Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Иман. Көс биргән сифат

Иман. Көс биргән сифат

ИМАН ҙур көскә эйә. Мәҫәлән, Иблис Алла менән дуҫлығыбыҙҙы емерергә тырышһа ла, иман беҙгә уның «утлы уҡтарын» һүндерергә ярҙам итә (Ефес. 6:16). Иман ярҙамында беҙ тауҙай ҙур проблемаларҙы еңеп сыға алабыҙ. Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: „Бынан тегендә күс“, — тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине» (Матф. 17:20). Имандың беҙҙе рухи яҡтан көслө итә алғанын иҫәпкә алып, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығыу файҙалы булыр: нимә ул иман? Йөрәгебеҙҙең торошо иманыбыҙға нисек тәьҫир итә? Иманды нисек нығытып була? Һәм кемгә иман итергә кәрәк? (Рим. 4:3).

НИМӘ УЛ ИМАН?

Иман Изге Яҙмала әйтелгәндәргә ышаныу йә уларҙы таныу ғына түгел. Хатта «ендәр ҙә... [Алланың барлығына] ышана һәм ҡалтырашып тора» (Яҡ. 2:19). Улайһа, иман нимә ул?

Беҙ, көн менән төндөң һәр ваҡыт алмашынасағына шикләнмәгән кеүек, Алланың үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә лә шикләнмәйбеҙ

Изге Яҙма буйынса, иман үҙ эсенә ике нәмәне ала. Беренсенән, «иман — ул өмөтләнеп көткәндәрҙең тормошҡа ашыуына ышаныс» (Евр. 11:1а). Иманлы кеше Йәһүәнең бөтә һүҙҙәрен хаҡ тип һанай һәм уларҙың үтәләсәгенә тулыһынса ышана. Мәҫәлән, израилдәргә Йәһүә былай тип әйткән: «Һеҙ, көнгә һәм төнгә ҡағылышлы килешеүемде боҙоп, көн менән төндөң үҙ ваҡытында алмашыныуын туҡтата алһағыҙ, шул саҡта ғына хеҙмәтсем Дауыт менән төҙөлгән килешеүем боҙола алыр ине» (Ирем. 33:20, 21). Һеҙ, ҡояш ҡалҡмаҫ һәм көн бүтән бер ҡасан да төндө алмаштырмаҫ, тип ҡурҡаһығыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Әгәр һеҙ физик закондарҙың үҙгәрешһеҙ ҡаласағына һәм Ер шарының артабан да үҙ күсәре тирәһендә һәм ҡояш тирәләй әйләнәсәгенә шикләнмәйһегеҙ икән, был закондарҙы урынлаштырған Барлыҡҡа килтереүсенең үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә шикләнеү дөрөҫ булыр инеме? Әлбиттә, юҡ! (Ишағ. 55:10, 11; Матф. 5:18).

Икенсенән, иман — «күренмәгән нәмәләрҙең барлығын раҫлау», йәғни уларҙың барлығына дәлил. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, күҙгә күренмәгән, әммә реаль булған нәмәләрҙең барлығына дәлил иманға тиң һанала (Евр. 11:1б). Быны аңлар өсөн, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, балағыҙ һеҙҙән былай тип һорай: «Һауаның барлығын һин ҡайҙан беләһең?» Һауаны бер ҡасан да күрмәһәгеҙ ҙә, һеҙ, моғайын, балағыҙ менән һауаның барлығын раҫлаған бындай дәлилдәр тураһында фекер алышырһығыҙ: тын алыу, ел иҫеү һәм башҡалар. Һеҙ килтергән дәлилдәр менән ризалашҡас, бала шуны аңлар: күҙгә күренмәгән нәмәләрҙең барлығына ышанырға була. Шуның шикелле, иман кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәргә нигеҙләнә (Рим. 1:20).

ДӨРӨҪ ЙӨРӘК ТОРОШО

Иман дәлилдәргә нигеҙләнгән, шунлыҡтан иман үҫтерергә теләгән кеше тәүҙә хәҡиҡәт тураһында белем алырға тейеш (1 Тим. 2:4). Ләкин белем алыу ғына әҙ. Илсе Павел аңлатҡанса, иман «күңелдән» сыға (Рим. 10:10, ЯДТ). Кеше, хәҡиҡәткә ышаныуҙан тыш, шулай уҡ уны ҡәҙерләргә тейеш. Шул саҡта ғына кеше иман сағылдырырға, йәғни хәҡиҡәт буйынса йәшәргә теләр (Яҡ. 2:20). Хәҡиҡәт өсөн ысын күңелдән рәхмәтле булмаған кеше иһә хатта ап-асыҡ дәлилдәрҙе лә кире ҡағырға мөмкин. Ундай кеше, бәлки, үҙ ҡараштарын үҙгәртергә теләмәйҙер йә гонаһлы теләктәрен аҡларға тырышалыр (2 Пет. 3:3, 4; Йәһ. 18). Бына ни өсөн боронғо заманда ҡайһы бер кешеләр, мөғжизәләргә шаһит булһалар ҙа, иман үҫтермәгән (Һан. 14:11; Яхъя 12:37). Алланың изге рухы хәҡиҡәтте ихлас яратҡан кешеләрҙең йөрәгендә генә иман үҫтерә (Гал. 5:22, ЯДТ; 2 Фес. 2:10, 11).

ДАУЫТ НИСЕК КӨСЛӨ ИМАН ҮҪТЕРГӘН?

Көслө иман сағылдырған кешеләрҙең береһе — Дауыт батша (Евр. 11:32, 33). Әммә уның ғаиләһендә бөтәһе лә шундай уҡ иман сағылдырмаған. Мәҫәлән, Дауыттың иң өлкән ағаһы Илиаб бер осраҡта иманы етмәүен күрһәткән. Ғәлиәф израилдәрҙе хурлағанда, Дауыт бик көйәләнгән. Әммә Илиаб, Йәһүәнең ҡотҡара алыуына шикләнеп, ҡустыһын кәмһетергә тотонған (1 Сам. 17:26—28). Бер кем дә иманлы булып тыумай, һәм иман нәҫел буйынса ла күсмәй. Тимәк, Дауыт, Алла менән яҡын мөнәсәбәттәрҙә булғанға, көслө иман үҫтерә алған.

27-се мәҙхиәлә Дауыттың нисек шундай иман үҫтергәне аңлатыла (1-се аят). Дауыт, тормошондағы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп, Йәһүәнең уны дошмандарҙан нисек ҡотҡарғаны тураһында уйланған (2, 3-сө аяттар). Ул ғибәҙәт ҡылыу урынын бик ҡәҙерләгән (4-се аят). Дауыт имандаштары менән бергә Йәһүәгә табынған (6-сы аят). Ул ысын күңелдән доға ҡылған (7, 8-се аяттар). Ул шулай уҡ Йәһүәнән өйрәнергә теләгән (11-се аят). Иман Дауыт өсөн шул тиклем мөһим булған, ул хатта: «Иманым булмаған булһа, мин хәҙер ҡайҙа булыр инем?!» — тип яҙған (13-сө аят).

ИМАНДЫ НИСЕК НЫҒЫТЫП БУЛА?

27-се мәҙхиәлә тасуирланған ҡараштарҙы һәм ғәҙәттәрҙе үҙләштерһәгеҙ, һеҙ ҙә, Дауыт һымаҡ, көслө иман үҫтерә алырһығыҙ. Иман хаҡ белемгә нигеҙләнгән, шуға күрә Алла Һүҙен һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларҙы күберәк өйрәнһәгеҙ, иман сағылдырыуы еңелерәк булыр (Зәб. 1:2, 3). Өйрәнгән саҡта уйланыуға ваҡыт бүлегеҙ. Уйланыу күңелебеҙҙә рәхмәт тойғоһо үҫтерә. Ә Йәһүәгә рәхмәтлерәк булған һайын, иманыбыҙҙы эштәрҙә күрһәтергә теләгебеҙ үҫә бара: беҙ йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнашырға һәм башҡаларға иҫ киткес өмөтөбөҙ тураһында һөйләргә ынтылырбыҙ (Евр. 10:23—25). Шулай уҡ, «күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә», һәр ваҡыт доға ҡылып та иман сағылдырырға була (Лука 18:1—8). Шуға күрә, Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта ҡайғыртыуына һис тә шикләнмәйенсә, «гел доға ҡылығыҙ» (1 Фес. 5:17; 1 Пет. 5:7). Иман эштәргә дәртләндерә, ә эштәр, үҙ сиратында, иманды нығыта (Яҡ. 2:22).

ҒАЙСАҒА ИМАН ИТЕГЕҘ

Ғайса, үҙе үләсәк төнгә ҡаршы, шәкерттәренә былай тигән: «Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!» (Яхъя 14:1). Тимәк, беҙгә Йәһүәгә генә түгел, ә шулай уҡ Ғайсаға ла иман итергә кәрәк. Ғайсаға иман итеүебеҙҙе нисек күрһәтеп була? Әйҙәгеҙ, өс ысул ҡарап сығайыҡ.

Ғайсаға иман итеү нимәне аңлата?

Беренсенән, йолом ҡорбанын үҙегеҙгә бирелгән бүләк итеп ҡабул итегеҙ. Илсе Павел былай тип яҙған: «Мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем» (Гал. 2:20). Ғайсаға иман итәһегеҙ икән, тимәк, һеҙ йоломдоң үҙегеҙ өсөн түләнгәненә, уның һеҙгә мәңге йәшәү өмөтө биргәненә, гонаһтарығыҙҙың кисерелеүенә, шулай уҡ йоломдоң Алла мөхәббәтен раҫлаусы иң ҙур дәлил булғанына тулыһынса ышанаһығыҙ (Рим. 8:32, 38, 39; Ефес. 1:7). Йоломдоң һеҙгә файҙа килтерә алыуына ышанһағыҙ, был һеҙгә ғәйеп тойғоһон еңергә һәм үҙегеҙҙе булдыҡһыҙ итеп тоймаҫҡа ярҙам итер (2 Фес. 2:16, 17).

Икенсенән, Ғайсаның ҡорбаны нигеҙендә доға ҡылып Йәһүәгә яҡынлашығыҙ. Йолом ярҙамында беҙ «ҡыйыу рәүештә», йәғни һөйләү ирке менән доға ҡыла алабыҙ, ә был беҙгә «ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт» табырға мөмкинлек бирә (Евр. 4:15, 16; 10:19—22). Доға шулай уҡ беҙгә гонаһ ҡылыу ҡотҡоһона ҡаршы торорға ярҙам итә (Лука 22:40).

Өсөнсөнән, Ғайсаға буйһоноғоҙ. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора» (Яхъя 3:36). Яхъя иман итеүҙе буйһонмауға ҡапма-ҡаршы ҡуйған. Тимәк, Ғайсаға буйһоноп, беҙ уға иман итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ә «Мәсих ҡанунын» үтәп, йәғни Ғайсаның өйрәткәндәре буйынса эш итеп, беҙ уға буйһонабыҙ (Гал. 6:2). Бынан тыш, Ғайсаның «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» аша биргән күрһәтмәләрен тотоп та, уға буйһоноуыбыҙҙы күрһәтеп була (Матф. 24:45). Ғайсаға буйһонһаҡ, беҙ тормош дауылдарын кисереп сыға алырбыҙ (Лука 6:47, 48).

«ИҢ ИЗГЕ ИМАНЫҒЫҘ НИГЕҘЕНДӘ» ҮҘЕГЕҘҘЕ НЫҒЫТЫҒЫҘ

Бер кеше Ғайсаға былай тигән: «Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!» (Марк 9:24). Был кешенең иманы булған, әммә ул, тыйнаҡлыҡ сағылдырып, иманын нығытырға кәрәклеген таныған. Был ирҙең осрағындағы кеүек, ҡайһы ваҡыт беҙҙең барыбыҙға ла күберәк иман кәрәк. Һәм беҙ иманыбыҙҙы инде хәҙер нығыта алабыҙ. Бының өсөн Алла Һүҙен өйрәнергә һәм уның өҫтөндә уйланырға кәрәк, был Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғобоҙҙо тәрәнәйтә. Бынан тыш, беҙ ҡәрҙәштәр менән бергә ғибәҙәт ҡылғанда, башҡаларға өмөтөбөҙ тураһында һөйләгәндә һәм өҙлөкһөҙ доға ҡылғанда ла, иманыбыҙ нығый бара. Иманыбыҙҙы нығытып, беҙ мул итеп бүләкләнербеҙ — Алла һөйөүендә ҡалырбыҙ (Йәһ. 20, 21).