Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Никахта нисек уңышҡа өлгәшергә?

Никахта нисек уңышҡа өлгәшергә?

«Һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен» (ЕФЕС. 5:33).

ЙЫРҘАР: 36, 3

1. Туй шатлыҡлы ваҡиға булһа ла, никахҡа инеүселәр нимәгә әҙер булырға тейеш? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

ҮҘЕНЕҢ һылыу кәләшен күргәс, кейәүҙең йөҙө шатлыҡтан балҡып китә. Уларҙың туй көнөндә кисергән хистәрен һүҙ менән тасуирлап та булмай. Йөрөшкән саҡта уларҙың мөхәббәте көндән-көн көсәйә барған, һәм хәҙер улар бер-береһенә тоғро булырға ант бирергә әҙер. Әлбиттә, ике тормош бергә ҡушылып яңы ғаилә барлыҡҡа килгәс, уларға күп үҙгәрештәр яһарға тура килер. Әммә Алла Һүҙендә никахҡа инергә теләүселәр өсөн аҡыллы кәңәштәр бар, сөнки Никахҡа нигеҙ һалыусы һәр ғаиләнең уңышҡа һәм бәхеткә өлгәшеүен теләй (Ғиб. һүҙ. 18:22). Изге Яҙмала асыҡ итеп камил булмаған кешеләрҙең никахы тураһында «ундайҙарҙың был тормошо мәшәҡәтле булыр» тиелә (1 Кор. 7:28). Никахта була торған ауырлыҡтарҙы нисек мөмкин тиклем кәметергә? Мәсихселәр никахта нисек уңышҡа өлгәшә ала?

2. Ирле-ҡатынлылар яратыуҙың ниндәй төрҙәрен күрһәтергә тейеш?

2 Изге Яҙма яратыуҙың мөһимлегенә айырым иғтибар бирә. Никахта яҡын күреү (грекса фили́а) кеүек хис бик мөһим. Романтик яратыу (э́рос) ләззәт килтерә, ә балалар тыуғас, туғандарса яратыу (сторге́) күрһәтеү зарур. Ләкин никахтағы бәхет беренсе сиратта принциптарға нигеҙләнгән яратыуға (ага́пе) бәйле. Яратыуҙың был төрө тураһында илсе Павел былай тип яҙған: «Һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен» (Ефес. 5:33).

ИР МЕНӘН ҠАТЫНДЫҢ РОЛДӘРЕ

3. Ир менән ҡатын араһындағы яратыу ни тиклем көслө булырға тейеш?

3 Павел былай тип яҙған: «Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ» (Ефес. 5:25). Ғайсанан өлгө алыр өсөн, мәсихселәргә бер-береһен тап уның кеүек яратырға кәрәк. (Яхъя 13:34, 35; 15:12, 13-тө уҡығыҙ.) Мәсихселәр ғаиләһендә яратыу шул тиклем көслө булырға тейеш, хатта, кәрәк булһа, был яратыу уларҙы бер-береһе өсөн үлергә дәртләндерәсәк. Әммә ғаиләлә етди ҡаршылыҡтар тыуһа, ир йә ҡатын быны эшләргә теләр микән, ай-һай... Ләкин яратыуҙың ага́пе тигән төрө «бөтөнөһөнә лә түҙә, бөтөн нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә». Ул «бер ваҡытта ла һүрелмәҫ» (1 Кор. 13:7, 8). Алланы тәрән ихтирам иткән ир менән ҡатын, бер-береһен яратырға һәм бер-береһенә тоғро булырға ант биргәндәрен иҫтә тотһалар, Алланың юғары принциптары ярҙамында бергәләп теләһә ниндәй ауырлыҡты сисә алыр.

4, 5. а) Ғаиләнең башы булараҡ, ирҙәрҙең ниндәй вазифаһы бар? б) Ҡатын иренең баш булыуына нисек ҡарарға тейеш? в) Бер ирле-ҡатынлы парға ниндәй үҙгәрештәр яһарға тура килгән?

4 Ир менән ҡатындың ғаиләләге вазифалары хаҡында Павел былай тип әйткән: «Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ, сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең Башы булған кеүек, ир — ҡатынының башы» (Ефес. 5:22, 23). Был, әлбиттә, ҡатындың дәрәжәһе иренекенән түбәнерәк тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, был принципты ҡулланыу ҡатынға Алла үҙенә биргән бындай ролде үтәргә ярҙам итә: «Кешенең [Әҙәмдең] яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайыҡ» (Баш. 2:18). Йыйылыштың Башы Ғайса Мәсих яратыу күрһәткән һымаҡ, мәсихсе ир ҙә ғаиләлә баш булыу ролен яратыу менән үтәргә тейеш. Шул саҡта ҡатыны хәүефһеҙлек тойор, ирен теләп хөрмәт итер, уға рәхәтләнеп ярҙам итер һәм буйһонор.

5 Кэти [1] исемле бер апай-ҡәрҙәш, кейәүгә сыҡҡандан һуң үҙен үҙгәртергә тура килгәнен танып, былай ти: «Никахҡа ингәнсе, мин үҙем теләгәнсә йәшәнем һәм үҙем хаҡында үҙем ҡайғырттым. Ғаилә ҡорғас, миңә башҡаса эшләй башларға — иремә таянырға өйрәнергә кәрәк булды. Әлбиттә, ҡайһы саҡта еңел булманы, әммә, Йәһүә өйрәткәнсә эш итеп, беҙ бер-беребеҙгә бик яҡынайҙыҡ». Ә уның ире Фред былай ти: «Ҡарарҙар ҡабул итеү минең өсөн бер ҡасан да еңел булманы. Никахта быны эшләү икеләтә ауырлашты, сөнки хәҙер тағы бер кешенең фекерен иҫәпкә алырға кәрәк ине. Әммә мин гел Йәһүәгә доға ҡылам һәм ҡатынымдың тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалырға тырышам, һөҙөмтәлә үҙ ролемде үтәү көндән-көн еңелерәк була бара. Мин беҙҙең бер команда булыуыбыҙҙы тоям!»

6. «Барыһын да берләштер[гән]» яратыу нисек никахтағы ауырлыҡтарҙы хәл итергә ярҙам итә?

6 Ныҡлы никах бер-береһенең етешһеҙлектәрен иҫәпкә алған ике кешенән тора. Улар бер-береһенә түҙемле һәм бер-береһен ихлас күңелдән кисерә. Әлбиттә, ир менән ҡатын икеһе лә хаталар яһай. Әммә шундай саҡта хаталарҙан нимәгәлер өйрәнергә, кисерергә һәм «барыһын да берләштер[гән]» яратыуҙы тулы дәрәжәлә күрһәтергә мөмкинлектәр тыуа (Кол. 3:13, 14). Бынан тыш, «мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, ...яуызлыҡ тотмай» (1 Кор. 13:4, 5). Аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, уны мөмкин тиклем тиҙерәк яйға һалырға кәрәк. Мәсихсе ирле-ҡатынлылар ҡаршылыҡтарҙы шул уҡ көндө хәл итергә тырышырға тейеш (Ефес. 4:26, 27). Ихлас күңелдән «рәнйетеүем өсөн ғәфү ит» тип әйтер өсөн баҫалҡылыҡ һәм ҡыйыулыҡ кәрәк, әммә был һүҙҙәр проблемаларҙы хәл итеүҙә һәм бер-береңә яҡынайыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

НАҘ АЙЫРЫУСА КӘРӘК БУЛҒАН САҠ

7, 8. а) Изге Яҙмала никахтағы енси яҡынлыҡҡа ҡарата ниндәй кәңәштәр бирелә? б) Ни өсөн ир һәм ҡатынға бер-береһе менән наҙлы булыу мөһим?

7 Изге Яҙмала ирле-ҡатынлыларға енси яҡынлыҡҡа дөрөҫ ҡараш булдырырға ярҙам иткән аҡыллы кәңәштәр бирелә. (1 Коринфтарға 7:3—5-те уҡығыҙ.) Был өлкәлә тормош иптәшеңдең ихтыяждарына һәм тойғоларына ҡарата һиҙгер булыу үтә мөһим. Әгәр ир ҡатынына етерлек наҙ күрһәтмәһә, ғаилә тормошоноң был яғы уға рәхәтлек килтермәҫ. Ирҙәр ҡатындарына ҡарата «иғтибарлы» булырға тейеш (1 Пет. 3:7). Тормош иптәшеңдән енси мөнәсәбәткә инеүҙе талап итергә йәки уны быға мәжбүр итергә ярамай, был ике яҡтың да ризалығы буйынса булырға тейеш. Ирҙәрҙең, ғәҙәттә, ҡатындарға ҡарағанда енси дәрте тиҙерәк уяна, шуның өсөн енси яҡынлыҡҡа икеһе лә әҙер булһын өсөн етерлек ваҡыт бүлергә кәрәк.

8 Изге Яҙмала енси яҡынлыҡ ваҡытында ниндәй иркәләүҙәр урынлы икәне әйтелмәһә лә (әлбиттә, улар тәбиғи булырға тейеш), унда иркәләүҙәр иҫкә алына (Йыр. 1:2; 2:6). Мәсихсе ир һәм ҡатын бер-береһе менән наҙлы булырға тейеш.

9. Ни өсөн мәсихсегә үҙе менән никахта тормаған кешегә енси ҡыҙыҡһыныу күрһәтергә ярамай?

9 Аллаға һәм яҡындарыбыҙға ҡарата көслө яратыу бер кемгә лә һәм бер нәмәгә лә никах мөнәсәбәттәрен ҡаҡшатырға бирмәйәсәк. Ире йә ҡатыны порнография менән мауығып китеү сәбәпле, ҡайһы берәүҙәрҙең никахтары ҡаҡшаған йә хатта емерелгән. Порнографияға ҡарата һәр ҡыҙыҡһыныуҙы һәм енси теләктәрҙе никахтан тыш ҡәнәғәтләндереү теләген шунда уҡ тамырынан йолҡоп ташлау үтә мөһим. Флирттан һәм хатта флирт булып күренгән тәртиптән тәүәккәллек менән ҡасырға кәрәк, сөнки ундай тәртип яратыу етмәүен күрһәтә. Алла бөтә уйҙарыбыҙҙы һәм эштәребеҙҙе белә икәнен иҫтә тотһаҡ, был уға тыңлаусан булырға һәм сафлыҡ һаҡларға теләгебеҙҙе көсәйтер. (Матфей 5:27, 28; Еврейҙарға 4:13-тө уҡығыҙ.)

НИКАХҠА ҠУРҠЫНЫС ЯНАҒАНДА

10, 11. а) Айырылышыу ни тиклем киң таралған? б) Изге Яҙмала айырым йәшәү тураһында нимә әйтелә? в) Ир менән ҡатынға айырым йәшәү тураһында ашығыс ҡарар ҡабул итмәҫкә нимә ярҙам итәсәк?

10 Әгәр никахта һәр саҡ етди проблемалар тыуып торһа, ир йә ҡатын йәки икеһе лә айырым йәшәү йәиһә айырылышыу берҙән-бер сара тигән ҡарарға килергә мөмкин. Ҡайһы бер илдәрҙә никахтарҙың яртыһынан күберәге айырылышыу менән тамамлана. Алла халҡы араһында хәл ул тиклем аяныс түгел, ләкин мәсихселәр ғаиләләрендәге проблемаларҙың арта барыуы хафаға төшөрә.

11 Изге Яҙмала бындай кәңәш бирелә: «Өйләнешкәндәргә мин түгел, Раббы әмер бирә: ҡатын иренән айырылмаһын. Әгәр айырыла икән, ирһеҙ торһон, йәки үҙ ире менән яңынан килешһен. Ир ҙә үҙ ҡатынын ташламаһын» (1 Кор. 7:10, 11). Тормош иптәшеңдән айырым йәшәүгә еңел ҡарарға ярамай. Айырым йәшәү етди проблемаларҙы хәл итә кеүек тойолһа ла, йыш ҡына ул тағы ла күберәк ауырлыҡтарға килтерә. Алланың, ир кеше атаһы менән әсәһен ҡалдырып ҡатынына ҡушылыр, тигән һүҙҙәрен ҡабатлағандан һуң, Ғайса: «Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын», — тигән (Матф. 19:3—6; Баш. 2:24). Был һүҙҙәр ир ҙә, ҡатын да Алла ҡушҡанды айырырға тейеш түгел тигәнде аңлата. Йәһүә никахҡа ғүмерлек союзға ҡараған һымаҡ ҡарай (1 Кор. 7:39). Әгәр ирле-ҡатынлы парҙар һәр кешенең Алла алдында хисап тотасағын иҫтә тотһа, улар проблемаларҙы етдирәк булып китмәҫ борон, мөмкин тиклем тиҙерәк сисергә тырышыр.

12. Нимә арҡаһында ир йә ҡатын айырым йәшәү хаҡында уйлай башларға мөмкин?

12 Никахтағы ҡайһы бер ауырлыҡтарҙың нигеҙендә реаль булмаған өмөттәр ятырға мөмкин. Бәхетле никах тураһындағы хыялдар тормошҡа ашмағанда, кеше үҙен ҡәнәғәтһеҙ, алданған итеп тойорға һәм хатта асыуланырға мөмкин. Ҡаршылыҡтар төрлө тәрбиә алыу йә эмоциональ яҡтан төрлө булыу сәбәпле, шулай уҡ туғандар менән мөнәсәбәттәр, балалар тәрбиәләүгә төрлө ҡараш йәки аҡса арҡаһында тыуа ала. Әммә никахта торған күпселек мәсихселәр, Алла принциптарына буйһоноп, бөтә бындай ҡатмарлы һорауҙарҙа бер ҡарарға килә. Был маҡтауға лайыҡ.

13. Ниндәй осраҡтарҙа айырым йәшәү нигеҙле?

13 Айырым йәшәү нигеҙле булған ғәҙәттән тыш осраҡтар ҙа бар: ғаилә хаҡында белә тороп ҡайғыртмау, сиктән тыш аяуһыҙ мөғәмәлә итеү һәм рухи һаулыҡҡа етди ҡурҡыныс янау. Шундай осраҡтарҙа ҡайһы бер мәсихселәр тормош иптәшенән айырым йәшәргә ҡарар иткән. Мәсихселәргә, никахтарында етди ауырлыҡтар тыуһа, өлкәндәрҙән ярҙам һорарға кәрәк. Рухи яҡтан өлгөрөп еткән был ағай-ҡәрҙәштәр никахта тороусыларға Алла Һүҙендәге кәңәштәрҙе ҡулланырға ярҙам итә ала. Ир менән ҡатын Йәһүәнән изге рух биреүен, шулай уҡ Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыуҙа һәм изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы сағылдырыуҙа ярҙам итеүен һорап доға ҡылырға тейеш (Гал. 5:22, 23) [2].

14. Изге Яҙмала Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кеше менән никахта тороусыларға ниндәй кәңәш бирелә?

14 Ҡайһы бер мәсихселәр әлегә Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән никахта тора. Изге Яҙмала ни өсөн ундай мәсихселәрҙең үҙ тормош иптәше менән ҡалырға тейешлегенә нигеҙле сәбәптәр килтерелә. (1 Коринфтарға 7:12—14-те уҡығыҙ.) Алла хеҙмәтсеһе менән никахта торған кешенең, аңлаймы ул быны, юҡмы, «изгелеккә ҡатнашы бар». Бындай ғаиләлә балалар тыуһа, «изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар» тип һанала, һәм улар Алланың яҡлауы аҫтында. Павел былай тип яҙған: «Ҡатын кеше, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡарыуға килтерерһең? Йәки һин, ир кеше, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?» (1 Кор. 7:16). Йәһүә шаһиттарының һәр бер йыйылышында тиерлек үҙенең тормош иптәшенә ҡотолоу юлына баҫырға ярҙам иткән мәсихселәр бар.

15, 16. а) Ирҙәре Аллаға хеҙмәт итмәгән ҡатындарға Изге Яҙма ниндәй кәңәш бирә? б) «Иманы булмаған айырылырға теләй икән», мәсихсегә үҙен нисек тоторға?

15 Илсе Петр мәсихсе ҡатындарҙы былай тип өндәгән: «Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр ирҙәрегеҙ араһында ҡайһы берәүҙәр Алла һүҙен кире ҡаҡһа, уларҙы бер ниндәй һүҙҙәрһеҙ Алла ҡаршыһына баҫтырырһығыҙ. Һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күргәнгә, улар иманға килер». Көндәр буйы иманы хаҡында һөйләү урынына, Алла алдында ҡиммәтле булған «баҫалҡы һәм тыныс хол[оҡ]» сағылдырып, ҡатын иренә хаҡ ғибәҙәткә ҡушылырға тиҙерәк ярҙам итер (1 Пет. 3:1—4).

16 Ә әгәр мәсихсе булмаған ир йә ҡатын үҙенең Аллаға хеҙмәт иткән тормош иптәшенән китергә теләһә, нишләргә? Изге Яҙмала былай тиелә: «Иманы булмаған айырылырға теләй икән, айырылһын. Бындай осраҡта иманлы ир йәки ҡатын-ҡыҙ иман тотмаусы менән бәйләнмәгән. Алла беҙҙе именлектә йәшәргә саҡырҙы» (1 Кор. 7:15). Был, әлбиттә, мәсихсенең яңы никахҡа инер өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәбе барлыҡҡа килде тигәнде аңлатмай, әммә ул тормош иптәшен үҙе менән ҡалырға мәжбүр итергә лә бурыслы түгел. Айырым йәшәү ниндәйҙер дәрәжәлә тыныслыҡ һәм именлек килтерергә мөмкин. Мәсихсе үҙен ҡалдырған тормош иптәшенең, никахты һаҡларға теләп, кире ҡайтырына һәм ваҡыт уҙыу менән Йәһүәгә хеҙмәт итә башларына өмөтләнә ала.

НИКАХ ҺӘМ ТОРМОШТАҒЫ ИҢ МӨҺИМ НӘМӘЛӘР

Рухи нәмәләрҙе беренсе урынға ҡуйыу никахты бәхетлерәк итә ала (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Мәсихсе парҙар тормоштарында нимәне беренсе урынға ҡуйырға тейеш?

17 Беҙ «ахырызаман» осороноң аҙағында, «ауыр ваҡыттар[ҙа]» йәшәйбеҙ (2 Тим. 3:1—5). Ләкин, рухи яҡтан ныҡ булһаҡ, был донъяның насар йоғонтоһона ҡаршы тора алырбыҙ. «Ваҡыт аҙ ҡалды, — тип яҙған илсе Павел, — шулай булғас, бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек, ...был донъя менән файҙаланғандар файҙаланмаусылар кеүек булһындар» (1 Кор. 7:29—31). Павел мәсихселәрҙе никахтағы бурыстарын оноторға саҡырмаған. Шулай ҙа, ваҡыт әҙ ҡалғанға, улар рухи нәмәләрҙе тормоштарында беренсе урынға ҡуйырға тейеш (Матф. 6:33).

18. Нимә ярҙамында мәсихселәр никахта бәхетле һәм уңышлы була ала?

18 Был үтә ауыр ваҡыттарҙа күп ғаиләләр тарҡалһа ла, никахта бәхетле һәм уңышлы булыу мөмкин. Мәсихсе парҙар, Йәһүәгә уның халҡы менән бергә хеҙмәт итһә, Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланһа һәм изге рух биргән йүнәлеш буйынса эш итһә, «Алла ҡушҡанды» һаҡлай алыр (Марк 10:9).

^ [1] (5-се абзац) Исемдәр үҙгәртелгән.

^ [2] (13-сө абзац) «Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ» тигән китапта «Айырылышыуға һәм айырым йәшәүгә Алланың ҡарашы» тигән ҡушымтаны ҡарағыҙ.