Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Никахтың килеп сығышы һәм маҡсаты

Никахтың килеп сығышы һәм маҡсаты

«Раббы Алла былай тине: „Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы яратайыҡ“» (БАШ. 2:18).

ЙЫРҘАР: 36, 11

1, 2. а) Никах нисек барлыҡҡа килгән? б) Беренсе ир менән ҡатын никах тураһында, моғайын, нимәне аңлаған булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

НИКАХ — тормоштоң бик мөһим өлөшө. Уның килеп сығышына һәм маҡсатына байҡау яһау был мөнәсәбәттәргә дөрөҫ ҡарарға һәм ғаилә тормошо килтергән фатихаларҙан күберәк шатлыҡ табырға ярҙам итер. Беренсе кешене — Әҙәмде барлыҡҡа килтергәс, Алла уның янына, исем бирһен өсөн, хайуандарҙы килтергән. «Әммә кешегә лайыҡ ярҙамсы табылма[ған]». Шунда Алла, Әҙәмде тәрән йоҡоға талдырып, бер ҡабырғаһын алған да унан бер ҡатын яратып кеше янына алып килгән. (Башланмыш 2:20—24-те уҡығыҙ.) Шулай итеп Алла никахты булдырған.

2 «Ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». Ғайса раҫлауынса, был һүҙҙәрҙе Йәһүә әйткән (Матф. 19:4, 5). Беренсе ҡатынды Әҙәмдең ҡабырғаһынан яратып, Алла, күрәһең, беренсе ғаиләгә уларҙың союздары ни тиклем яҡын һәм айырылғыһыҙ булырға тейешлеген күрһәтергә теләгән. Алланың ниәте буйынса, кешеләр айырылышырға йәки бер үк ваҡытта бер нисә кеше менән никахҡа инергә тейеш булмаған.

НИКАХ ҺӘМ ЙӘҺҮӘНЕҢ НИӘТЕ

3. Никах ниндәй мөһим маҡсат менән булдырылған?

3 Әҙәм һылыу ҡатынына һоҡланып туя алмаған! Һуңыраҡ ул уға Һауа тигән исем биргән. Һауа Әҙәмде тулыландырып торған. Һәр береһе үҙ ролен үтәп көн һайын бер-береһен бәхетле итеп йәшәгәндә, Һауа Әҙәмгә «ярҙамсы» булған (Баш. 2:18). Никахтың мөһим маҡсаты ерҙе тултырыу булған (Баш. 1:28). Ата-әсәләрен бик ныҡ яратһалар ҙа, улдары һәм ҡыҙҙары, яңы ғаиләләр ҡорор өсөн, уларҙы ҡалдырып китергә тейеш булған. Кешеләр, ерҙе тейешле кимәлгә хәтле тултырып, аҡрынлап бөтә планетаны ожмахҡа әйләндерерҙәр ине.

4. Беренсе ғаилә менән нимә булған?

4 Беренсе ғаилә ҡот осҡос бәләгә юлыҡҡан: Әҙәм менән Һауа, Йәһүәне тыңламайынса, һайлау иркен урынһыҙ файҙаланған. «Боронғо йылан» — Шайтан Иблис Һауаны алдаған. Ул уны, «яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасы[ның]» емешен ашаһа, ниндәйҙер махсус белемгә эйә булып, нимә яҡшы һәм нимә насар икәнлеген үҙе хәл итә аласағына ышандырған. Һауа, иренең баш булыуын һанға һуҡмайынса, уға был хаҡта бер ни әйтмәгән. Алланы тыңлар урынына Әҙәм Һауа тәҡдим иткән емеште алып ашаған (Асыл. 12:9; Баш. 2:9, 16, 17; 3:1—6).

5. Әҙәм менән Һауаның Йәһүәгә биргән яуабынан ниндәй һабаҡ алып була?

5 Алла Әҙәмде яуапҡа тарттырғас, ул, ҡатынын ғәйепләп, былай тигән: «Һин миңә иш итеп биргән ҡатын — ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным». Һауа иһә үҙен алдаған йыланды ғәйепләгән (Баш. 3:12, 13). Ниндәй буш аҡланыуҙар! Йәһүәне тыңламағанға, беренсе пар фетнәселәр булараҡ хөкөм ителгән. Беҙҙең өсөн был ҙур һабаҡ булып тора. Никахта бәхетле булыр өсөн, ир ҙә, ҡатын да үҙ эштәре өсөн үҙе яуап бирергә һәм Йәһүәгә тыңлаусан булырға тейеш.

6. Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлекте нисек аңлатыр инегеҙ?

6 Шайтандың Эдендағы ҡылығына ҡарамаҫтан, Йәһүә, беренсе пәйғәмбәрлек әйтеп, кешелеккә өмөт биргән. (Башланмыш 3:15-те уҡығыҙ, ЯДТ *.) Был пәйғәмбәрлек буйынса, тәү башлап фетнә күтәргән рухи затты «ҡатындың» «тоҡомо» юҡ итәсәк. Шулай итеп Йәһүә кешеләргә үҙе һәм күктә үҙенә хеҙмәт иткән бихисап күп тәҡүә рухи заттар араһында махсус мөнәсәбәттәр барлығын белгерткән. Һуңыраҡ Изге Яҙманан шул асыҡланған: Алла үҙенең рухи заттарҙан торған һәм «ҡатын» менән сағыштырылған ойошмаһының бер ағзаһын ебәрәсәк; ебәрелгән был зат Иблисте юҡ итәсәк һәм тыңлаусан кешеләргә беренсе пар юғалтҡан фатихаларҙы алырға — Йәһүә башта ниәтләгәнсә, ерҙәге мәңгелек тормошҡа эйә булырға мөмкинлек бирәсәк (Яхъя 3:16).

7. а) Әҙәм менән Һауаның фетнәһе никахҡа нисек тәьҫир иткән? б) Изге Яҙма ирҙәр менән ҡатындарҙан нимә талап итә?

7 Әҙәм менән Һауаның фетнәһе уларҙың үҙҙәренең никахында ла, тоҡомдарының никахтарында ла ҙур эҙ ҡалдырған. Мәҫәлән, Һауанан башлап бөтә ҡатындар йөклө сағында һәм бала тапҡанда яфа сигә башлаған. Ҡатындарҙың күңеле ирҙәренә бик ныҡ тартылған, ирҙәр иһә, ҡатындары өҫтөнән хакимлыҡ итеп, ҡайһы саҡ хатта үҙҙәрен улар менән аяуһыҙ тотҡан; бөгөн бындай күренеште күп кенә ғаиләләрҙә күреп була (Баш. 3:16). Изге Яҙма ирҙәрҙән ғаиләлә баш булыу вазифаһын яратыу менән башҡарыуҙы талап итә. Ҡатындар, үҙ сиратында, ирҙәренә буйһонорға тейеш (Ефес. 5:33). Алланы тәрән ихтирам иткән ирҙәр менән ҡатындар бергә көс һалһа, ыҙғыш тыуҙырған хәлдәрҙе мөмкин тиклем кәметергә йә бөтөнләй булдырмаҫҡа була.

ӘҘӘМ КӨНДӘРЕНӘН АЛЫП ТУФАНҒА ТИКЛЕМГЕ НИКАХ

8. Әҙәм йәшәгән осорҙан алып Туфанға тиклем никах ниндәй үҙгәрештәр кисергән?

8 Гонаһ һәм камил булмау арҡаһында үлгәнгә тиклем Әҙәм менән Һауаның улдары һәм ҡыҙҙары тыуған (Баш. 5:4). Уларҙың беренсе улы Ҡабил үҙенең ҡыҙ туғанына өйләнгән. Изге Яҙма буйынса, Ҡабилдың тоҡомо Ламех ике ҡатын алған беренсе ир булған (Баш. 4:17, 19). Әҙәм йәшәгән осорҙан алып Нух көндәрендә булған Туфанға тиклем бер нисә генә кеше Йәһүәгә хеҙмәт иткән. Улар араһында Һабил, Ханох һәм Нух менән уның ғаиләһе булған. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Нух көндәрендә фәрештәләр, «кешеләрҙән тыуған ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп, ...уларҙы үҙҙәренә ҡатын итеп ал[ған]». Кеше тәне алған фәрештәләр һәм ҡатындар араһындағы тәбиғи булмаған был бәйләнештәрҙән бәһлеүәндәр булараҡ билдәле ҡаты бәғерле гибридтар тыуған. Бынан да бигерәк, «ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған — уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта» булған (Баш. 6:1—5).

9. Нух көндәрендә Йәһүә яуыздар менән нимә эшләгән, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

9 Нух көндәрендә Йәһүә Туфанда бөтә яуыздарҙы юҡҡа сығарған. Ул ваҡытта кешеләр тормош мәшәҡәттәре, шул иҫәптән никахҡа инеү менән шул хәтле мауыҡҡан булған, хатта «тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты[ң]» буласаҡ афәт хаҡындағы хәбәренә етди ҡарамаған (2 Пет. 2:5). Ғайса ул ваҡытты беҙҙең көндәрҙә буласаҡ хәл менән сағыштырған. (Матфей 24:37—39-ҙы уҡығыҙ.) Бөгөн күпселек кеше был яуыз донъя төҙөлөшөнөң ахыры алдынан барса халыҡтарға шаһитлыҡ биреү өсөн бөтә ер йөҙө буйынса вәғәзләнгән хәбәрҙе тыңларға теләмәй. Нух көндәрендәге хәлдәр беҙҙең өсөн етди киҫәтеү булып тора: хатта никах һәм балалар тәрбиәләү кеүек ғаилә менән бәйле эштәр ҙә иғтибарыбыҙҙы Йәһүә көнөн көтөүҙән ситкә алып китергә тейеш түгел.

ТУФАНДАН АЛЫП ҒАЙСА КӨНДӘРЕНӘ ТИКЛЕМГЕ НИКАХ

10. а) Күп культураларҙа енси аҙғынлыҡҡа нисек ҡарағандар? б) Ибраһим менән Сараның никахы ҡайһы яҡтарҙан яҡшы өлгө булып тора?

10 Нух һәм уның өс улының берәр генә ҡатыны булһа ла, ырыу башлыҡтары заманында бер нисә ҡатын алыу йолаһы таралған булған. Күп культураларҙа енси аҙғынлыҡ ғәҙәти күренеш булған, ул хатта дини йолаларға ла үтеп ингән. Ибрам (Ибраһим) ҡатыны Сарай (Сара) менән, Аллаға буйһоноп Ҡынаанға күсенгәс, ул ерҙәрҙең никахты һанға һуҡмаған йолалар менән тулы икәнен күргән. Йәһүә Содом һәм Аморраны юҡ итергә ҡарар иткән, сөнки был ҡалаларҙа йәшәүселәр ҡот осҡос аҙғынлыҡҡа батҡан йә уға күҙ йомған булған. Ибраһим бик яҡшы ғаилә башлығы булған, Сара ла иренә буйһоноуҙа матур өлгө ҡалдырған. (1 Петр 3:3—6-ны уҡығыҙ.) Ибраһим, улы Исхаҡ Йәһүәгә хеҙмәт иткән ҡыҙға өйләнһен өсөн, көсөнән килгәндең барыһын эшләгән. Был һорауҙа Исхаҡтың улы Яҡуп та хаҡ ғибәҙәтте уйлап эш иткән, уның улдарынан Израилдең 12 ҡәбиләһе сыҡҡан.

11. Муса ҡануны нисек израилдәрҙе яҡлаған?

11 Һуңыраҡ Йәһүә Яҡуптың (Израилдең) нәҫеле менән килешеү төҙөгән. Ырыу башлыҡтары заманында никах менән бәйле йолалар, шул иҫәптән бер нисә ҡатын алыу йолаһы Муса ҡануны тарафынан тәртипкә һалынған булған. Был Ҡанун, икенсе илаһтарға табынған кешеләр менән никахҡа инеүҙе тыйып, израилдәрҙе рухи яҡтан яҡлаған. (Ҡанун 7:3, 4-те уҡығыҙ *.) Берәйһенең ғаиләһендә етди ауырлыҡтар тыуған саҡта йыш ҡына өлкәндәр ярҙамға килгән. Тоғролоҡһоҙлоҡ, көнләшеү һәм шик тотоу менән бәйле осраҡтар тейешле рәүештә яйға һалынған. Ҡанун талаптарына тура килгән осраҡтарҙа айырылышыу рөхсәт ителгән. Ир кеше, ҡатынының «килешһеҙ тәртибен» күрһә, уның менән айырылыша алған (Ҡан. 24:1). Ҡанунда «килешһеҙ тәртиптең» үҙ эсенә нимәне алыуы әйтелмәһә лә, һүҙ юҡ-бар тураһында бармаған тип фараз итеү дөрөҫ булыр (Лев. 19:18).

ТОРМОШ ИПТӘШЕГЕҘ МЕНӘН ҮҘЕГЕҘҘЕ МӘКЕРЛЕ ТОТМАҒЫҘ

12, 13. а) Малахи көндәрендә ҡайһы бер ирҙәр ҡатындары менән үҙҙәрен нисек тотҡан? б) Бөгөн, һыуға сумдырылған кеше икенсе кешенең тормош иптәшенә китһә, был ниндәй эҙемтәләргә килтерер ине?

12 Малахи пәйғәмбәр көндәрендә күп йәһүд ирҙәре үҙҙәрен мәкерле тотҡан: теләһә ниндәй һылтау табып, ҡатындары менән айырылышҡан. Шулай итеп ул ирҙәр, күрәһең, йәшерәк йә мәжүси ҡатындарға өйләнер өсөн, йәш саҡтарында өйләнгән ҡатындарынан ҡотолған. Ғайса ерҙә йәшәгәндә, йәһүдтәр һаман да үҙҙәрен мәкерле тотҡан: «ниндәйҙер сәбәп» табып, ҡатындары менән айырылышырға тырышҡан (Матф. 19:3). Йәһүә Алла ундай айырылышыуҙы күрә алмаған. (Малахи 2:13—16-ны уҡығыҙ *.)

13 Хәҙерге ваҡытта Йәһүә халҡында ундай мәкерлеккә урын юҡ. Әйтәйек, никахта булған һыуға сумдырылған бер мәсихсе ир йә ҡатын икенсе кешенең тормош иптәшенә китә һәм, айырылышыу ҡағыҙы алғас, уның менән никахҡа инә, ти. Әгәр был мәсихсе тәүбә итмәһә, йыйылыш рухи яҡтан саф булып ҡалһын өсөн, уны йыйылыштан сығаралар (1 Кор. 5:11—13). Ундай кеше, кире йыйылышҡа ҡайтырға теләһә, «ихлас тәүбә итеү[ҙе] эш менән күрһәте[ргә]» тейеш (Лука 3:8; 2 Кор. 2:5—10). Кешегә кире йыйылышҡа ҡайтырға рөхсәт итер алдынан күпме ваҡыт үтергә тейешлеге аныҡ ҡына билдәләнгән булмаһа ла, Алла халҡы араһында бик һирәк осраған ундай мәкерлек — етди гонаһ икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Гонаһ ҡылған кеше ысын күңелдән тәүбә итеүен раҫлаһын өсөн, арыу уҡ ваҡыт — бер йыл йә күберәк ваҡыт үтергә тейеш. Ундай кешегә кире йыйылышҡа ҡайтырға рөхсәт ителһә лә, уға барыбер, «Аллабыҙ хөкөмө алдына баҫ[ып]», тәүбә итеүе ихлас күңелдән булғанмы, юҡмы икәне хаҡында хисап тоторға кәрәк буласаҡ. (Рим. 14:10—12; 2006 йылдың 15 сентябрь айындағы «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 29—30-сы биттәрен ҡарағыҙ.)

МӘСИХСЕЛӘР АРАҺЫНДАҒЫ НИКАХ

14. Ҡанундың төп маҡсаты ниндәй булған?

14 Муса ҡануны 1 500 йылдан ашыу ваҡыт буйына израилдәрҙең тормошон тәртипкә һалған. Ҡанун, Мәсихкә алып барған тәрбиәсе булараҡ, Алла халҡына ғаилә менән бәйле һорауҙарҙы һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл иткәндә тәҡүә принциптарҙы иҫтә тоторға ярҙам иткән (Гал. 3:23, 24). Ғайса Мәсих үлгәндән һуң Ҡанун ғәмәлдән сығарылған булған, һәм Алла яңы тәртип индергән (Евр. 8:6). Был тәртип Ҡанунда рөхсәт ителгән ҡайһы бер йолаларҙы ҡулланыуҙан сығарған.

15. а) Мәсихселәр йыйылышында никахҡа ҡағылышлы ниндәй талап үтәлергә тейеш? б) Айырылышыу тураһында уйлаған мәсихсегә нимәне иҫәпкә алыр кәрәк?

15 Фарисейҙарҙың һорауына яуап биргәндә Ғайса, Муса айырылышыуҙы рөхсәт иткән булһа ла, «тәүҙән улай түгел ине», тигән (Матф. 19:6—8). Шулай итеп Ғайса Алланың Эден баҡсаһында урынлаштырылған никахҡа ҡағылышлы талабы мәсихселәр йыйылышында ла үтәләсәген белгерткән (1 Тим. 3:2, 12). «Бер тән» булыр өсөн, никахҡа ингән кешеләр тормош иптәшенә «ҡушылыр[ға]» һәм, Аллаға һәм бер-береһенә яратыу күрһәтеп, никахын нығытырға тейеш булған. Әгәр берәйһе тормош иптәше енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылмай тороп айырылыша икән, уның яңы никахҡа инергә хаҡы юҡ (Матф. 19:9). Әлбиттә, мәсихсе гонаһ ҡылғандан һуң тәүбә иткән тормош иптәшен ғәфү итә ала. Күрәһең, Осия пәйғәмбәр шулай эш иткән дә: ул үҙенә хыянат иткән ҡатынын кисергән. Шуның шикелле, Йәһүә лә рухи зина ҡылып тәүбә иткән Израиль халҡына шәфҡәтлек күрһәткән (Ос. 3:1—5). Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: ғәйепһеҙ ир йә ҡатын, тормош иптәшенең хыянат итеүе хаҡында белә тороп, уның менән яҡынлыҡ ҡыла икән, бының менән ул тормош иптәшен кисереүен күрһәтә. Был осраҡта уның инде айырылышыр өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән сәбәбе юҡ.

16. Ғайса никахҡа инмәйенсә йәшәү тураһында нимә әйткән?

16 Ысын мәсихселәр араһында айырылышыр өсөн берҙән-бер сәбәп енси әхлаҡһыҙлыҡ икәнен күрһәткәс, Ғайса никахҡа инмәйенсә йәшәй алғандар хаҡында әйткән. Ул былай тигән: «Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен» (Матф. 19:10—12). Күптәр, Йәһүәгә иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйенсә хеҙмәт итер өсөн, яңғыҙ ҡалырға ҡарар иткән. Ундай ҡарар ҡабул иткән кешеләр маҡтауға лайыҡ.

17. Мәсихсегә никахҡа инергәме, юҡмы икәнен хәл итергә нимә ярҙам итә ала?

17 Никахҡа инергәме, юҡмы? Был һорауҙы хәл итер өсөн, кеше үҙенең яңғыҙ йәшәй аламы, юҡмы икәнен аңларға тейеш. Илсе Павел никахҡа инмәйенсә йәшәргә кәңәш иткән, шулай ҙа ул: «Фәхешлек булмаһын өсөн, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын», — тигән. Ул былай тип дауам иткән: «Тыйыла алмаһалар, тормош ҡорһондар, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ». Никахҡа инеү кешегә, енси теләктәрен ҡәнәғәтләндереп, мастурбация ғәҙәтенән йә енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға ярҙам итә ала. Был һорауҙа кешегә үҙенең йәшен дә иҫәпкә алырға кәрәк, шунлыҡтан илсе былай тигән: «Никахҡа инмәгән кеше енси теләктәренә хужа була алмағанын һиҙһә һәм бик йәш булмаһа, ул саҡта, теләһә, никахҡа инһен. Гонаһ булмаҫ. Ундайҙар никахҡа инһендәр» (1 Кор. 7:2, 9; 1 Кор. 7:36, ЯДТ; 1 Тим. 4:1—3). Шулай ҙа кеше йәш саҡта була торған көслө енси теләктәре арҡаһында ғына никахҡа инергә тейеш түгел, сөнки ул үҙ өҫтөнә ғаилә тормошо менән бәйле яуаплылыҡты алыр өсөн өлгөрөп етмәҫкә мөмкин.

18, 19. а) Мәсихселәр кем менән никахҡа инергә тейеш? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

18 Мәсихселәр Йәһүәгә бағышланған һәм уны бөтә йөрәге менән яратҡан кешеләр менән генә никахҡа инергә тейеш. Шулай уҡ улар бер-береһен шул тиклем ныҡ яратырға, хатта тормоштарын никах бәйләнештәре менән бәйләргә әҙер булырға тейеш. Шик тә юҡ, «Раббыға инаныусы» менән генә никахҡа инергә тигән кәңәш буйынса эш итеү уларға мул фатихалар килтерәсәк (1 Кор. 7:39). Өйләнешкәс, улар Изге Яҙмала никахты бәхетле итер өсөн иң яҡшы кәңәштәр бирелеүенә үҙҙәре инаныр.

19 «Ахырызаман» көндәрендә бик күп ирҙәр һәм ҡатындар ғаилә бәхетенә ҡамасаулаған һыҙаттар сағылдыра. Ошондай ваҡытта йәшәп, мәсихселәр никахтағы ауырлыҡтарҙы нисек уңышлы итеп хәл итә ала? Киләһе мәҡәләлә быға ҡағылышлы принциптар ҡараласаҡ (2 Тим. 3:1—5). Үҙенең Һүҙе аша Йәһүә беҙгә никахты нығытырға һәм уның халҡы менән артабан да мәңгелек тормош юлынан барырға ярҙам иткән ҡиммәтле кәңәштәр бирә (Матф. 7:13, 14).

^ 6 абз. Башланмыш 3:15, ЯДТ: «Һинең менән ҡатын араһына, һинең тоҡомоң менән уның тоҡомо араһына дошманлыҡ һаласаҡмын. Ул һинең башыңды ярыр, һин иһә уны үксәһенән сағырһың».

^ 11 абз. Ҡанун 7:3, 4: «Улар менән бер ниндәй никах килешеүе төҙөмә. Ҡыҙҙарыңды уларҙың улдарына бирмә һәм уларҙың ҡыҙҙарын улдарыңа алма. Сөнки улар улдарыңды Алланан алып китеп башҡа илаһтарға хеҙмәт итеүгә ылыҡтырыр. Шунда Йәһүәнең һеҙгә асыуы ҡабыныр, һәм ул һеҙҙе бик тиҙ юҡ итер».

^ 12 абз. Малахи 2:13—16: «Һеҙ ҡылған тағы бер эш арҡаһында Йәһүәнең ҡорбан килтереү урыны өҫтөнә илап көрһөнөүселәрҙең күҙ йәштәре аға. Һөҙөмтәлә Ул инде бүләгегеҙгә лә иғтибар итмәй, килтергән бер әйберегеҙҙе лә хуп күрмәй. Һеҙ: „Ни өсөн?“ — тип һорайһығыҙ. Сөнки Йәһүә үҙе һиңә ҡаршы шаһитлыҡ итә, һин бит йәш сағыңда өйләнгән ҡатының менән, ул һинең тормош иптәшең һәм килешеү буйынса ҡатының булһа ла, үҙеңде мәкерле тоттоң. Ләкин ҡайһы берәүҙәр улай эшләмәне, сөнки уларҙа Алла рухы ҡалған ине. Улар нимә эҙләне? Алланан тоҡом. Шуға күрә рухығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм йәш сағығыҙҙа өйләнгән ҡатынығыҙ менән үҙегеҙҙе мәкерле тотмағыҙ. Мин бит айырылышыуҙы нәфрәт итәм, — тип әйтә Израиль Аллаһы Йәһүә, — һәм йәбер-золомдо кейем кейгәндәй кейгән кешене күрә алмайым, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. — Рухығыҙҙы һаҡлағыҙ, үҙегеҙҙе мәкерле тотмағыҙ».