ай сыҡҡан брошюраларҙы уҡып барырға дәртләндерегеҙ. Туған телегеҙҙә «Күҙәтеү манараһының электрон китапханаһы» йә «Күҙәтеү манараһының онлайн китапханаһы» булһа, уның ярҙамында Изге Яҙма буйынса һорауҙарға нисек яуап табып булғанын күрһәтегеҙ. Шундай ярҙам күрһәтеү һөҙөмтәһендә өйрәнеүсегеҙ, моғайын, Алла Һүҙен тикшереүҙән шатлыҡ таба башлар.

6. а) Һеҙ өйрәнеүсегеҙгә Изге Яҙмаға ҡарата һөйөү үҫтерергә нисек ярҙам итә алаһығыҙ? б) Изге Яҙмаға һөйөү үҫтергән өйрәнеүсе, моғайын, нимә эшләргә ынтылыр?

6 Әлбиттә, беҙ бер кемде лә Изге Яҙманы уҡырға һәм өйрәнергә мәжбүр итергә тейеш түгелбеҙ. Бының урынына, Изге Яҙмаға ҡарата тағы ла көслөрәк һөйөү үҫтерер өсөн, Йәһүәнең ойошмаһы биргән ҡоралдарҙы ҡулланайыҡ. Ваҡыт уҙыу менән ихлас күңелле кеше мәҙхиә йырлаусы кисергән хистәрҙе тойор. Ул былай тип йырлаған: «Аллаға яҡынлашыу — минең өсөн фатиха. Аллаһы Тәғәлә Йәһүәне... үҙ һыйынысым иттем» (Зәб. 73:28). Ундай тырыш һәм рәхмәтле өйрәнеүсегә Йәһүәнең рухы тәьҫир итәсәк.

ЯҢЫЛАРҘЫ ВӘҒӘЗЛӘРГӘ ҺӘМ АЛЛА ҺҮҘЕН АҢЛАТЫРҒА ӨЙРӘТЕГЕҘ

7. Ғайса үҙенең шәкерттәрен нисек һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә өйрәткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Матфей китабының 10-сы бүлегендә Ғайсаның 12 шәкертенә биргән күрһәтмәләре яҙылған. Дөйөм кәңәштәр биреү урынына ул аныҡ күрһәтмәләр биргән [1]. Ғайса үҙенең шәкерттәрен оҫта вәғәзләргә өйрәткәндә, улар уны иғтибар менән тыңлаған. Шунан һуң улар бөтәһе лә вәғәзләргә киткән. Шәкерттәре Ғайсаның ниндәй алымдар ҡулланғанын күҙәткән һәм тиҙҙән үҙҙәре лә Алла Һүҙен яҡшы аңлата башлаған (Матф. 11:1). Беҙ ҙә өйрәнеүселәрҙе һөйөнөслө хәбәрҙе оҫта вәғәзләргә өйрәтә алабыҙ. Әйҙәгеҙ, быны эшләр өсөн ике ысул ҡарап сығайыҡ.

8, 9. а) Ғайса хеҙмәттә осратҡан кешеләр менән нисек һөйләшкән? б) Беҙ яңы вәғәзселәргә кешеләр менән һөйләшкәндә Ғайсанан үрнәк алырға нисек ярҙам итә алабыҙ?

8 Кешеләр менән фекер алышыу. Айырым кешеләр менән аралашҡанда Ғайса йыш ҡына Батшалыҡ хаҡында һөйләгән. Мәҫәлән, Сихарь ҡалаһы янындағы Яҡуб ҡоҙоғо эргәһендә Ғайса бер ҡатын менән йәнле һәм емешле әңгәмә ҡорған (Яхъя 4:5—30). Ул шулай уҡ һалым йыйыусы Матфей, йәғни Левий менән һөйләшкән. Инжилдә был һөйләшеү хаҡында бик әҙ әйтелһә лә, Матфей Ғайсаның шәкерте булырға саҡырыуын ҡабул иткән. Өйөндә оло табын ойошторғас, Матфей һәм башҡа шәкерттәр Ғайсаның ҡунаҡтар менән алып барған һөйләшеүен тыңлап ултырған (Матф. 9:9; Лука 5:27—39).

9 Башҡа осраҡта Ғайса Назара кешеләре хаҡында насар фекерҙә булған Нафанаил менән дуҫтарса һөйләшкән. Әммә был һөйләшеүҙән һуң Нафанаилдың фекере үҙгәргән. Ул Назаранан булған Ғайсаның өйрәткәндәре тураһында күберәк белергә ҡарар иткән (Яхъя 1:46—51). Был осраҡтан күренгәнсә, беҙгә яңы вәғәзселәрҙе кешеләр менән иркен һәм дуҫтарса һөйләшергә өйрәтергә кәрәк. Бындай ярҙам һөҙөмтәһендә яңылар, моғайын, шәхси ҡыҙыҡһыныу һәм игелекле һүҙҙәрҙең эскерһеҙ кешеләргә яҡшы тәьҫир иткәнен үҙ тәжрибәһендә күрер.

10—12. а) Ғайса һөйөнөслө хәбәрҙе яҡшыраҡ белергә теләгән кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын нисек үҫтергән? б) Беҙ яңы вәғәзселәргә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтеү оҫталығын үҫтерергә нисек ярҙам итә алабыҙ?

10 Ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү. Ғайсаның ерҙә хеҙмәт итеү ваҡыты сикле булған. Шуға ҡарамаҫтан, ул һөйөнөслө хәбәрҙе яҡшыраҡ белергә теләгән кешеләрҙең ҡыҙыҡһыныуын үҫтерер өсөн ваҡыт бүлгән. Бер ваҡыт Ғайса халыҡ төркөмөн кәмәлә ултырып өйрәткән. Һәм шунан һуң ул мөғжизәле рәүештә Петрға ифрат күп балыҡ тоторға ярҙам иткән дә уға: «Ошо ваҡыттан башлап кешеләр ауларһың», — тигән. Ғайсаның һүҙҙәре һәм эштәре Петрға һәм уның иптәштәренә нисек тәьҫир иткән? Улар, «кәмәләрен ярға сығарғас, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп киткән» (Лука 5:1—11).

11 Юғары кәңәшмә ағзаһы Никодим Ғайсаның өйрәтеүҙәре менән ҡыҙыҡһынып киткән. Ул күберәк белергә теләгән, ләкин, башҡалар Ғайса менән һөйләшеүемде күреп нимә әйтер, тип ҡурҡҡан. Ғайса, үҙгәрештәр яһарға әҙер булып, Никодим өсөн ваҡытын йәлләмәгән. Уларҙы бер кем дә күрмәһен өсөн, Ғайса уның менән төнөн осрашҡан (Яхъя 3:1, 2). Был осраҡтарҙан нимәгә өйрәнеп була? Алланың Улы айырым кешеләрҙең иманын үҫтерер өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйған. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә ҡабат килеүҙәр яһағанда һәм улар менән өйрәнеүҙәр үткәргәндә, беҙ шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтәбеҙме?

12 Яңы вәғәзселәр менән хеҙмәттәшлек итһәк, уларҙың Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтеү оҫталыҡтары тиҙерәк үҫер. Беҙ уларға хатта әҙ генә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләргә лә ҡабат килеү яһарға кәрәклеген күрһәтә алабыҙ. Ҡабат килеүҙәр яһағанда һәм өйрәнеүҙәр үткәргәндә, беҙ яңы вәғәзселәрҙе үҙебеҙ менән барырға саҡыра алабыҙ. Шундай өйрәтеү һәм дәртләндереү алып, тәжрибәһеҙерәк вәғәзселәр башҡаларҙың ҡыҙыҡһыныуын үҫтерергә һәм улар менән өйрәнеүҙәр үткәрергә ашҡынып торор. Улар шулай уҡ тиҙ генә бирешеп бармаҫҡа, әммә хеҙмәттә сабыр һәм ныҡышмалы булырға өйрәнер (Гал. 5:22; «Бирешергә ашыҡмағыҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

ЯҢЫЛАРҘЫ ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ӨЙРӘТЕГЕҘ

13, 14. а) Изге Яҙмала иҫкә алынған һәм башҡалар хаҡына ҙур ҡорбандарға барған кешеләр тураһында нимә уйлайһығыҙ? б) Һеҙ яңы вәғәзселәрҙе һәм йәштәрҙе ҡәрҙәштәргә яратыу күрһәтергә нисек өйрәтә алаһығыҙ?

13 Изге Яҙма «туғандарса эскерһеҙ яраты[уға]» һәм бер-беребеҙгә хеҙмәт итеүгә ҙур әһәмиәт бирә. (1 Петр 1:22; Лука 22:24—27-не уҡығыҙ.) Башҡаларға хеҙмәт итер өсөн Алланың Улы үҙендә булғандың барыһын, шул иҫәптән ғүмерен дә биргән (Матф. 20:28). Доркас «күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән» (Ғәм. 9:36, 39). Римда йәшәгән Мәрйәм исемле апай-ҡәрҙәш йыйылыштағы ҡәрҙәштәр өсөн «күп тырышлыҡтар һалған» (Рим. 16:6). Ә беҙ яңыларға ҡәрҙәштәргә хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген аңларға нисек ярҙам итә алабыҙ?

Яңыларҙы ҡәрҙәштәргә яратыу күрһәтергә өйрәтегеҙ (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14 Рухи яҡтан өлгөрөп еткән мәсихселәр ололарға һәм ауырыған кешеләргә яңылар менән инеп сығырға мөмкин. Урынлы булһа, ата-әсәләр ундай ҡәрҙәштәргә балалары менән бара ала. Ололарҙың ризығы етерлекме йә өй эштәрендә ярҙам кәрәкмәйме икәнен белер өсөн, өлкәндәр уларға башҡа ҡәрҙәштәр менән инеп сыға ала. Шулай итеп йәш мәсихселәр һәм яңылар башҡаларға изгелек күрһәтергә өйрәнер. Ауыл ерендә вәғәзләгәндә, бер өлкән унда йәшәгән ҡәрҙәштәргә хәлдәрен белер өсөн ҡыҫҡа ваҡытҡа инеп сыҡҡан. Уның менән йыш ҡына йөрөгән бер йәш ағай-ҡәрҙәш бынан үҙенә мөһим һабаҡ алған: йыйылыштың бөтә ағзалары ла үҙҙәрен яратҡандарын тойорға тейеш (Рим. 12:10).

15. Ни өсөн өлкәндәргә йыйылыштағы ағай-ҡәрҙәштәрҙең рухи яҡтан үҫеүе менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк?

15 Йәһүә ир-аттарҙы йыйылышта уҡытыусылар булараҡ ҡулланғанға, ағай-ҡәрҙәштәргә һөйләү һәләтен үҫтерергә кәрәк. Өлкән булып хеҙмәт итһәгеҙ, хеҙмәт ярҙамсыһының телмәренә йә йөкләмәһенә репетиция яһауын тыңлай алаһығыҙмы? Кәңәштәрегеҙ уға Алла Һүҙен оҫтараҡ аңлатырға ярҙам итер (Ниҡ. 8:8).

16, 17. а) Павел Тимофейға рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам иткән? б) Өлкәндәр йыйылыштың буласаҡ көтөүселәрен нисек оҫта итеп өйрәтә ала?

16 Күп йыйылыштарҙа көтөүселәр етмәй, шунлыҡтан киләсәктә өлкән була алырҙай ҡәрҙәштәрҙе һәр ваҡыт өйрәтеп торорға кәрәк. Тимофейға яҙған хатында Павел ундай өйрәтеүҙе нисек ойоштороп була икәнен аңлатҡан: «Улым, һин Ғайса Мәсих аша бирелгән мәрхәмәткә таянып нығын. Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр» (2 Тим. 2:1, 2). Тәжрибәле өлкән булған илсе Павел менән хеҙмәттәшлек итеп, Тимофей башҡаларға хеҙмәт итергә өйрәнгән. Ул Павелдың вәғәздә һәм изге хеҙмәттең башҡа өлкәләрендә ҡулланған алымдарын үҙләштергән (2 Тим. 3:10—12).

17 Павел Тимофейҙың өйрәнеүен үҙ яйына ҡуймаған. Ул уны үҙе менән алырға булған (Ғәм. 16:1—5). Павелдан үрнәк алып, өлкәндәр, ҡәрҙәштәргә килеп китеүҙәр яһағанда, урынлы булған саҡтарҙа үҙҙәре менән яраҡлы хеҙмәт ярҙамсыларын ала ала. Шулай итеп ағай-ҡәрҙәштәр мәсихсе күҙәтеүсенән талап ителгән өйрәтеүҙе һәм иман, түҙемлек, яратыу кеүек сифаттарҙы сағылдырыуҙы үҙ күҙҙәре менән күрә ала. Бындай өйрәтеү ағай-ҡәрҙәштәрҙе «Алла көтөүен[ең]» көтөүселәре булыуға әҙерләй (1 Пет. 5:2).

НИ ӨСӨН БАШҠАЛАРҘЫ ӨЙРӘТЕҮ ҮТӘ МӨҺИМ?

18. Ни өсөн башҡаларҙы Йәһүәгә хеҙмәт итергә өйрәтеү үтә мөһим?

18 Башҡаларҙы өйрәтеү үтә мөһим, сөнки йыйылыштарҙа Йәһүәнең хеҙмәтселәренә мохтажлыҡ артҡандан-арта. Ғайса һәм Павел башҡаларҙы өйрәтеүҙә ҡулланған алымдар бөгөн дә яҡшы һөҙөмтәләргә килтерә. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең йыйылыштағы вазифаларын үтәр өсөн яҡшы өйрәтелгән булыуҙарын теләй. Тәжрибәһеҙерәк мәсихселәргә йыйылышта кәрәкле эштәр башҡарыр өсөн һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итеү — Алланан бирелгән хөрмәтле йөкләмә. Донъя хәле насарайғандан-насарая бара, ә вәғәзләр өсөн яңы мөмкинлектәр асыла, шуға күрә башҡаларҙы өйрәтеү мөһим дә, ашығыс та.

19. Ни өсөн беҙ, башҡаларҙы өйрәтер өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булмаҫ, тип ышана алабыҙ?

19 Әлбиттә, башҡаларҙы өйрәтеү ваҡыт һәм тырышлыҡ талап итә. Әммә Йәһүә һәм уның яратҡан Улы беҙгә был эштә ярҙам һәм зирәклек бирәсәк. Үҙебеҙ ярҙам иткән кешеләрҙең, бар көстәрен һалып, хеҙмәт итеүҙәрен һәм көрәш алып барыуҙарын күреү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерер (1 Тим. 4:10). Шул уҡ ваҡытта беҙгә үҙебеҙгә, Йәһүәгә изге хеҙмәт башҡарып, артабан да рухи яҡтан үҫергә кәрәк.

^ [1] (7-се абзац) Ғайса биргән кәңәштәрҙең ҡайһы берҙәре: 1) Батшалыҡ хаҡында вәғәзләргә; 2) Алла биргән нәмәләр менән ҡәнәғәт булырға; 3) кешеләр менән бәхәсләшмәҫкә; 4) ҡаршылыҡтар менән осрашҡанда Аллаға таянырға; 5) ҡурҡыуға бирелмәҫкә.