Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

33-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Туғандарығыҙға хәҡиҡәтте ҡабул итергә ярҙам итегеҙ!

Туғандарығыҙға хәҡиҡәтте ҡабул итергә ярҙам итегеҙ!

«Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың» (1 ТИМ. 4:16).

78-СЕ ЙЫР Алла Һүҙенә өйрәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Туғандар тураһында әйткәндә, һәр беребеҙ нимә теләй?

«ХӘҠИҠӘТТЕ белеү менән, мин бөтә туғандарымдың да ожмахта йәшәүен теләнем, — тип әйтә Рәмилә * исемле апай-ҡәрҙәш. — Ләкин барыһынан да бигерәк, ирем Альберт менән улым Йәһүәгә хеҙмәт итһен ине, тип хыялландым». Һеҙҙең Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән туғандарығыҙ * бармы? Улайһа, һеҙ, моғайын, Рәмиләнең хистәрен яҡшы аңлайһығыҙҙыр.

2. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?

2 Беҙ туғандарыбыҙҙы һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә мәжбүр итә алмайбыҙ, әммә беҙ уларҙы Изге Яҙмалағы хәбәр тураһында уйланып үҙ йөрәген асырға дәртләндерә алабыҙ (2 Тим. 3:14, 15). Ни өсөн туғандарға шаһитлыҡ биреү мөһим? Ни өсөн уларҙың хәленә инә белергә кәрәк? Туғандарыбыҙға Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итер өсөн, нимә эшләп була? Йыйылышыбыҙҙағы ҡәрҙәштәр был йәһәттән беҙгә нисек ярҙам итә ала?

НИ ӨСӨН ТУҒАНДАРҒА ШАҺИТЛЫҠ БИРЕҮ МӨҺИМ?

3. 2 Петр 3:9 буйынса, ни өсөн туғандарға шаһитлыҡ бирергә кәрәк?

3 Тиҙҙән Йәһүә был донъяны юҡ итәсәк. «Хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләр генә иҫән ҡаласаҡ (Ғәм. 13:48, ЯДТ). Беҙ күп көс һәм ваҡыт сарыф итеп ят кешеләргә вәғәзләйбеҙ икән, бигерәк тә туғандарыбыҙға вәғәзләргә тейеш. Ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүә «бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә». (2 Петр 3:9-ҙы уҡығыҙ.)

4. Туғандарға вәғәзләгәндә, беҙ ниндәй хата яһарға мөмкин?

4 Ҡотолоу тураһындағы хәбәрҙе еткергәндә һаҡ булырға кәрәк, сөнки уны дөрөҫ еткермәһәк, туғаныбыҙҙы хәҡиҡәттән алыҫлаштырыуыбыҙ ихтимал. Мәҫәлән, сит кешегә вәғәзләгәндә, беҙ үҙебеҙҙе әҙәпле тотабыҙ, ә туғандар менән һөйләшкәндә, иплелек онотолорға мөмкин.

5. Туғандарға вәғәзләгәндә, нимәне иҫтә тотоу мөһим?

5 Беҙҙең күбебеҙ элек туғандарға нисек вәғәзләгәндәрен иҫкә төшөрөп үкенә. Хәҙер беҙ барыһын башҡаса эшләр инек. Илсе Павел мәсихселәргә бындай кәңәш биргән: «Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ» (Кол. 4:5, 6). Туғандарға вәғәзләгәндә, был һүҙҙәрҙе иҫтә тотайыҡ. Юғиһә, хәҡиҡәткә йәлеп итеү урынына, уларҙы хәҡиҡәттән ситләштерербеҙ генә.

ТУҒАНДАРҒА НИСЕК ЯРҘАМ ИТЕП БУЛА?

Яҡшы тәртибегеҙ һәм туғандарҙың хистәренә иғтибарлы булыуығыҙ уларға көслө йоғонто яһарға мөмкин (6—8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

6, 7. Ни өсөн мәсихсе Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән тормош иптәшенең хистәрен иҫәпкә алырға тейеш? Миҫал килтерегеҙ.

6 Уларҙың хистәрен аңларға тырышығыҙ. Юғарыла иҫкә алынған Рәмилә былай тип бүлешә: «Тәүҙә мин ирем менән тик рухи темаларға ғына һөйләштем, ә көндәлек тормошто телгә лә алмай инем». Әммә уның ире Альберт, Изге Яҙманы насар белгәнгә, ҡатынының һөйләгәндәрен әллә ни аңламаған. Ул, Рәмиләнең бөтә уйҙары дине хаҡында ғына, тип һанаған. Альберт хатта, ҡатыным алданып ҡурҡыныс сектаға эләккән, тип борсолған.

7 Рәмилә үҙе әйтеүенсә, кистәрен һәм ял көндәрендә ул йыш ҡына ҡәрҙәштәр менән ваҡыт үткәргән — ҡунаҡҡа, йыйылышҡа йә вәғәзгә йөрөгән. «Ҡайһы саҡ Альберт, буш өйгә ҡайтып, үҙен яңғыҙ итеп тойған», — ти Рәмилә. Әлбиттә, Альберт ҡатынының һәм улының янында булыуын теләгән. Ул ҡатыны һәм улы кем менән ваҡыт үткәргәнен белмәгән. Альберт, ҡатыным өсөн яңы дуҫтары мөһимерәк булып китте, тип уйлаған. Ул Рәмиләгә айырылышыу менән янаған. Һеҙҙеңсә, иренең хәленә инер өсөн, Рәмилә нимә эшләй алған?

8. 1 Петр 3:1, 2 буйынса, йыш ҡына туғандарға нимә көслө йоғонто яһай?

8 Тәртибегеҙ өлгөлө булһын. Йыш ҡына эштәребеҙ һүҙҙәргә ҡарағанда көслөрәк йоғонто яһай. (1 Петр 3:1, 2-не уҡығыҙ.) Ахыр сиктә, быны Рәмилә лә аңлаған. «Мин Альберттың беҙҙе яратыуын һәм ысынында айырылышырға теләмәүен белә инем, — ти ул. — Әммә уның айырылышыу менән янауы мине Йәһүәнең кәңәштәрен яҡшыраҡ ҡулланырға этәрҙе. Мин шуны аңланым: күп һөйләү урынына, миңә тәртибем менән шаһитлыҡ бирергә кәрәк». Рәмилә Альберт менән Изге Яҙма тураһында түгел, ә ғәҙәти темаларға һөйләшә башлаған. Альберт Рәмиләнең — тынысыраҡ, ә улының тыңлаусаныраҡ булып киткәненә иғтибар иткән (Ғиб. һүҙ. 31:18, 27, 28). Изге Яҙмалағы кәңәштәр ғаиләһенә яҡшы йоғонто яһай икәнен күргәс, Альберт Алла Һүҙендәге хәбәргә ҡолаҡ һала башлаған (1 Кор. 7:12—14, 16).

9. Ни өсөн беҙ бирешмәҫкә тейеш?

9 Бирешмәгеҙ. Йәһүә беҙгә яҡшы өлгө күрһәтә: ул «ҡат-ҡат» кешеләргә һөйөнөслө хәбәргә ҡолаҡ һалырға һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булырға мөмкинлек бирә (Ирем. 44:4). Илсе Павел да Тимофейҙы башҡаларға ярҙам итеүҙә бирешмәҫкә өндәгән. Ни өсөн? Сөнки, шулай эшләп, Тимофей үҙен дә, тыңлаусыларын да ҡотҡара алған (1 Тим. 4:16). Беҙ туғандарыбыҙҙы яратабыҙ, шуға күрә уларҙың хәҡиҡәтте белеүен теләйбеҙ. Ваҡыт үтеү менән Рәмиләнең һүҙҙәре һәм эштәре яҡшы емештәр килтергән. Хәҙер ул ире менән бергә Йәһүәгә шатланып хеҙмәт итә. Улар икеһе лә пионер булып хеҙмәт итә, һәм Альберт шулай уҡ йыйылышта өлкән вазифаһын үтәй.

10. Ни өсөн сабыр булырға кәрәк?

10 Сабыр булығыҙ. Беҙ Алланың нормалары буйынса йәшәй башлағас, туғандарыбыҙға яңы ҡараштарыбыҙҙы һәм яңы тормош рәүешебеҙҙе ҡабул итеүе ауыр булырға мөмкин. Йыш ҡына улар беренсе сиратта беҙҙең дини байрамдарҙа һәм сәйәсәттә ҡатнашмай башлауыбыҙға иғтибар итә. Ҡайһы бер туғандар тәүҙә беҙгә асыуланып йөрөргә мөмкин (Матф. 10:35, 36). Әммә беҙ, улар бер ваҡытта ла үҙгәрмәйәсәк, тип уйларға тейеш түгел. Туғандарға ҡул һелтәһәк һәм ҡараштарыбыҙҙы аңлатыуҙан туҡтаһаҡ, беҙ уларға, мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгелһегеҙ, тигән хөкөм сығарғандай булырбыҙ. Әммә Йәһүә беҙгә башҡаларҙы хөкөм итергә хоҡуҡ бирмәгән, «ул бөтә хөкөмдө Улына» тапшырған (Яхъя 5:22). Сабыр булһаҡ, туғандарыбыҙ, бәлки, Изге Яҙмалағы хәбәрҙе тыңларға ризалашыр. (« Сайтыбыҙҙы ҡулланығыҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

11—13. Элистың осрағынан нимәгә өйрәнеп була?

11 Ипле булығыҙ, әммә ҡараштарығыҙҙа ныҡ тороғоҙ (Ғиб. һүҙ. 15:2). Элистың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Хәҡиҡәт менән танышҡанда, ул ата-әсәһенән айырым йәшәгән. Ата-әсәһе атеист булған һәм сәйәсәттә әүҙем ҡатнашҡан. Элис ата-әсәһенә хәҡиҡәт тураһында мөмкин тиклем тиҙерәк һөйләргә кәрәклеген аңлаған. «Ҡараштарың тураһында һөйләү менән һуҙһаң, — тип әйтә Элис, — ғаиләңә уларҙы ҡабул итеүе күпкә ауырыраҡ булыр». Ул ата-әсәһенә бер нисә хат яҙған. Был хаттарҙа ул уларға ҡыҙыҡ була алған темалар күтәргән, мәҫәлән, яратыу сифаты тураһында матур фекерҙәр менән бүлешкән (1 Кор. 13:1—13). Ул ата-әсәһенә үҙен яратып үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдергән һәм уларға бүләктәр ебәргән. Улар янына ҡайтҡан саҡтарҙа ул тырышып әсәһенә өй эштәрендә ярҙамлашҡан. Элис ата-әсәһенә үҙенең яңы ҡараштары тураһында һөйләгәс, улар тәүҙә әллә ни шат булмаған.

12 Ата-әсәһендә булған саҡтарҙа Элис көн дә Изге Яҙма уҡыуын дауам иткән. «Был әсәйемә Изге Яҙма минең өсөн ни тиклем мөһим икәнен аңларға ярҙам итте», — тип әйтә Элис. Шул арала атаһы, Элистың ни өсөн ҡараштарын үҙгәрткәнен аңларға һәм Изге Яҙмала хата табырға теләп, был китап тураһында күберәк белергә ҡарар иткән. «Мин, бер нисә йылы һүҙ яҙып, атайыма Изге Яҙма бүләк иттем», — ти Элис. Был нимәгә килтергән? Атаһы бер ниндәй хата тапмаған. Киреһенсә, уҡығандары уның йөрәгенә үтеп ингән.

13 Ҡаршылыҡ менән осрашҡанда ла, беҙгә ҡараштарыбыҙҙа ныҡ торорға һәм шул уҡ ваҡытта ихтирамлы булырға кәрәк (1 Кор. 4:12б). Мәҫәлән, Элисҡа әсәһенең ҡаршы килеүенә түҙергә тура килгән. Ул былай ти: «Һыуға сумдырылғас, әсәйем мине йүнһеҙ бала тип атаны». Элис нимә эшләгән? «Был теманан ҡасыу урынына, әсәйемә ихтирамлы итеп шуны аңлаттым: мин Йәһүә шаһиты булырға ҡарар иттем һәм ҡарарымды үҙгәртергә йыйынмайым. Мин уны яратыуыма ышандырҙым. Беҙ икебеҙ ҙә иланыҡ, һәм мин уның өсөн тәмле ризыҡ бешерҙем. Шунан бирле әсәйем Изге Яҙманың миңә яҡшы йоғонто яһауын таный башланы», — тип иҫенә төшөрә Элис.

14. Ни өсөн туғандарҙың баҫымына бирешергә кәрәкмәй?

14 Туғандарыбыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеү беҙҙең өсөн ни тиклем мөһим икәнен аңлағансы, күп ваҡыт үтергә мөмкин. Мәҫәлән, Элис, ата-әсәһе уның өсөн һайлаған карьеранан баш тартып, пионер булырға ҡарар иткәс, әсәһе тағы илаған. Әммә Элис ҡарарында ныҡ торған. Ул былай ти: «Бер генә өлкәлә баҫымға бирешһәң, туғандарың, моғайын, башҡа өлкәләрҙә лә баҫым яһар. Ләкин игелекле һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ булһаң, уларҙың ҡайһы берҙәре һиңә ҡолаҡ һалырға мөмкин». Элистың осрағында тап шулай булған да. Уның ата-әсәһе пионер булып хеҙмәт итә, һәм атаһы шулай уҡ йыйылышта өлкән вазифаһын үтәй.

ЙЫЙЫЛЫШ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән туғандарыбыҙға нисек ярҙам итә ала? (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Матфей 5:14—16 һәм 1 Петр 2:12-ләге һүҙҙәр буйынса, ҡәрҙәштәрҙең «яҡшы эштәре» туғандарыбыҙға нисек тәьҫир итергә мөмкин?

15 Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең «яҡшы эштәре» ярҙамында кешеләрҙе үҙенә йәлеп итә. (Матфей 5:14—16; 1 Петр 2:12-не уҡығыҙ.) Тормош иптәшегеҙ Йәһүә шаһиты булмаһа, ул ҡәрҙәштәр менән танышмы? Юғарыла иҫкә алынған Рәмилә, ҡәрҙәштәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып, Альбертты улар менән таныштырған. Бер ағай-ҡәрҙәш Альбертҡа Шаһиттарҙың ниндәй кешеләр икәнен күрергә ярҙам иткән. Альберт былай тип иҫенә төшөрә: «Ул, эштән ял көнө алып, көнө буйы минең менән матч ҡараны, һәм мин, ә ул фанатик түгел икән, тип уйлап ҡуйҙым».

16. Ни өсөн туғандарҙы йыйылыш осрашыуҙарына саҡырырға кәрәк?

16 Туғандарыбыҙға ярҙам итер өсөн тағы бер яҡшы ысул — уларҙы йыйылыш осрашыуҙарына саҡырыу (1 Кор. 14:24, 25). Беренсе тапҡыр Альберт Иҫкә алыу кисәһенә барған, сөнки был осрашыу эштән һуң үткәрелгән, һәм программаһы ла сағыштырмаса ҡыҫҡа булған. «Мин телмәрҙән бер нәмә лә аңламаным, — ти ул. — Әммә кешеләрҙе оҡшаттым. Улар, яныма килеп, ҡулымды ихлас ҡыҫып минең менән иҫәнләште. Уларҙың эскерһеҙ булыуы миңә бик оҡшаны». Бер пар Рәмиләгә ҡарата айырыуса игелекле булған, улар осрашыу һәм хеҙмәт ваҡытында уның улын ҡарашҡан. Шуға күрә, Альберт Рәмиләнең нимәгә ышанғаны тураһында күберәк белергә ҡарар иткәс, ул тап шул ағай-ҡәрҙәштән үҙе менән Изге Яҙма өйрәнеүен һораған.

17. Нимә өсөн үҙебеҙҙе ғәйепләргә кәрәкмәй, шулай ҙа ни өсөн артабан да туғандарға рухи ярҙам күрһәтергә тырышыу мөһим?

17 Беҙ бөтә туғандарыбыҙҙың да Йәһүәгә хеҙмәт итә башларына өмөтләнәбеҙ. Әммә, күпме генә тырышлыҡ һалһаҡ та, улар хәҡиҡәткә килмәҫкә мөмкин. Ундай хәлдә үҙебеҙҙе ғәйепләргә кәрәкмәй. Беҙ бер кемде лә ҡараштарыбыҙҙы ҡабул итергә мәжбүр итә алмайбыҙ. Шулай ҙа туғандарығыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеү һеҙгә күпме шатлыҡ килтергәнен күрһен. Бының уларға көслө йоғонто яһай алыуын онотмағыҙ. Туғандарығыҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Улар менән ипле һөйләшегеҙ. Артабан да уларға рухи ярҙам күрһәтергә тырышығыҙ, бирешмәгеҙ! (Ғәм. 20:20). Йәһүәнең тырышлыҡтарығыҙҙы фатихалаясағына һис тә шикләнмәгеҙ. Һәм туғандарығыҙ һеҙгә ҡолаҡ һалһа, улар ҡотҡарыласаҡ!

57-СЕ ЙЫР Һәр төрлө кешегә вәғәзләйбеҙ

^ 5 абз. Беҙ туғандарыбыҙҙың хәҡиҡәткә килеүен бик теләйбеҙ, әммә Йәһүәгә хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен улар үҙҙәре ҡарар итергә тейеш. Туғандарға хәҡиҡәтте ҡабул итеүе еңелерәк булһын өсөн, нимә эшләп була? Был мәҡәләлә беҙ ошо һорауға яуап алырбыҙ.

^ 1 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 1 абз. Был мәҡәләлә «туғандар» тигән һүҙ ғаилә ағзаларына ҡарата ла ҡулланыла.

^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: йәш ағай-ҡәрҙәш атаһына машина йүнәтергә ярҙам итә. Яйы сыҡҡанда, ул атаһына jw.org® сайтынан видеояҙма күрһәтә.

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: ире үҙенең көнө нисек үткәне тураһында һөйләгәндә, апай-ҡәрҙәш уны иғтибар менән тыңлай. Һуңынан апай-ҡәрҙәш ире һәм улы менән ял итә.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш имандаштарын ҡунаҡҡа саҡырған. Улар уның ире менән яҡынданыраҡ танышырға тырыша. Һуңыраҡ апай-ҡәрҙәштең ире Иҫкә алыу кисәһенә килә.