Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Рухи яҡтан үҫергә кәрәклеген аңлайһығыҙмы?

Рухи яҡтан үҫергә кәрәклеген аңлайһығыҙмы?

«Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, вәғәзлә, өйрәт» (1 ТИМ. 4:13).

ЙЫРҘАР: 45, 42

1, 2. а) Ишағыя 60:22-ләге һүҙҙәр беҙ йәшәгән һуңғы көндәрҙә нисек үтәлә? б) Бөгөн Йәһүә ойошмаһының ерҙәге өлөшөндә ниндәй ихтыяж бар?

«КЕСКЕНӘНӘН мең сығыр, әһәмиәтһеҙҙән көслө халыҡ барлыҡҡа килер» (Ишағ. 60:22). Был пәйғәмбәрлек беҙ йәшәгән һуңғы көндәрҙә үтәлә. 2015 хеҙмәт йылында бөтә донъя буйынса 8 220 105 кеше Батшалыҡ вәғәзсеһе булып хеҙмәт итте! Пәйғәмбәрлектең һуңғы өлөшөндә әйтелгән һүҙҙәр һәр беребеҙгә тәьҫир итергә тейеш, сөнки күктәге Атабыҙ былай ти: «Мин, Йәһүә, быны үҙ ваҡытында тиҙләтермен». Тиҙлеген арттыра барған поездағы пассажирҙар һымаҡ, беҙ шәкерттәр әҙерләү эшенең тиҙлеге шәбәйеүен тоябыҙ. Тиҙлектең арта барыуы һәр беребеҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш? Беҙ, Батшалыҡтың ашҡыныусан вәғәзселәре булараҡ, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләйбеҙме? Күп кенә ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр пионер йә ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итә. Ә күпме ҡәрҙәш вәғәзселәр етмәгән ерҙәргә күсә йәки башҡа теократик проекттарҙа ҡатнаша! Быны күреү бик ҙур шатлыҡ килтерә.

2 Шулай ҙа эшселәргә ихтыяж арта бара. Йыл һайын 2 000-гә яҡын йыйылыш барлыҡҡа килә. Һәр йыйылышта 5 өлкән булһын өсөн йыл һайын 10 000 хеҙмәт ярҙамсыһы күҙәтеүселәр булып китергә тейеш. Был инде тағы меңләгән ағай-ҡәрҙәштең хеҙмәт ярҙамсыһына ҡуйылған талаптарға тура килергә тейешлеген аңлата. Бынан тыш, мәсихселәрҙең барыһына ла — ағай-ҡәрҙәштәргә лә, апай-ҡәрҙәштәргә лә — «Раббы эшен[д]ә» эш әле бик күп (1 Кор. 15:58).

РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕҮ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

3, 4. Һеҙ ниндәй рухи маҡсаттар ҡуя алаһығыҙ?

3 1 Тимофейға 3:1-ҙе уҡығыҙ. «Ынтылыу» тип тәржемә ителгән грек телендәге ҡылым берәйһенең, күрәһең, йәнәшәһендә түгел, ә алыҫтараҡ ятҡан әйберҙе алыу өсөн ынтылыуын белдерә. Был һүҙҙе ҡулланып, илсе Павел рухи яҡтан үҫеүҙең тырышлыҡтар талап итеүен айырыуса асыҡ итеп күрһәткән. Күҙ алдына килтерегеҙ: бер ағай-ҡәрҙәш йыйылышта ниндәй вазифалар башҡара алыуы хаҡында уйлай. Бәлки, әлегә хеҙмәт ярҙамсыһы булмаһа ла, ул үҙенә рухи сифаттар үҫтерергә кәрәклеген аңлай. Тәүҙә ул хеҙмәт ярҙамсыһына ҡуйылған талаптарға тура килергә маҡсат ҡуя. Ваҡыт үтә, һәм хәҙер инде ул үҙенең күҙәтеүсе булып хеҙмәт итер өсөн рухи яҡтан етерлек дәрәжәлә үҫеп еткәненә өмөтләнә. Күренеүенсә, һәр осраҡта уға йыйылышта өҫтәмә вазифалар башҡарыусыларға ҡуйылған талаптарға тура килер өсөн күп көс һалырға кәрәк.

4 Пионерҙар, вефилселәр йә Батшалыҡ залдарын төҙөүселәр булараҡ хеҙмәт итергә теләгән һәм ошо маҡсаттарға ирешер өсөн күп тырышлыҡ һалған ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәр маҡтауға лайыҡ. Әйҙәгеҙ, Алла Һүҙенең беҙҙе рухи яҡтан үҫергә нисек дәртләндергәнен ҡарап сығайыҡ.

АРТАБАН ДА РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕРГӘ ЫНТЫЛЫҒЫҘ

5. Егеттәр һәм ҡыҙҙар Батшалыҡ эшендә көстәрен нисек ҡуллана?

5 Йәш мәсихселәр, көс-дәрттәре ташып торғанға, Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә күп эштәр башҡара ала. (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:29-ҙы уҡығыҙ *.) Ҡайһы бер йәш ҡәрҙәштәр, Изге Яҙма китабын һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы баҫтырып сығарырға һәм төпләргә ярҙам итеп, Вефилдә хеҙмәт итә. Күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙар Батшалыҡ залдарын төҙөүҙә һәм уларҙы хеҙмәтләндереүҙә ҡатнаша. Тәбиғәт афәттәре булғанда, йәш Йәһүә шаһиттары, тәжрибәлерәк ҡәрҙәштәргә ҡушылып, зыян күргәндәргә ярҙам итә. Ә күп йәш пионерҙар, ерле халыҡҡа йәки икенсе телдә һөйләшкән кешеләргә вәғәзләп, һөйөнөслө хәбәр менән бүлешә.

6—8. а) Бер йәш егет Аллаға хеҙмәт итеүгә ҡарашын нисек үҙгәрткән, һәм был нимәгә килтергән? б) Һеҙ нисек Йәһүәнең игелеген татып, уның ни тиклем яҡшы икәнен күрә алаһығыҙ?

6 Моғайын, һеҙ Аллаға бөтә йөрәктән хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген аңлайһығыҙҙыр. Әммә ҡасандыр Эрон исемле ағай-ҡәрҙәш кисергән тойғолар һеҙгә лә таныш булһа, нишләргә? Мәсихселәр ғаиләһендә үҫһә лә, ул былай ти: «Миңә йыйылышта һәм вәғәздә бер ҙә ҡыҙыҡ түгел ине». Аллаға шатланып хеҙмәт итергә теләһә лә, ул үҙенең ни өсөн быны булдыра алмағанын аңламаған. Эрон нимә эшләргә булған?

7 Ул рухи эштәр тәртибе төҙөгән: көн дә Изге Яҙманы уҡыған, йыйылыш осрашыуҙарына әҙерләнгән һәм уларҙа ҡатнашҡан. Ә иң мөһиме, Эрон даими рәүештә доға ҡылған. Уның Йәһүәгә ҡарата яратыуы үҫә барған, һәм ул рухи уңыштарға өлгәшә башлаған. Шул ваҡыттан алып ул рәхәтләнеп пионер булып хеҙмәт иткән, тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан һәм башҡа илдә вәғәзләгән. Хәҙер Эрон йыйылышта өлкән вазифаһын башҡара һәм Вефилдә хеҙмәт итә. Ул үҙенең тормошо хаҡында нимә уйлай? «Мин Йәһүәнең игелеген татыным һәм уның ни тиклем яҡшы икәнлеген күрҙем. Ул мине фатихалай, шунлыҡтан мин, үҙемде уның алдында бурыслы итеп тойоп, хеҙмәттә күберәк эшләргә тырышам. Ә был, үҙ сиратында, тағы ла күберәк фатихалар килтерә!» — ти ул.

8 Мәҙхиә йырлаусы: «Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән дә мәхрүм булмаҫ», — тип йырлаған. (Зәбур 34:8—10-ды уҡығыҙ *.) Ысынлап та, Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итеүселәрҙең өмөттәре аҡланмай ҡалмаҫ. Хеҙмәттә көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләгәндә, беҙ «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ» тигән һүҙҙәрҙең хаҡлығына инанабыҙ. Аллаға ысын күңелдән ғибәҙәт ҡылып, беҙ сағыштырғыһыҙ бәхет кисерәбеҙ.

НЫҠЫШ БУЛЫҒЫҘ ҺӘМ БИРЕШМӘГЕҘ

9, 10. Ни өсөн «сабырлыҡ менән көтә» белеү мөһим?

9 Маҡсаттарға өлгәшергә тырышҡанда, ҡай саҡ «сабырлыҡ менән көтөргә» кәрәк (Миҡ. 7:7). Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренә ҡайһы ваҡыт үҙҙәренә яуаплы вазифалар тапшырыуҙарын йә тормош шарттарының ыңғай яҡҡа үҙгәреүен көтөргә тура килһә лә, Йәһүә уларға һәр ваҡыт ярҙам итә. Алла Ибраһимға, улың тыуасаҡ, тип вәғәҙә итһә лә, ырыу башлығына иман һәм сабырлыҡ күрһәтергә кәрәк булған (Евр. 6:12—15). Исхаҡтың тыуыуын күп йылдар көтһә лә, ул рух төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, һәм Йәһүә уның өмөттәрен тормошҡа ашырған (Баш. 15:3, 4; 21:5).

10 Көтөү еңел түгел (Ғиб. һүҙ. 13:12). Гел тиҫкәре уйҙарға бирелеп йөрөү күңел төшөнкөлөгөнә килтерергә мөмкин. Бының урынына, ваҡытты аҡыллы файҙаланып, Алланың ойошмаһында хөрмәтле вазифалар үтәр өсөн кәрәкле сифаттар үҫтереү яҡшыраҡ булыр ине. Быны эшләр өсөн өс ысул ҡарап сығайыҡ.

11. Беҙ ниндәй рухи сифаттар өҫтөндә эшләй алабыҙ, һәм ни өсөн был мөһим?

11 Рухи сифаттар үҫтерегеҙ. Алла Һүҙен уҡып һәм уның өҫтөндә уйланып, беҙ зирәклек, үтә күреүсәнлек, айыҡ фекер йөрөтөү кеүек сифаттарға һәм белемгә эйә булырбыҙ, шулай уҡ төшөнә белеү һәм фекерләү һәләттәрен арттырырбыҙ. Бындай сифаттар хаҡ ғибәҙәттә етәкселекте үҙ өҫтөнә алыусылар өсөн үтә мөһим (Ғиб. һүҙ. 1:1—4; Тит. 1:7—9). Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларҙы уҡығанда, беҙ күп нәмәләргә Алла ҡарашы менән ҡарарға өйрәнәбеҙ. Беҙ көн дә күңел асыуҙар, кешеләр менән мөнәсәбәт, кейем, тышҡы ҡиәфәт һәм аҡсаға бәйле ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Изге Яҙманан белгәндәрҙе тормошта ҡулланһаҡ, ҡарарҙарыбыҙ менән Йәһүәне ҡыуандырырбыҙ.

12. Йыйылыш ағзалары үҙҙәренең ышаныслы булыуҙарын нисек күрһәтә ала?

12 Үҙегеҙҙең ышаныслы булыуығыҙҙы күрһәтегеҙ. Ағай-ҡәрҙәштәргә лә, апай-ҡәрҙәштәргә лә теократик йөкләмәләрен мөмкин тиклем яҡшыраҡ үтәргә кәрәк. Идарасы булараҡ, Ниҡәми Алла халҡы араһынан яуаплы урындарға ҡуйырлыҡ кешеләрҙе һайлап алырға тейеш булған. Ул кемде һайлаған? Алланан ҡурҡҡан, ышаныслы һәм тоғро кешеләрҙе (Ниҡ. 7:2; 13:12, 13). Бөгөн дә идарасыларҙың «тоғро булыуы талап ителә» (1 Кор. 4:2). Яҡшы эштәр иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. (1 Тимофейға 5:25-те уҡығыҙ.)

13. Башҡалар һеҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, Йософтан нисек үрнәк ала алаһығыҙ?

13 Йәһүәгә үҙегеҙҙе сафландырырға юл ҡуйығыҙ. Башҡалар һеҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһә, нишләргә? Бәлки, һеҙ был хәлде тиҙ генә яйға һала алырһығыҙ. Ҡайһы саҡта, үҙегеҙҙе бар көсөгөҙгә яҡлаһағыҙ, хәлде тағы ла киҫкенләштереүегеҙ бар. Йософтоң ағалары уның менән аяуһыҙ мөғәмәлә итһә лә, ул уларға асыу һаҡламаған. Һуңыраҡ Йософто, нахаҡҡа ғәйепләп, төрмәгә ултыртҡандар. Ләкин ул Йәһүәгә шул ауыр ваҡыттарҙа үҙенә йүнәлеш бирергә юл ҡуйған. Һөҙөмтәлә нимә булған? «Йәһүәнең һүҙҙәре уны сафландырған» (Зәб. 105:19). Һынауҙарҙы кисереп сыҡҡас, Йософ махсус йөкләмә үтәр өсөн яраҡлы булып киткән (Баш. 41:37—44; 45:4—8). Ауырлыҡтарға юлыҡҡанда, зирәклек һәм көс һорап доға ҡылығыҙ, эштәрегеҙҙә һәм һүҙҙәрегеҙҙә йыуашлыҡ сағылһын. Йәһүә һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәк. (1 Петр 5:10-ды уҡығыҙ.)

ВӘҒӘЗ ЭШЕНДӘ ОҪТАРЫҒЫҘ

14, 15. а) Ни өсөн беҙгә вәғәздә ҡулланған алымдарыбыҙға иғтибарлы булырға кәрәк? б) Хеҙмәттә ҡулланған алымдарыбыҙҙы үҙгәреп торған шарттарға нисек яраҡлаштырып була? (Мәҡәлә башындағы рәсемде һәм «Башҡа алымды ҡулланып ҡарарға әҙерһегеҙме?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

14 Павел Тимофейҙы былай тип өндәгән: «Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, вәғәзлә, өйрәт. Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул» (1 Тим. 4:13, 16). Тимофей инде тәжрибәле вәғәзсе булған. Әммә ул өйрәтеүҙәренә иғтибарлы булып ҡына хеҙмәттә уңышҡа ирешә алған. Ул хеҙмәттә һәр ваҡыт ҡулланған алымы гел уңышлы булыр тип өмөтләнә алмаған. Тыңлаусыларының йөрәктәренә үтеп инерлек итеп һөйләр өсөн, уға үҙенең өйрәтеү алымдарын, кешеләрҙең ихтыяждарына яраҡлаштырып, үҙгәртеп торорға кәрәк булған. Беҙ, Батшалыҡ вәғәзселәре булараҡ, шулай уҡ эшләргә тейешбеҙ.

15 Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, йыш ҡына кешеләрҙе тап итеү ауыр. Ҡайһы бер ерҙәрҙә күп фатирлы йорттарға һәм һаҡлана торған торлаҡ комплекстарына инеп булмай. Һеҙҙең территорияғыҙҙа ла шундай уҡ хәл булһа, ни өсөн шаһитлыҡ биреүҙең башҡа алымдарын ҡулланып ҡарамаҫҡа?

16. Ни өсөн йәмәғәт урындарында вәғәзләү хеҙмәттең шәп төрө булып тора?

16 Һөйөнөслө хәбәрҙе таратыуҙың шәп алымдарының береһе — йәмәғәт урындарында вәғәзләү. Күп Йәһүә шаһиттары әйтеүенсә, хеҙмәттең был төрөндә ҡатнашыу ҙур уңыш һәм шатлыҡ килтерә. Улар вокзалдар, туҡталыштар, баҙарҙар, парктар һәм башҡа йәмәғәт урындарында вәғәзләр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуя. Бындай хеҙмәттә төптән уйлап эш итеү мөһим. Кеше менән һөйләшеү башлар өсөн уның балаһын маҡтарға, берәй яңылыҡты телгә алырға йә уның эше менән бәйле һорау бирергә мөмкин. Һөйләшеү башланһа, Изге Яҙманан бер фекер менән бүлешеп, уның был хаҡта нимә уйлауын белеп була. Йыш ҡына бындай әңгәмәләр Изге Яҙма буйынса артабанғы фекер алышыуҙарға килтерә.

17, 18. а) Йәмәғәт урындарында вәғәзләр өсөн нисек батырсылыҡ тупларға? б) Ни өсөн һеҙ, хеҙмәттә ҡатнашҡанда, Йәһүәне данлап йырлаған Дауыттың ҡарашын үҙләштерергә теләйһегеҙ?

17 Йәмәғәт урындарында вәғәзләү һеҙгә ауыр бирелһә, бирешмәгеҙ. Нью-Йорк ҡалаһында йәшәгән Эдди исемле пионерҙың кешеләр алдында һөйләшеү башларға батырсылығы етмәгән. Әммә ваҡыт уҙыу менән ул ҡыйыу булып киткән. Уға нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисендә беҙ ҡатыным менән ҡаршы төшөүҙәргә яуап бирергә һәм кешеләрҙең фекерҙәрен иҫәпкә алып һөйләшергә өйрәнәбеҙ. Беҙ шулай уҡ башҡа Йәһүә шаһиттарынан беҙгә кәңәш биреүен һорайбыҙ». Хәҙер Эдди йәмәғәт урындарында вәғәзләргә бик ярата.

18 Вәғәздә оҫталыҡ һәм батырсылыҡ туплаған һайын, һеҙҙең рухи уңыштарығыҙ асыҡ күренәсәк. (1 Тимофейға 4:15-те уҡығыҙ.) Бынан тыш, һеҙ, һис шикһеҙ, күктәге Атабыҙҙы Дауыт кеүек данларһығыҙ. Ул былай тип йырлаған: «Мин Йәһүәне һәр ваҡыт маҡтармын, телем уны маҡтауҙан туҡтамаҫ. Мин Йәһүә менән маҡтанырмын, йыуаштар ишетер һәм һөйөнөр» (Зәб. 34:1, 2). Һәм, бәлки, йыуаш кешеләр, һеҙгә ҡушылып, шатлыҡ менән хаҡ ғибәҙәттә ҡатнашыр.

РУХИ УҢЫШТАРҒА ИРЕШЕП АЛЛАНЫ ДАНЛАҒЫҘ

19. Ни өсөн Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре, хатта сикле шарттарҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бәхетле була ала?

19 Дауыт шулай уҡ былай тип йырлаған: «Эй Йәһүә, бөтә эштәрең һине данлар, тоғро бәндәләрең һине маҡтар. Улар батшалығыңдың данын иғлан итер, бөйөклөгөң тураһында һөйләр, әҙәм балаларына ҡеүәтле эштәреңде белгертер өсөн, батшалығыңдың шөһрәтле данын белдерер өсөн» (Зәб. 145:10—12). Был һүҙҙәрҙә Йәһүәнең бөтә тоғро шаһиттарының хис-тойғолары сағыла. Әммә ауырыу йә оло йәштә булыу һеҙгә хеҙмәттә тулыһынса ҡатнашырға ҡамасаулаһа, нишләргә? Бер ҡасан да онотмағыҙ: үҙегеҙ хаҡында ҡайғыртҡан кешеләргә һәм башҡаларға вәғәзләйһегеҙ икән, изге хеҙмәтегеҙ бөйөк Аллабыҙҙы данлай. Ә әгәр иманығыҙ өсөн төрмәлә ултырһағыҙ, һеҙ, бәлки, мөмкинселек сыҡҡанда хәҡиҡәт хаҡында һөйләрһегеҙ һәм бының менән Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрөрһөгөҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11). Ғаиләгеҙҙең бөтә ағзалары ла Аллаға хеҙмәт итмәһә, рухи эштәр тәртибен һаҡлап, һеҙ шулай уҡ Алланы шатландыраһығыҙ (1 Пет. 3:1—4). Хатта бик ауыр шарттарҙа ла һеҙ, Йәһүәне данлап, рухи яҡтан үҫә алаһығыҙ.

20, 21. Йәһүәнең ойошмаһында һеҙгә күп эш ышанып тапшырылған булһа, башҡалар өсөн нисек фатиха була алаһығыҙ?

20 Артабан да рухи яҡтан үҫһәгеҙ, Йәһүә һеҙҙе һис шикһеҙ фатихалаясаҡ. Бәлки, графигығыҙҙы йә ғәҙәттәрегеҙҙе саҡ ҡына үҙгәртеп, һеҙ өмөткә мохтаж кешеләр менән Алланың ҡиммәтле хәҡиҡәтен уртаҡлашыуға күберәк ваҡыт бүлә алырһығыҙ. Бынан тыш, һеҙҙең рухи уңыштарығыҙ һәм фиҙаҡәрлегегеҙ ҡәрҙәштәр өсөн фатиха булыр. Шулай уҡ, йыйылышта башҡаларға баҫалҡылыҡ менән хеҙмәт итеп, һеҙ Йәһүәне яратҡан кешеләрҙең һөйөүе, рәхмәттәре һәм ярҙамы менән бүләкләнерһегеҙ.

21 Йәһүәгә күпме генә хеҙмәт итһәк тә — күп йылдармы йә бер нисә генә аймы — беҙ барыбыҙ ҙа рухи уңыштарға өлгәшә алабыҙ. Әммә рухи яҡтан өлгөрөп еткән мәсихселәр яңыларға рухи уңыштарға өлгәшергә нисек ярҙам итә ала? Был тема киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 5 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 20:29: «Йәштәрҙең даны — уларҙың көс-ҡөҙрәте, ҡарттарҙың шөһрәте — уларҙың сал сәсе».

^ 8 абз. Зәбур 34:8—10: «Йәһүәнең игелеген татығыҙ һәм күрегеҙ, уға һыйыныусы кеше бәхетле. Йәһүәнең бөтә изгеләре, уны тәрән хөрмәт итегеҙ, сөнки уны тәрән хөрмәт итеүселәр бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫ. Хатта көслө йәш арыҫландар ҙа аслыҡ кисерә, ә Йәһүәне эҙләүселәр бер ниндәй игелектән дә мәхрүм булмаҫ».